Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Ҡолой кантон

Башҡорт халҡының бай музыкаль фольклорында тарихи йырҙар айырым урын алып тора. Унда халҡыбыҙҙың тарихы, социаль-ижтимағи тормош- көнкүреше, тарихи шәхестәргә булған мөнәсәбәте асыҡ сағыла.
Был йыр нимә тураһында?
Билдәле булыуынса, 1798 йылда Башкортостан кантондарға бүленә һәм башҡорттар хәрби сословие итеп иғлан ителә. "Ҡолой кантон" йыры ошо осорҙа сығарыла.

Йырҙың күп варианттары бар. Береһендә, ул "илде ҡан илатҡан яуыз" кеше итеп һүрәтләнә, геройға ҡарата халыҡтың сикһеҙ нәфрәте сағыла.
Моғайын, һуғышта ҡатнашҡан яугир булараҡ, көслө ихтыярлы, талапсан эшмәкәр, ҡаты ҡуллы етәксе булыуын халыҡ ҡанһыҙлыҡ, тип ҡабул иткәндер.

Силәбе өлкәһе Арғаяш районында таралған йырҙың вариантында Ҡолой мәрхәмәтле һәм белемгә ынтылған кеше итеп һынландырыла, легендаларҙа ул кантон башлығы булған осорҙа бер нисә мәсет, мәҙрәсә асыла, тип һөйләнелә.

Йырҙың күп варианттары Силәбе һәм Ҡурган өлкәләрендә яҙып алынған.
Кем һин, герой?

Мөхәмәтҡолой Көсөков – конкрет тарихи шәхес, дворян нәҫеленән. Архив мәғлүмәттәре буйынса, 1800–1825 йылдарҙа 5-се кантон башлығы булып хеҙмәт иткән. Бик бай кеше була, биш меңдән ашыу йылҡы, ҡуй-һарыҡтар тотҡан, биш тирмәне булған. Фольклор материалдарында, ул Ермолай тигән писары (Ермолаев А.Т.) менән ауылдар буйлап сыҡҡанда ун өсләп ат еккән, ошо ылауҙы тултырғансы мал тейәп, ҡайтыр булған, тип һөйләнелә. Башҡорттар Ҡолой кантондың рөхсәтенән башҡа, хатта ҡыҙҙарын кейәүгә бирмәгән, улдарына кәләш алмаған.

1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ике йөҙләп яугир менән командалыҡ иткән. Парижға тиклем барып еткән, полковник дәрәжәһен алған.

Мөхәмәтҡолойҙоң өс ҡатынан биш ҡыҙы һәм туғыҙ улы булған.


Йыр ҡасан яҙып алынған?
"Ҡолой кантон" йыры 1920 йылдарҙа яҙып алынған, авторы билдәһеҙ. 1951 йылда "Советская музыка" журналында баҫылып сыға. Артабанғы йылдарҙа С. Галин, Л. Лебединский, К. Рәхимов, И. Салтыков, Н.Шонҡаров тарафынан яҙылып алынған, өҫтәлмәләр индерелгән.

"Ҡолой кантон" йырының һүҙҙәре.

1-се вариант
Ҡолой кантонды ла бай, тиҙәр,
Ҡамсат та ғына бүрке бар, тиҙәр.
Үҙ хөкөмдәре лә үҙ ҡулында,
Ни ҡылһа ла, ирке бар, тиҙәр.

Ҡолой кантон менгән туры юрға
Юрғалай ҙа башын борғолай.
Ҡолой кантон нахаҡ хөкөм итеп,
Бик күп ирҙәр зая булғылай.

Ҡолой кантондың да буйҙары
Буйға ғына үҫкән тармалай.
Ил күҙенән ҡанлы йәш ағыҙған —
Ҡолой кантон менән Ермолай.

Ҡолой кантон да бик үк ҡанһыҙ,
Бер һүҙ әйтһәң, ҡылыс ҡармалай.
Күп иркәйҙәрҙең дә башын юйҙы
Ҡолой кантон менән Ермолай.

Кантон да ғына кантон килә, тиҙәр,
Килгән кантондарҙан ҡаҡшаныҡ.
Яуыз кантондарҙы ҡуя икән
Рәсәй генә тигән батшалыҡ.

Сығанаҡ: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте,1974. 90-сы б.
"Ҡолой кантон" йырының нотаһы. 1-се вариант
Сығанаҡ: http://fb.bashenc.ru/NOTY/KOLOI_KANTON.jpg

«
"Ҡолой кантон" йырының башҡа варианттары
"Ҡолой кантон" йырының Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә яҙып алған варианттары ла бар. "Таш урамҡайҙарҙа юрғалаған..." тип башланған варианты Курган өлкәһе Шучан районы Арыҫлан ауылында етмеш ике йәшлек Ғирфан Ишмөхәмәтовтан Салауат Галин яҙып алған. "Парлап та ғына парлап ат ектерҙек" тип башланған йыр юлдарын 1962 йылда Арғаяш районы Табын ауылында Вәсил Байрамғоловтан Н.Шонҡаров яҙып алған.
Башҡортомдоң тотҡан ҡоралы
Мөгөҙ ҙә һаплы уҡ икән.
Аһай, был империяны күп байҡаным,
Һай, башҡортомдан батыры юҡ икән.

Килә лә етә, юртлап килә
Ҡолой ҙа кантон тураты.
Аһай, Баязит менән, ай Әптекәй,
Подполковник Ҡолой ҙа ҡанаты.

Ҡараһыу буйлап беҙ киттек,
Ҡара ҡаҙҙай булып теҙелеп.
Аһай, туған да ерҙе беҙ һаҡланыҡ
Ғәзиз йәндәр беҙҙең төңөлөп.

Сығанаҡ: Башкирские народные протяжные песни: /Сост. Л. Сальманова. - Уфа: Гилем, 2007. - 119 с.
Таш урамҡайҙарҙа юрғалаған
Ҡолой ҙа кантон тураты.
Баязит менән, һай Әптекәй
Ҡолой ҙа кантон ҡанаты.

Шадриндәрҙән алған, һай, туратым
Әкрен генә баҫып юрмалай.
Был империяны биләп алған
Ҡолой кантон менән Ермолай.

Ҡолой ҙа кантондың курке бар,
Башҡайына кейер бүрке бар.
Үҙ илкәйҙәренә үҙе хужа,
Ҡалай ғына итһә ирке бар.

Сығанаҡ: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте,1974. 90-91-се б.
Парлап ҡына парлап ат ектерҙем
Ҡара тупта тигән баҙарға.
Падишанан приказ килгән, тиҙәр,
Йәш казакты һайлап алырға.

Казактары атҡа, һай менә алмай,
Өҙәңгеләрен кейә алмай.
Шул казактар атҡа менеп сыҡһа,
Күҙ йәштәрен тыя алмай.

Алыҫтарҙан ғына, һай, күренә,
Московский бейек таш ҡала.
Ризыҡҡайың бөтөп, тупраҡ өҙһә,
Тупраҡ яҙған ерҙә баш ҡала.

Башҡортомдоң ғына, һай, ҡоралы
Мөгөҙ генә һаплы уҡ икән.
Күп донъялар йөрөп, мин байҡаным,
Башҡортттарҙан батыр юҡ икән.

Сығанаҡ: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. 91-се б.
"Ҡолой кантон" йырының нотаһы
2-се вариант


"Ҡолой кантон" йырын сығарыу тураһында риүәйәттәр

Л.К. Сәлмәнова, Д.Ж. Вәлеев хеҙмәттәрендә "Ҡолой кантон" йырының сығарыу тарихы һөйләнелә.

Беренсе риүәйәттә, йырсы һәм ҡурайсы егетте Ҡолой кантонға хөкөм итергә ебәрәләр. Төрмәлә ул егет йырлай ҙа, ҡурайҙа ла уйнай. "Әгәр кантон мине ебәрһә, мин уға арнап йыр сығарыр инем", тип әйтә икән. Ҡолой кантон ҡағыҙ яҙып ебәрә: "Әгәр ҙә матур тарих яҙһа, мин уны ебәрермен".

Икенсе риүәйәттә, Мөхәмәтҡолойҙоң үлеменән һуң, улы Сәғит өс тыу бейә һуйып, бәйге ойоштора һәм атаһы хөрмәтенә көй сығарған ҡурайсыға бүләк иғлан итә. Шул ваҡыт Хәлит ауылының ҡурайсыһы "Ҡолой кантон" йырын уйнап ебәрә. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа уның исеме Әптекәй тип әйтелә.

Шулай итеп, Мөхәмәтҡолойҙо яҡын күреүселәр, уның батырлығын, эшмәкәрлеген данлаған йыр сығарған.





Фотола: Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡолой ауылы мәсете





Ҡаршылыҡлы образдар хаҡында...

2008 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Алтын мираҫ" тапшырыуы күрһәтелде. Был тапшырыуҙа Гүзәл Хәмитова ни өсөн Мөхәмәтҡолой хаҡында төрлө ҡаршылыҡлы фекерҙәр йәшәй тигән һорауға яуап яҙләй, күп шәхестәр менән ошо темаға фекер алыша.
Гүзәл Сулпан ҡыҙы Хәмитова, журналист, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты:

"Мин "Ҡолой кантон" йыры буйынса тапшырыу эшләгәндә, Кәтибә Кинйәбулатова геройҙың ни өсөн шулай яуыз кеше итеп һүрәтләнеүен шулай тип аңлатҡайны. Шағирә ошо йырҙы яҙып алып "Ағиҙел" журналына килә һәм баҫтырып сығарырға теләй. Ул заманда баш мөхәррир булып эшләгән Кирәй Мәргән йырҙың ҡайһы бер һүҙҙәрен төҙәткеләй башлай. Үҙенең ҡылығын элек кантондар бай булған, шуға күрә улар бер нисек тә һәйбәт кеше була алмай, тип аңлата. Моғайын, совет осоронда хөкөм һөргән сәйәсәттең йоғонтоһо арҡаһында Мөхәмәтҡолой яуыз кеше итеп һүрәтләнгәндер"

Сиражитдинова Нәфисә Минлейәр ҡыҙы,
филология фәндәре кандидаты, «Песенное творчество челябинских башкир: жанровое своеобразие и поэтические особенности» хеҙмәте (Өфө, 2018) авторы:
"Мөхәмәтҡолой Көсөков хаҡындағы йырҙың күп варианттары бар. Кәтибә Кинйәбулатова тарафынан яҙып алынған вариантта батыр башҡорт яугиры образы һүрәтләнә. Уның кисерештәре, уй-хыялдары аша тыуған илен яратыусы патриот булараҡ күҙ алдына баҫтырыла.

Вәсил Байрамғоловтан яҙып алынған вариантта, герой тыуған иле өсөн йәнен бирерҙәй ҡыйыу, батыр шәхес итеп кәүҙәләндерелә:

Алыҫтарҙан ғына, hай, күренә
Московский бейек таш ҡала. .
Ризыҡҡайың бөтөп, тупраҡ яҙһа,
Тупраҡ яҙған ерҙә баш ҡала.
"Ҡолой кантон" йырын башҡарыусылар
Был йыр төрлө йылдарҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков репертуарынан төшмәй. Ҡурайсыларҙан Ишмулла Дилмөхәмәтовты, Азат Айытҡоловты, Роберт Юлдашевты, Рөстәм Шәриповты билдәләп үтергә мөмкин.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов
Ишмулла Дилмөхәмәтов
Роберт Юлдашев
"Ҡолой кантон" йырын мин элек йырлата торғайным. Бик күп йырсылар башҡарҙы уны. Әммә Рамаҙан ағай Йәнбәков ҡына йөрәккә үтеп инерлек итеп оҫта, йырлай торғайны...
Азат Айытҡолов,
ҡурайсы
Азат Айытҡолов,
Башҡортостандың халыҡ артисы:
«"Ҡолой кантон" көйөнөң үҙенең бер эске энергетикаһы бар. Шуға күрә уны тетрәнмәйенсә, былай ғына, ябай итеп уйнап булмай. Бына ошо энергетиканы, йырҙың эске образын күрһәтер өсөн бөтөн булмышыңды биреп уйнарға кәрәк. Тарихи йырҙарҙы уйнаған саҡта халҡыбыҙҙың тарихы күҙ алдына килеп баҫа, яныңа әрүәхтәр килеп киткәндәй була».
Йырҙың видеояҙмаһы radik BOS ютубканалынан алынды
Ҡолой кантон образы - әҙәбиәттә.
2012 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә яҙыусы Спартак Ильясовтың "Ҡолой кантон" романы донья күрә. Автор тарихыбыҙҙың бығаса билдәле булмаған яҡтарын ғына сағылдырып ҡалмай, легендар тарихи шәхес Мөхәмәтҡолой Көсөковтың ҡабатланмаҫ образын тыуҙыра, уны ҡыйыу, тәүәккәл башлыҡ итеп һүрәтләй.

Мин Мөхәмәтҡолойҙы яуыз итеп һүрәтләү менән килешмәйем. Беҙ бала саҡтан өлкәндәрҙән уның хаҡында тик яҡшы фекерҙәр, риүәйәттәр ишетеп үҫтек. Бөтәһе лә уны батыр башлыҡ, талапсан ойоштороусы, ҡыйыу етәксе итеп иҫкә ала торғайны. Абруйлы шәхес булмаһа, Ватан һуғышында ҡатнашыр өсөн, тиҙ арала ғәсҡәр туплай, шул тиклем халыҡты яуға күтәрә алмаҫ ине

Спартак Ильясов,
яҙыусы
Исеме нисек мәңгеләштерелгән?


2012 йылда Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Иҫәнгилде ауылында Мөхәмәтҡолой Көсөковҡа һәйкәл ҡуйылған.


Фото: "Арғаяш-Медиа"
Шулай итеп, совет осоронда яҙылған хеҙмәттәрҙә М. Көсөков кире образ булараҡ һүрәтләнә. Беҙҙеңсә, тарихи йырҙарҙы бер яҡлы ғына итеп анализлау дөрөҫ түгел, тарихи шәхестең эшенә, ҡылыҡтарына төрлө яҡтан сығып баһа бирелергә тейеш. 1990 йылдарҙа яҙылған Рәүеф Насыров, Ғайса Хөсәйенов, Ғәзим Шафиҡов мәҡәләләрендә Мөхәмәтҡолой Көсөков тыуған еренең, иленең патриоты булараҡ һынландырыла.
Лонгридты әҙерләгәндә "Башҡортостан энциклопедияһы" материалдары, Л. Сәлмәнова, Д. Вәлиев, Н. Сиражетдинованың хеҙмәттәре ҡулланылды.

Лонгридтың авторы, версткаланы - Әбделмәнова Әлфиә Вәкил ҡыҙы


ӨФӨ - 2019