Һаламдан әйберҙәр үреү өсөн йышыраҡ иген культуралары – арыш, бойҙай, арпа, һолоноң һабағы алына. Һаламды киптерәләр, таҙарталар һәм сорттарға айыралар. Кәрәккәндә һаламды ағартырға һәм төрлө төҫтәргә буярға була. Үреү өсөн иң ҡулайлыһы – арыш, ул йомшағыраҡ һәм һығылмалы.
Һалам һынып бара, шуға ла уны ҡайнар һыу ҡойоп, алдан ебетәләр, кәрәк булһа, буяу өҫтәргә лә мөмкин. Һабаҡтар һарыраҡ булһын өсөн, уларҙы оҙағыраҡ ҡайнаталар, әммә кәрәгенән артыҡ тоторға ярамай, һалам ҡарая.
Дөйөм алғанда, үреү өсөн һәр төрлө үҫемлек ҡулланыла икән.
Һаламды ҡайнар һыулы һауытҡа һалып, өҫтөн туҡыма менән ҡапларға кәрәк. Артабан һыуҙан сығарып, пленкаға урарға. Ҡалған һаламды киптерәләр, гидроперит, туҡыма өсөн көнкүрештә ҡулланылған ағартҡыстар һәм эзбиз менән ағартырға мөмкин.
Һалам бөртөктәре һәм кәрәк-яраҡ ятҡан тәпәш өҫтәл артында эшләүе уңайлыраҡ. Яҡтылыҡ һул яҡтан төшөргә тейеш. Эшләгәндә ҡайсы, бысаҡ, капрон еп, сым, ПВА елеме, уҡлау һәм пресс кәрәк буласаҡ.