Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорттарҙа бетеүҙәр

Бетеүҙәрҙең формалашыу тарихы
Әзербайжан тарихы музейы фондында һаҡланған боронғо төрки амулет-мәрйендәр. 1 — сюд-мунджук (каолинитты яндырып эшләнгән һөт төҫөндәге мәрйен. Бала тапҡандан һуң йәш әсәгә тиҙерәк һөт төшһөн өсөн ошо мәрйенде таҡҡандар.
2 — гyc-мунджук (ҡоҫоуҙы туҡтатыусы ҡабырсаҡ мәрйендәр).

Бетеүҙәрҙе кешеләр мәжүсилек заманынан уҡ ҡулланған.Боронғо ата-бабаларыбыҙ тәбиғәттең, һәр тәбиғәт күренешенең эйәһе һәм көсө булыуына ышанған, табынған.Тәбиғәт стихияһы яҡшы ғына түгел, яман көстәргә лә эйә булған. Шуға күрә кешеләр үҙҙәрен насар көстәрҙән төрлө ысулдар менән ҡурсаларға тырышҡан. Тылсымлы һаҡлау көсө булып төрлө йорт кәрәк-яраҡтары, ҡоштар, балыҡтар, хайуандар һ.б. торған. Бетеүҙәр яман көстәрҙән, насар күренештәрҙән һаҡлап, уңыш килтергән.

Һәр этнос үҙенең тарихи үҫеш барышында (шул иҫәптән башҡорттар ҙа) үҙҙәренә хас бетеүҙәр, амулеттар һәм талисмандарҙы формалаштырған һәм ҡулланған. «Оберег» (бетеү) һүҙенең килеп сығышы боронғо рус теленә ҡарай һәм кешене, уның өйөн, йорт хужалығын, мал-тыуарын төрлө кире күренештәрҙән һаҡлай һәм ҡурсалай ала торған предметты аңлата.

Амулет (лат. muletum) төрлө сирҙән, яман көстәрҙән, уңышһыҙлыҡтан һаҡлау маҡсатында кейемгә тағыла торған предметты аңлата (йыш ҡына биҙәүестәр).

Талисман (боронғо грек телендә τέλεσμα) уңыш килтереүгә һәләтле тере затты йәки предметты аңлата.

Башҡорттарҙа төрлө йәнлек ағзаларынан һәм үҫемлектәрҙән яһалған бетеүҙәр

Тәүтормош дәүеренән бөгөнгө көнгә тиклем башҡорттарҙа йәнлектәрҙең тешенән, тиреһенән, тырнағынан, йөнөнән эшләнгән бетеүҙәр ҡулланғандар.

I. Бүре культына бәйле бетеүҙәр.
Боронғо башҡорт ышаныуҙары, легендалары, мифтары буйынса, бүре башҡорттарҙы булдырыусы, уға юл күрһәтеүсе, һаҡлаусы зат. Был символ бетеүҙәрҙә лә йыш ҡулланыла.

1) Бүренең ҡаҙыҡ теше, тырнаҡтары, йөнө түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланылған:

• балаға күҙ теймәһен, йәки сирҙәр урап үтһен тигән маҡсатта сабый бишегенә йә кейеменә бүре тырнағын, ҡаҙыҡ тешен, йөнөн элеп ҡуйғандар.

• өйҙө бәлә-ҡазаларҙан, яман күҙҙән һаҡлау өсөн йорттоң нигеҙе аҫтына бүре башын һалып ҡалдырғандар.

• балаға уҙа алмаған ҡатын, киптереп һуҙылған бүре ирене аша үтһә, әсәй булыу бәхетенә ирешә ала, тигән ышаныу булған. Шулай уҡ, ҡатын-ҡыҙҙар бүренең ҡаҙыҡ тештәрен һәм тырнаҡтарын күҙ тейеүҙән һәм сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн биҙәүестәрендә, билбауҙарында, кейемдәрендә тағып йөрөгәндәр.

2) балалар араһында үлемдең йыш булыуы сәбәпле, башҡорттарҙа борондан бүре культына бәйле исемдәр менән атау йолаһы булған: Бүрехан, Бүребай һ.б. Әлеге көндә бындай исемдәр фамилияларҙа һаҡланған.

3) шулай уҡ, күҙ тейеүҙән, сир һәм бәлә-ҡазаларҙан һаҡланыу маҡсатында бүрене (йәки уның айырым өлөштәрен) биҙәүестәрҙә, кейемдәрҙә һәм ҡатын-ҡыҙҙың алъяпҡыстарында төшөргәндәр.

Ҡаҙыҡ тештәрҙән яһалған бетеүҙәр һәм уларҙың бронза күсермәләре.
II. Айыу культына бәйле бетеүҙәр.

1) Айыуҙың теше, тырнаҡтары, йөнө түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланылған:

• әсә ҡарынында ятҡан бала яҡшы үҫешһен өсөн ишек башына айыуҙың тырнаҡтарын йәки тәпәйен элеп ҡуйғандар. Был йола Белорет һәм Йылайыр райондарында киң таралған булған.

• баланы яман күҙҙән һәм уны насар көстәрҙән һаҡлар өсөн муйынына, йәки бишегенә айыу тештәрен һәм тырнаҡтарын таҡҡандар.

• йортто сихырҙан һаҡлау маҡсатында нигеҙ аҫтына айыу башын һалып ҡалдырғандар йәки өй эсенә айыу тиреһен элгәндәр.

2) балаларҙы «айыу» һүҙе нигеҙендәге исемдәр менән атау һаҡлау-ҡурсалау көсөнә эйә булған: Айыухан, Айыусы, Айыуҡай, Айыуҡас, Айыубай һ.б.

Башҡорт тирмәһенең имитацияһы. Иҙәнгә айыу тиреһе түшәлгән.
III. Ҡырағай һәм йорт ҡоштарына бәйле бетеүҙәр.

Йорт ҡоштары араһынан ҡаҙ сакраль яҡтан үҙенсәлекле һанала. Ғәҙәттә, ҡаҙ боғарлаҡтарын йорт ҡыйығы аҫтына элеп ҡуйғандар. Ышаныуҙарға ярашлы, улар ҡош-ҡортто ишәйтеүгә булышлыҡ иткән.

Күркә ҡойроғонан йолҡоп алынған ҡауырһын да үҙенсәлекле һаҡлау функцияһын үтәй. Ундай бетеүҙе зәхмәт кеүек яуыз рух өйгә инмәһен өсөн кергән ергә эләләр.

Тауыҡ һалған ваҡ йомортҡа (орлоҡ күкәйе) йортҡа бәрәкәт һәм мул уңыш килтерә, тип һанала. Уларҙы баҡсала ергә күмәләр йәки бетеү итеп кәртәгә эләләр. Ҡайһы саҡта йомортҡа эре булһын өсөн ваҡтарын бағана төбөнә күмеү йолаһы бар. Ауырыу-сирҙәрҙе киҫәтеү маҡсатында ҡорбан итеп салған малдың ҡанын маңлайға буяйҙар.

Күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн
күгәрсен итенән бешкән аш файҙалы. Ҡоштоң уң ҡанаты аҫтынан йолҡоп алынған йөн шулай уҡ һаҡлау көсөнә эйә – унан бәләкәй мендәр тегеп, бетеү итеп йөрөтәләр.

IV. Ағастар, ҡыр һәм баҡса үҫемлектәренә бәйле бетеүҙәр.

Уҫаҡ ағасы кешене яман күҙҙән һаҡлауҙа ҡулланыла. Уҫаҡтан төҙөлгән өйҙә йәшәүселәрҙең эске органдары һәм һөйәктәре ныҡ була, тигән ышаныу бар. Йыш ҡына уҫаҡ сыбығын өй мөйөшөнә, ә ҡабығын ауыртҡан урынға һалалар.

Ҡатындарҙы бала табыу ваҡытындағы һыҙланыуҙарҙан һаҡлау маҡсатында өй мөйөштәренә әрем элеп сығалар. Был үҫемлек шулай уҡ кешеләрҙе яуыз рухтарҙан, күҙ тейеүҙән, сихыр һәм сирҙәрҙән һаҡлай.

Башҡорттар ҡыҙыл боросто һәм һарымһаҡты ла бетеү итеп ҡуллана. Йорт эсендә борос йәки һарымһаҡты тәҙрә ҡапҡасы өҫтөнә йәки ишек башына һалалар.

Тәбиғәт күренештәренә һәм предметтарына бәйле бетеүҙәр.
Йәшен атҡан ағас тылсымлы үҙенсәлектәргә эйә. Бындай ағастың тапсыҡтарын өй ҡыйығы аҫтына һалалар, яуыз көстәрҙән һәм сирҙәрҙән һаҡлау көсө итеп ҡулланалар. Был бетеү башҡорттарҙа Ислам дине кергән осорҙа барлыҡҡа килә, йәшен Аллаһ ихтыярынан булдырылған күренеш тип иҫәпләнә.

Башҡорттар өй төҙөгәндә нигеҙен, мөйөштәрен, ишек күгәндәрен дегет менән һылаған. Был йола башлыса ҡурған башҡорттарында таралған.

Ышаныуҙарға ярашлы, дегет яман күҙҙән, сирҙән һәм уңышһыҙлыҡтан һаҡлаған. Шулай уҡ йоҡоһоҙлоҡтан арыныр өсөн дегетте ҡулға, аяҡҡа, елкәгә, түшкә һөрткәндәр; яңы тыуған сабыйҙы һаҡлар өсөн – уның бишегенә һылағандар.

Металдан яһалған бетеүҙәр, биҙәүес-бетеүҙәр.
1) Башҡорттарҙа элек-электән тимерҙән эшләнгән әйберҙәрҙең һаҡлау көсөнә ышаныу бар. Шайтан тимерҙән һәм ҡоростан (боронғо төрки теленән Qurč – «көслө») ҡурҡып ҡаса, тип уйлағандар.

Тимер дағаны урам яғынан ҡапҡаға йәки бағана башына беркетәләр. Шулай уҡ уны ишек башында күрергә була. Яңы тыуған бала бер үҙе ҡарауһыҙ ҡалғанда бишегенә бысаҡ йә ҡайсы һалып китәләр. Өй тупһаһы аҫтына йә солан иҙәне аҫтына бетеү итеп сөй һалалар һ.б.

2) Көмөш тәңкәләр өйҙөң нигеҙе аҫтына һәр мөйөш һайын һалынып ҡалдырыла. Башҡорттарҙың ышаныуҙарына ярашлы, улар йорт хужаларына именлек һәм муллыҡ килтерә.

3) Селтәр (түшелдерек, күкрәксә) һәм ҡашмау башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының төп биҙәүестәре булып иҫәпләнә.

Селтәр – ҡатын-ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүесе. Унда башҡорт мифологияһының тәрән философияһы һалынған. Халыҡ ышаныуҙарына ярашлы, кеше йәне ҡалҡан биҙе тирәһендә урынлашҡан. Шуға күрә, муйын тәңгәлендә йәнгә изге көстәрҙе үткәреүсе «инеү урыны» ҡалдырылып, яуыз рухтарҙан һаҡланыу өсөн биҙәкле бетеүҙәр, мәрйендәр, тәңкәләрҙән яһалған һаҡ ҡуйыу хәйерле.

Селтәрҙең өҫкө өлөшө төрлө биҙәктәрҙе барлыҡҡа килтергән бер-береһенә тығыҙ урынлашҡан мәрйендәрҙән сигелеп эшләнгән. Бындай биҙәктәрҙең уртаһында яуыз рухтарҙан һаҡлаусы ҡабырсаҡ бетеү – ҡортбаш ҡуйғандар.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәрен эшләүҙә ҡулланылған материалдар уларҙың тылсымлы көстәренә ышаныу нигеҙендә һайланған.

Көмөштән эшләнгән әйберҙәр һаҡлау һәм таҙартыу көсөнә эйә булһа, уның ялтырауы һәм сылтырауы яуыз көстәрҙе ҡыуа ала. Шуға күрә милли кейемдәрҙә зыңлаған тауыш сығарған көмөш сулпылар йыш ҡулланылған. Ҡыҙыл төҫлө мәрйендәр – донъя барлыҡҡа килеү, яңы тормош башлау символы.

Ҡашмау – башҡорт ҡатындарының милли баш кейеме. Ҡашмауҙы никахҡа ингәндең иртәгәһенә йәш киленгә кейҙергәндәр. Ул баш түбәһендә ҙур булмаған тишек ҡалдырып, елкәнән арҡа буйлап төшкән биҙәкле «ҡойроҡ» ( арҡалыҡ, олон) итеп тегелгән, ул ҡатындың сәс толомдарын ҡаплап торорға тейеш булған, көмөштән һуғылған тәңкә, көмбәҙҙәр һәм суҡтар менән биҙәлгән.

Боронғо башҡорттар ҡашмауҙың һаҡлау көсөнә ышанғандар. Башлыҡты әҙерләүҙә ҡулланылған ҡиммәтле таштарҙың һәр төрө айырым һаҡлау функцияһын башҡарған. Мәҫәлән, мәрйен, башҡорттар фекеренсә, йөрәк ауырыуҙарын дауалай ала. Тәңкәләр һәм таштар менән биҙәлгән ҡашмау ҡойроғо, арҡалығы ҡатынды яман күҙҙән һаҡлаған, ә сыңлауы яуыз рухтарҙы ҡурҡытҡан.

Ҡатын-ҡыҙҙар түшелдереге – һаҡал һәм баш кейеме – ҡашмау.

Яуыз көстәрҙе ҡурҡытыу маҡсатында башҡорт милли кейемендә сулпылар ҡулланылған. Артабан мосолмандарҙа бындай элементтар тик ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәрендә генә һаҡланып ҡала («гонаһ һауыты»ның килеүен иҫкәртеү).

Кейемде биҙәүҙә мәрйендәр, төҫлө быяла, аҫыл таштар, ҡабырсаҡтар, ялтыр төймәләр, көмөш дүңгәләктәр һәм тәңкәләр ҡулланылған.

Был йоланың нигеҙендә кешеләрҙең мәрйен, аҡыҡ, фирүзә, көмөштөң таҙартыу һәм яуыз рухтарҙы ҡыуыусы көскә эйә булыуҙары тураһындағы боронғо күҙаллауҙары ятҡан.

Башҡорт ир-егеттәренең билбауы ҡәмәр. Келәмле туҡыма, металл, аҡыҡ һ.б. эшләнгән. Башҡорт байы кейеменең бер өлөшө.

Башҡорттарҙа Ислам диненең таралыуына бәйле мосолман бетеүҙәре
Төрлө йорт кәрәк-яраҡтарында һәм ҡиммәтле биҙәүестәрҙә һырлап биҙәлгән, кейемдәрҙә сигелгән ғәрәп телендәге изге яҙмалар яуыз көстәрҙән, яман күҙҙән һәм ауырыуҙарҙан ҡурсалаусы бетеү кеүек ҡулланылған. Был башҡорттар араһында Ислам диненең таралыуына бәйле.

Йыш ҡына ҡағыҙҙағы яҙма йәки ғәрәп телендә доғалар яҙылған туҡыма киҫәген, йәғни бетеүҙе, өсмөйөшләп бөкләйҙәр һәм шуны ҡатын-ҡыҙҙарҙың, балаларҙың кейеменә һәм сабыйҙар бишегенә тегеп ҡуялар. Өсмөйөш башҡорттарҙа һаҡлау функцияһын башҡара. Шуға күрә, өсмөйөш формаһындағы туҡыма киҫәгендәге биҙәк бетеү-ҡорама тип атала.

Шулай уҡ бетеүҙәр сәйлән, йәнлек тиреһе һәм ҡиммәтле металдан яһала. Доғалыҡтар бәләкәй янсыҡҡа һалына. Кешеләр уларҙы бау менән муйындарына элеп йөрөтә.

Бетеү, йәки амулет, кулон төрөндә лә яһалырға мөмкин.

• Йондоҙло ярым ай − мосолманлыҡ символы – сулпы формаһында көмөштән, бронзанан һәм башҡа металдарҙан яһала һәм яуыз көстәрҙән, сихырҙан, күҙ тейеүҙән һаҡланыу өсөн ҡулланыла.

Мосолман илдәрендә боронғо бетеү – ус һүрәте «Фатима ҡулы» тип йөрөтөлә. Бармаҡтары – Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡыҙы, уны тормош иптәше Али һәм уларҙың улдары. Был бетеү балаларҙы күҙ тейеүҙән һәм сирҙәрҙән, парлыларҙы сихырҙан һәм көнсөллөктән һаҡлай, уңыштар килтерә.

«Фатима ҡулы» бетеүе
«Фатима күҙе» – быяланан эшләнгән күҙ һүрәте. Уны сулпы итеп йорт эсендә, бүлмәлә элеп ҡуялар, йә булавка ярҙамында кейемгә тағалар.

Бетеү йөклө ҡатындарҙы, сабый балаларҙы һәм хәлһеҙҙәрҙе ҡара көстәрҙән ҡурсалай. Күҙ тейеүҙән һаҡлап, эйәһенә уңыштар һәм именлек килтерә.

«Фатима күҙе» бетеүе
XIX быуат аҙағы шәмаилы
Башҡорттар өйҙәрен насар көстәрҙән доғалар ярҙамында һаҡлаған. Төргәккә төрөлгән ғәрәп графемалары кәштәлә, йә стеналарҙа элеүле торған муҡсаларҙа урынлаштырылған. Ҡайһы берҙәре бетеүҙәр өсөн һауыттарға һалына, йә кейемдең махсус өлөштәрендә йөрөтөлә.

ХХ быуат башында башҡорт йорттарында шәмаилдар киң ҡулланылыш таба.

Ҡөрьән китабындағы сүрәләрҙе семәрләп стеналарҙағы панноларға, һүрәттәрҙә һәм туҡымаларға төшөрәләр.
Шәмаилдар йортто, уның хужаларын сирҙән, бәлә-ҡазанан, сихырҙан һ.б. ҡурсалай тип ышанғандар.


Бетеүҙәргә ышаныу бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып килә. Сувенир магазиндарында күп төрлө бетеүҙәр, биҙәүестәр һәм таштарҙы табырға мөмкин.

Һуңғы осорҙа Башҡортостанда тәңкәнән яһалған селтәргә (түшелдерек, күкрәксә) һәм ҡашмауҙарға ҙур ҡыҙыҡһыныу күҙәтелә. Уларҙы профессиональ оҫталар ҙа, һәүәҫкәр кәсепселәр ҙә эшләй.

Шулай уҡ мосолман бетеүҙәре күп таралған: улар араһында «Фатима ҡулы» һәм «Фатима күҙе» киң ҡулланыла. Һәр мосолман өйөндә тиерлек шәмаилдар бар.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Абольян Л.В., Алискандиев А.М., Амарян Г.Г. Грудное вскармливание детей: культурно-историческое наследие // под ред. И.Н. Захаровой, Л.С. Намазовой-Барановой. ‒ Москва: ПедиатрЪ, 2017.

2. Галиева Ф.Г. Обереги современных башкир в контексте этнокультурных взаимодействий // Известия Уфимского научного центра РАН. 2016. № 4. С. 122‒126.

3. Гильфанова Ф.Х. Этнолингвистическое исследование антропонимиитарских и барабинских татар XIX‒XX вв.: (на материале архивных документов гг. Тобольска, Омска, Новосибирска): монография / Ф. Х. Гильфанова. ‒ Тюмень: Изд-во Тюменского гос. ун-та, 2008.

4. Давлетшина З.М. О традициях Ислама в декоративно-прикладном искусстве башкир // Вестник Челябинского государственного университета. 2011. № 17. С. 176-180.

5. Илимбетова А.Ф. Отражение культа медведя в мифологии и народных традициях башкир // Актуальные проблемы истории, языка и культуры Башкортостана: Сборник научных трудов молодых ученых ИИЯЛ УНЦ РАН. – Уфа: Деловая династия, 2008. – III выпуск.

6. Народная культура башкир: краткий конспект лекций / Федеральное агентство по образованию, ГОУ ВПО Уфимская гос. акад. экономики и сервиса, Каф. "Нац. культуры"; [сост.: Ильясова Р. Х.]. ‒ Уфа: Уфимский гос. акад. экономики и сервиса, 2010.

7. Рагимов А. В., Соколовская О. М. Амулеты ‒ пережитки первобытных верований // Материалы по истории Азербайджана (Труды Музея истории Азербайджана, IV). Баку, 1961.

8. Султангареева Р.А. Семейно-бытовой обрядовый фольклор башкирского народа / Р. А. Султангареева; РАН, Уф. науч. центр. Ин-т истории, яз. и лит. ‒ Уфа: Гилем, 1998.

9. Султангареева Р.А. Жизнь человека в обряде: (фольклорно-этнографическое исследование башкирских обрядов) / Р.А. Султангареева; РАН, Уф. науч. центр. Ин-т истории, яз. и лит. ‒ Уфа: Гилем, 2006.

10. Словарь башкирской мифологии / Ф. Г. Хисамитдинова. ‒ Уфа: Китап, 2019.
© Байбулатов А.Р., төҙөүсе-автор, 2021