«Борон Урал аръяғы башҡорттары илендә бик көслө батыр йәшәгән. Уның етәм тигән еренә еткерә ала торған күк толпары булған. Был ҡаһармандың көсөнә тиң булыр батыр, зирәклегенә, аҡыллылығына оҡшаш кеше булмаған, ти. Иленә килгән яуҙарҙы кире ҡайтарған, үҙ халҡын, ерен-һыуын дошманға бирмәгән. Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итергә әҙер торған, ти, ул. Шундай бәһлеүән булыуы өҫтөнә ул шәп ҡурайсы ла, йырсы ла булған, ти. Ирәндеккә менеп ҡурай уйнаһа, тауышы тау буйлап ултырған ауылдарға гөрләп ишетелеп торған.
Был батыр өйләнеп оҙаҡ ғүмер иткәс, ҡатыны ҡурғаш кеүек ауыр кәүҙәле ул таба. Бала ай үҫәһен көн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә. «Атаһынан да батыр булыр был», – тип һоҡланыр булғандар быға.
Егет ҡорона еткәндә ул, ысынлап та, атаһына ҡарағанда ла көслөрәк, мәргәнерәк була. Атанан күргән уҡ юна, тигәндәй, шәп ҡурайсы булып та даны тарала.
Һау сағымда башлы-күҙле итеп ҡалайым тип, атаһы уға кәләш тә әйттерә. Күк толпарҙан тыуған күк дүнәнде бирә. Яҙҙың матур бер көнөндә йәш батыр ҡайны йортона китә. Ыҙмаға етер алдынан толпарын туғайға ебәрә был. Таң менән атын алырға тип барһа, ғәжәп моңло тауыш ишетеп, аптырап ҡала. Түҙмәй, йүгерә-атлай тауыш килгән яҡҡа китә. Яҡынлашып, күренмәй генә күҙәтә башлай. Ни күрһен, бер төркөм ваҡ ҡына күк торналар аҡлан уртаһында түңәрәкләп теҙелгәндәр ҙә уйнайҙар. Урталарында яңғыҙ торна баҫып тора. Ул, ҡанаттарын ҡағып, моңло тауыш сығарып ҡысҡырыу менән, ҡалғандары, уға ҡушылып ҡысҡырып, ҡанат ҡағып, түңәрәк буйлап әйләнәләр. Егет торналарҙың сыңрап сыҡҡан моңло тауыштарын йотлоғоп, йөрәгенә һеңгәнсе, отоп алғансы тыңлай. Шунан, онотолоп ҡуймаһын тип, ҡабатлай-ҡабатлай, тиҙ генә күк толпарын менә, уҡтай атылып, ҡайны йортона ҡайта. Аттан һикереп төшөү менән, ҡурайын алып, инде көй булып етешкән торна сыңрауын уйнап та ебәрә.
Халыҡ йыйыла. Олоһо ла, йәше лә, бала-саға ла ҡалмай. Бер аҡ һаҡаллы ҡарт:
– Бындай ғәжәп моңло көйҙө ҡайҙан өйрәндең? Әллә үҙең сығарҙыңмы? – тип һорай.
– Юҡ, олатай, – ти егет, ишеткән-күргәндәрен һөйләп бирә. Халыҡ үҙ-ара геүләшеп китә, күңелдәренә шик-шөһбә төшөп, йорт-илгә бәлә-ҡаза килмәһә ярар ине, тип борсола башлайҙар.
– Был бит сыңрау торналар тауышы. Улар уйнаған ерҙә яу булыр, халыҡ ҡырылыр, тигән атай-олатайҙар, – ти аҡ һаҡаллы ҡарт.
Был һүҙҙәреҙе ишеткәс, батыр ашығыс рәүештә атаһы янына ҡайтып китә. Атаһына ҡайны йортонда күргән хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.
– Дөрөҫ, улым, сыңрау торна уйнаған ерҙә яу булыр, илгә бөлгөнлөк килер, тигән боронғолар. Бындай яуҙарҙы атайың да күп күрҙе, – ти ҡарт батыр. – Хәҙер мин ҡартайҙым, көсөм дә ҡайтты, ҡоралымды һиңә тапшырам. Батыр бул, тоҡомға тап төшөрмә, илеңә, ырыуыңа тоғро бул, шунда ғына бәхетле булырһың. Васыят был. Хәҙер үк иң ышаныслы кешеләрҙән ғәскәр тупла...
Йәш батыр, тирә-яҡҡа оран һалып, ғәскәр туплаған, яуға әҙерләнгән, ти. Ысынлап та, күп тә үтмәй, илде яу баҫа. Батыр егет уҡсылары менән уға ҡаршы сыҡҡан, дошмандарҙы, күҙ күреме ерҙән уҡ менән атып, аяуһыҙ ҡырған.
Яуҙы баҫтырғас, бер нисә көн буйы байрам булған. Егетте ил батыры итеп данлағандар. Шунан бирле сыңрау торналарҙың моңо, ҡурайға һалынып, «Сыңрау торна» исеме менән йөрөтөлә. Ә яғаһында һуғыш барған күл Яугүл булып ҡалған. Ул Баймаҡ районында, Сибайҙан 10-15 саҡрымда көньяҡта ята».