Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

«ЗАРИФА»

Башҡорт коллектив йәштәр бейеүе квинтессенцияҺы
Фәйзи Ғәскәров Мәскәү – Өфө поезында ҡайтып барғанында яңы бейеү һалыу идеяһы менән яна башлай. Ғөмүмән, Башҡорт АССР-нда бейеү коллективы булдырырға ниәтләй.

Тап шул йылдарҙа республиканың 20 йыллығына әҙерләнеү башлана. Шуға күрә Фәйзи Әҙеһәм улы был бейеүҙә йәшлеккә генә хас сафлыҡ, дәрт-дарман, нескә тойғолар сағылырға тейешлеген билдәләй.

«Зарифа» — мөхәббәт тарихы
Йәйге йылы кис... Уйындың иң ҡыҙған мәлендә ике йәш йөрәк бер-береһенә ғашиҡ була. Шуның өсөн дә бейеүҙә сафлыҡ, шаянлыҡ, ихласлыҡ тойғолары асыҡ ярылып ята.

1939 йылдың 20 мартында тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыға «Зарифа». Был ваҡиға Башҡорт автономиялы совет социалистик республикаһы барлыҡҡа килеүгә 20 йыл тулыуға арнала. Бейеүҙең тәүге солистары булып Хазина Мағазова менән Ирек Ибраһимов сығыш яһай.
Фәйзи Әҙеһәм улы коллективҡа тәүге көндәрҙән үк юғары талаптар ҡуя. Бейеүҙе башҡарыу ярайһы ауыр: ҡатмарлы хәрәкәттәр генә лә ике тиҫтәнән артыҡ.

Хәрәкәттәрҙең теүәллегенә ирешеү менән бергә ете парҙан торған ансамблдең йылдам ғына эшләүен дә тәьмин итергә кәрәк.

Бейеүҙә ике солистың айырылып тороуы тәбиғи күренеш. Ғәҙәттә, башҡорт йәштәренең осрашып, йырлап-бейеп күңел асыу сараһы – киске уйында һәм башҡа байрамдарҙа башлап йөрөүсе үткер холоҡло, дәртле ҡыҙҙар-егеттәр булған.
«Зарифа» — башҡорт коллектив бейеүенең кәүҙәләнеше.
«Зарифа» ла башҡорт коллектив бейеүенә хас бөтә һыҙаттар ҙа сағылыш тапҡан. Ул үҙенең стиле буйынса һығылмалы һәм ыҡсым. Уның көсө — нәфислектә.

Талғын да, бер аҙ ҡылансыҡланыу ҙа хас ҡатын-ҡыҙҙар бейеүендә ҡулдарҙың нескә хәрәкәте төп роль уйнай. Етеҙ аҙымдар, еңел, теүәл тыпырлауҙар кәүҙә һығылмалығы һәм ҡулдарҙың нәфис хәрәкәте менән бергә башҡарыла.

Ир-егеттәр бейеүе тиҙлек, көс-ғәйрәт күрһәтеү йәһәтенән айырылып тора. Йыш осраҡта һыбайлы, оҫта һунарсы, ғәйрәтле баһадир образын һынландыралар.
Бейеү сюжетында сағыу, саф мөхәббәт тарихы ята. Солистарға еңел булмаған мәсьәлә йөкмәтелгән.

Ҡатын-ҡыҙ партияһын башҡарыусы бейеүсегә башҡорт ҡыҙҙарына хас нәзәкәтлек, баҫалҡылыҡ сифаттарын күрһәтеү мөһим.

Шул уҡ ваҡытта ым-ишара, хәрәкәт аша ҡыйыу егеткә ҡарата йылы тойғоларын да белдерергә кәрәк. Ә егет күҙе төшкән ҡыҙ алдында тәүәккәл һәм шул уҡ ваҡытта әҙәп һаҡлай, гүзәл затҡа хөрмәтен белдерә.
Йәмилә Бикбаева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, «Зарифа» бейеүе солисы.
«Зарифа» — йәшлек һәм мөхәббәт бейеүе.
«Зарифа» бейеүендә башҡорт мәҙәниәтенең боронғо һыҙаттары сағылған. Ҡыҙҙарҙың түңәрәк яһап әйләнеүе, егеттәрҙең бер һыҙыҡҡа теҙелеүенә лә мәғәнә һалынған.

Тыпырлауҙар, үксә төйөү, бармаҡ шартлатыуҙар яуыз көстәрҙе ҡурҡытыу өсөн ҡулланыла тип һаналған.

XIX быуат аҙағы — XX быуат баштарына был хәрәкәттәрҙең боронғо ырымдар менән бәйләнеше өҙөлгән. Дөйөм алғанда, йәштәр башҡарған коллектив бейеүҙәр уйын характерын алған.
Бейеүҙә ҡыҙ күҙләү
Борон башҡорт ир-егеттәре тап киске уйын мәлдәрендә ҡыҙ күҙләгән. Йәштәр бер-береһен ошонда күреп, ғашиҡ булған, үҙҙәренә ғүмерлек йәр һайлаған. Был элементтар бөтәһе лә бейеүҙә сағылыш тапҡан.

Бейеү хәрәкәттәре башҡорт халҡының көнкүрешенән алынған: ҡыҙҙар кер сайҡай, бешеренә, йөн иләй, егеттәр һунарға йөрөй, мал таба.
«Зарифа» – ул постановкалы башҡорт классик бейеүе. Бында башҡорт халыҡ коллектив бейеүенең мәғәнәһе һәм органикаһы һаҡланған, башҡарыу һәм ҡуйылышының боронғо милли формалары, йөҙө, этник үҙенсәлеге һынландырылған.

Фәйзи Ғәскәров: «Бейеү – ул музей экспонаты түгел», – ти, һәм был һүҙҙәрҙе һәр ваҡыт һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әммә «Зарифа»ны еренә еткереп, башҡорт сәхнә коллектив бейеүенең үҙ ҡанундарын булдыра.

Пластик телдең лексикаһын һынландырған бейеү йолаһы беҙҙең ансамблдең алтынсы быуын балетмейстерҙары тарафынан һаҡлана, ә “Зарифа"ның лексикаһы башҡорт бейеүен һалғанда өлгө итеп ҡулланыла.
Риф Ғәбитов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең художестволы етәксеһе.
1980-се йылдарҙағы Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль башҡарыуындағы «Зарифа» бейеүе.

1988 йылда халыҡ бейеүе ансамбленә «Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров» исеме бирелә, ә 1996 йылда «академия» исеме өҫтәлә.

Франция, Италия, Испания, Швейцария, Германия, Төркиә, Бөйөк Британия, Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәрендәге гастролдәрҙә концерттар «Зарифа» бейеүе менән башлана.
1980-се йылдарҙағы "Зарифа»
Был бер һыҙыҡҡа теҙелеп башҡарылған күмәк бейеү. Уны ҡуйыуы ауыр һәм бейеүҙең ябай булмаған хәрәкәттәре синхрон башҡарылырға тейеш, берәү буталһа, шундуҡ күҙгә ташлана.

Ул яңғыҙ башҡарыу өсөн дә техник яҡтан ауыр тип һанала, ҡатмарлы хәрәкәттәре байтаҡ ҡына. Ғөмүмән, башҡорт бейеүен еңел тип әйтеп булмай, ә «Зарифа»ны башҡарыусыларға Фәйзи Ғәскәров баштан уҡ юғары талаптар ҡуйҙы.

Рим Әбделмәнов, Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы, РФ-ның атҡаҙанған артисы, Ф.Ғәскәров исемендәге ансамблдең балет буйынса репетиторы.
Бейеүҙә ҡапма-ҡаршылыҡтар бер-береһенә тура килеп тора
Ҡатын-ҡыҙ партияһының ым-хәрәкәттәре йомшаҡ һәм һығылмалы – елдә сайҡалған ҡайын ағасын хәтерләтә. Нескә һәм лирик башҡарыу йәш кенә һылыуҙарыбыҙҙың холҡон һәм башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас баҫалҡылығын асып һала.

Ир-егеттәр партияһы иһә көс, ҡыйыулыҡты күрһәткән, иркен итеп башҡарылған ым-хәрәкәттәрҙән тора. Ул үҙенең ғаиләһе, ырыу-заты өсөн яуаплы – көрәшсе, дуҫтары менән тығыҙ бәйләнештә.
Шаян Зарифа таҡмаҡтары
Бейеүгә нигеҙ һалған ҡыҫҡа көй 1894 йылда беренсе тапҡыр этнограф Сергей Рыбаков тарафынан Ырымбур өйәҙе Аҡимбәт ауылында (хәҙерге Әбйәлил районы, Ташбулат ауылында) М.Ҡараҡаеванан яҙып алынған.

Артабанғы яҙмаларҙы музыка белгесе һәм фольклорсы Лев Лебединский, йырсы һәм халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусы Ғата Сөләймәнов эшләй.

Был – шаян таҡмаҡтар.

Рыбаков яҙмалары буйынса, йырҙы Ырымбур өлкәһе Ҡушый ауылынан бейеүсе ҡыҙ Зарифа уйлап сығарған.

Көй интонацияһы, ритмлы булыуы, талғын тиҙлеге йәһәтенән бейеүҙең төп идеяһына тап килеп тора.
Зарифа таҡмаҡтары
(поэтик текст ҡоҙа һәм ҡоҙасаның шаярып әйтешеүе формаһында төҙөлгән)

— Әйҙә, ҡоҙа, түргә уҙ,
Аяҡҡайың талмаһын.
Беҙҙең хәтер ҡалһа-ҡалһын,
Һеҙҙең хәтер ҡалмаһын.

— Юл буйынан юрғалаған —
Бүҙәнәнең балаһы,
Йырлап бирәйем, ҡоҙаса,
Илебеҙҙең йолаһы.
Зарифа таҡмаҡтары
БАШҠОРТ ЙӘШТӘР БЕЙЕҮЕНЕҢ НИГЕҘ ТАШЫ
Башҡорт ансамбленең тәүге бейеүе – «Зарифа» башҡарыу йәһәтенән ҡатмарлы, әммә ҙур танылыу яулаған бейеү.

«Зарифа» – башҡорт бейеүенең кәүҙәләнеше һәм уңыш билдәһе», – тиҙәр Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары.

Техник яҡтан камил, аяҡ һәм ҡул хәрәкәттәрен шыма башҡарыуҙы һәм оҫталыҡ талап иткән был бейеүҙе артистар ҙа яратып башҡара, ә халыҡҡа ихласлыҡ тойғолары менән һуғарылған тамашаны ҡарауы оло кинәнес бирә.
© Автор-төҙөүсе Гөлсинә Йосопова

Сығанаҡтар:
Башкирская энциклопедия статья «Зарифа»
«Башкирские танцы» Файзи Гаскаров - Уфа : Башкнигоиздат, 1958 г.
Фильм «Крылья души» режиссер Амир Абдразаков, 1969 г.

Фәнни хеҙмәттәр:
Розалия Султангареева «Башкирский народный танец: проекция в современности», 2011 г.
Зиля Рахматуллина «Философское осмысление хореографических традиций башкир через творчество Файзи Гаскарова», 2016 г.

Видео һәм фото Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле архивынан