Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡорт тарихи халыҡ йыры

«ЛЮБИЗАР»



1812 йылғы Ватан
һуғышы тураһындағы билдәле
башҡорт йыры.

«Любизар» йырының поэтик тексын тәү башлап Ф. К. Туйкин XX быуаттың 10-сы йылдарында яҙып алған (уны ул үҙенең «Ватан ҡаһармандары» китабында баҫылған шундай уҡ исемле пьесаһында ҡулланған). Һуңғараҡ был йырҙы С. М. Мифтахов та яҙып алған.


Ф. К. Туйкин
Шағир, драматург, тарихсы

З. С. Иғдәүләтов
Башҡорт академия драма театры актеры. БАССР-ҙың халыҡ артисы.

Йырҙың М. М. Вәлиев 1946 йылда
З. С. Иғдәүләтовтан яҙып алған варианты «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫылып сыға.
«Любизар» йырының барлыҡҡа килеү тарихы 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм рус армияһының 1813–1814 йылдарҙағы сит илдәргә походтарына бәйле, башҡорт полктары Рәсәйҙән Наполеон ғәскәрҙәрен ҡыуып сығарыуҙа ҡатнаша һәм танылыу яулай, хатта француздар уларҙы ҡыйғыр уҡтары өсөн Төньяҡ амурҙары тип атай.

Француз генералы Марбо мемуарҙарынан:

«
... Пильниц бейеклегендә булған осорҙа рус ғәскәрҙәре Беннигсен

етәкселеге аҫтында 60 мең кешенән торған ярҙам алды.



Был ғәскәр башлыса Мәскәү
аръяғынан килтерелгән, йәйә
һәм уҡтар менән ҡоралланған
башҡорттарҙан тора ине.

Һүрәт сығанағы: zen.yandex.ru
Француздарҙы бөтөнләй белмәгән был яңы һуғышсылар тәүге алышта
уҡ беҙгә ҡаршы дәррәү яу асты, төркөм-төркөм алға ынтылған башҡорттар, мылтыҡ һәм мушкеттан атылған залптарға ҡаршы тора алмай, бик күп үлектәр ҡалдырып, артҡа сигенергә мәжбүр булды.
Был ауыр юғалтыуҙар уларҙы һыуындырыу урынына ҡыҙҙырҙы
ғына, күрәһең.
Бына улар бер ниндәй юлһыҙ, тырым-тыраҡай таралышып, беҙҙең ғәскәр эргәһенә һағыҙаҡ күсе кеүек йәбеште. Уларҙы ҡыуып тотоу ауырлашты, варварҙарҙың атакалары ҡабатланып торҙо, беҙҙең линияла тәртипһеҙлек ойошторған башҡорттарға рус
гусар отрядтары ярҙамға килде. Варварҙар, көр тауыш менән ҡысҡырышып, беҙҙең эскадрондарҙы уратып алды, беҙгә уҡ яуҙырҙы...
Минең иң ҡыйыу унтер-офицерҙарымдың береһе, Почет Легионы ордены
кавалеры Меляэн күкрәгенән үтеп арҡаһынан сыҡҡан уҡ
менән яраланды... Минең полкта бер нисә кеше һәм аттар был үҙенсәлекле снаряд менән яраланды, минең аяғымды ла был нәмә еңелсә яралап үтте.

»
С. Н. Глинка 1812 йылғы һуғышты һүрәтләгәндә башҡорт һәм башҡа рус булмаған халыҡтар араһында рухи күтәренкелек хөкөм һөрөүен билдәләй, һәм «Рәсәйҙең боронғо тоғро улдары ғына түгел, бүтән телле, холоҡло, йәшәү рәүешле күсмә халыҡтар ҙа тәбиғи рәсәйлеләр менән бер рәттән рус ере өсөн ғүмерен бирергә әҙер булды. Мордва, типтәр, сирмештәр хеҙмәткә теләп яҙылды, Ырымбур башҡорттары үҙ теләктәре менән хөкүмәткә мөрәжәғәт итеп, уларҙың полктары кәрәкме икәнлеген һораны».

С. Н. Глинка
Рус яҙыусыһы, публицист, тарихсы
1798 йылдан башҡорттар, хәрби ведомствоға буйһоноп, казак
хеҙмәтен башҡара.
Улар араһынан оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән һәм хәрби ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнгән команда кадрҙары барлыҡҡа килә. Улар, иррегуляр ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеп, зауряд-хорунжий, есаул, зауряд-сотник һ.б. чиндарҙы алып бөтә. Ватан һуғышы башланыуға башҡорттар француздарға ҡаршы яу тәжрибәһен туплаған була. Улар 1805–1807 йылдарҙа Франция менән һуғышта ҡатнаша.
1806–1807 йылғы һуғыш осоронда
20 биш йөҙлөк башҡорт полкы төҙөлгәнлеге хаҡындағы мәғлүмәт бар.
Полк 500 һалдаттан һәм 30 кешелек команда составынан (полк командиры, старшина, 5 есаул,
5 сотник, 5 хорунжий, 1 квартирмейстер, 1 мулла, 1-2 писарь һәм 10 илле башынан) тора.
Полк командирҙары итеп рус казак ғәскәрҙәре офицерҙары тәғәйенләнә,
һәр полктың ике командиры була һәм башҡорт командирҙары рус командирҙарына буйһона.
Һәр кантон, хеҙмәткәрҙәр һанына ҡарап, берәүҙән өс полкка тиклем төҙөп, көнбайышҡа ебәрер булған. 1811–1813 йылдарҙа башҡорт кантондары дөйөм алғанда 28 полк ебәргән.
Риүәйәт буйынса, Бородино һуғышынан һуң генерал-фельдмаршал
М. И. Кутузов башҡорт полкының командиры Ҡаһым түрәне (Ҡаһым Мырҙашев) саҡырып ала һәм яуҙағы батырлығы өсөн: «Любезные вы мои башкирцы, молодцы!» – тип маҡтай.

М. И. Кутузов портреты.
Автор: Р. М. Волков

Ҡаһым түрә әйләнеп ҡайтҡас, яуҙаштары уларҙың нимә тураһында һөйләшеүҙәрен һорай.
Ҡаһым түрә Кутузовтың башҡорттарға русса әйткән маҡтау һүҙҙәрен еткергәс, яугирҙар уның һүҙҙәрен элеп ала һәм, үҙҙәренсә бороп, бейеү-маршҡа оҡшаш дәртле йыр ижад итә.
Любизар
Беҙ һуғышҡа ингәндә,
Бәхилләштек барыбыҙ.
Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,
Алдан сыҡты даныбыҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

Француздар килеп ингән
Мәскәү тигән ҡалаға.
Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,
Сығып ҡасты далаға.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
Наполеонға тәхет кәрәк,
Үҙ еренә һыймаған.
Мәскәүҙәргә килеп ингәс,
Ул да үҙен һынаған.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

Француздар танынылар
Эрәсәйҙә үҙҙәрен.
Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,
Таба алмайҙар эҙҙәрен.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижды ла күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә,
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

Француздың ҡалалары,
Урамдары таш ҡына.
Француздар етте инде
Үҙҙәренең башына.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар.
1-се китап. - Өфө, 1974.
В. Ғ. Шәйхетдинов. "Төньяҡ амурҙары". 2011
1812 йылғы Ватан һуғышында тыуған илен һаҡларға сыҡҡан халыҡтарҙың туғандарса берҙәмлеге асыҡ сағылыш таба. Күп һанлы башҡорт полктары, патриотик бурысын үтәп, рус армияһы менән яуҙа әүҙем ҡатнаша.
Төбәк халҡы, үҙ теләге менән армияға матди ярҙам күрһәтеп,
француз яубаҫарҙары менән яуға үҙ өлөшөн индерә. Башҡорттар
һәр саҡ 1812 йылғы Ватан һуғышындағы күпләп ҡатнашыуы менән ғорурлана, шулай итеп үҙҙәренең Ватанға тоғролоғон күрһәтә.
Йырҙың ноталары
Йырҙы башҡарыусылар араһында
Райман Ишбаев, «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө, «Йәдкәр» фольклор ансамбле бар. «Любизар» йырын эстрада оркестры өсөн Г. П. Маркоров, Р. Ә. Мортазин хор һәм фортепиано өсөн, А. М. Ҡобағошов ҡурайсылар ансамбле өсөн, Ғ. З. Сөләймәнов ҡурай өсөн эшкәрткән. Көйө «Ҡаһым түрә» операһында, Х. Ә. Ишбирҙин ҡуйған
«Любезники, любизар» бейеүендә ҡулланылған.
«Арғымаҡ» төркөмө
Видео сығанағы: "Bashkir Video" каналы.
Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар. 1-се китап. - Өфө, 1974.
2. Усманов А.Н. Башкирский народ в Великой Отечественной войне 1812 года . – Уфа, 1964.
3. Асфатулллин С.Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. – Уфа, 2000.