Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Һуғым йолалары
(Ҡаҙ өмәһе)
Башҡорт халҡы тормошонда бер-береңә ярҙам итеү йолалары мөһим урын алып торған. Башҡорттар борон-борондан бер-береһенә бөтә яҡлап та ярҙам иткәндәр. Барлыҡ эштәре уртаҡ булған.
Шул берҙәмлек уларға ауыр тәбиғәт шарттарында йәшәргә көс биргән. Берәү ҙә, бер ҡасан да үҙенең проблемалары менән яңғыҙ ҡалмаған. Һәр ваҡыт ярҙамға килерҙәй туғандары, күршеләре, ауылдаштары эргәһендә булған.

Ғөрөф-ғәҙәт буйынса, ҡайһы бер ярҙам өмәләре йәй, икенселәре ҡыш үткәрелгән. Ит әҙерләү (һуғым өмәһе, ҡаҙ өмәһе), туҡыма етештереү (тула баҫыу өмәһе, етен иләү өмәһе, киндер иләү өмәһе) һымаҡ ойошҡанлыҡ талап иткән эштәр ҡара көҙ һәм ҡыш эшләнгән.

Башҡорттарҙа өмәләр байрамдар менән дә бәйле булған. Шуның өсөн дә эш һәм байрам араһына сик ҡуйылмаған.

Бергәләп эшләгән ваҡытта кешеләрҙең кәйефе һәр ваҡыт күтәренке була, сөнки улар һәр өмәне үҙенсәлекле байрам һымаҡ ҡабул итә.
Эштең ауырлығына һәм оҙайлылығына ҡарап, хужа өмәселәрҙе бер нисә тапҡыр һыйлаған.

Өҫтәүенә, ҡайһы бер өмә төрҙәре башҡорттарҙа төрлө ышаныуҙарға бәйле булған.

Мәҫәлән, ҡаҙ өмәһе ваҡытында ҡатын-ҡыҙ йомшаҡ ҡаҙ мамығын тиреһе менән бергә ҡырҡып киптергән. Шунан һуң мамыҡҡа он һибеп ҡаҡҡандар ҙа балаларҙың баш кейеменә, сәңгелдәгенә, ҡатын- ҡыҙҙың баш кейеменә бетеү итеп теккәндәр. Бетеүҙең күҙ тейеүҙән, ауырыу-сырхауҙарҙан, бәхетһеҙ осраҡтан һаҡлауына башҡорттар ныҡ ышанған.

Лидия Нагаева «Башҡорт халыҡ байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары» исемле китабында ошолай яҙа: "Йәш килендәр йомшаҡ ҡаҙ мамығын әсәләренә предметлы хат яҙғанда ҡулланған. Мәҫәлән, түңәрәккә бөгөлгән тал сыбығының осона бәйләнгән ҡаҙ мамығы ҡыҙҙарҙың тыуған өйөнә ҡош һымаҡ осоп ҡайтырға әҙер булыуын һәм әсәһенең ҡунаҡҡа саҡырыуын түҙемһеҙләнеп көтөүен белдергән".
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр өмәнең байрам өлөшө йыр, бейеү һәм төрлө көйҙәрҙән тороуын билдәләй. Эш мәлендә һәр саҡ йыр яңғырап торған. Шул уҡ ваҡытта йор һүҙлелек, күңелле уйындар һәм шаярыуҙар өмәлә ҙур урын алған. Ошонда уҡ хеҙмәткә һөйөү тураһында мәҡәлдәр, халыҡтың йырға, күңел асыуға арналған әйтемдәре тыуған. Мәҫәлән, «Күмәк кешенең күңеле күтәренке».

Ҡаҙ өмәһе (байрамдың тарихы)
Ҡаҙ өмәһе – башҡорт халҡының иң матур һәм мөһим йолаларының береһе. Ул һәр ваҡыт йыр менән оҙатылып килә. Был ғөрөф-ғәҙәт кешеләрҙә киң күңеллелек, йомартлылыҡ, сабырлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү сифаттары тәрбиәләй.
Алда әйтеп үтелгәнсә, ҡаҙ өмәһендә башҡорттарҙың хеҙмәте, байрамы, йолаһы бер-береһенә бәйләнешле барған. Был боронғо йола ҡара көҙҙә, тирә-яҡҡа ҡар ятҡас, көндәр һыуытҡас үткәрелә. Байрамдың асылы шунда: әүәлдән, һыуыҡ көндәр етеү менән башҡорт ауылы халҡы ҡышҡылыҡҡа ҡаҙ ите әҙерләүгә тотонған.

Өмәнән бер-ике көн алда, хужабикә үҙенең туғандарының, күршеләренең, әхирәттәренең өйҙәренә барып, ҡаҙ өмәһенә саҡырып сыҡҡан. Ҡәғиҙә булараҡ, өмәгә саҡырылыуҙы улар шатланып ҡабул иткәндәр. Ҡаҙ өмәһендә ҡатнашыусы ҡатындар, үҙҙәренең һандыҡтарынан сағыу төҫтәге яулыҡтарын, алъяпҡыстарын, күлдәктәрен алып кейгәндәр, ә сәстәрен яулыҡ аҫтына йыйғандар. Ғәҙәттәгесә ҡаҙҙы өй хужаһы салған, ә ҡатын-ҡыҙ йолҡҡан. Ҡаҙ йолҡоу еңел эш түгел.
Әммә бөтәһе бергә дәррәү, һөйләшеп, мәрәкәләп эшләгәс, эш еңел дә, тиҙ ҙә башҡарылған. Һыу буйына барғанда башҡорттар "Ҡаҙ юлы" йолаһын башҡарған. Балалар юлға ҡаҙ ҡаурыйҙары ташлаған, ҡатын-ҡыҙ иһә ҡаҙҙарҙың киләһе йылда ла үрсеп, ошо юлдан теҙелеп йөрөүҙәрен теләп, изге теләктәр әйткәндәр.

Йылғалағы мәкелә ҡаҙҙарҙы һыуҙа сайҡатып алыу ҡыҙҙарға йөкмәтелгән. Ҡыҙҙар йолҡолған ҡаҙҙарҙы биҙрә урынына көйәнтәгә элеп, һыу буйына төшкәндәр. Килеп еткәс, ҡаҙҙарҙы ысҡындырып, мәкелә сайҡатып алғандар. Был йоланы башҡорттар тантаналы йырҙар менән башҡарған.
Йолҡонған ҡаҙ түшкәһенең тыш яғы йоҡа ғына боҙ ҡабығы менән ҡапланһын өсөн мәкеләге һыуға тығып алғандар. Ошондай боҙ ҡабығы ҡаҙҙы боҙолмайынса оҙаҡ һаҡланырға ярҙам иткән.
Ҡаҙ өмәһе үткәргән көндө йылға буйында йәштәр бик күп булған. Сөнки ҡаҙҙы ауылдың бер нисә ихатаһында салғандар.

Егеттәр ҡыҙҙарҙы гармун уйнап көтөп торған. Ҡаҙ йыуған мәлдә, ҡыҙҙар егеттәр менән аралашҡандар, йырҙар йырлағандар, ҡара –ҡаршы әйтешкәндәр. Йылға буйынан егеттәр ҡыҙҙар менән бергә ҡайтҡандар. Кискеһен байрам табынында йәштәр ҙә булған.

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында, мәҫәлән Бөрйәндә, хужалар һыйлағандан һуң, өмә бөтөү айҡанлы, "фантик" уйнағандар.

Алып барыусы ҡыҙ "фантиктар" йыйған: яулыҡ, тараҡ, балдаҡ, таҫма һәм башҡа әйберҙәр. Уйында ҡатнашыусы ҡыҙ алып барыусыға арҡаһы менән торған. Уң ҡулына фант тотҡан алып барыусы: "Был фантикка ниндәй бойороҡ?" – тип һораған.

Бойороҡ, ҡәғиҙә булараҡ төрлө булған: йырлау, бейеү, ҡумыҙҙа уйнау, ниндәйҙер тарих йәиһә әкиәт һөйләү. Егеттәрҙән фантиктар йыймағандар. Шулай ҙа уйынсы ҡыҙҙарға берәй егет менән башҡарырлыҡ талап ҡуйғандар.
Ҡаҙ өмәһе көнө һый-хөрмәт
Өмәселәр ҡаҙ йолҡҡан арала хужабикә өйҙә һый әҙерләгән. Өҫтәлдә төп ризыҡ туҡмас ашы һаналған. Хужабикә уны ошолай әҙерләгән: иң беренсе ҡаҙанға ҡаҙҙарҙы бешерергә һалған, шулай уҡ майһыҙ, ябыҡ ит тә төшөргән. Ит сәғәт ярым, ике сәғәт ҡайнаған. Ҡайнап торған һурпаға нәҙек кенә итеп ҡырҡылған туҡмас һалғандар. Иң беренсе ашты ҡунаҡтарға тәҡдим иткәндәр. Шунан өҫтәлгә эҫе бәлеш ҡуйылған (бәлештең эслегенә ҡаҙҙың тәпәйҙәре, башы, үпкә-бауыры һалынған булған), иң аҙаҡ ҙур өлөштәргә бүленгән ҡаҙ иттәре ҡуйыла. Өмә алдынан хужабикә мейестә икмәк бешереп алған. Сәйгә, ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ, бал, ҡаймаҡ, һөт, сәк-сәк ҡуйылған.
Ҡошсолоҡтоң башҡорт халҡының тормошондағы әһәмиәте
Ҡошсолоҡ, күбеһенсә ҡаҙсылыҡ, төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының хужалығында мөһим урын алып торған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында йорт ҡоштарын төньяҡ-көнбайыштағы һымаҡ күп үрсетмәгәндәр. Лидия Нагаева үҙенең китабында былай тип яҙа, көньяҡ-көнсығыш башҡорттары йәйләүгә сыҡҡанда, ҡош-ҡорттарын өйҙә ҡалдырғандар. Йәй буйы тауыҡтар, ҡаҙҙар үҙҙәре ем табып ашаған. Ҡош-ҡортон юғалтмаҫ өсөн хужабикә ҡаҙ, тауыҡтың ҡаурыйҙарына сағыу төҫтә сепрәк таҡҡан йәиһә ҡанаттарын буяп ебәргән. Йәйләүҙән ҡайтҡас, ҡаҙҙарҙы һарайға, аласыҡҡа йәки өйҙә махсус әҙерләнгән мөйөшкә ҡыуып индергәндәр. Ниндәйҙер ваҡыт уларҙы ашатмай тотҡандан һуң салғандар. Үрсетергә ике-өс эре ҡаҙ ҡалдырыр булғандар. Белгестәрҙең әйтеүенсә, XIХ быуат аҙағы һәм XX быуат башында башҡорт ауылдарының социаль бүленеше өмә үткәреүҙең формаһында ла, масштабында ла сағылыш таба. Халыҡ күп йыйылған өмәләр Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында шаулап-гөрләп үткән. Республиканың көньяҡ-көнсығышында ҡаҙ өмәһенә ҡурайсылар, йырсылар, сәсәндәр саҡырылған.
Беҙҙең көндәрҙә үткән ҡаҙ өмәһе
Ҡаҙ өмәһе йолаһы, шулай уҡ ҡаҙ ҡаурыйы, йәки Аҡ уңыш тип аталған байрам Башҡортостанда хәҙерге көндәрҙә лә үткәрелә. Республиканың Стәрлетамаҡ районында ҡаҙ өмәһе электән үк матур йолаға әүерелгән.
Быйыл ҡаҙ өмәһе байрамы республика күләмендә үткәрелде. Ноябрь аҙағында Күсәрбай ауылында ойошторолған фольклор байрамында Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Федоровка райондарының ағинәйҙәре ҡатнашты.
Ҡаҙ өмәһе – башҡорт йолалары араһында иң сағыуҙарының береһе. "Был йола үҙенең боронғо йөҙөн һаҡлап ҡалған һәм башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре киләсәк быуындың рухи үҫешендә мөһим роль уйнай тип һөйләй", – Стәрлетамаҡ районының Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Аҡсулпанова.
Ҡаҙ өмәһе байрамы ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында үтте. Унда биҙәүестәр күргәҙмәһе һәм башҡорт милли аш-һыуын тәмләп ҡарау табыны ойошторолған ине.
"Ҡаҙ өмәһе күренеше, йәки ҡаҙ йолҡоу, мәҙәниәт йорто сәхнәһендә күрһәтелде. Баяндың талғын моңдарына ҡушылып, халыҡ йырҙарын башҡарҙылар, йәнле әңгәмә ҡороп, ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡто, ә ҡаҙ мамығы, ҡаурыйҙары тирә-яҡҡа һибелде, – тип яҙа "Ауыл ырҙыны" баҫмаһы. – Сара һуңында ярыштар үткәрелде, бейеү, йырҙар яңғыраны. Көйәнтәләргә ҡаҙҙар элеп, йылға буйына барыу йолаһы күрһәтелде. Боҙло һыуҙа сайҡатып алыу итте таҙа, тәмле һәм һутлы итә.
Стәрлетамаҡ районының Төрөшлө ауылынан килгән "Сулпан" башҡорт фольклор ансамбле байрамға йәм өҫтәне. Ҡыҫҡа ғына театрлаштырылған байрамда башҡорт йолаһы – ҡаҙ өмәһен тулыһынса асып күрһәтә алдылар.
Ғөрөф-ғәҙәт буйынса, өмә байрам ашы менән тамамланды. "Ҡунаҡтарҙы бәлеш, ҡоймаҡ, бауырһаҡ, туҡмас, иң тәмле ит менән һыйланылар. Ҡаҙ итен байрам ваҡытында тәмләп ҡарау яҡшы билдә һанала", –тип өҫтәй баҫма.
Ҡаҙ фестивале (Терра-ҡаҙ)
30 ноябрь көнө Башҡортостандың Федоровка районында республика күләмендә беренсе тапҡыр ҡаҙҙарға арналған фестиваль үтте. Бөрйән балы, Бөрө алмалары кеүек, ҡаҙ Федоровка районының бренды булып китеүе ихтимал. Фестивалдә биш төрлө милләт вәкиле үҙҙәренең йолаларын күрһәтте. Улар араһында: "Йәтәс" тип аталған башҡорт йолаһы, урыҫтың "Кузминьки", мордва халҡының "Михалув-чи", сыуаштарҙың "Бирнә һатып алыу" туй йолаһы һәм татар халҡының "Ҡаҙ ҡанаты һатыу".
Урындағы ауыл мәҙәниәте йортоноң фойеһында ҡунаҡтарға башҡорт халҡының Ҡаҙ өмәһе йолаһын күрһәттеләр. Артистар ауыл халҡы менән берлектә тамашасыларға "Ҡаҙ байрамы"ның бөтә өлөшөн дә милли кейемдәр кейеп сәхнәләштерҙеләр.
"Тәүге тапҡыр үткәрелгән "Ҡаҙ фестивале" барыһына ла оҡшаны, – ти Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының яуаплы сәркәтибе Алмаз Ғәлимов. – Ойоштороусылар сараға махсус рәүештә ҡаҙ кейемдәре тектереп, ысынында ҙур байрам ойошторҙо. Ҡаҙ йүгереүе ярышы, ҡаҙ мамығынан эшләнгән мендәрҙәр күргәҙмәһе һәм республика халҡы өсөн үткәрелгән ҡаҙ өмәһе байрамы – былар барыһы ла "Ҡаҙ фестивале"нең онотолмаҫ, сағыу тамашаһы итеп күрһәтелде".
Галина Бахшиева әҙерләне.
Фото һәм видео Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылы клубы, Стәрлетамаҡ районы Мәҙәниәт йорто, Асҡын районының "Йәнтөйәк" гәзите, Федоровка районы хакимиәте, БР Ауыл хужалығы министрлығы базаһынан алынды.

06.12.2019 г.