Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡорттарҙа туй йолалары: ҡалым

Элек башҡорттар иртә өйләнешкәндәр: егеттәргә 15‒16 йәш тулғас, 13‒14 йәшлек ҡыҙҙарға өйләндергәндәр. Атаһы улын өйләндерергә теләй икән, ҡатыны менән кәңәшләшкән, улынан да ризалыҡ һораған. Кәләште гел атай һайлаған булған.

Ризалыҡ алғас, ул кәләштең ата-әсәләренә яусы ебәргән. Әгәр ҙә улар ризалаша икән, ҡалым тураһында һөйләшеү башланған. Ҡалым күләме никахлашҡан йәштәрҙең ата-әсәләренең хәленә ҡарап билдәләнә. Был турала Ф. Хисаметдинова менән З. Ураҡсиндың «Башҡорттар» тигән китабында яҙылған.

«Башҡорттарҙың ғаилә көнкүреше, XIX‒XX бб.» (авторҙары Н. В. Бикбулатов, Ф. Ф. Фәтихова) китабында кәләш һайлағанда кейәү егетенең теләктәрен һәм симпатияһын иҫәпкә алыуы билдәләнә. Туғандар, ҡоҙалар, таныштар ҡатнашҡан, һәр береһе үҙенсә яраҡлы кандидатура тәҡдим иткән. Был мәсьәлә ҙур ғаилә кәңәшмәһендә хәл ителгән. Кәңәшмәгә өйләнгән улдары, кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙары, кейәүҙең ата-әсәһенең ағалары һәм апалары, кемдең фекере иҫәпкә алынырға тейеш, кем туйҙың сығымдарын уртаҡлаша ала алған, шулар саҡырылған булған.

Бында кәләш тураһында ғына һүҙ алып барылмаған, шулай уҡ финанс яҡтан да мәсьәләләр хәл ителгән: ниндәй ҡалымға ризалашырға, ҡайһы туғандың ярҙамына өмөт итергә була һ.б.
Кейәүҙең кәләш йортона килеүе. 2001 й.
Урал аръяғы башҡорттарының ҡалым күләме аттар, эре һәм ваҡ мөгөҙлө мал, шаршау, ике-өс күлдәк, бер пар итек, яулыҡ (хәллерәктәрҙән – ҡатын-ҡыҙҙың мәрйен менән биҙәлгән баш кейеме ҡашмау), ҡыҙыл уҡа менән биҙәлгән (елән) ҡара тығыҙ туҡыманан, йә ябай кизе-мамыҡтан, йә юғары сортлы ҡыҙыл буҫтауҙан тегелгән халаттан торған.

Былар барыһы ла кәләш файҙаһына булған (кәләштең атаһы алған һәм туйға тотонолған аттарҙан башҡа). Кейәү шулай уҡ кәләшенең күлдәгенә туҡыма һәм мәһәр биргән. Кәләштең әсәһенә төлкө туны (инә туны) бүләк иткән.

Кәләшкә мәһәр биреү (түшелдерек, ҡашмау, елән). 2017 й.
Урта хәлле төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында ҡалым 50‒150 һум аҡсанан, менге аттан, ҡолонло бейәнән, быҙауы менән ике һыйырҙан, ике-өс һарыҡтан һәм 15‒20 һумлыҡ төрлө туҡыманан торған.

Ҡалымдың күләме төрлө булһа ла, кейәү яғы, мотлаҡ рәүештә ҡуйылған билдәле норманан түбән төшмәгән: ҡыҙҙың атаһына ат, әсәһенә тун, төрлө сығымдарға 15 һум аҡса, байрам табынына тотонола торған ат, һыйыр йә бүтән төрлө йорт хайуаны.
Кейәү йортона бирнә һандығын индереү. 2001 й.
«Башҡорттарҙың ғаилә йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре» (автор Ф. Ғ. Ғәлиева) китабында Шәриф Сюнчелейҙың башҡорт йолалары тураһында тикшеренеү һығымталары килтерелә.

Ҡыҙҙарҙы йәштән үк кейәүгә биреү, күрше ҡәбиләләрҙең һөжүм итеүе арҡаһында ата-әсәләрҙең балаларын юғалтыу ҡурҡынысы, шулай уҡ ҡалым формаһында матди файҙа алыу менән аңлатылған.

Шулай уҡ түрә һәм руханиҙар мөхитенән абруйлы ғаиләләр менән яҡынлашыу, ҙурыраҡ ҡалым алыр өсөн, 10‒13 йәшлек ҡыҙҙарҙы 50‒60 йәшлек ирҙәргә кейәүгә биреү кеүек миҫалдар килтерә тикшеренеүсе.

Башҡорттарҙың традицион йәмғиәтендә, димләү буйынса никахлашыу, ғаиләләрҙең алдан килешеүе (ҡалым түләү бармы, юҡмы), ҡайнатаның хужалығында эшләп ҡайтарыу кеүек формалар барлыҡҡа килгән.

Натураль хужалыҡ алып барылған ваҡыттарҙа ҡалым сифатында мал, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, ҡиммәтле көнкүреш кәрәк-яраҡтары ҡулланылған. XIX быуатта уларҙы аҡса алмаштырған.

Ғилми әҙәбиәттә ҡалымды кәләш алыш-биреше тип атайҙар.
Кәләш хаҡы
Тикшеренеүсе Ф. Лепле яҙған буйынса, башҡорттарҙа ҡалым күләме ғаилә етешлегенә, кәләштең физик дәрәжәһенә, иренең етешһеҙлегенә йә оло йәштә булыуына, булған ҡатындары һанына пропорциональ артҡан булған.

Никах килешеүенә мулла һәм алты шаһит алдында ҡул ҡуйылған.

Кейәү шунда уҡ ҡалымдың беренсе өлөшөн түләгән, әммә ҡалым тулыһынса түләнеп бөтмәйенсә, туйҙы үткәрмәгәндәр һәм ҡатынды иргә тапшырмағандар. Ғәҙәттә быға өс-дүрт йыл ваҡыт үткән.

Әйткәндәй, Үзбәкстанда әле лә кәләш өсөн байтаҡ ҡалым түләнелә, һәм был үзбәктәрҙең башҡорт һәм татар ҡыҙҙарына өйләнеүенең бер сәбәбе, сөнки татар һәм башҡорттарҙа, XXI быуатта, ҡалым практик рәүештә таралмаған.

Билдәле булыуынса, кейәү, ҡатынын күргәс, кире уйлап, ҡалымдың ҡайтарыуын талап итә ала.

Башҡорттарҙың ғаилә йолаларын өйрәнеүселәрҙең ҡайһы берҙәре, ҡыҙға ата-әсәләре әҙерәк мал-тыуар, кейем-һалым һәм өй кәрәк-яраҡтары биреүе, ғаиләгә кәләш кәмендә үҙенең карауатына шаршау алып килергә тейеш булыуы тураһында әйтәләр.

Лепле ҡалымға, беренсе ҡатыны өсөн өс бейә, өс ат, ике һыйыр, дүрт тәкә, 570 франкка торош булған аҡса биргән бер ғаилә тураһында һөйләй.

«Башҡорттарҙың ғаилә көнкүреше, XIX‒XX бб.» китабында балаларҙы сабый саҡтан никахлағанда, ике яҡтан да ҡалым күләме, бүләктәр һәм сығымдар тураһында һөйләшеп ҡуйғандар, тип хәбәр ителә.

Ҡалымдың бер өлөшөн вәғәҙәләшеү ваҡытында уҡ биргәндәр, ә аҙаҡ, ҡулдарынан килгәнсә, өлөшләп түләгәндәр. Ҡайһы саҡта кәләштең ата-әсәләре, уңыш булмаған осорҙа, мал-тыуар ҡырылғанда һәм башҡа бәлә-ҡазаға осрағанда, матди хәлдәрен йүнәтеү өсөн, ҡалым иҫәбенә аҡса, бойҙай, мал-тыуар менән ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәндәр.
Киленгә һыу юлы күрһәтеү. 2001 й.
Никахлашыу йәштәре еткәс, йәштәрҙе өйләндергәндәр. Бер ниндәй ҙә димләү йә бүтән төрлө өҫтәмә һөйләшеү йолалары талап ителмәгән. Туй көнө билдәләнгән, әҙерлек башланған.

Ләкин йыш ҡына төрлө шарттар килеп тыуыу арҡаһында, ҡалым күләме, бүләк һәм бирнә составы ла үҙгәргән.

Инициативаны был ваҡытҡа өҫтөнлөк алған теләһә ҡайһы яҡ ала алған. Авторҙар, бындай килешеүҙәр беренсе урында матди хәлде күҙ уңында тотҡан хәллерәк ғаиләләр араһында булдырылған, тип билдәләй.

Ҡыҙҙы, байыраҡ һәм күберәк ҡалым вәғәҙә иткән икенсе кейәү һората икән, ата-әсәләре ҡалымдың күләмен арттырыуҙы талап итә алған.

Һәм киреһенсә, икенсе берәй уңайлыраҡ партия килеп сыға икән, кейәү яғы ҡалымдың хаҡын кәметергә тырышҡан. Ҡайһы бер саҡта һөйләшеүҙәр туйҙың тарҡалыуы менән тамамланған, шул ваҡытта кейәүҙең ата- әсәләре үҙҙәре биргән ҡалымдан баш тартмаһалар, ҡыҙҙың ата-әсәһе алынған ҡалымды кире ҡайтарып биргән.
Ҡыҙҙың бойондороҡһоҙлоғо өсөн түләү
Бирнә күләме, ғәҙәттә, ҡалымдың күләменән ҙурыраҡ булған. Был ҡыҙҙың бойондороҡһоҙлоғон тәьмин иткән. Шәриғәт нормалары ирҙең йортона алып килгән милекте алып китергә һәм яңынан кейәүгә сығырға рөхсәт иткән.
1849 йылда Байгилде ауылында шундай бер хәл булған. Йәштәр өйләнешергә уйлашҡан. Ҡыҙҙың атаһы ҡалым һораған: 400 һум аҡса, был иҫәпкә «биш тәңкә, ярты фунт сәй, 10 фунт бал, ете аршын ситса, бер ҡағыҙ яулыҡ, эслеге менән бер камзул, ойоҡ менән бер калуш» ингән. Һуңыраҡ кейәү «биш тәңкә, алты бот он, бер күлдәклек ситса, ике фунт ҡыҙыл ҡағыҙ, 24 фунт бал» биргән, «буяу өсөн 9 һум 70 тин түләгән».

Кейәүҙең атаһы әйтеүе буйынса, килешеүҙән һуң ул «4,5 тәңкә, 1,25 фунт сәй, эслеге менән камзул өсөн ете аршын ситса, ситек, бер кәзә, ярты бот бал» биргән.

Мулла менән шаһиттар килгәс, кәләштең атаһы ҡыҙҙы тәрбиәләгән өсөн бал һораған, ә имамды ҡайтарып ебәргән. Туй булмаған.
Ҡыҙ урлау йолаһы бигерәк тә Куйбышев башҡорттарында үҙенсәлекле булған. Никахлашып, өс-дүрт тапҡыр килгәндән һуң, ҡалым түләй алмаған йә уны йөк, мәшәҡәт тип уйлаған кейәү, кәләште ата-әсәләренән йәшереп, ирекһеҙләп үҙенә алып ҡайтҡан. Был ҡылыҡ йола буйынса яраҡлы булып һаналғас, ҡыҙҙың әсәһе кейәүе килгәндә, уның артынан иғтибар менән күҙәткән, шулай уҡ атының ҡамытын ентекләп йәшергән.

Йыш ҡына йәш ир, үҙенең яҡын дуҫтары һәм ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамында ҡатынын урлап, ҡалым сығымынан ҡотола алған (Ғ. Дәүләтшин, «Бүгәсәү башҡорттарында»).
Калын
Димләү, һөйләшеүҙән һуң туйҙы башта кәләш яғында үткәргәндәр. Ул бер нисә көн барған, аҙаҡ, бер аҙ ваҡыт үткәс, туйҙы кейәү яғында ҡабатлағандар. Был ҡалын тип аталған.

Туй мәжлесе ҡалымды тулыһынса түләү менән бәйле булған.

Ошо шартта ғына ир ҡатынын бирнәһе менән йортона алып ҡайтырға хоҡуҡлы булған. Никах та, туй ҙа кәләштең атай йортон ҡалдырып, иренең ата-әсәһе йортона күсеп килеүенә етерлек нигеҙ булып һаналмаған.

Башҡортостандың көнсығыш райондарында туй алдынан булған ҡалын ҡалым күләменең иҡтисади эволюцияһын күрһәткән.

Элек был билдәле мал һаны, ҡайһы бер саҡ башҡорт ғаиләһенең мөһим мөлкәтен һәм байлығын күрһәткән байтаҡ мал һаны булһа, XVIII быуаттан башлап мәһәрҙең ҙур өлөшөн аҡса һәм кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтары тәшкил иткән.

Ҡалым үҙенең атамаһын юғалтып, мәһәр менән берләшкән.

Шәриғәт мәһәрҙең яртыһын ғына туйға тиклем биреүҙе талап иткән, ә ҡалған өлөшө ирҙең инициативаһы буйынса айырылышҡанда әйтелгән һәм түләнгән.

Шуға күрә, ҡалын, ҡалым йә мәһәр түләүен ғәмәлгә ашырыусы йола булараҡ, туйға тиклемге осорға күсә, йәиһә Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайышындағы һымаҡ бөтөнләй юҡҡа сыға.

Боронғо башҡорт йәмғиәтенең аңында ҡатын-ҡыҙҙың никахҡа инеүе һәм иренең ауылына күсеп китеүе – тиҙ арала була торған күренеш түгел. Ҡыҙ өсөн кейәүгә сығыу ирҙең йортона күсеп китеүҙе белдермәгән, һәм егет никахҡа ингәс, уның ире булған, әммә һүҙҙең тура мәғәнәһендә ҡатынлы булмаған.

Тик тулыһынса кәләштең бирнәһен һәм үҙен ҡаплаған ҡалым ғына егеткә атай йәиһә үҙенең йортона ҡатынын алып ҡайтырға хоҡуҡ биргән.

Башҡорт ғаилә йолаларын тикшереүселәр ҡалынды шулай тасуирлай.

Туйҙың аҙаҡҡы, өсөнсө көнөндә төш ваҡытында, ҡайтып китер алдынан бөтә ҡунаҡтар кейәү йортонда йыйылышалар, һикегә ултыралар һәм һөйләшеү барышында хужаға ситләтеп кенә ҡалым тураһында иҫенә төшөрәләр.

Теге йәнәһе иғтибарға алмай, егеттәрҙең береһенә ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙыртырға ҡуша. Шунан һуң бишбармаҡ алып сығалар, ҡунаҡтар һыйланалар, һурпа эсәләр.
Һый-хөрмәт тамамланғас, кейәүҙең атаһы йә уның урынына башҡа бер кеше ҡунаҡтар менән мал-тыуар торған урынға бара, һәм мәжлестә ҡатнашыусыларға, кәләш өсөн ҡалымға нимә биргәнен күрһәтә.

Кәләштең атаһы йәиһә бүтән туғандары шунда уҡ бирелгән малды ‒ атты йә мөгөҙлө малды ала, һәм өйҙәренә ҡайтырға йыйына.

Мал биреү ошо көндәргә тиклем Башҡортостандың көньяҡ райондарында йәшәп килгән йолаларға бәйле.

Ҡайһы бер ерҙәрҙә килгән ҡоҙалар, кәләштең туғандары үҙҙәренә күпме кәрәк, шунса мал, иң тәү сиратта аттар тотоп алырға тейеш булған.

Улар, ҡороҡҡа ҡыҙыл туҡыма киҫәге йә таҫтамал бәйләп, ҡураға барған һәм кейәүҙең атаһы, күберәк үҙҙәренең ҡәрҙәштәре ҡушҡанса, тейешле малды тотоп алған.

Шул уҡ ваҡытта кейәүҙең атаһы ябығыраҡ малды ебәрергә, ә килгән ҡунаҡтар яҡшырағын тоторға алырға тырышҡан. Иҫәпсел хужалар иң яҡшы малдарын ышаныслы урынға ҡыуғандар.

Ҡайһы бер хужалар, йоланы иҫәпкә алмайынса, ҡалым малын айырым һарайға япҡандар.

Малды алғандан һуң, ҡунаҡтар тағы ла бер ҡаршылыҡҡа осраған – улар алдында ишек ябыҡ булған. Сығыр өсөн, һәр башты түләп алыу тәҡдим ителгән.

Шунан ҡунаҡтар яңынан һыйланырға ултырған, ләкин уйынсалап хужалар ҡунаҡтарҙы урындарынан торғоҙоп, үҙҙәре ошо урынға менеп ултырған. Ҡунаҡтар хужалар артынан ҡарағандар – сәй сығарғандар, бейегәндәр, йырлағандар.

Йыш ҡына ҡунаҡтар үҙҙәренең урынын түләп алырға тейеш булған, тип яҙа Сюнчелей.
Никахта. 2017 й.
Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарында кәләш файҙаһына аҡсалата түләү ‒ мәһәрҙе кәметеү өсөн дә һатыулашыу барған.

Хәҙер ҡалын һүҙенең мәғәнәһе мәһәр кеүек үк онотолған тиерлек. Был һүҙ аҫтында кейәүҙең ата-әсәләрендә үткәрелгән туй мәжлесе йолаһы күҙ уңында тотола.

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, күпмелер үҙәк өлөшөндә мәһәрҙең тағы ла бер атамаһы йәшәп килә – «тартыу», «тартыу аҡсаһы». Был райондарҙа «ҡалын» һүҙе осрамай. Ул «ҡаршы туй» һүҙе менән алмаштырыла.

Ғалимдар иҫәпләүенсә, төрлө формаларҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, ҡалым нигеҙендә Көнбайыштағы кеүек сығанаҡтар бар: уның ярҙамында йәмғиәт тормошона мөһим ғәмәл биргән әһәмиәтлелек аша буласаҡ ғаилә башлығын йыйнаҡ һәм һаҡсыл булырға өйрәтәләр.

Алмашыу никахы ла булған, был осраҡта ҡалым түләнмәгән – кейәү өйләнергә хоҡуҡ алыр өсөн кәләштең атаһына һигеҙ йылға ялсы булып ялланған.

Кейәүҙең ҡалым түләргә аҡсаһы булмаһа, борон кәләште урлағандар. Кейәү уны төндә урлаған, күрше ауылға туғандарына алып киткән, ә бер аҙнанан һуң, ғәҙәттәге димләүҙән айырмалы рәүештә ике-өс тапҡырға кәмерәк ҡалым менән яусы ебәргән.

Себер халҡының йолаларын тикшереүсе Л. Я. Штернберг, ҡалым институты, димләү институты кеүек үк, социаль-иҡтисади шарттарының үҙгәреше, сауҙа киңәйтеү һөҙөмтәһендә, һуң барлыҡҡа килгән, тип һанай.
Беҙҙең көндәрҙә «ҡалым» төшөнсәһе
Хәҙерге ваҡытта никахлашыу йәштәрҙең үҙ-ара килешеүе буйынса, ҡалымһыҙ, эшләп түләүһеҙ, кәләште урлауһыҙ була.

Беҙҙең көндәрҙә «ҡалым» һәм «мәһәр» төшөнсәләре практик рәүештә берләшкән. Кәләш өсөн ат һәм һыйыр инде бүләк итмәйҙәр. Йышыраҡ осраҡтарҙа кейәүҙең ата-әсәләре никах мәжлесен ойоштороу өсөн кәләш ғаиләһенә аҡсалата ярҙам итәләр.

Кейәүҙәр кәләштәренә алтын биҙәүестәр бүләк итәләр, ә кәләштең ата-әсәләре бирнәгә селтәр, шаршау, таҫтамал, ашъяулыҡ һәм урын-ер ҡаралдыһы әҙерләйҙәр. Стәрлетамаҡ районында кәләштең ата-әсәләре бирнәгә мотлаҡ рәүештә ике мендәр, урын-ер ҡаралдыһы, юрғандар бирә. XX быуат урталарында, шул иҫәптән сигелгән таҫтамалдар ҙа, яҫтыҡ тыштары ла, күлдәклек тауарҙар ҙа әҙерләгәндәр.
Хәҙер беҙҙең төбәктә ҡалым туй ритуалының өлөшө генә булып һаҡлана һәм мотлаҡ рәүештә бирелмәй. Йыш ҡына ике яҡ ғаилә кәләш өсөн түләү формаһы тураһында һөйләшәләр, түләү символик рәүештә була һәм уларҙың хәленә ҡарап билдәләнә. Ғәҙәттә, кейәү кәләшен туй күлдәге һатып алыр өсөн аҡса менән тәьмин итә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Янғузин Р.З., Хисаметдинова Ф.Г. «Рәсәйҙең төп халҡы. Башҡорттар». Өфө: Китап, 2018.

2. Бикбулатов Н.В. Башҡорт ауылы: ижтимағи һәм мәҙәни тормоштоң очеркы. Өфө: Башкнигоиздат,1969.

3. Бикбулатов Н.В., Фәтихова Ф.Ф. «Башҡорттарҙың ғаилә көнкүреше, XIX – XX бб.» М., 1991.

4. Руденко С.И. Башҡорттар: тарихи-этнографик очерктар. Өфө: Китап, 2006.

5. Абдулатипов Р. Г. Минең башҡорт халҡым. Өфө: Китап, 2007.


Вәлиева Р.Т., автор-төҙөүсе, 2020.