Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡорт милли кейеме

Һәр заманда кейем, тәнде тирә-яҡ мөхиттең тәьҫиренән һаҡлауҙан тыш, сакраль, эстетик мәғәнәгә, этномәҙәни әһәмиәткә эйә булған. Юҡҡамы ни милли кейем-һалым, ҡыйыҡ яғалы күлдәк булһынмы ул, төлкө башлыҡ булһынмы, беҙгә
ата-бабаларыбыҙҙың тормошо, йәшәү рәүеше хаҡында күпте һөйләй.
Бөгөн башҡорттарҙың милли кейеме хаҡында һөйләгәндә, беҙҙең күҙ алдыбыҙға бейеүселәр кейгән сәхнә костюмдары килеп баҫа, әммә ысынында милли кейем тарихы күпкә ҡыҙығыраҡ һәм тәрәнерәк.

Фотола: Ф. Ғаскаров
ис. ансамбль.
Һүрәт сығанағы
Тәү сиратта башҡорттарҙың мәҙәни аспекттарҙа бер бөтөн булмаған халыҡ икәнлеген асыҡлап китәйек.
Башҡорттарҙың айырым төркөмөнөң кейеме уларҙың ырыу
һәм ҡәбилә тарихының этник үҙенсәлегенә бәйле. Барлыҡ был
үҙенсәлектәр ете төр костюм комплекстарында сағылыш таба: көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш (Дим), Һамар-Ырғыҙ, үҙәк (Инйәр), төньяҡ-көнбайыш һәм көнсығыш (Урал аръяғы) комплекстары.
Күп осраҡта костюм комплекстары бер үк типлы. Шул уҡ күлдәк, ыштан, итек һәм өҫ кейеме.
Кейемде биҙәүҙә, материал төрөндә
һәм уныкейеү үҙенсәлегендә
айырымлыҡтар бар.
Башҡорт костюмының төп өлөшө һәр саҡта ла туникаға оҡшаған күлдәктән, киң сабыулы ыштандан һәм халат рәүешендәге өҫ кейеменән тора. Ирҙәр күлдәге тубыҡҡа тиклем оҙон, киң яғалы һәм урта уйымлыбула. Ҡатындарҙыҡы – яғаһыҙ, оҙон, иҙәнгә тейеп тора. Күлдәк өҫтөнән ҡатындар түшелдерек йәки күкрәксә таға.
Ыштан өҫтөнән башҡорттар салбар кейә, эшләгән саҡта уға өҫ кейеме ҡыҫтырыла. Ул, үҙ сиратында, киндерҙән, ҡулдан һуғылған йәки һатып алынған туҡыманан тегелә. Уны сигеү һәм аппликациялар менән биҙәйҙәр. Иң боронғо кейемдәрҙән буҫтау сәкмән һәм туҡыма елән була, шулай уҡ ат тиреһенән тегелгән ҡолон тун һәм һарыҡ тиреһенән тегелгән тире тун кейәләр.
Толопто башҡорттар юл кейеме сифатында файҙалана һәм йылы кейем өҫтөнән кейә. Шуның өсөн дә толоптар бер нисә размерға ҙур итеп тегелә. Шулай уҡ толоптоң һыуыҡтан һәм елдән һаҡлар өсөн бейек яғаһы була. Ҡышҡы кейемде йөн ҡушаҡ – билбау менән бәйләйҙәр. Уны ике тапҡыр уратып, остарын ҡабырға тирәһенә ҡыҫтырып ҡуйғандар. Бай башҡорттар билбауҙы туҡылған билбауға – аҫыл таштар менән биҙәлгән ҡәмәргә алмаштырғандар.
XIX быуатта башҡорт кейемендә билле өҫ кейеме киң тарала. Бишмәтте фабрикала етештерелгән кизе-мамыҡ туҡыманан ҡатлап теккәндәр. Камзулды – күлдәк өҫтөнән кейгәнеңһеҙ кейемде –шулай уҡ һатып алынған фабрика тауарынан теккәндәр. Ә бына фин-уғыр халыҡтарындағы кеүек йоҡа ҡыҫҡа киндер кафтан – сыбаны буйлы тауарҙан теккәндәр: ирҙәрҙекен – тар һыҙатлы аҡ буҫтауҙан, ҡатын-ҡыҙҙыҡын – күгелйемерлектә аҡ һыҙатлы йәки ҡыҙылерлектә ҡара һыҙатлы тауарҙан.
Баш кейемдәре шулай уҡ төрлөлөгө менән айырылып торған. Ирҙәрҙә ул түбәтәй, бүрек, кейеҙ ҡалпаҡ һәм эшләпә, бейек ҡолаҡсын бүрек – малахай булған. Ҡатындар һарауыслы сигелгән таҫтар өҫтөнән мәрйен һәм тәңкәләр менән биҙәлгән һәм арҡалығы оҙон булып төшөп торған, елкә тирәһе асыҡҡашмау кейгән. Бының менән генәҡатын-ҡыҙ баш кейемдәренең төрлөлөгө бөтмәй.Бай ҡыҙҙар шулай уҡ кәләбаш – тәңкә менән биҙәлгән киң арҡалыҡлы бейек башлыҡ кейгән. Ҡыҙҙар шулай уҡ тәңкә менән биҙәлгәнҡалпаҡ йәки таҡыя исемле баш кейеме кейгән. XX быуатта баш кейемдәренә яулыҡ, ҡушъяулыҡ, бәрхәт ҡалпаҡһәм ҡама бүрек өҫтәлгән.
Ҡатын-ҡыҙ биҙәүесһеҙ гүзәл зат булмаҫ ине. Ҡатын-ҡыҙ кейемдәре мәрйен, көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән. Уларҙы беләҙек, йөҙөк, алҡал, аҫмалар, һаҡал, түшелдерек, сулпы тулыландырып торған. Елкәлек ҡыҙҙар өсөн генә тәғәйенләнгән биҙәүес һаналған. Биҙәүестәрҙә йыш ҡына аҡса, мәрйен, аҡыҡ, фирүзә, тау гәлсәре, мәрүәр, ҡабырсаҡ, ҡайһы саҡта балыҡ умыртҡалары, ҡәнәфер емештәре ҡулланылған.
Башҡорттарҙың аяҡ кейеме шулай уҡ заман талаптарына ярашлы булған. Күбеһенсә башҡорттар күн башмаҡ, ҡата, итек, ситек кейгән. Бындай аяҡ кейемен быҙау, үгеҙ, ат тиреһенән һәм буҫтауҙан эшләгәндәр. Төньяҡ райондарҙа шулай уҡ сабата, ә төньяҡ-көнсығышта тиренән эшләнгән ҡыҫҡааяҡ кейеме кейгәндәр.
Алда әйтеп үтеүебеҙсә, башҡорт кейеме 7 костюм комплексына бүленә
Көньяҡ-көнсығыш
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-аттың көндәлек кейеме бында кәзәкей, байрам көндәрендә – елән, буҫтау сәкмән, ҡыш көндәре тун һәм толоп булған. Ирҙәр түбәтәй, тиренән малахай, кейеҙ ҡалпаҡ
кейгән. Йәш ҡатындар – ҡашмау, олораҡтартаҫтар кейгән. Һыуыҡ

көндәрҙә улар баштарына өсмөйөшләп бөгөлгән киң йөн шәл ябынған. Ирҙәр һәм ҡатындар аяҡтарына кейеҙ ойоҡ, күнаяҡ кейеме – ҡата һәмитек кейгән. Ҡатын-ҡыҙҙар киң итәкле күлдәк кейгән, селтәр һәм ҡашмау таҡҡан. Биҙәүестәрҙән беләҙек, йөҙөк, муйынса таҡҡан. Ҡыҙҙар ярым овал йәки өсмөйөш формаһындағы елкәлек таҡҡан.
Көньяҡ-көнбайыш (Дим)
Көньяҡ-көнсығыш һым көньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙа уртаҡлыҡтар күп. Ҡатын-ҡыҙҙар бында күлдәк өҫтөнән мәрйен
һәм тәңкә менән биҙәлгән оҙонса һаҡал таҡҡан, бил тирәһендә тарайтылған ҡыҫҡаелән һәм камзул, байрамдарҙа сәкмән һәм тун кейгән. Ҡайһы саҡта һаҡал менәнсулпылы арҡа биҙәүесе – сәсҡап таҡҡан. Сәстәргә бау йәки тәңкәле биҙәүес – сәсүргес үрелгән. Тәңкәләр тегелгән киң таҫма – хәситә һул иңбашҡа кейелгән. Ҡатын-ҡыҙҙар башына ҡашмау һәм таҫтар, ирҙәр малахай – ҡолаҡсын бүрек кейгән. Дим башҡорттарына аяҡ кейеме булып бейек үксәле күн туфли – ҡата хеҙмәт иткән.
Һамар-Ырғыҙ
Ир-аттарҙың киң таралған кейеме кафтан – кәзәкей,ҡатын-ҡыҙҙыҡы – елән. Буҫтауҙан һәм тиренән етештерелгән сәкмән,
толоптарҙы күн йәки кейеҙҙән эшләнгән баш кейемдәре менән кейгәндәр, ирҙәр – бүреккейгән, ҡатындар яулыҡ һәм шәл

ябынған, байрамдарҙа ҡашмау кейгән, олораҡтар таҫтар таҡҡан. Түшелдеректәр көньяҡ-көнсығыштағы селтәр һәм көньяҡ-көнбайыштағы һаҡалтибында булған. Муйынға муйынсаҡ, мәрйен, төймә таҡҡандар. Ҡыҙҙар араһында ярым овал йәки өсмөйөш формаһындағы елкәлек киң таралған. Аяҡ кейеменән – ҡата, һирәгерәк итек, ситек булған.
Үҙәк (Инйәр)

Ир-аттың һәм ҡатын-ҡыҙҙың өҫкө кейеме булып елән хеҙмәт иткән. Олораҡ ирҙәр бишмәт кейгән. Баш кейеме булараҡ ирҙәр тире башлыҡ һәм кейеҙ ҡалпаҡ, ҡатындар – ҡушъяулыҡ, олораҡтар таҫтар һәм ҡама бүрек кейгән. Аяҡ кейеме ҡыҫҡа ҡуңыслы ҡата булған. Ҡатын-ҡыҙҙың төп биҙәүесе ярым овал йәки трапеция формаһындағы һаҡал булған. Ҡыҙҙар ярым овал формаһындағы елкәлек таҡҡан.






Фотола: ҡатын-ҡыҙҙар кейеме (ҡулдан буғылған туҡыманан тегелгән күлдәк,
бәрхәт камзул, көмөш биҙәүестәр). Башҡортостандың үҙәк райондары.



Төньяҡ-көнбайыш

Кейем элементтарында өй шарттарында туҡылған әйберҙәр өҫтөнлөк алған, киндерҙән күлдәк, ыштан, алъяпҡыс һәм өҫ кейеме теккәндәр. Өҫ кейеме бишмәт һәм сыба булған. Ҡышын тун һәм мамыҡ һырма кейгәндәр. XIX быуат аҙағында ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең үҙенсәлегебил тирәһенән үк башланған балитәкле күлдәк булған. XX быуат башында бында күлдәктәр һәм алъяпҡыстар йорт шарттарында туҡылғанбиҙәклеҡыҙыл һәм һарғылт туҡыманан тегелгән. Йәй көнө күлдәк өҫтөнән оҙон, тар билле һәм аҫҡа табан киңәйгән камзул кейгәндәр. Тәңкәле биҙәүестәр: һырға һәм сәсҡап, арҡалыҡ, дәүет таҡҡандар. Көнбайыш райондарында ҡатын-ҡыҙ күлдәге яғаһы өҫтөнән муйынға биҙәүестәр – яғасылбырҙар таҡҡандар. Ирҙәрҙең баш кейеме – күн бүрек һәм кейеҙ эшләпә. Ирле ҡатындар француз яулыҡ ябынған, олораҡтар иңбаштарын ҡаплап торған аҡ япма – ҡыйыҡса кейгән. Ҡатын-ҡыҙ костюмы бер нисә төр ҡалпаҡ менән тулыланған. Был төбәктә XIX быуаттың аҙағына тиклем ҡыҙҙар таҡыя кейгән. Аяҡ кейеме – сабата, ә байрамдарҙа – күнбашмаҡ, ҡын калуш булған.




Фотола: ҡулдан һуғылған туҡыманан тегелгән күлдәк иҙеү һәм яға сылбыры менән биҙәлгән. Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайыш райондары.

Төньяҡ-көнсығыш
Ҡышын ҡатындар –мамыҡ һырма көпө йәки тун, ә ирҙәрҙур яғалы сәкмән кейгән. Барлыҡ миҙгелдәрҙә лә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-ат өсөн бишмәт алыштырғыһыҙ кейем булған. XIX аҙағында күлдәк, ирҙәр күлдәге һәм ыштандарҙы аласанан теккәндәр. Күлдәк өҫтөнән олораҡ ҡатындар камзул кейгән, йәшерәктәр
алъяпҡыс таҡҡан. Алъяпҡыс һәм күлдәктәр борош техникаһында, ә XX быуатта күп төҫлө эре сәскәле орнаментлы тамбурлы сигеү

менән сигелгән. Баш кейеме алтын йә мәрйен менән сигелгән ҙур булмаған ҡалпаҡ, яулыҡ, тупый, ҡамсат бүрек булған. Трапеция формаһындағы түшелдерек – муйынса тәңкәләрҙән торған, күкрәкте муйындан билгә тиклем ҡаплаған. Биҙәүесте баштағы япмаға беркетелгән һаҡал тулыландырған. Ир-ат костюмының үҙенсәлеге күкрәк киҫемен ҡаплап торған, тамбурлы йөй менән сигелгән ултырмалы яғалы күлдәктәр булған. Йәйен –күн башмаҡтар, сабата, ә ҡышын ат һәм һыйыр тиреһенән тегелгән аяҡ кейеме кейгәндәр.
Көнсығыш
(Урал аръяғы)

Ҡатын-ҡыҙҙар елән, ә ир-ат кәзәкәй кейгән, буҫтау һәм тиренән тегелгән әйберҙәр юғары баһаланған. XX быуатта камзул
барлыҡҡа килгән. Күкрәк биҙәүесе яға арҡалыҡ – иңһәлек менән
тулыландырылған. Баш кейеме – ҡыҙыл яулыҡ, уның бер осон
сигеп, тәңкәләр, суҡтар менән биҙәгәндәр. Ҡыҙҙар өсөн сәсүргес – сәсмәү һәм сөңкә тирәһен ҡаплаған елкәлек булған. Күлдәк, алъяпҡыс, ирҙәр күлдәктәрен, ҡушаҡтарҙы, ҡатын-ҡыҙ баш кейемен, буҫтау ҡуныслы аяҡ кейемен сигеп биҙәгәндәр. Туй һәм байрам кейеме тамбурлы сигеү, тигеҙ йөйҙәр, аппликациялар менән биҙәлгән. Ҡышын ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме ҡама бүрек була. Аяҡ кейеме булып бейек үксәле, ҡаты табанлы ҡата, йомшаҡ табанлы сарыҡ хеҙмәт итә.
Башҡорт милли кейеме традицияларының
бөгөнгө заманда сәхнәлә генә түгел, халыҡ араһында ла
лайыҡлы урыны бар. Һуңғы осорҙа замана башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының гардеробында һаҡал, ҡашмау кеүек элементтар барлыҡҡа килде. Милли костюм һабантуйҙан алып халыҡ йыйындары кеүек күп кеше ҡатнашҡан сараларҙың да айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Традицион милли костюм элементтары, ижади юҫыҡта асылып, бик күп
модельерҙарҙың коллекцияларында сағылыш таба.
БР РХИҮ МЙ «Селтәр» студияһы фотоһүрәттәре.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
  1. Мәғлүмәт биреүсе: Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты.
  2. Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
  3. Амиров Д. Г. Башкиры: этнографический очерк // Труды научного общества по изучению быта, истории и культуры при Наркомпросе БССР. Стерлитамак, 1922. Т. 1, вып. 2.
  4. Башҡорт халыk сəнгəте (Башкирское народное искусство) / С. Н. Шитова, Е. Е. Никонорова, Ф. Г. Ахатова. Уфа: Демиург, 2002. На башк., русск. и англ. яз.
  5. Башкиры / отв. ред. Р. Г. Кузеев, Е. С. Данилко. М.: Наука, 2017. (Сер.: Народы и культуры).
  6. Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
  7. Башкиры-гайнинцы Пермского края: история, этнография, антропология, этногеномика / под ред. Р. М. Юсупова. Уфа: Гилем, 2008.
  8. Башкиры-гайнинцы: история и современность / под общ. ред. Р. М. Юсупова. Уфа: Китап, 2012.
  9. Георги И.Г. Описание всех в Российском государстве обитающих народов, также их житейских обрядов, вер, обыкновений, жилищ, одежд и прочих достопамятностей. Ч. 2. О народах татарского племени и других нерешенного еще происхождения северных сибирских. 2-е изд. СПб.: Императорская Академия наук, 1779.
  10. Полное собрание ученых путешествий по России, издаваемое Императорскою Академией Наук, по предложению ее президента. Том шестой: Записки Путешествия Академика Фалька. СПб., 1824.
  11. Исследователи-путешественники о Башкортостане. XVIII век / сост., предисл., коммент. В. В. Сидоров. Уфа: Китап, 2007.
  12. Казанцев Н. Описание Башкирцев, составленное Н. Казанцевым. СПб.: тип. Т-ва «Общественная польза», 1866.
  13. Камалиева А. С. Взаимосвязь художественных традиций в костюмах башкир и народов Сибири // Вестник Кемеровского государственного университета культуры и искусств. 2016. № 37.
  14. Киссер Т. С. Путешествие И. П. Фалька и И. Г. Георги по Российской империи (по материалам дневников) // Уральский исторический вестник. 2016. № 2 (51).
  15. Костюм народов России в графике 18–20 веков: Из фондов Гос. центр. театр. б-ки / [Авт.-сост. Н. М. Штукатурова]. М.: Союзрекламкультура, Б. г. (1990).
  16. Круковский М. А. Южный Урал. Путевые очерки (с 140 фотографиями автора). М.: Изд. К. И. Тихомирова, 1909.
  17. Кузеев Р. Г. Народы Среднего Поволжья и Южного Урала: этногенетический взгляд на историю. М.: Наука, 1992.
  18. Кузеев Р. Г., Бикбулатов Н. В., Шитова С. Н. Зауральские башкиры // Археология и этнографии Башкирии. Уфа, 1962. Т. 1.
  19. Лаббе Поль. По дорогам России от Волги до Урала: пер. с фр. А. Ш. Губайдуллиной и Л. Ф. Сахибгареевой под ред. И. В. Кучумова. М.: «Паулсен», 2017.
  20. Лепле Ф. Башкиры – скотоводы, ведущие полукочевой образ жизни (Восточная Россия). 1844, 1853 гг. // Документы и материалы по истории Башкирского народа (1790–1912). Уфа, 2012.
  21. Народы Башкортостана: историко-этнографические очерки / гл. ред. Р. Г. Кузеев. Уфа: Гилем; Информреклама, 2012.
  22. Тулыбаева Н. Б. Ауыл зыялыһы – Әсмә Усманова. Уфа: ООО «Информреклама», 2012.
  23. Черных А. В. Традиционный костюм народов Пермского края. Татары и башкиры. СПб.: «Маматов», 2017.
  24. Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. Уфа: Китап, 1995.
  25. Юлуев Б. М. К этнографии башкир (Свадебные обряды в Орском уезде Оренбургской губернии) // Этнографическое обозрение. 1892. № 2–3.
© Ғәзизов Р. Ф., автор-төҙөүсе, 2020