Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт халыҡ йыры

«ҒИЛМИЯЗА»


ОҘОН КӨЙ
Йыр тәүге тапҡыр С. Г. Рыбаков тарафынан
1894 йылда Орск уезында (Рәмиевтәрҙең Солтан приискыһында) Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып алына һәм «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары» китабында донъя күрә.
1893 йылдан этнографиканы өйрәнеү маҡсатында көнсығыш Рәсәй һәм Төркостан буйлап сәйәхәт иткән. Урал-Волга буйы төбәгендәге этнографик экспедицияларҙа ҡатнашҡан, шул иҫәптән 1893, 1894 һәм 1896 йылдарҙа Башҡортостан буйлап йөрөгән.
Экспедициянан һуң С. Г. Рыбаковтың башҡорт музыка фольклоры тураһында бер нисә фәнни хеҙмәте, шулай уҡ башҡорт, татар, рус халыҡтары музыкаһының тауыш, хор һәм фортепиано өсөн эшкәртелгән әҫәрҙәре донъя күргән.

Сергей Гаврилович Рыбаков
Этнограф, фольклорсы.
Тарих, тыуған яҡты өйрәнеү, фольклористика һәм музыкаль этнографияны үҫтереүгә өлөш индергән.

Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов (1888–1966)

Башҡорт шағиры һәм драматургы, фольклорсы, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт халыҡ ижады белгесе һәм фольклор туплаусы, Башҡортостан АССР-ның халыҡ сәсәне, СССР Яҙыусылар

союзы ағзаһы.



«Ғилмияза»
йырының легендаһы һәм тексы
XX быуаттың 20-се йылдарында
М. А. Буранғолов тарафынан
яҙып алынған.

Артабанғыяҙмалар Ғ. Әмири
(1939 йылда К. М. Дияров һүҙҙәренән),
Х. Ф. Әхмәтов, А .С. Ключарев, Л. Н. Лебединский,
Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан яҙып алынған.

«Ғилмияза» йыры яҡынса XVI быуатта ижад ителә
(йырҙа Бикбау бей һәм Иҫке бей замана геройҙары булараҡ иҫкә алына).
Йыр лирик-драматик характерҙа.



М. А. Буранғолов раҫлауынса,
«Ғилмияза» йырын бөрйәндәр араһында билдәле халыҡ йырҙарын башҡарыусы Ғилмияза сығарған, улар уның ҡаҙаҡтарҙа тотҡонлоҡта булған тормош осорон сағылдыра.
К. М. Дияров версияһына ярашлы,
«Ғилмияза» йыры авторы бәләкәй саҡта юғалып
сит тарафтарҙа йәшәгән Нуғай даруғаһы Ҡарағай-Ҡыпсаҡ волосы Таһир ауылынан Ғилмияза исемле ҡыҙ.

«Ғилмияза» ‒ классик боронғо һалмаҡ оҙон көй.

Башҡарыусы уны йырлағанда йырҙың барлыҡ
ҡа килеү легендаһын һөйләп, тыңлаусыларҙы
шул осор атмосфераһына солғай.

Легендаға ярашлы, борон заманда бер башҡорт ауылында Исмәғил ҡарт йәшәгән. Уның Ғилмияза исемле ҡыҙы булған.

"Һеңлеләр". Тәнзилә Ғәйфуллина.
Һүрәт сығанағы: tanzilya.ru
Йәйҙең бер йәмле көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар еләк йыйырға сыҡҡан. Улар менән Ғилмияза ла барған. Быларға ҡаршы килгән кешеләр араһында Ғилмиязаның атаһына үс тотоп йөрөгән аҡһаҡ Ҡыҙрас ҡарт та бар икән. Ҡыҙҙы ҡатындар араһында күреп ҡалған Ҡыҙрас Исмәғилдән үс алырға теләгән.
Ҡатындарҙы ҡурҡытып,
шау-шыу ваҡытында был
әҙәм ҡыҙҙы урлап, ҡаҙаҡ далаларына китеп барыусы юлаусыларға һатҡан да
ебәргән, ти. Ҡатын-ҡыҙҙар,
еләк йыя алмайынса,
кире ауылға ҡайтып
киткәндәр.
Ҡурҡыштарынан был хәл тураһында улар бер кемгә
лә әйтмәгән. Ҡыҙҙың ата-әсәһе илаған да илаған, Ғилмиязаны эҙләп хәлдән тайғандар, тик
таба алмағандар. Ҡыҙ һыуға төшкәндәй юҡҡа сыҡҡан.
Ҡарттар ҡыҙын эҙләп табыуға өмөтөн өҙә башлаған.

Бер саҡ Садиҡ тигән берәү бер ауыл урамынан үтеп барған саҡта,

моңло йыр ишетеп туҡтап ҡала. Был йырҙың көйө беҙҙең яҡтарҙыҡына

оҡшаған тип, тәҙрә янына уҡ килеп тыңлай башлаған.

Алыҫ ерҙән балҡып, ай, күренгән
Уралмы икән, әллә көнмө икән?
Сит илдәрҙә уҙған ғүмеремдең
Бер көндәре әллә йылмы икән?
Был Ғилмияза була. Шул саҡ ҡыҙыҡай тәҙрәнән тышҡа баға. Унда семәрләп эшләнгән сергеле көмөш ҡойошҡаны менән аҡыҡлы эйәре өҫтөндә ыҫпай егет ултыра ти. Бер аҙ ҡарашып торғас, был егет унан өйгә инергә рәхсәт һораған. Ҡыҙ, баш ҡағып, ризалыҡ биргән.
Егет өйгә ингәс, унан ҡайһы яҡтан килгәнен,
был йырҙы нисек өйрәнгәнен һорашҡан. Ҡыҙ уға үҙенең башынан үткәндәрен һөйләп биргән, ти.
‒ Тағы ла бер йырла әле, ‒ тип һораған Садиҡ.
‒ Ҡурҡам, ‒ тигән ҡыҙ оялып.

Шул саҡ йортҡа Ғилмиязаның әхирәттәре килеп
ингән һәм ҡабатлап йырлауын үтенгән.
Ғилмияза йырлап ебәргән:
Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,
Урал тауы буйлап, көн битләп.
Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп.
Этҡара ла тигән тау башында
Ҡалды минең уйнаған таштарым.
Һигеҙ менән туғыҙ араһында
Юғалды ла ғәзиз баштарым.
Был илдәрҙең менер атҡайҙары
Ҡырас яллы, көмрө билле икән.
Үҙ илемдәй түгел илкәйҙәре,
Ҡом бураны уйнай, елле икән.
Садиҡ, Ғилмиязаның моңло, зарлы, серле йырына хайран ҡалып ҡайтып киткән. Ҡыҙҙың тыуған ауылына килеп, уның атаһына:
— Исмәғил уҙаман, һөйөнсө, һинең юғалған ҡыҙың табылды, теләһәң, бөгөн үк алып ҡайтып бирәм, — тигән.
— Әгәр Ғилмияза ҡыҙым иҫән булһа, үҙеңә кәләш итеп бирәм, — тигән Исмәғил ҡарт.
Был ваҡытта ҡыҙҙың юғалыуына егерме биш йыл уҙған була. Күп илауҙан ҡыҙҙың атаһының ике күҙе лә күрмәҫ булған.
Садиҡ һүҙендә торған, ҡыҙҙы алып ҡайтып тапшырған да:
— Ҡыҙыңды үҙе теләгән кешегә кейәүгә бир, — тип үҙ юлы менән китеп барған, ти.
Был тарихтың аҙағы ни менән тамамланған, йәштәр
өйләнгәнме-юҡмы, билдәһеҙ. Әммә Ғилмиязаның һағышлы йыры
тыуған яҡҡа тоғролоҡ һәм мөхәббәт йыры булараҡ һаҡланып ҡалған.
Тап ошо үҙенсәлек әҫәргә этик яңғыраш өҫтәй. Йырҙың көйө
поэтик текст менән бергә күңел ҡылдарын тирбәлтә.
Башҡарыусылар: Ә. С. Шайморатова, Ф. Ә. Килдейәрова,
И. И. Дилмөхәмәтов (инструменталь вариант).
Тауыш һәм фортепиано өсөн йыр Р. Ә. Мортазин тарафынан эшкәртелгән. «Ғилмияза» көйө А. С. Ключаревтың «Горная быль» балетында,
А. М. Ҡобағошовтың Симфоник поэмаһында ҡулланылған.

Әлфиә Мырҙабаева – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Л. Лебединский билдәләмәһе буйынса «милли музыкаль-поэтик
классика» булған меңәрләгән йыр өлгөләре – оҙон көй башҡорт
халҡының тәбиғи мәҙәни ҡаҙанышы булып тора.
Быуаттар дауамында оҙон көй үҙенең ысын оҫталар ғына башҡара алған, юғары, элиталы жанр булараҡ мөһим тәғәйенләнешен һаҡлап алып ҡалған.
Башҡорт оҙон көйҙәрен еренә еткереп башҡарыу
өсөн йырсының үҙенсәлекле тәбиғи йырлау һәләтенән
тыш эске шәхсән рухи юғарылыҡҡа эйә булыуы, милли аһәңде һәм традицион йыр башҡарыу формаларын
тойоуы зарур. Оҙон көйҙө ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа башҡара, әммә йырҙарҙы ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуына бүлеү йыш осрай.
Көйгә виртуозлыҡ һәм
импровизациялау хас.
Ҙур диапазон (ике октаваға тиклем һәм
унан юғарыраҡ), тауыш киңлеге һәм бай
көй орнаментикаһы йырҙарҙың стиль
үҙенсәлектәрен тәшкил итә.
Оҙон көйҙөң көйләү формаһы – поэтик текст ярымстрофаһын үҙ эсенә алған моңло көйләү. Моңло көйләү ғәҙәттә бер-береһе менән бәйле ике шиғри һөйләм юлдарынан тора, улар, үҙ сиратында, музыкаль фразаларға бүленә.
Жанр-тематик билдәләнеше буйынса оҙон көй
лиро-эпик йырға бүленә:
колониаль баҫып алыуға ҡаршы көрәш («Урал», «Салауат»), әрме хеҙмәте һәм хәрби походтар («Әрме», «Эскадрон»), кантон начальниктары («Ҡолой кантон», «Абдулла ахун», «Азамат кантон»), ҡасҡындар һәм һөргөнгә оҙатылыусылар («Бейеш», «Буранбай»,
лирик йырҙар:
тәбиғәт хаҡында («Һандуғас», «Кәмәлек»), социаль тигеҙһеҙлек («Мал»), ҡатын-ҡыҙ яҙмышы («Таштуғай», «Ғилмияза», «Зөлхизә»), мөхәббәт хаҡында («Сәлимәкәй»), тормош, йәшәйеш тураһында («Ҡалды», «Үткән ғүмер»).
Оҙон көй ғәҙәттә ҡурай
моңо аҫтында башҡарыла
һәм инструменталь (ҡурай,
һирәгерәк скрипка)
версиялары була.

Һүрәт сығанағы
: onknrb.bashmusic.net
Йырҙы башҡарыр алдынан легенда – йыр тураһында тарих һөйләнелә, был тыңлаусыларға йырҙың йөкмәткеһен аңларға
һәм уларҙы эмоциональ йәһәттән әҙерләргә ярҙам итә. Оҙон көй башҡарыу оҫталығына бәләкәй саҡтан өйрәтә башлайҙар. Халыҡ йыйылыштарында – йыйындарҙа йырсы һәм ҡурайсылар өсөн бәйгеләр ойоштороу, оҙон көйҙөң үҫеше һәм йыраусы булып танылыуҙың төп шарты булып торған.
Оҙон көйҙәрҙе башҡарыусы йыраусылар араһында юғары (тенор) ир-ат тауыштары һәм ҡатын-ҡыҙ (сопрано) тауыштары йышыраҡ осрай. Дискант тауыштар борон күберәк булған. Оҙон көй ҡурай моңо аҫтында башҡарылған.
А capella, гармун йәки баян башҡарыуында ла йырлайҙар.
2018 йылдың 19 декабрендә, Матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын төбәк реестрына индереү буйынса Республика Эксперт советының 1-се ултырышында «оҙон көй» объект булараҡ теркәлгән. Объект номеры: 01-005.
Ссылка: onknrb.bashmusic.net

«Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫы тураһындағы» Башҡортостан Республикаһы Законы,

№290-з, 2020 йылдың 29 июне

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы тарафынан 2020 йылдың

25 июнендә ҡабул ителгән.

docs.cntd.ru

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988.
  2. Алкин М. Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, 1992.
Ссылки:

  1. Һүрәт сығанағы: ok.ru
  2. Һүрәт сығанағы: missrussia.ru