Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡортостанда ғына
«Кама аръяғы удмурттарының ҡышҡы ғибәҙәт ҡылыуҙары»
нисек бар, шул килеш (аутентик) һаҡланған.

Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе Кама аръяғы удмурттарының ҡышҡы ғибәҙәт ҡылыуҙары – ҡорбан салыуы мәжүси осорҙан һаҡланған уникаль этномәҙәни күренеш.
Ҡышҡы ғибәҙәт ҡылыуҙар нисек ойошторола?
Улар традицион йолаларҙы белгән ҡанбабалар тарафынан ойошторолоп, ауыл хужалығында
миҙгелдәр алмашыныуына бәйле; ғаилә, ырыу (ғаиләлә, йәки төркөмгә тупланып, доға ҡылыу),
ауыл (дөйөм ауыл менән доға ҡылыу), барлыҡ
халыҡ именлегенә йүнәлтелә. Башҡортостан Республикаһы территорияһында ҡышҡы ғибәҙәт ҡылыуҙы ойоштороу XIX быуат аҙағында – XXI быуат башында ла дауам иткән, әммә уларҙы башҡарыу тәртибе һәм масштабы үҙгәрештәр кисергән.
Кама аръяғы удмурттарының был

ритуалдарҙы тулыһынса башҡарыуы XX б.

30-сы йылдарына тиклем дауам иткән.

Уларҙың күпселек ауылдарҙа юғала барыуы дөйөмләштереүгә, үҙенсәлектәрҙе бөтөрөүгә һәм кәметеүгә совет дәүләтенең дини ҡалдыҡтар менән көрәшеүенә
бәйле сәйәсәте булышлыҡ иткән. Кешеләр ғибәҙәтте йәшеренеп ҡылырға, ритуал урынын алмаштырып, етәкселек күҙенән алыҫыраҡ урында, бәләкәйерәк ауылдарҙа башҡарырға мәжбүр булған. XX б. 80-се, 90-сы й. баштарында был йолаларға бөтөнләй юғалыу ҡурҡынысы янай. Сөнки йәш быуын атеистик тәрбиәлә үҫә, йолаларҙы белгән ололар баҡыйлыҡҡа күсә.
Күп кеше ҡатнашлығында ғибәҙәт
ҡылыу һүнә бара, әммә ырыу һәм ғаилә
йолалары йәшәп килә. Ғибәҙәт ҡылыуҙы
ҡатын-ҡыҙҙар башҡара башлай.
Этнографик әҙәбиәттә Кама
аръяғы удмурттарының ҡышҡы
ғибәҙәт ҡылыуҙары Р. Р. Садиҡовтың монографияларында һәм мәҡәләләрендә айырыуса тулы сағылыш таба. Бөгөнгө заман тикшеренүселәренән Кама
аръяғы удмурттарының ҡышҡы ғибәҙәт ҡылыуҙары тураһында
Т. Г. Миңлеәхмәтова (2000) һәм
А. В. Черных (2002) телгә алып үтә.
Ҡышҡы ғибәҙәт ҡылыу тураһында
яҙған сит ил тикшеренеүселәренән
фин этнологы һәм дин белгесе,
«Пермь халыҡтары ышаныуҙары» (Permalaisten uskonto) монографияһында
Уно Хольмберг яҙмалары айырылып
тора. Унда 1911 йылда Өфө һәм Пермь губернаһы удмурттарынан (Mozga, Konegin, Kaimasebas, Staraja Kyrga)
алып яҙылған материалдар тупланған.
У. Хольмберг материалдарына ярашлы,
XX б. башында Бөрө өйәҙе Ҡаймашабаш ауылы удмурттары урамвöсь башҡарған –
ауыл урамында ҡорбан итеп йылҡы малы салған, ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ ғына ит бешергән һәм һөйәктәрен ағасҡа алып барған.
1885 й.
Венгр лингвисы Б. Мункачи 1885 йылда Бөрө
һәм Уҫа өйәҙе Можга ауылында йәшәүсе һәм
ошо уҡ өйәҙҙәрҙә тыуып-үҫеп, беренсе донъя һуғышында австрия лагерҙарына тотҡонлоҡҡа эләккән удмурттарҙың доғалары һәм арбауҙарын теркәгән.
1894 й.
1894 йылда фин лингвисы Ю. Вихманн Бөрө өйәҙе (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ҡалтасы районы) Оло Ҡасаҡ ауылы удмурттарынан дини йолаларын, шул иҫәптән ҡорбан салыуҙы, яҙып ала.
1984 й.
1984 йылда Кама аръяғы удмурттарында
А. Ю. Петерсон етәкселегендәге Тартус
университеты экспедицияһы була.
1991 й.
1991 й. был эшкә этнограф Агнеш Кережи етәкселегендә Венгр этнография музейы тотона, Борай һәм Ҡалтасы райондары удмурттары йолалары өйрәнелә.
2008 й.
2008 йылда Ҡалтасы районы Оло Ҡасаҡ ауылында Хельсинки университеты магистранты Карси Мякеля эшләй. Шул уҡ йылдың йәйендә Борай, Ҡалтасы, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында Печский университеты экспедицияһы (Венгрия, етәксеһе Золтан Надьи, Атилла Добо) ойошторола.
2013—2019 йй.
2013–2019 йылдарҙа Тәтешле районы удмурттарын Тартус университеты экспедицияһы (Ева Тулуз, Лийво Ниглас, Лаур Валликиви) өйрәнә. Йыйылған материалдар Эстон милли музейында, Тартус университетында, Эстон әҙәби музейында (Тарту), Фин-уғыр йәмғиәтенең фәнни архивында (Хельсинки), Финляндияның Музей идараһының Этнографик яҙмалар архивында (Хельсинки),
Фин әҙәби йәмғиәтендә (Хельсинки), Венгр этнография музейында (Будапешт) һаҡлана.
Р. Р. Садиҡов тикшеренеүҙәренә ярашлы, Кама аръяғы удмурттарының төрлө төркөмдәрендә ритуалдар үткәреү ваҡыты һәм тәртибе айырыла. Пермь крайында доға ҡылыу ноябрҙә үткәрелһә, Башҡортостанда – ҡышын көн менән төн тигеҙләнеше ваҡытында, декабрҙә ойошторола. Танып удмурттары (Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы, Борай, Балтас һәм Яңауыл райондары ауылдары) ҡышҡы ҡояш торошонда һәр ауылда урамвöсь/тол шор вöсь/тол вöсь (урам/урта-ҡыш/ҡышҡы ҡорбан салыу) ойоштора.
Бер урамда усаҡ яғалар һәм ҡорбан салалар, бар ауыл менән ғибәҙәт ҡылалар һәм бутҡа бешерәләр, уны йорттарында ашайҙар. Ғибәҙәткә бөтә ауыл халҡы йыйыла. Ҡайһы саҡта доға ҡылыуҙан һуң, һабантуйға оҡшаш дөйөм күңел асыу ойошторалар. Ҡанбабалар алдарына
ҡар өҫтөнә шыршы ботағы йәки уның
йәш олондарын һала. Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы
Оло Туғанай ауылында ир-ат яғы заты толшор (ҡыш уртаһы) байрамы уҙғара: һыйға көҙ көнө һуйылған мал ите башын бешерә.
Баҡыйлыҡҡа күскән туғандарын иҫкә
ала – чöлтӥськон. Йорттоң ҡатын-ҡыҙҙар яғында (кышно пал) айырым һауытҡа үлгәндәр өсөн аҙыҡ һалына, унан ризыҡ, тышҡа алып сығып, йорттан алыҫыраҡ урынға ҡуйыла. XIX быуат аҙағында
Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Оло Ҡасаҡ ауылында декабрь уртаһында тол-ӟуон (ҡышҡы мәжлес) үткәрәләр – куалеи ырыу ғибәҙәтнамәһендә доға ҡылалар. Тәтешле удмурттарында (Башҡортостандың Тәтешле районында) ауыл, эргә-тирә, шулай уҡ ауыл-ара ҡышҡы ғибәҙәтнамәләре була.
Беҙҙең көндәрҙә ҡайһы бер осраҡтарҙа «ҡорбан вәғәҙә итеү» ритуалы башҡарыла.
Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ритуалда ҡатнашыусылар изге урында төҙөлгән
«ғибәҙәт йортона» инәләр.
Ритуаль мәжлес бина эсендә башҡарыла. Ҡатнашыусылар араһында ир-ат ҡына түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа була. Ашаған саҡта улар айырым ултыра. Ирҙәр башлыҡтарын һалмайынса, ҡатындар оҙон еңле кейемдә, яулыҡ һәм алъяпҡыстарын сисмәйенсә туҡлана. Баш йәки кәүҙә ҡапланмайынса ҡалһа, Тәңре һәм үлгәндәрҙең рухтары
ул кешене күрмәйәсәк, тип иҫәпләгәндәр. Доға ҡылған ваҡытта йөҙҙәре менән көньяҡ һәм көнсығышҡа ҡарағандар, сөнки йылы миҙгел ошо яҡтар, илаһи донъя менән ассоциацияланған, ә һалҡын миҙгелдәр – көнбайыш һәм төнъяҡ менән, үлеләр донъяһы менән бәйле тип
ҡабул ителгән.
Бөгөн Танып удмурттарында (Башҡортостан Республикаһы Балтас районы

Аҫау ауылында) ауыл ғибәҙәттәре түбәндәгесә үткәрелә.




1
Билдәләнгән көндә (йома), ҡанбаба йортона 15-20 кеше –
ирҙәр һәм ҡатындар, ололар һәм йәштәр килә. Улар сынаяҡ
һәм бер нисә ҡоймаҡ килтерә. Көньяҡҡа ҡараған йорт мөйөшөндә һайғаҡҡа йыл һайын ғибәҙәт осоронда даими ҡулланылған ритуаль таҫтамал эленә. Ҡанбаба арпа ярмаһынан бутҡа бешерә, уның менән өс тапҡыр (ӟыбырттон) тубыҡтан эйелеп доға (куриськон) ҡыла.
Йоланы башҡарыусы аҡ халатта, пинжәк кейгән ике ярҙамсыһы боронғо таҫтамалдар менән билен быуа. Барлыҡ ирҙәр башлыҡта килеш доға ҡыла. Ғибәҙәт ваҡытында улар беренсе рәттәрҙә тора, уларҙан ары ҡатын-ҡыҙ урын ала. Доға уҡылғас бөтәһе лә өҫтәл артына ултырып, доға уҡылған бутҡаны ашай. Мәжлестән һуң барыһы ла сәй менән татлы тәм-том ашай һәм өйҙәренә таралыша. Сығыр алдынан ҡанбаба һәр береһенә сынаяҡҡа уҡылған бутҡа һала.

2
Ҡорбан салыу ғибәҙәттәрендә ҡояш сығыу менән,
йәйге йолалар ойошторолған изге урында ҡорбан салалар.
Ҡанбабалар көньяҡҡа ҡарап доға ҡыла. Ҡулдарында
улар таҫтамал өҫтөнә һалып йомро икмәк тота. Йәйге
ғибәҙәттән айырмалы, ҡышҡыһын ҡайын ботаҡтары
урынына шыршыныҡын файҙаланалар: берәр шыршы
ботағын ҡар өҫтөнә ҡанбабалар алдына тығып ҡуялар,
шулай уҡ ваҡ сыбыҡтарҙы доға уҡылған икмәк һалынған таҫтамалға ҡуялар. Доға уҡыған ваҡытта һарыҡты салалар.
Һәр ҡорбандан берәр ҡалаҡ ҡан алып, эргәлә ҡабыҙылған
усаҡҡа ҡоялар. Салыр алдынан һәр һарыҡты шыршы ботаҡтары менән «йыуып» сығалар. Һәр ҡорбанлыҡ ите (ғәҙәттә, ике бер үк төрлө һарыҡ йәки бер аҡ ҡаҙ) айырым ҡаҙандарҙа һәм айырым усаҡтарҙа ҡайнай.

3
Ит бешеп сыҡҡас, өс тапҡыр эйелеп, доға ҡылына. Ҡанбабалар һарыҡтың уң яҡ түшкәһе яғынан сынаяҡтарҙа ит, һарыҡ баштарын тота, берәүһе ҡулында бөтөн ҡаҙ була. Һарыҡ һуйған ҡанбаба ярҙамсылары улар артында ит ятҡан кәритә тотоп тора, ҡалғандар – тубыҡланған. Доға уҡығандан һуң, итте ирҙәр ашай, һөйәктәрен усаҡта яғалар.
Бутҡаны халыҡтан йыйған ярманан бешерәләр. Әҙер бутҡаны йыйылыусыларға тараталар, ҡалғанын ғибәҙәттә ҡатнашыусы ауыл халҡына ҡаҙаны менән алып ҡайталар. Аҙаҡтан аҡса һалып доға ҡылалар (ӟугесь). Кешеләр таралышҡас, ҡанбабаларҙың береһе усаҡтарҙы ҡояш әйләнеше буйынса өс ҡабат йөрөп сыға, шыршы ботаҡтары менән ҡалған көлдө уртаға өйә. Ритуал тамам.
Кама аръяғы удмурттарының ҡышҡы ғибәҙәт ҡылыуҙары.
Ҡышҡы ҡорбан салыуҙың тулы циклы Тәтешле төркөмө удмурттарынан тыш (Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы), бер ҡайҙа ла һаҡланып ҡалмаған.
Декабрҙә көн оҙоная барғанға тиклем, улар Иҫке Ҡалмыяр ауылында ауыл тол вöсь үткәрәләр, Яңы Тәтешле һәм Алға ауылдарында – эргә-тирә тол мöрвöсь (ҡышҡы ғибәҙәт) ойошторола, Тәтешле районы Иҫке Ҡыҙылъяр ауылы эргәһендә – багышвöсь (ауыл-ара ғибәҙәт) ҡылына. Йәйге осорҙағы кеүек үк Тәтешле районында Юг йылғаһының уң яҡ ярында Яңы Тәтешле ауылында, һул яҡ ярында –
Алға ауылында удмурттар бергәләшеп ҡорбан салыу – доға ҡылыу үткәрәләр. Һул яҡ яры удмурттары тәүҙә Иҫке Ҡыҙылъяр ауылы эргәһендәге ағаслыҡта ҡорбан сала (хәҙерге мәлдә һарыҡ) – толбагышвöсь.Тәү осор унда өс ауыл удмурттары – Түбәнге һәм Юғары Балтас, Ҡыҙылъяр ауылдары удмурттары ғибәҙәт
ҡыла, дини йолалар тергеҙелә башлау
менән, уларға ҡалған һул яҡ ярҙағы
ауылдар ҡушыла. Бары Иҫке Ҡалмыяр ауылы халҡы ғына был ғибәҙәттәрҙә ҡатнашмай: йәй һәм ҡыш көндәре улар айырым ауыл ғибәҙәттәре ойоштора. Багышвöсь үткәндән һуң, бер аҙнанан
Юг йылғаһының һул ярындағы ауылдарҙа йәшәүсе барлыҡ удмурттар тол мöр вöсь үткәрергә Алға ауылы эргәһенә йыйыла.

Куриськись – ҡанбаба

Шортдэрем – киндер кафтан

Партчась (әҙ.) – ҡорбан салыусы ҡанбаба ярҙамсыһы

Мöрвöсь – мöр/мер – берләшеп доға ҡылыу

Урам вӧсь – ауыл биләмәһендә урамда ғибәҙәт ҡылыу

Кама аръяғы удмурттары ауылдарында ҡайһы бер кешеләргә ғибәҙәттәрҙе ойоштороу буйынса өҫтәмә бурыс йөкмәтелгән.
Ҡанбабалар менән бергәләп, улар ойоштороу эштәрен башҡара, кәрәк булған осраҡта, күрше ауыл ойоштороусылары менән бәйләнеш тота. Ритуалдарҙы ойоштороу буйынса эште башлап ебәреү халыҡтан ғына түгел, урындағы властарҙан да сыға. Уға удмурт ауылдарындағы ауыл хужалығы ойошмалары ла ҡушылып, ойоштороу һәм финанслау буйынса ярҙам күрһәтә.
Волга-Урал төбәгендәге мәжүси ышаныуҙар һаҡланып ҡалған башҡа халыҡтарҙың (мари, мордва, сыуаш) традицион мәҙәниәтендә

ҡышҡы йәмәғәт доға ҡылыуҙары йәки уның элементтары

күҙәтелмәй. Был йола төп территорияла йәшәгән

удмурттарҙа ла юҡ. Ул бары Башҡортостандың

Кама аръяғы удмурттарында ғына һаҡланып

ҡалған, Пермь крайында был

йола тергеҙелә генә әле.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:
1) Мәғлүмәт биреүсе: Ғәлиева Фәриҙә Ғәбделхәй ҡыҙы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты.
2) Алтаев Г. А. Из религиозных обычаев вотяков Бирского уезда Уфимской губернии // Известия Общества археологии, истории и этнографии. Т. 9. Вып. 3. Казань, 1891.
3) Анисимов Н. «Диалог миров» в матрице коммуникативного поведения удмуртов. DissertationesFolkloristicae Universitatis Tartuensis. Tartu: Tartu Ülikooli Kirjastus, 2017.
4) Антонов И. Историко-этнографический очерк деревни Верхнего Тыхтема, Калегинской вол., Бирского кантона, Башреспублики // Труды Научного Общества по изучению Вотского края. Вып. 3. Ижевск, 1927. Владыкин В.Е. Религиозно-мифологическая картина мира удмуртов. 2-е изд., доп. Ижевск, 2018.
5) Владыкин В. Е. Религиозно-мифологическая картина мира удмуртов. Ижевск, 1994.
6) Загребин А. Е. Финны об удмуртах. Финские исследователи этнографии удмуртов XIX – первой половины XX в. Ижевск, 1999.
7) Миннияхметова Т. Г. Календарные обряды закамских удмуртов, Ижевск, 2000.
8) Миннияхметова Т. Г. Традиционные обряды закамских удмуртов: Структура. Семантика. Фольклор. Tartu, 2003.
9) Мурзабулатов М. В. Финно-угорские народы Башкортостана. Уфа: Гилем, 2010.
10) Путешествия к удмуртам и марийцам. Письма Уно Хольмберга 1911 и 1913 гг. (Matkat udmurttien ja marien luo. Uno Holmbergin kirjeita vuosilta 1911 ja 1913) / под редакцией С. Лаллукки, Т. Г. Миннияхметовой, Р. Р. Садикова. Серия «Финляндия в России». СПб.: Европейский дом, 2014.
11) Садиков Р. Р. Зимние моления-жертвоприношения закамских удмуртов: традиции и современное состояние // Вестник Удмуртского университета. Серия история и филология. Т. 27. 2017, № 4.
12) Садиков Р. Р. Культ луда/керемета у закамских удмуртов // Этнографическое обозрение. 2008, №4.
13) Садиков Р. Р. Поселения и жилища закамских удмуртов (материальный и духовный аспекты). Уфа, 2001.
14) Садиков Р. Р. Религиозные святилища как феномен традиционной культуры закамских удмуртов // Ядкяр, 2002. №4.
15) Садиков Р. Р. Святилище куала у закамских удмуртов // Этнографическое обозрение. 2003, №4.
16) Садиков Р.Р. Традиционная религия закамских удмуртов (история и современность). Уфа: Первая типография, 2010.
17) Садиков Р. Р. Удмурты // Историко-культурный энциклопедический атлас Республики Башкортостан. М.; Уфа, 2007.
18) Садиков Р. Р. Финно-угорские народы Республики Башкортостан (история, культура, демография. Уфа: ООО «Первая типография, 2016.
19) Тезяков Н. И. Вотяки Больше-Гондырской волости. Медико-статистический и антропологический очерк. Чернигов, 1892.
20) Удмурты Башкортостана. Краеведческий сборник / сост. Г.А. Вафина. Уфа, 2009.
21) Черных А. В. Буйские удмурты. Этнографический очерк. Пермь, 1995.
22) Чирков Г. Вотяки Башкирии // Башкирский краеведческий сборник. № 2. Уфа, 1927.
23) Чуч Ш. Письма Ю. Вихманна с удмуртских земель // Пермистика 2: Вихманн и пермская филология. Ижевск, 1990.
24) Яковлев К. Верования и религиозные обряды вотяков Бирского и Осинского уездов // Вестник Оренбургского учебного округа. 1915, № 6–7.
© Ғәзизов Р. Ф., автор-төҙөүсе, 2020