Кейәү яғында уҙғарылған туй тантаналарының иң йөкмәткелеһе – "Һыу башлау", йәғни кәләшкә һыу юлын күрһәтеү йолаһы. Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттары уны "Һыу башлау" тиһә, төньяҡ-көнбайыштар – "Һыу юлы башлатыу", ә Урал аръяғы халҡы "Һыу күрһәтеү" тип атай.
Ғәҙәт буйынса, туйҙың иртәгәһенә, кейәү менән кәләш йоҡонан торғас, көйәнтә, биҙрәләр алып һыу буйына киткәндәр. Йәш ғаилә Һыу эйәһенә бүләккә көмөш тәңкәләр алған.
Боронғо ырымдарға ярашлы, Һыу эйәһенә тәңкәләр ырғытып, уның ризалығын алғандар, йәштәргә бәхетле һәм татыу тормош юрағандар. Килен кеше тулы биҙрәләрҙең тамсыһын да сайпылтмай өйгә алып ҡайтырға тейеш булған. Килендең һыу алып ҡайтҡандағы йыйнаҡлығы ғаиләнең киләсәкке тормошон, ырыҫ-бәрәкәтен билдәләй, тигәндәр.
Шишмәне күрһәткән саҡта кейәүҙең ата-әсәһе йортона ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын килен сәйенә саҡырғандар. Унан алда һандыҡтан йәш кәләштең бирнәһен: шәхси әйберҙәрен, өй кәрәк-яраҡтарын, һауыт-һабаһын сығарып, бөтәһенә лә күрһәткәндәр. Йыйылған кешеләргә килен бүләктәре: яулыҡтар, ҡулъяулыҡтар, туҡыма киҫәктәре, ептәр таратҡандар. Ошо ваҡыттан башлап килен өй эштәрен башҡара башлаған: самауыр ҡуйған, ҡоймаҡ бешергән, мунса яҡҡан".
"Һыу башлатыу" йолаһы әле лә башҡорттарҙа популярлыҡ менән файҙалана.
Шуның менән бергә, тикшеренеүселәр ғәҙел рәүештә туй йолаһының иҫке һәм шартлы булыуын күрһәтә. "Һәр яңы быуын уға замандың иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш шарттарына бәйле теге йәки был үҙгәрештәр индергән һәм индерә. Йола үҙе лә, кешеләрҙең айырым хәл-шарттарҙа эш итеүен сикләп, икенселәрендә уларға ирек биргән. Шул сәбәпле туй йолаларында урындағы варианттар барлыҡҡа килгән, ә йола яйлап үҙгәрә барған, яңы деталдәр менән тулыландырылған. Үҙгәрештәр иҫке ғөрөф-ғәҙәттәр менән бергә һыйышып йәшәгән", – тип яҙа китап авторҙары.
Әйтергә кәрәк, башҡорт туй йолалары мәҙәниәтендә ҡатын-ҡыҙ роленең әһәмиәтен филология фәндәре докторы, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева айырыуса образлы билдәләй.
"Ҡатын-ҡыҙ – Ер һәм Һыу кимәлендә баһаланған донъя тотҡаһы, түл ҡото булараҡ, ғөрөф-ғәҙәттәр мәҙәниәтендә төп урынды биләй. Ул йолаларҙа ҡатнашыусы ла, атҡарыусы ла, ойоштороусы ла. Кәләште биҙәндерәләр, кейендерәләр, алиһәләй күреп әҙерләйҙәр. Сөнки кәләш был мәлдә фәрештә лә, ҡорбан да кеүек. Шишмәгә барыуы, уға өндәшеүе, Һыу һәм Ер стихияларына табыныуы, ялан-ҡырҙарға сығып ҡыҙ саҡтары һәм нәҫел-ырыуы менән хушлашыуы – ҡатын-ҡыҙҙың, һыу кеүек үк, тереклекте тыуҙырыусы, йәшәтеүсе тормош сығанағы булыуы күрһәткесе" – тип яҙа ул үҙенең тикшеренеүҙәренә нигеҙләнгән "Йолаларҙа – кеше тормошо" китабында.