Һунар мажаралары:
– Ваҡытында беҙҙең төбәктә һунарсылар күп булды. Йомаштан Ғәле Райманов, Ҡаһарман Райманов ағайҙар етәкселегендәге 4-5 һунарсы бергә йөрөнө. Бынан тыш Ишбирҙенән Өмөтҡужа Сыртланов яңғыҙы ғына ла бүрегә ташлана торғайны. Беренсе Этҡолдан Фирғәт Вәлитов та бүре аулаусы булараҡ танылыу алған ине. Хәҙер уның юлын улы Фәнил Вәлитов дауам итә. Уға бүре һуғып алыу нескәлектәрен үҙем өйрәттем.
Ҡайһы ваҡыт 14 кеше бергә бүре һуғып алыуға сығып китә торғайныҡ. Ағайым Миңлебай Дәүләтбаев, ҡустым Урал Дәүләтбаев, Рафаэль Сәйетов, Әйүп Байымов, Нурғәле Юлғотлин, Әхәт Ҡарамырҙин, Абрар Мырҙабулатов, Ғәйнулла Ғөбәйҙуллин, Ғүмәр Иҫәндәүләтов, Рамаҙан Аҡсарин, Рамаҙан Истәков, Самат Йәрмөхәмәтовтар менән бергә йөрөнөк. Күп осраҡта бер туған ағайым Миңлебай Дәүләтбаев менән һунар итә инек. Бындай осраҡта эргәңдә ышаныслы кешең булыуы мөһим. Һуңынан ҡустыларым Хәмзә Үҙәнбаев, Айса Үҙәнбаевтарҙы ла был ҡомарға өйрәтеп алдыҡ.Ишбирҙе ауылының атаҡлы һунарсыһы
Өмөтҡужа Сыртланов үҙ ғүмерендә 38 бүре һуғып алған. Уларҙан тыш айыу һәм һеләүһен, башҡа йәнлектәрҙе лә күпләп эләктереүгә өлгәшкән.
Шәкир Дәүләткилдин, Сәлимйән Үлйәбаев
Халыҡта шундай юрау бар. Әгәр ҙә яланда ятҡан емтекте тамаҡлап торған хайуандың этме, бүреме икәнен билдәләргә кәрәк булһа ҡайһы тарафҡа башын ҡуйып ашап тороуын ҡарағыҙ. Бүре, ғәҙәттә, артын урманға ҡуйып, яланға ҡарап ашай. Ә эт, киреһенсә, урманға ҡарап тамаҡлана. Быны уларҙың хәүефтең ҡайһы яҡтан янауын белеүҙәре менән аңлатыла.
Ҡайһы бер һунарсы: «Бүре ауыҙына әллә нимә ҡабып алған да, уны ташламай, шул килеш ҡаса», – тип һөйләй. Был дөрөҫ түгел. Бүре йүгергәндә телен оҙон итеп һәлендереп төшөрә. Шуның менән ул тын алыу процесын яҡшыртыуға, үпкәне эшләтеүгә булышлыҡ итә.
халыҡ медицинаһында... Бүренең аҙау тештәре, тырнаҡтары, йөнө сихри көскә эйә, тип иҫәпләнә. Уларҙы күҙ тейеүҙән, ауырыуҙан һаҡлаусы булараҡ, сәңгелдәккә, балаларҙың кейеменә тағып ҡуйғандар. Бүре башын йорт нигеҙе аҫтына күмеү йолаһы ла бар. Бүре үтен йүткергәндә, ҡотороу менән ауырығанда дарыу итеп ҡулланғандар. Бүренән һаҡланыу өсөн төрлө-төрлө им-томдар йәшәгән. Йыртҡыстың тешен, тырнағын бетеү итеп муйындарына аҫҡандар, йөрәген, күҙҙәрен дауалау сараһы итеп файҙаланғандар. Сабыйҙың һөт теше сыға башлаһа, бүре тешен баланыҡына тейгеҙеп алғандар. Йәнәһе лә ныҡ булһын. Ауырыған кеше бүре ҡойроғон тағып йөрөр булған. |
мифологияла... Ромул һәм Рем. Альба-Лонги ҡалаһы менән Нумитор етәкселек иткән. Амулий исемле ҡустыһы ағаһының уңыштарына бик көнләшкән. Уның намыҫһыҙ советниктарын файҙаланып, төндә батшалыҡҡа үтеп инә һәм Нумиторҙы ҡулға ала, ә уның улын үлтерә. Рея исемле ҡыҙын Веста храмына оҙаттырта. Унда йәшәгәндәрҙең кейәүгә сығырға хоҡуҡтары булмай. Сөнки ул ҡыҙ кейәүгә сығып, балалары булһа, улар тәхеткә ултырырға дәүғүә итәсәк, тип ҡурҡа. Рея бер көн һыуға барғанда Һуғыш Аллаһы – Марсты осрата. Һөҙөмтәлә Ромул һәм Рем исемле игеҙәк малайҙар донъяға килә. Амулий быны ишетеп, кисекмәҫтән уларҙан ҡотолорға әмер бирә. Реяны һыуға ташлайҙар. Ә яңы тыуған сабыйҙар һалынған кәрзин батмай, ярға килеп һуҡлыға. Уларҙың илаған тауышын инә бүре ишетә. Малайҙарҙы үҙенә алып, имеҙеп, тәрбиәләй башлай. Бер көн батшаның көтөүсеһе Фаустул тарлауыҡ эргәһенән үтеп барғанда сабыйҙарҙың илағанын ишетә. Һуңынан балаларҙы алып ҡайтып, тәрбиәләй башлай, Ромул һәм Рем тип исем ҡушалар. Бер көн Ремды ҡулға алалар һәм зинданға ташлайҙар. Нумитор уның менән һөйләшеп, факттарҙы сағыштырып ҡарап, уның алдында ейәне тороуын аңлай. Был ваҡытта Ромул, Ремды ҡотҡарыр өсөн, отряды менән батшалыҡҡа үтеп ингән була, Амулийҙы үлтерәләр. Нумитор ҡайтанан батшалыҡ менән хакимлыҡ итә башлай. Ә Рем менән Ромулға үҙ ҡалаларын булдырырға кәңәш итә. |