Ҡыҙыл тал йәкшәмбеһе
(Пучы жугон. Верва кисьтыр) – Башҡортостандың Кама аръяғы удмурттары йолаһы
Традицион удмурт календарына ярашлы, яңы йыл яҙ һәм яҙғы ҡыр эштәре башланыуҙы байрам итеүҙән - Быдӟым нуналдан (Бөйөк көндән) башланып китә. XIX быуат аҙағында –XX быуат башында уны удмурттар йәшәгән һәр ерҙә байрам итәләр.
Кама аръяғы удмурттарына килгәндә, Бөйөк көн (Башҡортостан удмурттары йәшәгән территорияла Быдӟымнал, Будӟиннал) календарҙағы төп байрамдарҙың береһе була. Ул христиандарҙың Пасхаһына тиклем бер аҙна алда үткәрелгән, һуңғы осорҙа уны православие христиандары байрам иткән көндә билдәләйҙәр.
Быдӟым нунал өс этаптан тора: әҙерлек аҙнаһы, төп йәкшәмбе тантаналары, байрамды оҙатыу. Әҙерлек осоронда өйҙәрҙе йыйыштыралар, биҙәйҙәр, Бөйөк кесаҙна алдынан таҙартыу йолаһы үткәрәләр, йорттоң һәм ҡаралты-ҡураларҙың ишектәренә бетеү урынлаштыралар, мәрхүм туғандарын иҫкә алалар.
Ҡыҙыл тал йәкшәмбеһе – Пучы жугон Бөйөк көндөң беренсе этабына ҡарай. Был йола кешеләрҙән һәм, ғөмүмән, ауылдан насар көстәрҙең, үлгәндәрҙең рухтарын ҡыуып ебәреү өсөн үткәрелә. Йола төрлө ерҙә төрлө исемдәр менән атала.
Т. Г. Миңниәхмәтова,
удмурт этнологы, фольклорсы
Т. Г. Миңниәхмәтованың “Кама аръяғы удмурттарының календарь йолалары” китабынан өҙөк.
Тәтешле районы Әрибаш ауылынан удмурт традицион мәҙәниәте белгесе Лилиә Гәрәеваның һүҙҙәре буйынса, Быдӟымналға алдан уҡ әҙерләнә башлайҙар.
Байрамға тиклем яҡынса ике аҙна алдан өйҙәрҙе йыйыштыралар, түшәм, стеналарҙы, тәҙрә төптәрен, кухня кәрәк-ярағын
(турау таҡталарын, һауыт-һаба һәм башҡаларҙы) йыуалар.
Байрамға бер аҙна ҡалғас, Пучы жугон уҙғарыла. Шәмбе көндө кискеһен йәки йәкшәмбелә иртән иртүк ҡояш ҡалҡҡансы ҡыҙыл тал йыйырға баралар.
Үҙ ғаиләңдән тыш, уны күршеләреңә лә, дуҫтарыңа ла алып ҡайтырға ярай, ләкин өстән дә күберәк ғаиләгә таратырға ҡушылмай.Ҡыҙыл талдың өс, биш, ете ботағын сәс кеүек үреп,
шул уҡ көндө кис йәш-елкенсәк һәм өлкән инәйҙәр ауыл урамына Пучы жугонға (һүҙмә-һүҙ күсергәндә: тал менән һуғыу) сыға.
Ауылдың өҫкө яғынан (һыу ағымы буйынса) түбән яғына ҡәҙәр йола йырын йырлап баралар. Ауылды урап сыҡҡас, ҡапҡа алдына туҡтайҙар, тал сыбыҡтары менән ҡапҡаға ҡағылып алалар.
Ҡайһы берҙәренең ҡапҡаһына ләпек һылап та ҡуя алалар.
“Мин түгел, ҡыҙыл тал һуға”, тип әйтеп, ҡыҙыл тал менән, түлһеҙ ҡалмаһындар өсөн, мал-тыуарға, ҡатын-ҡыҙҙарға, ир-аттарға һуғып алалар. Артабан церемонияла ҡатнашыусылар, ауыл ситенә йыйылып, Пучы жугонды оҙата. Барыһы ла бер рәткә теҙелә һәм ҡыҙыл тал бәйләмен алға ырғытҡан һымаҡ итә, ә ысынында ырғытмайҙар һәм тынып ҡалалар, ике ҡабат шулай иткәндән һуң, өсөнсөһөндә генә ырғыталар.
Артабан ергә яталар һәм тауыштарға ҡолаҡ һалалар:
әтәс ҡысҡырыуы – ҡоролоҡҡа, янғындарға; кеше тауыштары – яҡшылыҡҡа; ат кешнәгәне йәиһә тояҡ тауышы ишетелһә – һуғышҡа. Бер нәмә лә ишетелмәһә – йыл үҙгәрешһеҙ уҙасаҡ.
Пучы жугон Бигәнәй ауылында ошондай сценарий буйынса үткән. Лилиә Гәрәева ошо ауылда тыуып үҫкән, ул был йоланы үҙе әле йәшәгән Әрибаш ауылында тергеҙҙе.
Иҫке Ҡәлмиәр ауылында был йола саҡ ҡына башҡасараҡ уҙа.
Ул бында “Верва кисьтыр” тип атала. Әгәр был көндө берәйһенә ҡыҙыл тал килтереп бирһәләр, уны алған кеше алмашҡа Быдӟымналға йомортҡалар бирергә тейеш була.
Ауыл буйлап йөрөгәндә талдың бер генә ботағы менән, түлһеҙ ҡалмаһындар өсөн, ҡуралағы һыйырҙарға, һарыҡтарға, сәләмәт булһындар, ғаиләләре парлы, балалары булһын өсөн, кешеләргә һуғып алалар.
Ҡояш байығас, ауыл халҡы бер ниндәй саҡырыуһыҙ Ҡыҙыл талды оҙатырға сыға. Уны йылға аръяғына, амбар ҡапҡаһы артына оҙаталар. Ауыл буйлап йөрөү ҡайҙан башланған, шул урынға сығалар.
Төп йыр башҡарылғандан һуң, барыһы ла ботаҡтарын ташлап, тауыштарға ҡолаҡ һала башлай. Эт өрөүе ишетелһә – йүнлегә түгел. Һыйыр мөңрәүе йәиһә ат кешнәүе – шатлыҡлы бай тормошҡа.
Үрелгән тал.
Тәтешле районының Танып ауылында уҙғарылған “Верва кисьтык” йолаһында балалар актив ҡатнашҡан.
91 йәшлек Саҙрисламова Кәтифә Суфиян ҡыҙы һөйләй: “Иртә менән тал ботағы артынан бара инек. Үрергә уңайлы булһын өсөн, уларҙың нәҙектәрен алып ҡайтабыҙ. Ботаҡтарҙы һынмаһын өсөн йылы мейескә ҡуябыҙ. 3-4 талды сәс толомо һымаҡ үрә инек”.
Ҡараңғы төшөү менән, балалар һәр ихатаға инеп:
”Верва кисьтык, Верва кисьтык,
арлэсь лыктэм ар нунал.
Верва вуиз, Верва ортчоз,
Будӟиннал кылиз возьманы”, – тип йырлап, ҡыҙыл тал бәйләме менән өй тупһаһына ҡағылып ала.
Әгәр юлда яңы ҡапҡалар осрай икән, уларҙы ләпек менән һылайҙар. Ауыл осона етеп, Ҡыҙыл талды оҙаталар. Бер рәткә теҙелеп, ҡысҡыра башлайҙар: ”Шактияр бабай, куара сёт, сёт капчилык, ӟесь улон! ” ( Шактияр бабай, (ул, моғайын, берәй мәрхүм булған ауылдаштарылыр – А. Б.) тауыш бирсе, беҙгә еңеллек, яҡшы тормош бирсе!)”
Артабан улар тауыштарға ҡолаҡ һала башлай. Ҡош тауышы ишетелһә – яҡшы билдә, эт өргәне – йүнлегә түгел. Кискеһен йәш-елкенсәк гармунға ”Верва кисьтык” йыры менән ауыл буйлап үтә.
Ҡалтасы районының Көркәк ауылында был йола икенсе төрлө атала – Эру. ”Ар-год-берган: обряды и праздники удмуртского календаря” монографияһында авторҙар был һүҙҙең мәғәнәһен былай аңлата: ”Эру карыны” – һүҙмә-һүҙ “тауыш сығарыу”.
Сәкинә Саҙретдинова һүҙҙәре буйынса, 1960 йылдар аҙағында Быдӟым нуналға тиклемге шәмбелә ауылдың бер башынан икенсеһенә балалар менән тауыштар сығарып, ”Эру!” тип ҡысҡырып уҙалар, тал ботаҡтары менән ҡапҡа, ҡоймаларға һуғып алалар, йәнәһе шулай үҙҙәренсә ауылдан төрлө сирҙе ҡыуалар. Ботаҡтарҙы йылғаға ырғыталар һәм тауыштарҙы тыңлайҙар. Ҡыҙҙар был көндө үҙҙәрен кейәүгә сыҡҡас нимә менән алып китәсәктәрен белә: ат тауышы ишетелһә – атта, машина ишетелһә – машинала.
Пучы жугон, Верва кисьтыр, йола булараҡ, бары тик Тәтешле районындағы ике ауылда ғына теркәлгән. Башҡа ауылдарҙа йәшәүсе өлкән йәштәгеләр бындай йоланың йәш саҡтарында уҙғарылғанын хәтерләй әле.