Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү»
Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.

Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.

«Тәфтиләү» йырынан
Башҡорт тарихи йыры «Тәфтиләү»
Башҡорт халыҡ йырҙарында халыҡтың милли-азатлыҡ хәрәкәтен аяуһыҙ баҫтырған батша карателдәренең яуызлығы, башбаштаҡлығы ғәйепләнә. Был айырыуса «Тәфтиләү» йырында ныҡ сағылыш таба.
Суҡынған һәм Рәсәй батшаһына хеҙмәт иткән татар мырҙаһы Ҡотломөхәмәт Мәмәшев, христиан динен ҡабул иткәндән һуң Алексей Иванович Тевкелев булып киткән батша һанаты, 1735–1736 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡот осҡос, бығаса күрелмәгән аяуһыҙлығы менән айырылып тора. Башҡорттар Тәфтиләү тип атаған был вәхши бәндә баш күтәреүсе башҡорттарҙы күпләп язалай, ауылдарын тотошлай яндыра. Мәҫәлән, рус тарихсыһы П. И. Рычковтың яҙыуынса, 1736 йылдың 24 ғинуарында Балыҡсы ырыуы башҡорттарының Һөйәнтүз ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Асҡын районы биләмәһендә) Тевкелев етәкселегендәге карателдәр отряды тарафынан, балаларҙың, ҡатын-ҡыҙҙың, ололарҙың береһен дә аямайынса, меңгә яҡын кеше атып һәм сәнсеп үлтерелә, ә 105 кешене, вәхши командирҙарының бойороғо буйынса, һарайға йыйып бикләп, яндыралар.
«Тәфтиләү» йырында халыҡ иркен быуыусы был ҡанескес бәндәгә ҡарата нәфрәтен белдерә һәм мәңгегә уның исемен ҡәһәрләй, ҡарғыш яуҙыра.

Башҡорт халҡының тарихы уның йырҙарында һаҡлана.
Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү» һәм уның варианттары тәүге тапҡыр этнограф Сергей Гаврилович Рыбаков тарафынан яҙып алына һәм «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» китабында баҫтырып сығарыла.
Шулай уҡ йырҙың бер нисә вариантын Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтов, Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов, Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов, Рәиф Лотфулла улы Ғәбитов, Лев Николаевич Лебединский, Иван Васильевич Салтыков, Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина, Камил Йософ улы Рәхимов һәм башҡалар ҙа яҙып ала.

Йыр лирик-драматик характерҙа. Уның көйө метро-ритмик структураһының алмашыусанлығы, мажорға тартым пентатоникаһы менән айырылып тора. Йырҙың ижек эсендәге көйләү менән биҙәлгән булыуы көйөнә сағыулыҡ, асыҡлыҡ, йырлау киңлек өҫтәй.

«Тәфтиләү» йыры Азат Айытҡолов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Әҙеһәм Исҡужин, Рәсүл Ҡарабулатов, Сөләймән Абдуллин, Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Ғәли Хәмзин, Альберт Шаһиев һәм башҡа музыканттарҙың, йырсыларҙың репертуарында бар.

Тауыш менән фортепиано өсөн – композитор Айрат Ҡобағошов, ҡурай өсөн Ғата Сөләймәнов эшкәрткән.
Нәфрәт һәйкәле

Беҙҙең яҡта «Тәфтиләү»ҙе ҡысҡырып йырларға ҡушмайҙар



«Тәфтиләү» ҙә тигән ҡарғыш йырын
Йырламағыҙ берүк ҡысҡырып.
Йәберенән, башҡорт нәфрәтенән
Еребеҙ бит китер ысҡынып.

Бар йыһанды ҡара һөрөм баҫыр,
Мөхәббәткә нәфрәт өйкәлер.
Ижад емешеме, юҡ, «Тәфтиләү» –
Тевкелевкә нәфрәт һәйкәле.

Кемдер уға һәйкәл ҡуймаҡ була,
Беҙҙең йыр тип, кемдер йырламаҡ.
Ҡәбәхәткә һәйкәл ҡуялармы,
Әрнеүҙе һуң нисек урламаҡ?!

Тыңлағанда йәшәгеләр килмәй,
Йәнде үртәй һаман Тевкелев.
Ҡан көҫәргә бөгөнгөгә килеп,
Һаман йөрөй, һаман еҫкәнеп.

…Утҡа ырғытылған сабыйҙарҙың
Илауҙары килә алыҫтан.
Нисек инде ҡысҡырып йырламаһын
Ирмен тигән башҡорт арыҫлан!

Әхмәр Үтәбаев.

Крутые скалы на берегах Идели,
Здесь Тевкелев отдал приказ на бойню.
Огонь, что сжег башкирские деревни,
Позолотил полковника погоны.

Трет жесткое седло бока гнедого,
Седлу не больно, а коню терпеть.
Полковник Тевкелев карал башкир жестоко,
Зачем ему чужой народ жалеть?

Лишь ветерком развеются туманы,
Лишь песнею утешится душа;
Полковник Тевкелев оставил путь кровавый,
И память обо всем еще жива.

Бурлит, кипит вода реки Идели ,
Нет, Тевкелевым не найти здесь брода.
И сколько б Тевкелевы ни пытались,
Не задушить им чаянья народа!

Чернеют сосны на отвесных скалах,
Закатные ветра им ветви гнут…
Проклятие я высеку на камне,
Когда-нибудь потомки пусть прочтут…
Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ –
Полковник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.

Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,
Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, ил белә.

Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ,
Йыр йырламай күңел асылмаҫ.
Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың
Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ.

Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.

Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.

Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү»ҙең һүҙҙәре һәм нотаһы
Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү». Ҡурайҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов башҡара.
Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү». Скрипкала Айгөл Шәйәхмәтова башҡара.
Бөтөнлөгө шиғри һүҙ менән көйҙөң синтезы менән өлгәшелгән халыҡ йырында айырым идея-эстетик тәьҫир көсө бар.
Башҡорттарҙың тормош-көнкүреше һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған рус этнографтары һәм төбәк тарихын өйрәнеүселәре уларҙың музыкаль-поэтик ижадын бик юғары баһалаған. XIX быуат аҙағында башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыуға һәм өйрәнеүгә күп көс һалған музыкант-этнограф Сергей Гаврилович Рыбаков башҡорттар тураһында улар «музыкаль, эффектлы һәм ниндәйҙер айырым бер киңлек, киң ҡоласлылыҡ менән тын ала; уларҙан үҙенсәлекле гүзәллек иҫә һәм ниндәйҙер билдәһеҙлеккә, хыялилыҡҡа ынтылыш тойола... Башҡорт йырҙарының йөкмәткеһендә тормош-йәшәйеш фәлсәфәһе элементы, йәшәйештәге нәмәләргә фәлсәфәүи ҡарашҡа ынтылғанлыҡ күҙгә ташлана».


Сергей Гаврилович Рыбаков
Этнограф, фольклорсы. Тарихты, крайҙы өйрәнеү, фольклористика һәм музыкаль этнографияны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән.
Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү»
Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шаһиев башҡара
Оҙон көй – башҡорт халыҡ йырының гәүһәре

Оҙон көй башҡорт халҡының йыр сәнғәтенең иң юғары нөктәһе булып тора. Оҙон көйҙәрҙең шиғри текстарында башҡорт халҡының уй-фекерҙәре донъяһы, тойғолары бөтөн яҡлап та сағылыш таба. Оҙон йырҙарҙың көйө драматизм һәм психологик тәрәнлеге менән айырылып тора. Оҙон көйҙәрҙең моңона виртуозлыҡ һәм импровизациялылыҡ хас. Киң ҡоласлылыҡ һәм ҙур диапазон (ике октаваға тиклем һәм унан да юғары), ғәйәт киң моңлолоҡ һәм бай көйлө орнаментика уларҙың стиль үҙенсәлектәре булып тора. Оҙон көйҙөң көйләнеш формаһы – шиғри текстың ярым строфаһын солғап алған моңланыш осоро ул. Моңланыш осоро күпселек осраҡта, үҙ сиратында, музыкаль фразаларға бүленгән шиғри юлдар менән тоташтырылған ике һөйләмдән төҙөлә.

Жанр-тематик йөкмәткеһе буйынса оҙон көй ике төрлө йырға бүленә.
Лироэпик йырҙар: колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш хаҡында («Урал», «Салауат»), армия хеҙмәте һәм хәрби походтар тураһында («Уйыл», «Әрме», «Эскадрон») кантон начальниктары хаҡында («Ҡолой кантон», «Абдулла ахун», «Азамат кантон»), ҡасҡындар һәм һөргөнгә ебәрелгәндәр тураһында («Бейеш», «Буранбай», «Шаһибәрәк».
Лирик йырҙар: тәбиғәт хаҡында («Һандуғас», «Кәмәлек»), социаль тигеҙһеҙлек тураһында («Мал»), ҡатын-ҡыҙ яҙмышы хаҡында («Таштуғай», «Ғилмияза», «Зөлхизә»), мөхәббәт тураһында («Сәлимәкәй»), тормош хаҡында («Үткән ғүмер»).

Оҙон көй традицион рәүештә ҡурайҙа уйнала һәм уның инструменталь (ҡурай менән бәйле, һирәкләп скрипка) версиялары ла бар.
Оҙон көйҙө башҡарыр алдынан, йөкмәткеһен аңлатып һәм тыңлаусыларҙы эмоциональ йәһәттән әҙерләп, уның легендаһы һөйләнелә.
Оҙон көйҙө йырлау сәнғәтенә бала саҡтан өйрәтәләр.
Йырсылар менән ҡурайсыларҙың халыҡ йыйындарында уҙғарылған ярыштары көйҙөң үҫешенең һәм йырсы кешенең йыраусы булып етешеүенең төп шарттарының береһе булған.
Оҙон йырҙарҙы йырлаусылар араһында юғары ир-егет (тенор) һәм ҡатын-ҡыҙ (сопрано) тауыштары күпселекте тәшкил итә. Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мөхтәр Байымов, Абдулла Солтанов, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Рамаҙан Йәнбәков, Флүрә Килдейәрова һәм башҡалар – башҡорт оҙон көйөн башҡарыусыларҙың күренеклеләренән.
Теге йәки был кимәлдә тарихилыҡ бөтөн йырҙарға ла хас нәмә, сөнки улар, ниндәй генә төркөмгә индерелеүенә ҡарамаҫтан, – ваҡыттың билдәле бер тарихи арауығының емеше.
Йырҙа теге йәки был йәһәттән билдәле бер замандың социаль-сәйәси һәм мәҙәни-көнкүреш үҙенсәлектәре, кешенең үҙ ваҡытына хас булған борсолоуҙары, уйҙары, тормошҡа ҡарашы сағылыш таба.

Был ҡараштан, халыҡтың хәтерендә һаҡланыу һәм бер быуындан икенсеһенә күсә барыу хоҡуғына лайыҡ булған бөтөн йырҙар ҙа – тарихи йырҙар.
Һәр әһәмиәтле тарихи ваҡиға һәм уға ҡағылышы булған шәхестәр йырҙарҙа сағылыш таба барған.

Иван Иванович Лепехиндың яҙыуынса, ул үҙенең ата-бабаларының, Алдар батыр, Ҡараһаҡал батыр, Килмәк абыҙ, Күсем батыр һәм башҡаларҙың данлы эштәре тураһында йырлаған башҡорт йыраусыһын ҡәнәғәтлек менән тыңлаған.

Үкенескә күрә, был йырҙар беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған.
Файҙаланылған видеояҙмалар:

  1. «Һөйәнтүз» музыкаль фильмынан өҙөк. Режиссеры – Рияз Исхаҡов, «Р.И.Продакшн» студияһы, 2010 йыл.
  2. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатовтың 2018 йылдың 10 ноябрендә Өфө ҡалаһының «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән юбилей концерты (50 йәш). Башҡортостан юлдаш телевидениеһы етештергән.
  3. Видеоклип: скрипка, Айгөл Шәйәхмәтова.
  4. Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шаһиевтың сығышы.
Файҙаланылған әҙәбиәт:
    1. Башкортостан: краткая энциклопедия. Уфа, 1996
    2. Башкирские народные протяжные песни /Сост. Л. К. Сальманова. – Уфа, 2007.
    3. Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман. – Санкт-Петербург, 1897.
    4. Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар. 1-се китап. – Өфө, 1974.
    5. Очерки по истории Башкирской АССР. Башҡортостан китап нәшриәте, 1956.
    Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Милли музейы фондынан алынған фотолар һәм «Һөйәнтүз» музыкаль фильмынан кадрҙар файҙаланылды.

    Лонгридтың авторы – Сәлмән Ярмуллин.