Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
БАШҠОРТТАРҘЫҢ ҠОҘАЛАШЫУ ЙОЛАҺЫ
Башҡорт туйы – халыҡ мәҙәниәтенең һәм тормошоноң иң сағыу формаларының береһе, унда никахлашыу һәм ғаилә ҡороуҙың бөтә ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары сағыла. Шуларҙың иң күркәме – ҡоҙалашыу.
Билдәле фольклорсы Кирәй Мәргән башҡорт халҡының туй йолаларын "Меңәр йыллыҡ тарихы булған үҙенсәлекле поэтик халыҡ ҡомартҡыһы" тип атаған.
Башҡорт туй йолалары бик киң хронологик сиктәрҙе үҙ эсенә ала – ҡайһы саҡта балаларҙы тыуғас та йәрәштерәләр (йәғни Һырға туйы) һәм ғаилә ҡорғанға тиклем был йолалар оҙатыла бара.
Башҡорттарҙа ғаилә ҡороу йәше
Ғаилә ҡороу йәше төрлө заманда төрлөсә ҡабул ителә, мәҫәлән, ХIХ быуат аҙағына тиклем булған ҡараш менән бөгөнгө фекерҙәр тура килмәй.

Рамаҙан Абуталипов үҙенең "Минең башҡорт халҡым" китабында былай тип яҙа: башҡорттарҙа ҡыҙ баланы 12-13 йәштә үк кейәүгә биргәндәр. Ире унан 3-5 йәшкә өлкән булған.

Шулай ҙа туйҙы ҡыҙ балаға 16-17, егеткә кәм тигәндә 19-20 йәш тулғас ҡына уҙғарғандар.
"Ислам динен ҡабул иткән башҡорттарҙың ҡыҙҙары бындай (мосолманса) йолаларҙан азат булған.
Улар бәлиғ булғас, үҙ теләктәре менән кейүәгә сыҡҡан", - тип билдәләй Л. И. Шәйҙуллина.

Йәштәр бер-береһе менән күбеһенсә байрам тантаналарында танышҡан, сөнки күптәре унда йөҙҙәрен асып йөрөй алған.
Башҡорт йәмғиәтендә ҡыҙҙар юғары баһаланған, улар һәр ваҡыт ирекле булған, үҙ-үҙенә бикләнмәгән һәм пәрәнжә ябынмаған.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ир һәм ҡатын йәшенең айырмалығында бер ни тиклем үҙгәрештәр ҙә һаҡланған, улар ғәҙәттә боронғо йолаларға бәйле булған. Мәҫәлән, левират (өйләнеү бурысы) йолаһына ярашлы, башҡорттарҙа ҡатындың ире үлһә, уға ҡәйнеше өйләнергә тейеш булған. Бындай осраҡта ир үҙенең ҡатынынан күпкә йәшерәк булған. Һәм, киреһенсә, сорорат йолаһы буйынса, ҡатыны үлгән ир үҙенең балдыҙына өйләнгән. Бында иһә ҡатын-ҡыҙ күпкә йәшерәк булған.

Йәш араһындағы ошондай ҙур айырма ҡыҙҙарҙы икенсе, өсөнсө, йә дүртенсе ҡатынлыҡҡа биргән никахтарҙа ла күҙәтелгән.
Туй алды йола фольклоры
Башҡорт туйын өс өлөшкә бүләләр, уларҙың һәр ҡайһыһы күп төрлө йолалар менән оҙатыла: туй алды, туй мәле, туйҙан һуңғы осор.

Тәүге, йәки туй алды циклы ҡыҙ күҙләүгә ҡоролған: яусылау һәм ҡоҙалашыу хаҡында һөйләшеү. Әйткәндәй, тап ошо өлөш иң әһәмиәтлеһе һаналған, сөнки туйҙың булыу-булмауы ошонда хәл ителгән.
Һырға туйы
ХIХ быуатҡа тиклемге ваҡытта ата-әсәләр балаларын тыуғас та, хатта тыумаҫ элек үк йәрәштереп ҡуйғандар. Бындай ғөрөфтө белгестәр "Һырға туйы" тип атай.

Бындай йоланың башҡорттарҙа булыуы хаҡында "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу"эпосы иҫбатлай. Йөкмәткегә ярашлы, Күсмәҫ хан һәм Күсәр хан бергәләп һунарға сыға һәм икеһе лә бер үк хәлдә һынала, мәҫәлән, боланға тап булғас, уның ғоманлы (балаларға йыйынған) инә болан икәнен күрә һәм атыуҙан тыйыла. Күсмәҫ хан да, Күсәр хан да быны оҙаҡламай үҙҙәренең дә балалары тыуыуына тәбиғәт ишараһы тип ҡабул итә. Шуға күрә геройҙар, әгәр береһенең ҡыҙ, икенсеһенең ир бала тыуһа, йәрәштерергә һүҙ ҡуйыша.

Туғанлашырға вәғәҙә биреү (ҡоҙа булышыу) эпостың бөтә версияларында ла төп йөкмәткене һаҡлай.

Тыумаҫ элек балаларҙы йәрәштереү хаҡында башҡорт риүәйәттәрендә лә телгә алына. Малай менән ҡыҙҙың бер көндә тыуыуын башҡорттар ниндәйҙер бер мөғжизә, ишара тип ҡабул иткән. Ундай балалар бер-береһенә тәғәйенләнгән, тип һаналған.

Балаларҙы йәрәштереү йолаһында тағы бер ғәҙәт һаҡланған: ир бала ҡыҙҙың ҡолағын тешләргә тейеш булған.

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ике бала ла бер-береһенең ҡолағын тешләгән. Бындай йола "Ҡолаҡ тешләтеү" тип атала.

Сабыйҙарҙы йәрәштергән саҡта уҡ ата-әсәләр ҡалымдың хаҡы, бүләктәр, туй сығымдары хаҡында һөйләшкән. Ҡалымдың бер өлөшөн никахҡа тиклем түләгәндәр, ҡалғанын һуңынан өлөштәргә бүлеп тапшырғандар.

Өйләнеү йәшенә еткәс, йәштәрҙе ҡауыштырғандар. Был ваҡытта инде бер ниндәй ҙә ҡоҙалашыу, килешеү йолалары атҡарылмаған.

Башҡорттарҙа күпселек ғаиләләр, кейәү менән кәләште бала саҡта уҡ йәрәштермәйсә, йәғни үҫеп еткәс кенә өйләндереүгә ҡоролған. Шуға күрә туй йолалары ла тап ошо алымдарға бәйле булған.
Кәләш һайлау
Ир балалар өйләнер йәшкә еткәс, ата-әсәләр уның оҡшатҡан йәки осрашҡан ҡыҙы юҡмы икәнен белешкән. Был хаҡта башҡорт ғаиләләрендә туранан-тура һөйләшеү булмаған, ә ситләтеп, дуҫтарынан йә туғандарынан һорашҡандар. Шулай уҡ, ҡайһы бер таныштарҙы күҙ уңында тотоп, яҡындары менән кәңәшләшкәндәр, – тип яҙылған Наил Бикбулатов менән Флизә Фатихованың "XIX–XX быуаттарҙа башҡорттарҙың ғаилә көнкүреше" тигән китабында.

Йыш осраҡта егет кеше тәҡдим ителгән ҡыҙҙы күрергә ауылына бара, мөмкин булһа, хатта танышып та ҡайта. Бындай сәфәрҙең "Ҡыҙ күрергә барыу" тигән махсус аталышы ла бар.

Егет килеүгә кәртә янында йәштәр уйындары йәки аулаҡ өйҙә киске уйын ойошторғандар. Йолаға ярашлы, егеттең һеңлеләре лайыҡлы ҡыҙ менән таныштырыу, осраштырып һөйләштереү өсөн шарттар тыуҙырған. Башҡорт уйындарының һәм бейеүҙәренең бик күп төрҙәре пар һайлау, танышыу йөкмәткеһенә ҡоролған. Һәм был уйындарҙа егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа инициатива күрһәтә алған.

Кәләш һайлау буйынса ғаилә кәңәшмәһе ҡоролған. Унда өйләнгән ир-егет тә, кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ ҙа, егеттең ағайҙары, апайҙары, еңгә һәм еҙнәләре лә ҡатнашҡан.
Кәләш һайлау буйынса ғаилә кәңәшмәһе ҡоролған. Унда өйләнгән ир-егет тә, кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ ҙа, егеттең ағалары, апалары, еңгә һәм еҙнәләре лә ҡатнашҡан.

Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә яҡындарҙың да, хатта туй сығымдары буйынса ярҙам итә алырлыҡ кешеләрҙең дә фекере иҫәпкә алынған. Шуның өсөн ғаилә кәңәшмәләрендә ҡыҙ һайлау менән бер рәттән, матди мәсьәләләр тураһында ла уртаға һалып һөйләшкәндәр.
Яусылау
Кәләш һайланғас, ҡыҙҙың ата-әсәһенә димсе, яусы ебәрелә. Уның ролен йыш осраҡта ике яҡ ғаиләне лә белгән, улар менән аралашҡан кеше атҡара. Шулай уҡ туй алды һөйләшеүҙәрен күпселек осраҡта яусы үҙе лә ойошторған.

Һәр башҡорт ауылында димләүгә һәләтле кешеләр йәшәгән. Улар ауылдаштарының матди хәлен дә, мөмкинлектәрен дә, холоҡ-фиғелен дә, нәҫел-ырыуын да яҡшы белгән. Хатта бер нисә ауылдың кешеләрен белгәндәр. Димселәр шулай уҡ йор һүҙле, зирәк аҡыллы, кинәйә менән һөйләүгә һәләтле булған.

Димләү йәһәтенән шундай ҙа хәлдәр булған: егет кеше хәрби хеҙмәттән ҡайтып инеү менән артынан димсе килеп ингән. Уға теге йәки был ҡыҙҙы тәҡдим итеп, өйләндереү юлын эҙләгәндәр.
Яусы ролен ир кеше лә, ҡатын-ҡыҙ ҙа башҡара алған. Ул йә һыбай, йә йәйәү килгән.
Әлбиттә, димселәр үҙ бурысын бушҡа атҡармаған. Хәллерәк кейәүҙәр, кәләштең туғандарын күндерһен өсөн, уға хатта алдан уҡ тәғәйенләп яҡшы бүләк әйтеп ҡуйған.

Ҡайһы бер осраҡтарҙа яусы ролен егеттең атаһы йәки егет үҙе үтәгән. Әгәр атаһы булмаһа, улы менән әсәһе бергәләп бара алған.

Шуныһы ҡыҙыҡ, башҡорт ҡоҙалары ҡыҙҙың ата-әсәһе йортона туранан-тура бармаған. Шартына килтереп, тәүҙә шул ауылда йәшәгән үҙ туғандарына йәки яҡын таныштарына туҡталған. Ҡырҙан килгән бындай кешеләр "оҙон яусы" тип аталған. Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендә ҡыҙҙың атаһына ауылдан икенсе бер кешене, йәғни "ҡыҫҡа яусыны" ебәргәндәр.

"Ҡыҫҡа яусы" булып шул ауылдың бик абруйлы кешеһе йәки ҡыҙҙың туғандары, шулай уҡ ҡунаҡтар туҡталған йорттоң хужалары бара алған.
Яусының иң мөһим күрһәткестәренең береһе – кейеме. Тап тышҡы ҡиәфәте уның ниндәй маҡсатта йөрөүен, нимәгә ишаралауын аңлатҡан.

Башҡортостандың бик күп райондарында ҡыҙ йортона яусы, йәшме ул, ҡартмы ул, таяҡҡа таянып бара. Таяҡтың өҫкө өлөшө саталы була. Был таяҡ яусының миссияһын танытыусы традицион атрибутика һанала.

Саталы таяҡ яусылауҙың һөҙөмтәһен сағылдырған билдәгә эйә булған. Әгәр килешеү ыңғай тамамланһа, яусы уның бер ботағын һындырып ташлаған.
Таулы төбәктәрҙә йәшәгән халыҡҡа хас үҙенсәлек – яусы бер балағын ойоғона ҡыҫтырып, билен билбау менән быуып барған.

"Ҡыҙ йортона яусы таяҡҡа таянып, бер балағын ойоғона ҡыҫтырып йәки бөтөнләй киҫеп бара. Ҡулына ҡыҙыл туҡыма ала, һөйләшеү уңышлы тамамланһа, ул уны буласаҡ кәләшкә бүләк итә. Был күренеш ҡыҙҙың риза булыуын күрһәтә. Әгәр ҙә инде яусының юлы уңмаһа, ҡыҙыл сепрәктең бер өлөшө уның балағына бәйләп ҡайтарыла (тегелә)", – тип яҙылған Айгөл Хәкимйәнова менән Розалиә Сотлангәрәеваның яусылау йолаһы тураһындағы "Башҡорт туй йырҙары" китабында.
Яусы килеүе хаҡындағы хәбәр тиҙ арала тотош ауылға таралған. Һәм һәр яусы ул бурысты үҙ тәжриәбәһенән, аҡылынан, белеменән сығып атҡарған. Кемдер һүҙҙе ситтән, уратып-суратып, мал-тыуар һәм ғаилә хәлдәрен һорашыуҙан башлаһа, икенселәре үҙ маҡсатын туранан-тура әйткән. "ХIХ – ХХ быуаттарҙа башҡорттарҙың ғаилә көнкүреше" тигән китапта билдәләнеүенсә,
яусылауҙың хатта махсус алымдары булған.

Мәҫәлән, яусы: "Юҡ" юғалтып йөрөйөм, "юғымды" табып бирегеҙ", - тип әйтә. Быға яуап итеп ҡыҙҙың ата-әсәһе "Әйҙә, түргә уҙығыҙ, "юғы"ғыҙ беҙҙә булһа, табылыр", – тип, түргә саҡыра. Яусыны сәй менән һыйлап, табын артында ашыҡмай ғына һүҙ башлайҙар.
Яусы, үҙенең ниндәй маҡсатта килеүен белдергәс тә, кейәү булырға тейеш егетте һәм уның ата-әсәһен маҡтап, лайыҡлы яҡтарын, яҡшы сифаттарын барлай башлаған.
Әммә ата-әсә тиҙ генә ризалыҡ бирмәгән, ҡыҙҙың әлегә йәш булыуын, балалыҡтан сыҡмауын, кейәүгә бирергә иртәрәк булыуын әйткән. Тәҡдимде кире ҡағыу өсөн ҡыҙҙың бирнәһе әҙер булмауы, туйҙа кейер кейеме юҡлығы, һуңғы ваҡытта ауырлыҡтар кисереүе лә сәбәп булып тора алған.
Ата-әсәнең бындай ҡылығы ғәжәп түгел, сөнки башҡорт халҡында, кейәү яғы нисек кенә лайыҡлы булмаһын, ҡыҙ биреүгә еңел генә ризалашыу килешмәгән.

Үҙ сиратында яусы кеше ҡыҙҙың ата-әсәһен тыныс ҡына тыңларға, ҡаршы төшөүҙәрен аңларға, йолаларға таянып артабан да ҡеүәтләргә, тормоштан төрлө миҫалдар килтерергә тейеш булған. Яусы хатта был ҡыҙҙы өс, дүрт тапҡыр һората алған. Ниһайәт, ата-әсәне күдергәс, ҡалым күләме, туйҙың ваҡыты, сығымдары, ҡунаҡтар һаны хаҡында һөйләшеүгә күскәндәр.

Яусының хеҙмәте ниндәйҙер тамашаға ҡоролоуы шулай уҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, ул тәүге тапҡыр килгәндә, йәш ҡыҙҙар һәм еңгәләр яусының атын йүгәненән тотоп, төрлөсә төрттөрәләр, таҡмаҡтар һәм йырҙар менән ирештерәләр, үсекләйҙәр. Йырҙар ғәҙәттә ошондай юлдар менән тамамланған:
Ҡартҡа яусы булдыңмы,
Йәшкә яусы булдыңмы?
Ҡыҙҙы һоратып, туй хаҡында һүҙ башлағанға тиклем яусы кеше буласаҡ кейәүҙең кем икәнлеген әйтмәй, ләкин уны тик яҡшы яҡтан ғына баһалай, уның йәш егет булыуын белдерә, лайыҡлы сифаттарын телгә ала, шулай итеп ул ҡатын-ҡыҙҙы тынысландыра. Шунан һуң ғына өйгә үтә.
Башҡорт халҡының яусылау йолаһында тағы шундай тамаша бар: килешеү уңышлы тамамланғандан һуң, яусы бер һүҙ ҙә өндәшмәй, йәғни "тел асмай", шул саҡта кейәүҙең атаһы уның телен бүләк менән сисергә тейеш була.

Ошо сараларҙан һуң буласаҡ кейәүҙең ата-әсәһе һәм яусы бергәләп ҡыҙҙың ата-әсәһенә һөйләшергә бара. Ҡайһы саҡта егет кешене лә алалар.
Бында иһә буласаҡ ҡоҙалар туй хаҡында килешеү ҡора, был йола башҡорттарҙа "ҡыҙ әйттереү, ҡыҙ йәрәшеү" тип атала. Ҡунаҡтарҙы итле ризыҡтар, сәй менән һыйлайҙар, ҡоҙалашыу хөрмәтенә кейәү егеттең атаһына һәм яусыға таҫтамал бүләк итәләр. Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында, шулай уҡ Силәбе, Ҡурған өлкәһе башҡорттарында ҡыҙ һоратырға барыуҙы "Таҫтамал алырға барыу" тип атайҙар.


Таҫтамал – ул башҡорт йолаларында иң төп атрибутикаларҙың береһе. Ул ризалыҡ һәм ышаныс билдәһе тип һанала. Әгәр ҙә яусы таҫтамал тотоп ҡайтһа, бөтә ауыл халҡы туй буласағын белә.
Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында кейәү егеткә ҡыҙҙың алдан әҙерләгән бүләген биргәндәр. Бүләк ҡайылған күлдәк, ҡулдан һуғылған ыштан, уҡа менән сигелгән түбәтәй, зауыҡлап бәйләнгән бирсәткә булыуы мөмкин булған. Кейәүҙең атаһына күлдәк һәм ыштан бүләк ителгән.

Ҡурған һәм Силәбе өлкәләрендә, Башҡортостандың уларға сиктәш райондарында ошондай йола ла һаҡлана: йәш ҡыҙҙар, ҡоҙалашыу барған өй тирәләй йөрөп, тәҙрә һәм ишек аша төрлө төртмә йырҙар, таҡмаҡтар башҡара. Йыш осраҡта был шаян йырҙар егеттең атаһына, яусыға һәм кейәү егеттең үҙенә бағышланған. Был йола башҡорттарҙа "Эрҙәү" тип атала.

Атай кеше ҡыҙ бирергә ризалашҡас, ҡыҙҙы һатып алыу хаҡы билдәләнә, ике яҡ та тәғәйенләнгән малды тапшырыу ваҡытын (булъял) килешә. Ғәҙәттә, ҡолонло бейә, быҙаулы һыйыр, һарыҡ-кәзә бүләк иткәндәр. Шулай уҡ мәһәрҙең дә бер өлөшө түләнгән. Әгәр кәләш үҙ теләгенән тыш айырылһа, был хаҡ уны ваҡытлыса тәьмин итергә етергә тейеш булған.

Яусы йырҙары
Ҡыҙҙың ата-әсәһенә барған саҡта яусы кеше кинәйәләп, ситләтеп кенә махсус йөкмәткегә ҡоролған йырҙар башҡарған. Шул йыр аша ул үҙенең төп маҡсатын еткергән.

Мәҫәлән:
Асыуланмағыҙ миңә:
Дөрөҫ әйтәм һүҙҙәрҙе.
Мин буш эш башҡармайым,
Килдем ҡыҙҙы күҙләргә.

Мин йәрәшкән кешенең
Күркәм булыр ғаиләһе.
Оҫта ҡуллы атаһы,
Төҙөк уның өйҙәре.

Фиғеле яҡшы булыр,
Матур биләмәләре.
Уңған уның инәһе,
Өҫтәле ипле булыр.

Һүҙкәйе баллы уның,
Нәҫелдәре бик хәлле.
Холоҡтары ныҡ яҡшы,
Туған-тыумаса тиеп,
Өҙөлөп торған йөҙҙәре.

Ситләтеп әйтелгән һүҙҙәр шулай уҡ башҡорттарҙа яман көстәрҙе ҡыуыу, ен-шайтандың башын бутау өсөн дә әйтелгән:
Һиндә ебәк буйлы тутыйғош бар,
Миндә ҡайыш баулы ҡарсыға бар.
Шуны һорай килгән мин,
Сонайҙан ат алған мин,
Бохарҙан эйәр алған мин,

Сыңлап һиңә килгән – мин,
Боролоп һиңә килгән – мин,
Һин тимер булһаң, мин – күмер,
Иретергә килгән – мин.


Йәки:
Һеҙҙә аҫыл ҡош булһа,
Беҙҙә мәргән уҡсы бар.
Аҫыл ҡошон төйәгенә
Алып ҡайтыр уйы бар.

Ҡылған эшем хаҡ булыр,
Ҡыҙға кейәү тап булыр.
Һүҙемде һис йыҡмағыҙ,
Сәпсеп ҡаршы сыҡмағыҙ.

Аҫыл ҡошто ыласын
Типмәйенсә туҡтамаҫ.
Ыңғай һүҙегеҙ ишетәйем,
Атым бороп, туҡтағас.

Яусы һамаҡтары башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының классик өлгөләре булып тора. Унда берләшеү һәм килешеү мотивтары мөһим урынды ала. Яусының көйләп йәки шиғри һүҙ менән өндәшеүе – уның маҡсатын, туйға ризалыҡ һорауын сағылдырған төп өлгө.
Беҙ "юҡты" эҙләп килгәйнек,
Һеҙҙә тип әйттеләр.
Шуны таптыҡ!
Алмайынса ҡайтмайбыҙ!


Быға ҡыҙҙың атаһы ошолайтып яуап бирә:

Ә бит "юҡ"тың хаҡы бар,
Күнһәгеҙ – буш ҡайтмаҫһығыҙ!


Ғәйнә башҡорттары былай тип тә әйткән:

Беҙ килдек кәңәш менән,
Тормағыҙ һәнәк менән!
"Юҡ"ты табырға килдек,
Алып ҡайтырға килдек!


Әгәр ҙә ҡыҙҙың ата-әсәһе яусыны ихлас ҡаршылаһа, кейәүгә бирергә ризалашһа, былай тип йырлана:

Ҡыҙ һората килгәйнем,
Уңды минең юлғынам.
Инде минең Булатым
(кейәү егет исеме)
Кәләшле булды, туған.


Һәм, киреһенсә, һөйләшеү уңышһыҙ килеп сыҡһа, ҡыҙ ризалашмаһа, ошолай йырлана:

Ҡыҙ һората барғайным,
Оятҡа ҡалдым, туған.
Булатҡайым, үҙең бар,
Минән эш сыҡмаҫ булған.

Билдәләп үтелеүенсә, ҡыҙ йортона яусы бер нисә тапҡыр килергә мөмкин. Ләкин яусылауҙың һөҙөмтәһе нисек кенә тамамланмаһын, ҡыҙҙың атаһы яусыны һәр ваҡыт оло хөрмәт менән оҙата. Шул арала йәштәр төрлө уйын-көлкө, йыр-бейеү ойоштора, яусыға арнап төртмә таҡмаҡтар башҡара.
Ҡоҙаларға төрттөрөү, кейәү егетте шаяртыу, сәнскеле көлөү башҡорт туй йолаларының башынан аҙағынаса дауам итә.
Төрттөрөү таҡмаҡтары ғәҙәттә аныҡ кешеләргә бағышлана: ҡоҙаларға, кейәү егеткә, яусыға, ҡайны менән ҡәйнәгә. Таҡмаҡ йөкмәткеһе аша уларҙың тышҡы ҡиәфәттәрен, физик сифаттарын, холоҡ-фиғелдәрен көйҙөрөп алалар.

Ҡоҙаларҙы махсус рәүештә йәмһеҙ сағыштырыуҙар менән шаярталар:

Ҡоҙаларҙың мендәре,
Хәрәм турғай йөндәре.
Үҙҙәрендә ҡыҙ таба алмай,
Беҙгә килгән үҙҙәре.

Йәки:
Быҙауҙарҙы ябырға
Ҡотой кәртә кәртәләй.
Яусы булған Ҡотойҙоң
Ике бото тәртәләй.


Башҡорттарҙа бындай төртмә теллелек яуыз көстәрҙән һаҡлай, уларҙы ситкә ҡыуа, тигән ышаныуға ла нигеҙләнгән.

Башҡорттарҙың хәҙерге ҡоҙалашыуы
Белгестәр билдәләүенсә, башҡорттарҙың туй йолалары ХХ быуатта, айырыуса уның икенсе яртыһында, башҡа халыҡтар мәҙәниәте менән бәйләнешле барған һәм үҙләштереүҙәр өсөн үтә лә асыҡ булған. Был иһә туй тантаналарын заманса шаулы байрамға әйләндереү, кешенән кәм үткәрмәҫкә тырышыу менән бәйле.

Ләкин, шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорттарҙың туй йолаларында система һаҡланған. Ул элеккесә, йәрәшеү, ҡоҙалашыу кеүек туй алды ғөрөфтәрен үҙ эсенә ала. Башҡорт туйы мосолманса ғаилә ҡороу ғәҙәттәрен – никах һәм туй тантанаһы йолаларын үҙ эсенә ала.
Ҡыҙ һоратыу, ҡоҙалашыу йолалары хәҙерге заманда үтәлергә лә, үтәлмәҫкә лә мөмкин. Хәҙер был саралар боронғо тардицияны ҡабатлау, ҡоҙалашыуҙың әһәмиәтен билдәләү өсөн генә ойошторола.

Алдан тәғәйенләнгән көнгә егеттең ата-әсәһе ҡыҙ йортона килеп, турана-тура ҡоҙалашырға килеүен белдерә. Ә элек бындай һөйләшеүҙе уратып, ситләтеп кенә башлағандар.

Алдан иҫкәртелгән ҡыҙ яғы туғандары ҡунаҡтарҙы табын әҙерләп көтә. Һәм ошонда мәсьәлә уртаға һалына – йәштәр ғаилә ҡорорға килешкән икән, туй үткәрергә кәрәк. Борон иһә йәрәшеү ваҡытында еңел генә ризалашыу килешмәгән.

Милли йолалар айырыуса төплө һаҡланған Урал аръяғы ауылдарында әле һаман иң тәүҙә яусы ебәрәләр. Элекке кеүек, ҡыҙ яғынан яусы таҫтамал тотоп ҡайта икән, һөйләшеү уңышлы тамамланған, ҡоҙалашыуға ризалыҡ бирелгән тигәнде аңлата. Ә инде ул таҫтамалын иңенә һалып ҡайтһа, бөтә ауыл оҙаҡламай туй буласағын белә.

Баймаҡ районында әле лә буласаҡ кәләш таҫтамал ҡайып әҙерләй. Яусы барып ҡайтҡан көндө йәки иртәгәһенә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар туй хаҡында һөйләшергә бара. Никахты ҡайҙа һәм ҡасан үткәреү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе нисек атҡарыу, никахҡа һәм туйға киләсәк ҡунаҡтарҙың иҫәбен килешеү, туй сығымдарын һәм йәштәргә һалынасаҡ аҡса күләмен һөйләшеү – барыһы ла ошонда хәл ителә. Хәҙер иһә ресторан, кафеларҙың урындарын планлаштырыу, саҡырыласаҡ ҡунаҡтарҙың һанын билдәләүгә тиклем алдан килешелә. Әгәр ҙә яусылау һәм ҡоҙалашыу йолалары үткәрелмәй икән, ҡыҙ кеше ата-әсәһен егет менән таныштыра, егет тә ҡыҙҙы үҙе алып ҡайтып күрһәтә. Был ғәҙәт хәҙер 40 йылдар тирәһе башҡарыла. Бындай осраҡта егет менән ҡыҙҙың туғандары бөтә мәсьәләләрҙе телефон аша хәл итеп, никахта һәм туйҙа ғына осраша.
Шулай итеп, хәҙерге башҡорттарҙың туй йолалары үҙ әһәмиәтен күпкә юғалтҡан. Хәйер, бындай хәлдәр башҡа халыҡтарға ла хас. Шуның менән бергә айҙар буйы атҡарыла торған оҙайлы боронғо туй йолалары һәм, иң үкенеслеһе, ғаилә институты ла юғалған...

Был үҙгәреш йылдар буйы, этаптар менән барған. Тәүҙә яусы хеҙмәтенән баш тартҡандар. Уның ролен егеттең атаһы менән берәй туғаны йәки ағаһы менән еңгәһе үтәгән. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә (Балаҡатай, Мәсетле райондарында) был ролде егет менән әсәһе үҙҙәре атҡарған. Яусылар һаны, ғаилә ҡороусылар иҫәбенә хас, икәү булған.
Мостай Кәримдең хәтирәләре буйынса, уның Мортаза исемле ағаһы өйләнгән саҡта, атаһы бер кемде лә яусыға ебәрмәгән, буласаҡ кәләштең атаһына үҙе барған.

Яҙыусының атаһының оло ҡатыны әйтеүенсә, уны һоратырға ла буласаҡ кейәүе һәм ҡайныһы килгән.

Ҡайһы саҡта, ҡыҙ һоратыуҙың һөҙөмтәһе бик икеле тойолһа, оҫта яусыларға мөрәжәғәт иткәндәр. Был хаҡта, мәҫәлән, М. Кәримдең "Ауыл адвокаттары" повесында телгә алына.

Ҡыҙ кеше егетенә үҙ теләге менән барған хәлдә яусы йәки димсе ебәреүҙең кәрәге булмаған. Был күренеш айырыуса 60-70 йылдар элек тә һирәк күренеш булмаған.

Башҡорттарҙың ҡоҙалашыу йолаһын юғалтыуы туй тантаналарының сағыу тамашаларын, оҙон-оҙаҡ ҡунаҡ булышыуҙы, мул табындарҙа һыйланышып, байрам итеп йөрөү ғөрөфөн бөтөргән. Киләһе этапта иһә бөтөнләй ҡоҙалашыуҙан, йәрәшеүҙән дә баш тартҡандар.

"Туй комплексы – дөйөм алғанда бик үҙгәреүсән система. Бер йола бөтһә, икенсеһе барлыҡҡа килә, уның урынына – башҡаһы. Йәғни бушлыҡты һәр кем үҙенсә тултырған. Ҡайһы бер ғөрөф-ғәҙәттәр социаль ҡатламдарҙың этномәҙәниәтенә, модаһына ҡарап та үҙгәргән", – тип яҙа Фәриҙә Ғәлиева үҙенең "Семейные обряды и обычаи башкир в поликультурном пространстве" китабында.
Галина Бахшиева әҙерләне.
Светлана Сөләймәнова тәржемәһе.
Фото һәм видео сығанаҡтары: Стәрлетамаҡ районы Мәҙәниәт йорто, Стәрлетамаҡ районында үткән "Боронғоса туй уйнау" элекке милли туй йолалары Республика конкурс-фестивале.
Йолаларҙы күрһәтәләр: "Әхирәттәр" фольклор коллективы, Дыуан районы Арый ауылы һәм Салауат районы Малаяҙ ауылы Мәҙәниәт йортоноң "Шардали" фольклор коллективы
Фотограф: Олег Яровиков.

23.12.2019 й.