Көмбәҙҙәр менән биҙәлгән, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары һәм ҡорал йөрөтөү өсөн яйланмалары булған тар һәм киң ҡайыштарҙы төрки һәм монгол телле күсмәнселәр тағып йөрөгән. Ҡайыш ярҙамында төймәһеҙ сәкмән менән тундың эләктерелмәгән салғыйҙарын тоттороп ҡуйғандар. Ҡайыш менән, иң беренсе сиратта, билде йыйнаҡлыҡты талап иткән шарттарҙа быуғандар: физик эштәр эшләгәндә йәки юлға сыҡҡанда. Билғауға тағылған традицион әйберҙәр ул – ҡынындағы бысаҡ, саҡма өсөн тоҡсай, һәлпәк (бәләкәй балта) һәм башҡа поход предметтары өсөн ырғаҡтар һәм элмәләр. Байтаҡ ҡына халыҡтарҙа (башҡорттар, ҡарағалпаҡтар, үзбәктәрҙең бер өлөшө, Себер татарҙары, алтайҙар һ.б.) күндән эшләнгән ҡайыш билғауҙың исемен бер төрлө термин менән билдәләгәндәр – ҡайыш/ҡайыс (Ҡарағалпаҡтарҙың этнографияһы, 1980. 56-57-се биттәр; Шаниязов, Исмаилов, 1981. 75-се бит; Томилов, 1980. 149-сы бит; Потапов, 1951. 2-се бит).
Мәғдән көмбәҙҙәр менән биҙәлгән ҡаты ҡайыштар тағыу традицияһының ҙур тарихы бар. Археологик һәм документаль сығанаҡтарға күрһәтеүенсә, көмөш ҡаптырмалы күн билғауҙар боронғо төркиҙәрҙең кейемдәренең бер өлөшө булған (Вайнштейн, Крюков, 1966. 186-187-се биттәр). Улар Көньяҡ Себер һәм Монголияның петроглифтарында һәм таш һынташтарында һүрәтләнгән (Окладникова, 1985. 85-88-се биттәр; Грач, 1961. 64-65-сы биттәр; Евтюхова, 1952. 108-110-сы биттәр).
Билғауҙарҙың фрагменттары боронғо төркиҙәрҙең ҡәберҙәрендә лә табылған. Таштыҡ осоронда Себерҙә барлыҡҡа килеп, бындай билғауҙар артабан Үҙәк Азиянан алып Ҡара диңгеҙ буйы далаһына тиклемге бик ҙур аралыҡта тарала (Евразия далалары, 1981).
Урта быуаттарҙа Көнсығышта бай итеп биҙәлгән ҡәмәр кешенең йәмғиәттәге айырым урыны тураһында шаһитлыҡ ҡылған. Быны VI–VIII быуаттарҙағы Урта Азияның Пенджикент, Афрасиаб һәм башҡа ҡаласыҡтары биналарындағы һүрәттәр ҙә раҫлай (Бентович, 1980. 204-205-се биттәр; Лобачева, 1979. 21-22-се биттәр). XIII быуатта тағылмаларлы ҡаты ҡайыш Алтын Урҙа хандарының парад костюмының атрибуттарының береһе булған һәм, идара итеүсе юғары ҡатламға ҡағылышлылыҡ символы булараҡ, Урта Азия һәм башҡа төрки халыҡтарҙың хәтерендә ҡалған. Ҡәмәрҙәр ана шул «элиталы» билғауҙарҙың һуңғы варианты булып тора.
XIX быуатта (һәм унан да алдараҡ) Себерҙең тайгаға яҡын урманлы-далалы өлөшөндә (алтайҙарҙа, хакастарҙа, тываларҙа һәм башҡа халыҡтарҙа) таралған һуна билғауҙары башҡорттарҙыҡы менән бер төрлө. Барыһында ла һунар йыйылмаһына мөгөҙҙән эшләнгән дары һалғыс һәм үлсәгес, йәҙрә һалыу өсөн груша рәүешендәге тоҡсай, йәҙрәне мылтыҡтың көбәге буйлап төпкә этеү өсөн тимерсыбыҡ ингән.
Йолаларҙы анализлау ир-егеттең дә, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың да боронғо костюмында ҡәмәрҙең, билғауҙың булыуы, башҡорттарҙың (һәм уларға туғандаш халыҡтарҙың) был әйбергә ҡарата айырым мөнәсәбәте тураһында һөйләй; йолалар һәм ғәҙәттәрҙең бер өлөшө беҙгә фольклор сюжеттары аша килеп еткән.
Малайҙың егет ҡорона инеүен билдәләү менән бәйле йолаларҙа билғауға иң мөһим урын бирелә. Экспедицияларҙа ғалимдарҙың: «Нисә йәштән ҡайыш таға башлағандар?» – тигән һорауына ололар һәр ваҡыт бер төрлөрәк яуап бирә: «Ҙурайғас». Әммә ҙурайыу төрлөсә була. «Таштуғай» легендаһында төп персонаждарҙың береһе булған Байғүбәк тураһында былай тиелгән: «Ул иртә атайһыҙ ҡала, әммә сос булып үҫә, үҙенең йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыйыу егеттәр иҫәбендә була» (Башҡорт риүәйәттәре һәм легендалары, 1985. 212-се бит). Егет ат өйрәтеүҙә, ярыштарҙа таҫыллы, оҫта, етеҙ булыуын күрһәтә барымта, яуҙарҙа ла ҡатнаша алған. Әммә, фольклор сығанаҡтарынан күренеүенсә, беренсе тапҡыр биленә ҡайыш быуыу менән яугирҙар ҡорона инеү араһында күпмелер интервал булған; беренсе тапҡыр һуғыш кейемен кейҙереү айырыуса тантаналы шарттарҙа башҡарылған.
Төрки һәм монголдарҙың эпик фольклорын өйрәнгәндә Р. С. Липец батырҙың кәрәк-ярағы араһында билғауҙың айырым урын биләүенә иғтибар иткән, шул уҡ ваҡытта «үҫмерҙең оло яугирҙар ҡорона күсеүендә ҡорал таға торған ҡайыш менән билен быуыуы уның яугир булып өлгөрөп етеүе билдәһе булған. Хәрби билғау – яугирҙар ҡорона индереү йолаһының мотлаҡ өлөшө...» (Липец, 1984. 67-се бит).
Йыш ҡына ҡәмәр батыр атаһынан улына эйәре һәм ҡылысы (йәки уҡ-яны, суҡмары һ. б.) менән бергә күскән һәм уның көсөн арттырған. «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосында, Заятүләк һунарҙа үҙенең оҫталығын күрһәткәс, атаһы Самар хан уға ҡиммәтле ҡаштар менән биҙәлгән ҡәмәр бүләк итә (Башҡорт халыҡ ижады, 1987. 179-сы бит). «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосы версияларының береһендә тылсымлы ҡанатлы Күк толпар батырға ҡасандыр уның атаһыныҡы булған әйберҙәрҙең – эйәр, айбалта һәм көмөш нағыштар менән биҙәлгән ҡәмәрҙең ҡайҙа ятҡанын әйтә (Шунда уҡ, 251-се бит). Шулар менән ул, үҙенең йәрәшелгән кәләшен эҙләп, хәүефле юлға сыға.
Күренеүенсә, ҡәмәрҙең кешене һаҡлай торған тылсымлы көскә генә түгел, ә мөмкинлектәрен арттыра торған көскә лә эйә тип ышанылған. Алыҫ һәм ауыр юлға сығыр алдынан эпик геройҙар ҡайыш менән билен быуып ҡына йоҡларға ятҡан. Әйтелгәндәрҙән сығып, атаһы Урал батырға ярҙамға ашығыусы Яйыҡ батырҙың һүҙҙәре аңлашыла башлай: «Билғауымды һыға бәйләп, йән-фарман һиңә сабып килеп еттем» (Шунда уҡ, 111-се бит).
Билғауыңды сисеү – тимәк, үҙеңде еңелгән тип таныу. Милли көрәш буйынса ярыштарҙа ла ошо ҡағиҙә эш иткән.
Йәмәғәт менән башҡарылған күп кенә йолаларҙа ла билғау мөһим атрибут булып сығыш яһаған. Мәҫәлән, йомшаҡ билбау менән күп тапҡыр уратып, туй баштарының – йыйындарҙы, һабантуйҙарҙы, ҡарғатуйҙарҙы алып барыусыларҙың билен быуғандар.
Билғауҙың туй йолаларында файҙаланылыуы айырыуса күркәм. Фольклор сығанаҡтарынан күренеүенсә, егеттең билен ҡыҙҙың быуыуы йәки ҡыҙҙың атаһы тарафынан егеткә ҡәмәр бүләк ителеүе «килешеү билдәһе», алынған бурыстарға шаһитлыҡ билдәһе рәүешендә башҡарылған (Башҡорт халыҡ ижады, 1987. 198, 204-се биттәр; Башҡорт риүәйәттәре һәм легендалары, 1985. 230-сы бит). Кәләш тарафынан бәйләнгән ҡыҙыл билбау ҙа егеттең өйләнгән ирҙәр ҡорона инеүен белдергән.
Туй йолалары һаҡлау һәм көсәйтеүгә йүнәлтелгән төрлө магик эштәр менән үрелгән. Улар иҫәбендә – кейәүҙең билендәге билбауҙы төйнәү һәм төйөнөн сисеү.
Килендең билен бәйләү туйҙың ҡыҙҙың атаһы йортонда үткән беренсе өлөшөндә башҡарылған. Ағиҙел аръяғының урта өлөшөндә кәләштең билен буласаҡ иренең ҡәмәре менән быуғандар.
Боронғо башҡорт билғауҙары – ҡәмәрҙәр ҙә, шул иҫәптән, уларҙы ҡулланыу тураһында башҡорттар араһындағы тарихи иҫтәлектәр ҙә беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. 1992 йылда Әбйәлил тарихи-крайҙы өйрәнеү музейына Бөрйән районы Ҡолғана ауылынан Зәйтүнә Яҡупова тарафынан тапшырылған бик яҡшы һаҡланған ҡәмәр ҙә шул турала асыҡ һөйләй.