Ҡара төҫ ергә бәйле һәм ул ата-бабалар менән быуындар бәйләнешен тоҫмалландырған. Ҡағиҙә булараҡ, бындай камзулдарҙы көндәлек тормошта кейер өсөн теккәндәр. Ҡайһы берҙә ҡара төҫтәге бәрхәт кейемде байрамдарға ла кейгәндәр, һәм уны нәҙек таҫма, уҡа, көмөш тәңкәләр менән биҙәргә тырышҡандар.
Ҡурған башҡорттарының камзулы, мәҫәлән, теген машинаһында һырланған зауығы өсөн бик ҡупшы һаналған. Нағыштары төрлө төҫтә булған. Бының өсөн бәрхәт йәки атлас тауарҙы айырып билдәләрлек ебәк ептәр һайланған. Миҫал өсөн, ҡара бәрхәт камзул өҫтөн оҫта ҡуллы белгестәр йәшкелт йәки һарғылт төҫтәге ебәк еп менән һырлаған. Ә зәңгәр бәрхәттән тегелгән камзулды хәнәүәт, йәшел, һандал төҫтәрҙәге ебәк менән нағышлағандар.
Шулай уҡ, биҙәкле һырҙар менән дуға формаһындағы кеҫәләр, ең төптәре зауыҡланған.
Бындай биҙәк элементтарының үҙ атамалары булған. С. А. Авижанская яҙғанса, кеҫә тирәләй үрелгән тулҡынлы юлдар – "ишмәкәй", уларҙан һуҙылған төрлө тәпәйҙәр һәм өс ҡыяҡлы япраҡтар – "тауығаяҡ" (тауыҡ йә ҡаҙ тәпәйе), сигеү йәки семәрләү өсөн ҡулланылғаны – "ҡусҡар" (тәкә мөгөҙө).