Өзләү традицияһы, ғәҙәттә, быуындан-быуынға, атайҙан улға, ҡайһы берендә ҡыҙға ла тапшырылған. Төпкөл ауылда тыуып үҫкән билдәле йырсы Бибизада Сөләймәнова (1926 – 1998) был сәнғәт жанрын үҙенең үгәй атаһы Харун Шәйзадиндан отоп алған. 5-6 йәштән йырлай башлап ул ғүмере буйы донъяла башҡа бер ҡайҙа ла осрамаған ҡатын-ҡыҙ өзләүен һаҡлаған. Йырсының ижады уникаль һәм юғары техникалы, бай орнаментлы булып, ҡайһы берендә хатта өс тауышлыға әйләнгән. Репертуарында «Ғайса ахун», «Гөлнәзирә», «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Ҡарабай», «Күк Ирәндек буйында» кеүек халыҡ йырҙары, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре булған. Ағас ҡылҡумыҙҙа, мандолинала уйнаған, күп илдәрҙә, шул иҫәптән АҠШ-та, Англияла, Францияла, Австрияла сығыш яһаған.