Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорттарҙың «Ылаҡ» ат спорты уйыны
Борондан күсмә тормошҡа нигеҙләнгән Башҡортостандың мәҙәниәтен атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Йәмғиәт үҫешә барған һайын, халыҡта һыбайлынан көс, етеҙлек һәм таҫыллыҡ талап иткән, ат менән бәйле уйындар барлыҡҡа килеп торған. Был шулай уҡ күңел асыу сараһы һәм халыҡтың берҙәмлеген нығытыу ысулы ла булған. Ҡайһы бер атлы уйындар тамырҙары менән алыҫ үткәндәргә барып тоташа, ул ваҡытта уның асылы күбеһенсә көнкүрешкә бәйле булған. Башҡа ат уйындары байрамдарҙа күңел асыу сараһы булараҡ ҡына барлыҡҡа килгән.

Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең көндәргә Башҡортостан мәҙәниәтенең бер өлөшө булараҡ килеп еткән, уларҙан башҡа бер оло байрам да үтәрелмәй. Ҡайһылары әле тергеҙелеү юлында ғына, башҡорттарҙың ат-спорт уйыны
«Ылаҡ уйыны» («Күк бүре» йәки «кәзә тартыш») шулар иҫәбендә.
Уйындың тарихы
Был боронғо уйын Башҡортостанда ғына түгел, шулай уҡ Урта Азия халыҡтарының күбеһендә, Афғанстанда, Пакистанда, Ҡытайҙа, Төркиәлә, Монголияла ла таралған. Тажикстанда был уйынды «бузкаши», Үзбәкстанда «улаҡ» йәки «купкари», Ҡазағстанда «кокпар тарту», Ҡырғыҙстанда «көкбөрү» йәки «улаҡ тартыш» тип йөрөтәләр.
Ҡайһы бер айырмалыҡтары булһа ла, уның асылы бер үк: ат өҫтөндә сабып барған килеш кәзә түшкәһен (ылаҡты) эләктереп алып, тартып алырға тырышҡан башҡа ярышыусыларға бирмәйенсә, билдәләнгән урынға алып барып еткереп, ҙур ҡаҙанға ырғытырға кәрәк.
А. Н. Комаров, «Бүрегә һунар итеү»
Борон был уйын русса «кәзә тартыш» («козлодрание») тип аталған да инде. Ә күп телдәрҙән уйындың исеме «күк бүре» («синий волк») тип тәржемә ителә, был боронғо йолаға бәйле.

Элек бүреләр малға йыш һөжүм итеп торған, күсмә халыҡ был йыртҡыстарға һунар ойошторған. Батыр йөрәкле егеттәр үҙҙәренең бирек һәм йүгерек аттары менән бүрене хәле бөткәнсе баҫтырып, таяҡ, ҡамсы менән туҡмағандан һуң, уны ерҙән эйелеп алып, мәрәкәләшеп бер-береһенән тартып алырға тырышҡан.

«Ҡырғыҙ ҡарттары беҙгә көньяҡ һәм төньяҡтағы ҡырғыҙҙар араһында киң таралған бүреләргә һунар итеү ысулы тураһында һөйләнеләр. Һыбайлылар төркөмө үҙҙәренең етеҙ һәм сыҙам аттары менән тәрән ҡарҙы йырып, бүре баҫтырып тотоп, башына суҡмар менән һуғып үлтергән, – тип яҙған совет этнографы Н.Симаков. – Бүрегә һунар итеүҙең был боронғо ысулы шуныһы менән дә ҡыҙыҡлы: атлыларҙың берәүһе бүрене баҫтырып тотоп һуғып алғандан һуң, ул уны эйәренә арҡыры һала, ә ҡалған һыбайлылар унан бүрене тартып алырға тырыша. Шулай итеп, мәрәкәләшеп, ауылдарына үҙ яйҙарына ғына «күк бүре» уйыны уйнап ҡайталар».
Был күренеш инициация – үҫмерҙәрҙе ирҙәр ҡорона ҡабул итеү йолаһы булыуы мөмкин тигән версия ла бар. Аҡһаҡалдарға үҙҙәренең һуғып алған бүреһен алып ҡайтып күрһәткән бер төркөм үҫмерҙәр еңеүселәр булып иҫәпләнеп, бала статусынан оло кеше статусына күскән.

Уйын үҙенә күрә хәрби тренировка ла булып торған: йәш егеттәр ысын һуғыш шарттарында һыбай килеш алышырға һәм аттар менән идара итергә өйрәнгән.

Һуңғараҡ, ултыраҡ тормошҡа күскәс, бүрене кәзәгә алмаштырғандар.
Бынан тыш, ҡайһы бер төрки халыҡтарында кәзә түшкәһе өсөн алышыу туй йолаһының бер өлөшө булған. Төркмәндәрҙә «кёкбёрю» йолаһы шулай үткән: «туй күлдәге кейгән кәләш атҡа ултыра һәм, эйәренә һарыҡ йәки кәзә түшкәһен арҡыры һалып, унан кәзәне тартып алырға тырышҡан кейәүенән һәм иптәштәренән ҡасып сабып сығып китә».

Тарихсы һәм этнограф Сергей Толстов фекеренсә, «ылаҡ тартыш» боронғо туй йолаһына бәйле, ул йола буйынса, ике яҡтың ир-егеттәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары тотем хайуан түшкәһе өсөн алышҡан.
Рәсәй геологы һәм яҙыусыһы Павел Степанович Назаров көньяҡ башҡорттарының «ылаҡ тартыш» уйынын бына нисек һүрәтләгән:

«Башҡорттар, аттарға атланып, билдәле бер урынға йыйылған, уларҙың берәүһендә кәзә түшкәһе булған. Ниндәйҙер ишара эшләнгәс, башҡорт сабып сығып киткән, ә ҡалғандары, уны ҡыуып етеп, кәзәне тартып алырға тырышҡан. Әгәр ҙә кемдер кәзәне аяғынан эләктереп алһа, ул уны үҙенең эйәренә күсереп һалырға маташҡанда, кәзәнең аяғын айырып алып, артабан сабып киткән. Башҡорттар хәҙер ике төркөмгә бүленеп саба башлаған: бер төркөм кәзә артынан, икенсеһе кәзәнең аяғы артынан сапҡан. Кәзә киҫәктәргә бүлгеләнеп бөткәнсе шулай дауам иткән. Бик яҡшы аты булған башҡортто ҡалған башҡорттар ҡыуып етә алмай икән, кәзә уға күсә һәм уйын шулай итеп тиҙ генә тамамланып ҡуя».
«Күк бүре» уйынынан һуң кәзә итенең баһаһы артып киткән, сөнки уны «ирҙәр адреналины менән ҡеүәтләнгән» тип уйлағандар. Итен бешереп, ярышҡа килгән хөрмәтле ҡунаҡтарға таратҡандар. Шуныһын да әйтергә кәрәк, шул итте ашағас, түлһеҙ ҡатындың ауырға ҡалыуы, ә быға тиклем тик ҡыҙ ғына тапҡан ҡатындың малай табыуы мөмкин тигән ышаныс йәшәгән.
«Күк бүре» уйынында ҡатнашыусылар элек-электән батыр йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ кешеләр булып һаналған.
Яйлап ултыраҡ тормошҡа күсә барыу менән, күсмә халыҡтарҙың боронғо һунарсылар традицияһы оло байрамдарҙа үткәрелә торған халыҡ уйынына әйләнгән.
Боронғо уйынды тергеҙеү
«Ылаҡ тартыш» уйыны күп йылдар онотолоп тора, совет заманында бөтөнләй тыйылған була, уға хәүефләнеп ҡарайҙар. Был милли уйын ауылда йәшәүселәр араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланылһа ла, дөйөм ҡағиҙәләрҙең һәм тәртиптәрҙең булмауы арҡаһында, йәрәхәтләнеү осраҡтары күп булған.
Урта Азия дәүләттәре үҙаллылыҡ алыу менән, күскенселәрҙең боронғо милли уйыны йәһәт кенә тергеҙелә башлай, тик спорт төрө булараҡ ҡына.
Традицияны яңыртыуҙың инициаторҙарының береһе билдәле кинорежиссер Болот Шамшиев була. 1996 йылда ул спорт ярыштары өсөн уйындың хәҙерге ҡағиҙәләрен булдыра. 2001 йылда Күк бүре халыҡ-ара спорт федерацияһы ойошторола, унда 18 дәүләт һәм Рәсәйҙең 8 субъекты, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Пакистан, шулай уҡ Ҡытай, Монголия, Төркиә һәм хатта Францияның вәкилдәре лә инә.
2017 йылда уйынды ЮНЕСКО-ның кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерәләр.
Бөгөн «Күк бүре» Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Ҡырғыҙстанда һәм Азияның башҡа илдәрендә ат спортының рәсми төрө һанала, ә ғәҙәттә Ҡырғыҙстанда уҙғарылған Бөтә донъя Күсмә халыҡтар уйындарында «ылаҡ тартыш» буйынса иң ҙур чемпионат үткәрелә.
Уйындың ҡағиҙәләре
Шуны ла билдәләп үтеү кәрәк, ваҡыт үтеү менән, «Ылаҡ тартыш»тың ҡағиҙәләре лә үҙгәреш кисереп, йомшара төшә. Уларҙың тулыланыуы йәки камиллашыуының маҡсаты бер – уйын барышында уйынсыларҙың һәм аттарҙың йәрәхәт алыуын мөмкин тиклем кәметеү. Сөнки уйын тәүҙә бик ҡаты һәм хәүефле булған.
Беренсенән, бөгөн рәсми кокпар ярыштарында муляж менән уйнайҙар. Бының сәбәбе – хайуандарҙы яҡлаусыларҙың протест белдереүе.
Шулай уҡ, йәрәхәтләнеүҙе булдырмаҫ өсөн, кәзә түшкәһен тай-ҡаҙанға түгел, ә һыҙып билдәләнгән түңәрәккә ырғыталар.
Бынан тыш, «Ылаҡ тартыш»тың ҡағиҙәләре үҙгәреүе уның кимәлен дә үҙгәртә һәм донъяның конкур һәм аттар менән өс бәйге кеүек ат спорты төрҙәре менән бер рәткә баҫыу маҡсатына яҡынлаштыра.
Уйын 200-гә 70 метр ҙурлыҡтағы асыҡ ерҙә уҙғарыла. Уйын майҙанының уртаһына 6 метр диаметрлы түңәрәк һыҙыла, ярыш башланыр алдынан унда кәзә (ылаҡ) түшкәһен һалып ҡуялар. Һәр ярышыусы команданың үҙенең «ҡапҡаһы» бар, элек ул тай-ҡаҙан булһа, хәҙер – һыҙып билдәләнгән түңәрәк.
8 ‒ 12

бер командала һыбайлылар
8 ‒ 12

ат
20 ‒ 40

уйынсыларҙың йәше
60 минут

уйындың дауамы
3

20 минутлыҡ осор
10 минут

осорҙар араһында тәнәфес
Уйында һәр команданан бер ваҡытта дүртәр егет кенә уйнай. Уйынсыларҙың бер-береһе менән алмашырға һәм хатта аттарын да алмаштырырға хоҡуҡтары бар.

Аттарға ла талаптар бар. Ҡайһы бер белгестәрҙең фекеренсә, уйын өсөн тиҙ, йүгерек тоҡом менән ауыл хужалығындағы сыҙам, күндәм аттарҙы берләштергән ҡатнаш тоҡомло ат кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, был ҡырғыҙ атының башҡа тоҡом менән ҡушылдығы. Хайуандарҙың эйәр-өпсөнөнә лә талаптар бар: йүгән металл биҙәк менән биҙәлмәҫкә, ә өҙәңге шыма булырға тейеш. Ҡаҙаҡлы дағалы аттарҙы ярышта ҡатнаштырмайҙар.

Егеттәрҙең хәрәкәттәрен уйын майҙанындағы арбитрҙан һәм уның ике ярҙамсыһынан (боковые судьи) торған судьялар коллегияһы күҙәтә.
Уйындың барышы
1
Судьяның сигналы буйынса командаларҙың капитандары бер-береһенә ҡаршы килеп, сәләмләшкәндән һуң, көрәш башланып китә.
2
Бер капитан ылаҡты өҫкә күтәреү менән, бөтә команда ла уйнай башлай.
3
Уйында ҡатнашыусылар ылаҡты майҙандың теләһә ҡайһы ерендә күтәрә, ҡаршы яҡ команданан тартып алып, үҙҙәренекеләргә бирә йәки ырғыта, түшкә менән барып етергә ярҙамлаша ала.
Уйындың маҡсаты ‒
трофейҙы ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына ырғытыу. Кем кәзә түшкәһен ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына күберәк ташлаған, шул еңеүсе була. Үҙенең командаһы өсөн иң күп мәрәй йыйған атлы ярыштың шәхси еңеүсеһе булып иҫәпләнә.
Уйынсылар боронғо традицияларҙы һәр ваҡыт һаҡларға тырыша. Ләкин хәҙерге ат спорты уйынында үтә ныҡ ҡаты алымдар ҡәтғи тыйыла:
ерҙә ятҡан «кәзә түшкәһенә» ынтылған атлыға һөжүм итергә ярамай, шулай уҡ ҡамсы менән һуғыу ҙа тыйыла;
ылаҡты эләктереп алған атлыны атынан төртөп төшөрөү тыйыла, трофейға уйынсының артынан тороп ташланырға ярамай. Ҡағиҙәне боҙған кеше майҙандан ике минутҡа сығарыла;
атлыларға тамашасыға таба сабырға ярамай, ә тамашасыларға һыбайлыларға кәзә түшкәһен ерҙән алып бирергә рөхсәт ителмәй;
эйелеп торған һыбайлыға ат менән һөжүм итергә ярамай.
Ҡарап тороуға ябай күренһә лә, уйын техник яҡтан ҡатмарлы ғына. Оҙаҡ һәм ныҡышмал тренировкалар кәрәк. «Ылаҡ тартыш»та ҡатнашыр өсөн ныҡ көслө, етеҙ, йылғыр булырға һәм эйәрҙә оҫта эш итә белергә кәрәк.
Баймаҡ командаһының «Ылаҡ уйыны»на әҙерләнеүе
Бынан тыш, уйынсылар һүҙҙәре буйынса, еңеү шарттарының береһе – ат менән һыбайлының бер бөтөн булыуы. «Күк бүре» өсөн аттар етеҙ, йүгерек һәм аҡыллы булырға тейеш. Аттың аҡыллы булырға тейешлеге – ысынлап та етди һүҙ, ысын спорт аттары үҙ аллы ҡарар ҡабул итә алалар, һыбайлыға ныҡ итеп тотонорға һәм таһыллыҡ, аҡыл һәләтен күрһәтергә генә ҡала.
Башҡортостанда «Ылаҡ тартыш»ты тергеҙеү
Башҡортостанда башҡа милли уйындар менән бер рәттән «Ылаҡ» ат спорты уйынының тергеҙелеүе республиканың Мәҙәниәт министрлығы инициативаһы менән 2015 йылда башланды. «Ылаҡ» беренсе тапҡыр 2015 йылда Баймаҡ районында үтте. Ундағы уйынды БАССР-ҙың халыҡ артисы Миҙхәт Солтангәрәев ҡуйҙы. Беренсе ярышта бөрйән һәм ҡыпсаҡ башҡорт ырыуҙары командаһы осрашты.
Шуныһын да әйтеп китергә кәрәк, Баймаҡ районында республикала тәүгеләрҙән булып «Ылаҡ тартыш» командаһы төҙөлдө. Уларҙан һуң Башҡортостандың башҡа райондарында ла командалар барлыҡҡа килә башланы. Бына хәҙер алты йылдан ашыу был ат уйыны район һәм республика байрамдарында, һабантуйҙарҙа, ҡышҡы уйындарҙа уҙғарыла. Шулай уҡ башҡа башҡорт милли уйындарын тергеҙеп, ат спорты ярыштары үткәреү ҙә традицияға инде, мәҫәлән, уҡтан атыу ярышы шундайҙарҙан.
2018 йылда Башҡортостанда «Күсмә халыҡтар уйындары» тигән милли спорт ярыштары ойошторолдо.
Йыл һайын Башҡортостан ҡурсаулығында башҡорт халҡының традицион уйындарын һәм ярыштарын тергеҙеү маҡсатында «Ҡышҡы Урал батыр уйындары» тигән экология һәм этнография байрамы үткәрелә. Уның программаһына ат бәйгеһе, милли көрәш, уҡтан атыу, «Ылаҡ», «Таяҡ тартыш», «Арҡан тартыш», «Килен-ҡәйнә арҡан тартышы», «Суҡмар ырғытыу», «Таш ярыу» уйындары инә.
Бөгөнгө көндә «күк бүре» уйынсылары һәм командалары Бөрйән, Әбйәлил, Учалы, Ғафури, Ишембай райондарында бар. Башҡа муниципалитеттарҙа ла командалар төҙөргә йыйыналар. Баймаҡ районының «Ылаҡ» командаһы, Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарында ҡатнашып, ҙур тәжрибә тупланы.

2016 йылда Башҡортостан уйынсылары Ҡырғыҙстанда үткән II Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарында, Афғанстан һәм Төркиә командаларын артта ҡалдырып, ҡытайҙарға һәм хужаларға ғына бирешеп, дүртенсе урын яулай.
Күсмә халыҡтар уйындары ‒ 2016
2018 йылда ошо уҡ халыҡ-ара ярыштарҙа Баймаҡтың 12 атлыһы кәзә түшкәһе өсөн көрәштә иң тәүге бишәү иҫәбенә инә. «Күк бүре» уйынында алдағы йылдар йомғаҡтарына ҡарағанда турнирҙың бер баҫҡысына түбән төшөүҙәренә ҡарамаҫтан, Баймаҡ спортсылары һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт һәм 2022 йылда Төркиәлә үтәсәк уйындарҙа уңышҡа өлгәшәсәктәренә ышаналар.
Күсмә халыҡтар уйындары ‒ 2018
Баймаҡ районы һабантуйында «Ылаҡ тартыш» уйыны, 2014 йыл


Вадим Ғәбитов
Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр һәм спорт эштәре буйынса бүлек начальнигы, урындағы «Ылаҡ уйыны» командаһы капитаны
«Әлеге көндә беҙҙең команда киләһе Бөтә донъя уйындарында ҡатнашырға әҙер. Бөгөндән йыйынып сығып китә алабыҙ. Аттарыбыҙ бар. Күсмә халыҡтарҙың беренсе уйындарынан һуң район беҙгә ҡатнаш тоҡомло сабыш аттары алып бирҙе, был уйын өсөн тап шундай аттар кәрәк тә инде. Башҡорт атын был уйынға өйрәтеү ауырыраҡ. Беҙҙең командала 12 кеше, тик пандемия арҡаһында тренировкаларҙы, бик ныҡ теләһәк тә, йыш үткәреп булмай. Күбеһенсә берәй төрлө ярыш алдынан йыйылышабыҙ. Ғәҙәттә тренировканы аҙнаһына ике тапҡыр һабантуй майҙанында үткәрергә тырышабыҙ. Йыш ҡына Бөрйән командаһы менән осрашып, ярышып алабыҙ.

«Ылаҡ» уйыны – ул беҙҙең тарихыбыҙ, ул уйынсылар өсөн дә, аттар өсөн дә ныҡлыҡҡа тренировка. Иң мөһиме – ул ата-бабаларыбыҙҙың традициялары, үҙебеҙҙең вариҫтарыбыҙға башҡорт ырыуҙары тураһында иҫтәлек, мираҫ итеп тапшырырға тейешле әйбер».



Юлай Ғәйнуллин
Республика халыҡ ижады үҙәгенең традицион уйындар буйынса методисы
«Үкенескә күрә, милли ат спорты әлегә Башҡортостанда ныҡ үҫешмәгән. Эйе, Олимпия спорт төрө конкур бар, һәм шуның менән бөттө. Спорттың «Ылаҡ» кеүек милли төрҙәренә әллә ни иғтибар итеп бармайҙар. Бының өсөн бит аттарҙы әҙерләргә, аҫрарға, тренировкалар үткәрергә кәрәк, был күп сығым талап иткән спорт төрө. Махсус урындар – ипподромдар, манеждар, ат клубтары кәрәк. Ундай уйындар өсөн аттарыбыҙ ҙа юҡ.

Бынан тыш, ҡайһы бер дәүләттәрҙән айырмалы рәүештә, властар тарафынан этноспортҡа ярҙам күрһәтелмәй. Башҡа илдәрҙә этноспорт буйынса департаменттар бар, төбәк етәкселәре һәр ваҡыт ярҙам итеп тора, унда ул ысын мәғәнәһендә милли уйын, идея. Ундай уйындар өсөн махсус рәүештә аттар һатып алалар, үрсетәләр, ярышҡа әҙерләйҙәр. Беҙҙә инде бындай милли ярыштар кешеләрҙең шәхси инициативаһы буйынса ғына үткәрелә. Шуға күрә беҙҙәге һәм башҡа республикаларҙағы «күк бүре» үҫеше араһында айырма ныҡ ҙур.

Ат башҡорт өсөн элек-электән йәшәү мәғәнәһе булған. Барыр еренә ул ат менән барып еткән, һуғыш уттарын да аты менән бергә үткән, итен ашаған, ҡымыҙын эскән, тиреһенән аяғына, өҫтөнә кейем теккән һәм һауыт-һаба яһаған. Ат менән башҡорт айырылғыһыҙ булған. Беҙҙә ирҙәрҙе әле лә «ир-ат» тип әйтәләр. Ә малайҙар, ат егерлек, ат эйәрләп менерлек булғас, егет ҡорона инә: «ег» + «ат». Хәҙер, үкенескә күрә, беҙҙең милли традицияларыбыҙ, шул иҫәптән эйәрҙә ултыра белеү, һыбай йөрөү, онотолған. Шуға күрә бөгөн беҙҙең алда тамырҙарыбыҙҙы, онотолған әйберҙәрҙе иҫкә төшөрөп, уларҙы үҫеп килгән быуынға тапшырыу бурысы тора».




Рәнис Алтынбаев
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары
«Ат спортының милли төрҙәре беҙҙең тормошта бик мөһим урын алып тора, сөнки башҡорттарҙың тарихы ат менән тығыҙ бәйләнгән. Бөтә башҡорт эпостарында ла аттың урыны юғары, йүгерек, тоғро аттар бик күп халыҡ йырҙарында, риүәйәттәрҙә данлана. Беҙҙең бөтә батырҙарыбыҙ ҙа аттары менән ассоциалаштырыла. Аттар – беҙҙең тарихыбыҙ һәм идеологиябыҙ. «Атһыҙ башҡорт – башҡорт түгел» тип әйтеү ҙә бар. Шуға күрә, үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлар өсөн, беҙ традицияларыбыҙҙы һаҡларға тейешбеҙ. Бынан тыш, «Ылаҡ уйыны» тейешенсә үҫеш алһа, ул үҙенсәлекле спорт төрө генә түгел, төбәк туризмын үҫтереүҙең бер тармағы ла булыр ине. Был боронғо һәм ҡыҙыҡлы уйын менән беҙгә килгән туристарҙы, сит ил кешеләрен ғәжәпләндерер инек».
Мәҡәләне йомғаҡлап әйткәндә, аттар менән уйналған «Ылаҡ» уйыны боронғо һунарсыларҙың һәм халыҡтың милли күңел асыу сараһы ғына булыуына ҡарағандан күпкә ҙурыраҡ мәғәнәгә эйә. Унда бөтә төрки халыҡтары традициялары нигеҙендә ятҡан философия ла бар. Заманында был уйын ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу һуғышсылар әҙерләргә, уларҙың рухын күтәрергә ярҙам иткән, милләттең рух ныҡлығын, шулай уҡ башҡорттоң аты менән ныҡлы бәйләнешен, берлеген сағылдырған.
«Торатау йыйыны», Ишембай районы, 2019 йыл

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. «Википедия» интернет-энциклопедияһы.
2. Башкирская энциклопедия: в 7 т. / гл. ред. М.А. Ильгамов. Уфа, 2005.
3. Илимбетова А. Ф. Об истоках обрядового состязания «Кук буре» у башкир. // Этносы и культуры Урало-Поволжья: история и современность: материалы межрегиональной конференции. Уфа, 2016.
4. Козлодрание ‒ игра настоящих джигитов!: borianm — ЖЖ (livejournal.com).
5. «Игры кочевников» в Башкирии // Реальное время (realnoevremya.ru).
6. Закинуть козла в казан. В Башкирии впервые прошли Игры кочевников // АиФ-Уфа (ufa.aif.ru).

Фото һәм видео:

Дмитрий Мөхәмәтҡолов, «Башинформ» МА, Баймаҡ районының йәштәр һәм спорт буйынса бүлеге, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы фонды

https://el.kz/ru/, http://sport.akipress.org/,
https://histrf.ru/read/articles/bashkiry-zhizn-v-d....
© Акулова-Сөләймәнова Г. З., автор-төҙөүсе, 2021