Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
БАШҠОРТТАРҘА ҺЫРҒА ТУЙ
Өйләнмәгән ир-егет әҙәпле булмаҫ.
(башҡорт халыҡ мәҡәле)

Ғаилә йолалары — һәр халыҡтың мәҙәниәте һәм көнкүрешенең алмаштырғыһыҙ өлөшө. Уларҙа халыҡтың йәшәү рәүеше, донъяға ҡарашы, йәмғиәттең төҙөлөшө, мәҙәниәт тарихы сағылдырыла һәм психологик, социаль, әхлаҡи мәғәнә һалына.
Никахҡа ҡарата етди мөнәсәбәтте башҡорт халыҡ мәҡәлдәре лә дәлилләй: «Өйләнмәгән ир-егет әҙәпле булмаҫ», «Ҡош-ҡорттоң да үҙ ояһы бар», «Өйләнмәгәндең йорто юҡ, йорто булмағандың — иле юҡ» һәм башҡалар.

Туй йолалары башҡорт фольклорында ла (мәҫәлән, «Алдар менән Зөһрә», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡуҙыйкурпәс менэн Маянһылыу» эпостары һәм башҡалар) сағылыш тапҡан.

Башҡорттарҙа экзогамия — ырыу ағзалары араһында никахты тыйыу йолаһы булған. Йыш ҡына күрше ауылдарға ла ошо ырыу вәкилдәре нигеҙ һалған, шуға күрә кәләште алыҫ ауылдарҙан алғандар.

Һуңғараҡ, ауылдар ҙурайғас, башҡа араға ҡараған ошо ауыл ҡыҙҙарын кәләшлеккә әйттергәндәр. Ҡайһы ваҡыт бер ырыу эсендә лә никах рөхсәт ителгән, тик бишенсе, етенсе быуында ғына туғандар үҙ-ара никахлаша алған. Һәм, киреһенсә, төрлө ырыу вәкилдәре араһында никахҡа бер ниндәй ҙә тыйыу булмаған. Йышыраҡ осраҡта кейәү кәләштән 3−5 йәшкә өлкәнерәк булған, әммә был мотлаҡ ҡағиҙә һаналмаған.
Өйләнеү мәсьәләһен атай менән әсәй хәл иткән, әммә атай кешенең һүҙе хәл иткес булған.
XIX быуат аҙағында ҡыҙҙар 16−18 йәшендә кейәүгә сығырға, ә егеттәр 18−20 йәшендә өйләнергә тейеш булған. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт муллалар һәм халыҡ был тыйыуҙы үтәмәгән. Ярлы ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙы 12−13 йәшендә үк кейәүгә биреп тә ебәргәндәр.
Башҡорттарҙа ҡалым һәм кәләш өсөн түләү — бирнә мөһим урын алып торған.

Шул уҡ ваҡытта XIX−XX быуаттарҙа ҡалымдың үҙенән тыш мал, ҡунаҡтарҙы һыйлау өсөн ризыҡ — туйлыҡ һәм мәһәр ҙә «ҡалым» төшөнсәһенә ингән.

Бишек туй
Башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек үк, башҡорттарҙың туй йолалары ла бик ҙур ваҡытты үҙ эсенә ала. Ҡайһы ваҡыт ул буласаҡ кәләш менән кейәү тыуғандан алып ғаилә ҡорғанға тиклем һуҙыла. Хәҙер былар барыһы ла тарихта ҡалған инде. Яңы тыуған, хатта тыуасаҡ сабыйҙарҙы йәрәштереү йолаһы ла булған.
«Сабыйҙарҙы бишектән йәрәштереү - бишектуй ваҡытында «бата» эскәндәр һәм бәпестәрҙе бер береһенә яҡын килтереп ҡолаҡтарын тешләткәндәр. Был йола һырға һабаҡ тип атала, уны үтәгәндән һуң сабыйҙарҙың ата-әсәләре ҡоҙалашҡан тип иҫәпләнә», — тип яҙа Шәриф Сөнчәләй.
Бата — ул фатиха, ризалыҡ. «Бата эсеү» никах тураһында килешеүҙе аңлатҡан.
Этнологтар фаразлауынса, ҡолаҡ тешләтеү туғанлашыу, бер ырыуға берләшеүҙе аңлата. Тешләнгән урын ҡыҙҙың хужаһы барлығын күрһәткән. Ә баланың төкөрөгө ҡушылыуҙы аңлатҡан һәм магик роль уйнаған.

Был йола таралған осорҙо билдәләп, «бишектә йәрәштереү йолаһы XIX быуат аҙағына тиклем Урал арьяғында йәшәгән бай башҡорттарҙа һаҡланған», — тип яҙып ҡалдыра билдәле Рәсәй археологы, этнолог һәм антрополог Сергей Руденко.
«Һуңғы йылдарҙағы яҙмаларҙан күренеүенсә, элек бишек туйында аҙан (мөһим ғәмәлде башҡарыр алдынан уҡылған доға) әйткәндәр, сабыйҙарҙың аяҡтарын мендәр менән ҡаплағандар, ә икенсе мендәрҙе уларҙың баш аҫтына һалғандар, был уларҙың берләшеүен күрһәткән. Мендәр уртаҡ түшәкте, именлекте һәм яңы мөнәсәбәттәргә күсеүҙе аңлатҡан. Ҡолаҡ тешләтеү йолаһы башҡарылғас өс тапҡыр Аллаһы Тәғәләгә зекер әйтелгән, — тип яҙа Розалия Солтангәрәева «Башҡорт туй-йола фольклоры» китабында.
Уң ҡолағыңа — аҙан,
Һул ҡолағыңа — исем!
Бәхетле бул!
Тәүфиҡле бул!
Этнологтар билдәләүенсә, бишек туйҙары башҡорттарҙа ғына түгел, ҡаҙаҡтарҙа ла булған.

Бүрәттәрҙә балаларҙың буласаҡ никахы тураһында килешеү «худа оролсохо» тип аталған, ул бүләккә билбау биреү йолаһы менән нығытылған.

Төрөктәр был йоланы «бешик кертмеси» (бишектән килешеү) тип атаған. Ир баланың ата-әсәһе ҡыҙҙың бишегенә киртек яһаған, был уның йәрәшелгән булыуын күрһәткән.

Ҡырғыҙҙарҙа был йола «бешик куда» йәки «бел куда» тип аталған.
Һырға туй, йәки үҫмер балаларҙы йәрәштереү
«Борон башҡорттарҙа шундай йола булған. Дуҫ йәки күрше йәшәгән ғаиләләрҙә ҡыҙ һәм малай тыуһа, ата-әсәләре үҫкәс уларҙы өйләндерергә тип килешкән. Башта, сабыйҙар бишектә ятҡан саҡта ҡолаҡ тешләтеү йолаһы үтәлгән. Ә инде егет һыбай менерлек, ә ҡыҙ көйәнтә менән һыуға барырлыҡ булғас һырға туй үткәргәндәр», — тип һөйләй Балаҡатай районының Билән ауылы мәҙәниәт йортоноң «Серҙәш» халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Сәйҙә Әхтәмова.
«Һырға туй — ул кесе туй, кәләш йортона кейәү яғынан биш-алты кеше ҡунаҡҡа килә. Ҡағиҙә булараҡ, улар — кейәү бала үҙе, уның ата-әсәһе, өлкән ағаһы һәм еңгәһе», — тип аңлата Сәйҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы.
Билдәле ғалимә һәм башҡорт фольклоры белгесе Розалиә Солтангарәева әйтеүенсә, башҡорттарҙың иң сағыу байрамдарының береһе — 11, 12 йәштәге үҫмер балаларҙы йәрәштереү, йәғни һырға туй.
«Егет һыбай менерлек, ҡыҙ көйәнтә тотоп һыуға барырлыҡ булғас улар өйләнер йәшкә еткән тип иҫәпләнгән. Байрамда ат сабышы, көрәш, йүгереү кеүек ярыштар ҙа, никах тантанаһы ла урын алған», тип аңлата ғалимә.
«12 йәки 13 йәшкә еткәс үҫмер балаларҙы ир һәм ҡатын итеп берләштергәндәр», — тип яҙа ғалим, педагог Шәриф Сөнчәләй.
Ғалим-фольклорсы Әхнф Кирәев никах йолаһы тураһында былай ти: «Ул ҡыҙ өйөндә уйындар, йыр-бейеү һәм йор һүҙ ярышы менән бергә барған».
Һырға туй
ХIХ быуаттағы ҡулдан яһалған алҡалар. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художесто музейы.
Һырға туй ике этаптан торған:

«һырға-һебәтуй»», бында кейәү һәм кәләш яғынан батырҙар һебә алыу өсөн ярыштар ойоштора;

«Һырға-алҡа» этабында иһә кәләштең ҡолағына алҡа тағыла, буласаҡ туғандар бер береһенә бүләктәр тарата.
«Барыһы ла бер көндә үтә. Беҙҙең ҡатай башҡорттары йәшәгән Билән ауылында һырға туй Ҡолаҡ тешләтеүҙең дауамы булып торған, уның барышында сабыйҙарҙың туғандары буласаҡ никах тураһында һөйләшеп килешкән», тип һөйләй «Серҙәш» халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Сәйҙә Әхтәмова.
Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районының «Серҙәш» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле коллективы
Һырға туйҙың төп мәғәнәһе — йәштәргә теләк-фатиха әйтеү һәм ҡыҙҙың ҡолағына алҡа тағыу. Кейәү ҡыҙҙың ҡолағына һырға (алҡа) таға, бынан һуң ҡыҙ йәрәшелгән булып һанала.

Поэтик яҡтан ҡарағанда, Һырға туй бөтә туй йолалары араһында иң сағыуы. Ул йыр-бейеү, теләк-фатиха, әйтемдәр менән оҙатылып бара.

«Һырға туй әсәнең сеңләүенән башлана, әсә ҡыҙының үҫеп етеп ата йортон ташлап китеүенә һағышлана. Ул ҡыҙының сәсен тарай һәм теләк-фатихаһын әйтә», — тип һүрәтләй йоланы Сәйҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы.
Йәш кейәү яғынан ҡунаҡтарҙы теләктәр һәм йыр менән ҡаршы алғандар, башҡорт милли аштары менән һыйлағандар. Шул уҡ ваҡытта һәр яҡ ҡыҙын йәки улын маҡтаған, уларҙың яҡшы яҡтарын телгә алған.
Һырға туйҙа буласаҡ ҡәйнә менән килен араһында ла мотлаҡ бер йола булған.

Ҡыҙҙың йәрәшергә ризалығын белер өсөн ҡәйнә уны ҡымыҙ менән һыйлай. Кәсәнең төбөндә көмөш тәңкә ята. Ҡыҙ ҡымыҙҙы эсеп бөтөп тәңкәне үҙенә ала икән, тимәк, кейәү егет уға оҡшай һәм ул кейәүгә сығырға риза. Тәңкә кәсә төбөндә ятып ҡала икән — тимәк, ҡыҙ был никахҡа риза түгел.
«Һис шикһеҙ, Һырға туйының үҙәк өлөшө - үҫмер йәштәргә теләк әйтеү һәм ҡыҙға алҡа тағыу йолаһы. Ҡағиҙә булараҡ, көмөш алҡа бүләк иткәндәр, алтын һирәгерәк осраған — һәр кем аҡсаһына ҡарап алған. Алҡаны кәләшкә бүләк итеп ҡолағына таҡҡҡандан һуң кейәүҙең туғандары ҡыҙҙың башына ҙур яулыҡ япҡан һәм теләктәрен әйткән», тип дауам итә Сәйҙә Әхтәмова.
Кейәүгә түбәтәй һәм сигелгән билбау бүләк иткәндәр. Шунан ҡоҙалар бүләк бирешкән. Ҡағиҙә булараҡ, сигелгән таҫтамал бүләк итер булғандар.
Байрамда һебә өсөн көрәш ҙур мәғәнәгә эйә булған. Был ярыштар араһында көрәш, ат сабышы һәм уҡтан атыу йыш осраған.
Әгәр һебәне ҡыҙ яғы батыры алһа, ҡыҙ киләсәктә бейбисә исем-дәрәжәһенә эйә була. Бейбисәнең ире уның өҫтөнән икенсе ҡатын ала алмай.

Әгәр һебәне егет яғы батыры алһа, ҡыҙ киләсәктә байбисә була. Был осраҡта кейәүҙең икенсе ҡатын алырға хоҡуғы бар.

Ике осраҡта ла ҡушамат ҡыҙ батыр егеткә кейәүгә сығырға тейеш булған.

«Кәләштең әхирәте йәки һайлап алынған ҡыҙ ҡушамат була ала», тип яҙа Розалиә Солтангәрәева «Башҡорт халҡының ғаилә-көнкүреш йола фольклоры» тигән китабында. Бында иҫке иран, һинд йолалары менән уртаҡ мотивтар ҙа осрай, был халыҡтарҙың йолаларында ла кәләш менән бергә бер нисә әхирәте кейәүгә сыҡҡан.
Ҡушамат — «ҡушыу», һүҙенән алынған. Шуға күрә лә туйҙа кәләштең генә түгел, ҡушамат ҡыҙҙың да яҙмышы хәл ителгән.
Ҡушамат ҡыҙ кәләштең киләсәктә бәхетле һәм имен буласағын күрһәткән. Көрәштә бил бирмәгән егеткә барырға тейеш булғанға, ҡыҙ ҡушаматы үҙенең яғында көрәшсене үҙе һайлаған.

Ҡушамат ҡыҙҙы һайлау, батырҙарҙың уның өсөн алышыуы күңел асыу өсөн генә үткәрелмәгән, былар барыһы ла магик көскә эйә, тип иҫәпләй Розалия Солтангәрәева.
Йола йырҙары
Бүләк таратҡанда йырҙар йырлана, һамаҡ, теләктәр әйтелә. Уларҙы башҡарыусылар бөтә ваҡиғаларға, ҡунаҡтарҙың кәйефенә, йола эпизодтарына комментарий бирә бара.

Әйткәндәй, һырға туйындағы төп поэтик жанр ул — теләк теләү. Теләктәрҙең төп маҡсаты — үҫмер йәштәргә өгөт-нәсихәт, фатиха биреү.
Бына кәләшкә әйтелгән теләктәр:
Ҡушағыңды күргәндә,
Ҡулың ҡалтырамаһын.
Кейәүем айбарһыҙ, тип,
Юҡ-барға аҡайма һин.

Ауыҙ-башың остаңлап,
Юҡ-барҙы һөйләмә һин.
Телсән килен икән, тип,
Ҡәйнәң шомға ҡалмаһын.
«Туй теләктәре — халыҡ педагогикаһын поэтик формала сағылдырыусы үҙенсәлекле ҡомартҡы ул. Уларҙа халыҡтың меңәр йыллыҡ тәжрибәһе, кешелек аҡылы һәм миллилек менән һуғарылған гуманистик принциптары художество алымдары аша сағылдырыла», тип билдәләй Розалиә Солтангәрәева үҙенең китабында.
Һамаҡ тәрбиәүи маҡсатта әйтелә. Уларҙың асылы боронғо мәҡәлдәр системаһына барып тоташа.
Һамаҡтарҙа ваҡиғаларҙың образлылығы, тәьҫир итеү көсө һәм киңлеге уларҙың ҡыҫҡа һәм күп мәғәнәле булыуы аша тормошҡа ашырыла.

Шул уҡ ваҡытта һебә туйындағы һамаҡтарҙа өгөт-нәсихәт төп урынды алып тора, тип билдәләй Розалия Солтангәрәева.

Һамаҡтарға еңел сатира һәм юмор ҙа хас. Миҫал өсөн, йәш кәләшкә төбәп әйтелгән теләктәрҙә тыйнаҡ юмор сағылып ҡала:
Ирҙе алдау нәмә ул,
Тәү аҡылын һынарһың.
Алйот булһа, һис булмаған
Һындар менән маҡтарһың.

«Туй һамаҡтарының тапҡырлығы, дөйөмләштерелгән тәрән мәғәнәһе уларҙы халыҡ поэзияһының афористик жанрына ҡараған декларатив-нәфис стилгә яҡынайта. Мәҡәлдәге кеүек үк, һамаҡтарҙа көйләп әйтелгән шиғри һүҙ хис-тойғоларҙы тапҡыр һәм ҡыҫҡа ғына итеп тыңлаусыға алып барып еткерә, телмәргә айырым интонация һәм мәғәнәлелек өҫтәй. Һамаҡтарҙа халыҡтың меңәр йыллыҡ тормош тәжрибәһе, психологияһы, этик һәм эстетик ҡараштары сағыла», — тип яҙа Розалиә Солтангәрева.
Һырға туйҙың шиғри репертуарында байрамдың иң төп геройҙары – кейәү менән кәләштең хис-тойғоларын сағылдырған йырҙар ҙур урын алып тора.

Кеше тормошон тәбиғәт менән сағыштырыу иһә һамаҡтарҙың тәьҫир көсөн тағы ла нығыраҡ арттыра.
Көйгәнәк ҡоштар ай маҡтанһа,
Өндән сысҡан алдым, тир.
Ҡара бөркөткәйҙәр ай маҡтанһа,
Таллыҡтарҙа ҡуян типтем, тир.


Ир егеткәйҙәре ай маҡтанһа,
Ер таныным йөрөп атһыҙ, тир.
Түрә-һәреләр ҙә ай маҡтанһа,
Ир танылдым данлы, илһеҙ, тир.

«Һырға туй ҙур байрам менән тамамлана, унда шаян таҡмаҡтар, «Күбәләк» бейеүе башҡарыла. Был халыҡ байрамында буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар һәр саҡ бейер була», — тип өҫтәй Сәйҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы.
Һырға туйҙың поэтик репертуарында таҡмаҡтар ҙа ҙур урын алған. Әгәр ҙә һамаҡтарҙа дөйөмләштереү, уйланыу элементтары күберәк булһа, таҡмаҡтар иһә шаярыу формаһында факттарҙы һүрәтләй.
Еҙнәкәйем, еҙнә бул,
Икегеҙ ҙә ал да гөл.
Бөгөн кистә беҙҙең илдә
Уйнап-көлөп ҡунаҡ бул.

Был килешеүҙе боҙоу ҙур ғына йоломға, ырыуҙарҙың дошманлашыуына һәм мөлкәт бүлеү арҡаһында килеп сыҡҡан ыҙғыш-талашҡа алып килгән.
Ата-әсәләр туй көнөн билдәләй, был көн етер алдынан балаларға туйға әҙерләнергә ҡуша. Байрамға ныҡ әҙерләнәләр. Мотлаҡ рәүештә бирнә йыялар, кейәү менән кәләшкә кейем тегәләр, ҡунаҡ ҡаршылар өсөн өйҙө әҙерләйҙәр.

Һырға туй йолаһы башҡарылғас та кәләш өсөн ҡалым түләй башлайҙар. Ҡыҙҙың атаһы уны башҡа кешегә кейәүгә бирмәҫкә вәғәҙә итә.

Этнограф, көнсығышты өйрәнеүсе белгес Михаил Андреев фекеренсә, «был никах бәхетһеҙлектән ҡурсалаған».

Никахлашыу йолаһы өйҙә үткәрелгән. Йоланы үткәреү өсөн мулла саҡырылған, ул мәсеттәге кеүек рәсми рәүештә никахты теркәү өсөн, үҙе менән махсус китап (метрическая книга) алып килгән. Мулла килгәнгә тиклем ҡоҙалар бер-береһенә бүләктәр йәки ҡалымдың яртыһын булһа ла бирә. Мулла никахҡа ризалыҡты йәштәрҙең үҙҙәренән түгел, уларҙың аталарынан һораған.

Бөгөнгө көндә йәштәр үҙҙәре өйләнешергә ҡарар итә һәм был турала атай-әсәйҙәренә әйтә. Килешелгән көндә кейәүҙең туғандары ҡыҙ өйөнә килә һәм «Беҙ һеҙгә изге ниәт менән — яусыларға килдек!» — ти. Шунан һуң буласаҡ туй тураһында һөйләшәләр һәм йәштәр ЗАГС-ҡа ғариза бирә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Руденко С. И. Башкиры. Историко-этнографические очерки. Уфа, 2006.
2. Султангареева Р. А. Семейно-бытовой обрядовый фольклор башкирского народа. Уфа, 1998.
3. Султангареева Р. А. Башкирский свадебно-обрядовый фольклор. Уфа, 1994.
4. Бикбулатов Н. В., Юсупов Р. М., Шитова С. Н., Фатыхова Ф. Ф. Башкиры: этническая история и традиционная культура. Уфа, 2002.
5. Галиева Ф. Г. Семейные обряды и обычаи башкир в поликультурном пространстве. Уфа, 2020.
6. Бикбулатов Н. В., Фатыхова Ф. Ф. Семейный быт башкир XIX—XX вв. Москва, 1991.

Фото һәм видео: Белянковский сельский дом культуры Белокатайского района Республики Башкортостан, архив ИА «Башинформ».