Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Көнсығыштан килгән ынйы
«Йософ менән Зөләйха» (Ҡисса-и Йософ) –
бәхетле тамамланған трагедия
IX – XIII быуаттарҙа Башҡортостандың бер өлөшөн Болғар дәүләте биләй. Ул һыу юлында, Волга буйында урынлашҡан була һәм илде Көнсығыш Европа менән Көнбайыш Азияны бәйләп торған. Болғар иленең үҙенең яҙмаһы, фәнни һәм нәфис әҙәбиәте була. Ҡол Ғәлиҙең* «Йософ менән Зөләйха» (1212) поэмаһы иң үҙенсәлекле болғар ҡомартҡыһы иҫәпләнә. Был поэма ул заманда Волга буйында ижад ителгән бөтә әҫәрҙәрҙән айырылып тора. Ул Яҡын Көнсығышта киң таралған легендаға нигеҙләнеп яҙылған һәм хатта «Йософ сүрәһе» булараҡ Ҡөрьәнгә лә ингән. Һуңғараҡ (XIV б.) легенда Рабғузиҙың «Ҡиссас әл-әнбиә» китабына ла инә.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер тикшеренеүселәр, яҙма әҫәр Ҡөрьән сюжетына нигеҙләнгән, тип раҫлай, ә киреһенсә түгел.
«Ҡисса Ҡөрьән сүрәләренең шиғри тәржемәһен йәки поэма итеп яҙылыуын хәтерләтә. Шағир «Сүрәтүл Йософ»ҡа [12: 1–111] туранан-тура мөрәжәғәт иткәнме йәки алдынғы Көнсығыш аҡыл эйәләренең көслө йоғонтоһо аҫтында булғанмы, әйтеүе ҡыйын. Атап әйткәндә, ҡиссаға Фирҙәүсиҙең (934/941 —яҡ. 1025 ) «Йософ вә Зөләйха» һәм Абдуллаһ Ансариҙың (1002–1088) « Мөриттәр дуҫы һәм мәжлестәр ҡояшы» кеүек әҫәрҙәрҙең йоғонтоһо булыуы тураһында әйтергә мөмкин. Ҡол Ғәлиҙең «Ҡисса-и Йософ»о Ҡөрьәндең шиғри тәржемәһе йәки поэмаға күсермәһе тигән беҙҙең версияны сәнғәт белгесе З. А. Имаметдинованың тикшеренеүҙәре лә раҫлай. Мәҫәлән, Имаметдинова ошолай тип яҙа: «Ҡол Ғәлиҙең «Ҡисса-и Йософ» поэмаһының һаҡланып ҡалған варианттарының береһе ритмға көйләнгән проза менән башлана – һуңғы Ҡөрьән сүрәләренә хас һәм тауыш менән фонетика орнаментацияһы эффектын биргән ритмлаштырыу алымдары файҙаланыла». Шуны ла асыҡлап китеү зарур, Ҡөрьәнгә бәйле дини риүәйәттәр һәм уларҙың сюжет өлөштәре халыҡ ижадында киң таралған» **.
Поэмала мөхәббәт һәм кеше матурлығына мәдхиә йырлана. Йософ кисергән мажаралар дини фантастика планында бирелә һәм геройҙар менән күберәк тәҡдир һәм яҙмыш идара итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Йософ менән Зөләйха уларға хас сифаттар менән реаль кешеләр булараҡ һүрәтләнгән. Поэмала кешелә булған гүзәллек идеаллаштырыла, шуға ла ул халыҡ һөйөүен яулай һәм быуаттар дауамында тарала, танылыу ала.

Был әҫәр әҙәп ҡанундары буйынса ҡәтғиерәк һәм дини, өгөт-нәсихәткә ҡоролған башҡа әҙәбиәттән ҡырҡа айырылып тора.

Башҡорттар араһында поэманың яҙма һәм телдән таралған байтаҡ версияһы һаҡланған. Башҡортостан Республикаһы, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе өлкәләре биләмәһендә М.Х. Нәҙерғолов, Р.А. Солтангәрәева, Ф.Ғ. Хисамитдинова, Ғ.Б. Хөсәйенов, З.Я. Шәрипова һәм башҡалар тарафынан 50-ләп шиғри-прозаик һәм сәсмә фольклор варианттары яҙып алынған: «Йософ менән Зөләйха», «Йософ вә Зөләйха», «Йософ менән Зөләйха тарихы», «Йософ китабы», «Йософ һәм Зөләйха ҡиссаһы», «Йосоп» һ.б.
Поэманың географияһы

Әлеге ваҡытта «Ҡисса-и Йософ»тоң 160 самаһы исемлеге билдәле, һәм уларҙың күбеһе Урал һәм Волга буйында табылған. Өфө, Ҡазан, Петербург архивтарында «Ҡисса-и Йософ»тоң 20-ләгән тулы версияһы һаҡлана. Әммә авторҙың үҙенең төп нөсхәһе тураһында һүҙ алып бара алмайбыҙ. Беҙҙең көндәргә уның күп тапҡыр күсерелеп яҙылған версиялары ғына килеп еткән. Башҡортостандың Илеш районында табылған ҡулъяҙма иң тулы версияһы һанала.

Тажик-фарсы әҙәбиәте классигы Фирҙәүсиҙең «Йософ вә Зөләйха»һы (X б.) был сюжетҡа ҡоролған тәүге шиғри әҫәр һанала. Ошондай исем аҫтында Хәмзә (XIVб.), Дурбек (XIVб.), Джами (XVб.), Физули (XVIб.), Андалиб (XVIб.) һәм башҡалар үҙҙәренең оло дастанын ижад иткән. Һуңыраҡ был сюжет Ян Райнис, Лев Толстойҙың иғтибарын йәлеп итә, Томас Манндың «Йосиф и его братья» романында тәрән эшкәртелә. Беҙҙең көндәрҙә Нәзим Хикмәттең «Мөхәббәт тураһында легенда» поэмаһы яҙылған.
Фольклор варианттарҙың фрагменттары һамаҡлап башҡарыла. Башҡорт фольклорында һамаҡ – әҫәрҙе башҡарыу стиле. Көйләп башҡарыу, речитатив (көйһөҙ), көйләү-речитатив төрҙәрен билдәләйҙәр. Һамаҡҡа һөйләп башҡарыу манераһы, уртаса етеҙ темп, аныҡ темп-ритмика структураһы, тауыш менән ижектең бәйләнеше хас. Эмоциональ йоғонтоно арттырыу өсөн халыҡ музыка ҡоралдары ҡулланылған.
Сюжет
Төп герой Йософ – матурлыҡ, һылыулыҡтың кәүҙәләнеше. Уның янында булыу ҙа кешеләрҙе төрлө сирҙән дауалауға, тирә-яҡтың йәмләнеүенә, тәмле еҫ таралыуға килтерә. Геройҙың төп һыҙаттары – аҡыллылыҡ, тоғролоҡ һәм кисерә, ғәфү итә белеү. Төшөндә Йософ үҙенең Көнсығышта һәм Көнбайышта билдәле хаким буласағын күрә. Был төш хаҡында белеп ҡалғас, көнсөл ағалары унан ҡотолорға тырыша: ҡоҙоҡҡа ташлай, һуңынан ҡоллоҡҡа һата. Зирәклеге арҡаһында Йософ Мысыр халҡын аслыҡтан ҡотҡара, ил хакимы булып китә.
Мөхәббәт мотивы әҫәрҙә сағыу мажара характерында бирелгән: Көнсығыш илдәрҙең береһенең батша ҡыҙы Зөләйха төшөндә үҙен Мысыр хакимы тип таныштырған Йософҡа ғашиҡ була. Ҡыҙҙың атаһы Мысыр батшаһы Ҡәнзәфәргә уға ҡыҙын бирергә теләүе тураһында хәбәр итә. Буласаҡ иренең иленә килгәс, героиня уның төшөндә күргән кеше булмауын аңлай, шулай ҙа уға кейәүгә сыға. Бер нисә йылдан ире Йософто һатып ала, Зөләйха уға һөйөүен белдерә, әммә егет уны кире ҡаға. Ҡарт әбей булғас ҡына ул һөйгәненең мөхәббәтенә лайыҡ була, һәм Алланың ҡөҙрәте уға йәшлеген ҡайтарып бирә***.


«Йософ менән Зөләйха» поэмаһының оҙайлы ғүмере, һәр әҫәр кеүек, дөйөм алғанда уның художестволы эстәлегенә бәйле. Поэманың төп геройы Йософ ике сюжет һыҙығын берләштерә: «Йософ һәм ағалары», «Йософ менән Зөләйха». Шуны билдәләргә кәрәк, башҡорттарҙа телдән башҡарғанда Йософ менән Зөләйханың яҙмышы тураһында бәйән итеү өҫтөнлөк менән файҙалана. Урта быуаттарҙа халыҡта был поэма тураһында «Тархан ҡыҙы һәм «Йософ китабы» тигән айырым риүәйәт тә һалынған һәм әлеге көндәргә тиклем һаҡланған (Күренекле башҡорттоң үҙенә лайыҡлы кейәү һайлай алмаған бәхетһеҙ ҡыҙы булған. Тархан Йософ тураһында китапты табып алып ҡайтһын өсөн сит илдәргә үҙенең вәзирен оҙатҡан. Ҙур ауырлыҡ менән табылған китапты уҡып, тархандың ҡыҙы йоҡоға талған һәм Зөләйханың ғашиҡ булып, бәхетен табыуы тураһында киләсәкте күрәҙәлек иткән төш күргән).
«Йософ менән Зөләйха кеүек» тигән сағыштырыу халыҡ йырҙарында, хәҙерге мөхәббәт лирикаһында йыш ҡулланылған, мәҫәлән, Н. Нәжмиҙең «Ике Зөләйха» поэмаһында, нығынған һүҙбәйләнешкә әйләнде. Башҡорт әҙәбиәтендә «Йософ-Зөләйха» тандемы, бәхетһеҙ парҙар «Таһир-Зөһрә» йәки «Ләйлә-Мәжнүн»дән айырмалы, камил мөхәббәт символы булараҡ нығынған. Берҙән-бер Аллаһтың илаһи көсөнөң сикһеҙ мөмкинлектәренә ҡарағанда (уның ҡанаты аҫтында әүәлге ҡол Йософ аҡыллыраҡ һәм уңышлы хаким булып китеүенә ҡарамаҫтан), бәхетле ғаилә тормошоноң нигеҙе булараҡ үҙ-үҙен аямаған һөйөү уҡыусылар өсөн быуындан быуынға социаль йәһәттән әһәмиәтлерәк һаналған****.

Башҡортостандың фольклор фондтарында башҡорт версияларының үҙенсәлекле 72 варианты һаҡлана.
«Йософ менән Зөләйха» башҡорт ижадында
2015 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ҡуйылған «Йософ менән Зөләйха» музыкаль легендаһының премьераһы үтте. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов.
* Ҡол Ғәли́ – урта быуат шағиры. Тажетдин Ялсығолдоң «Тәүарих-и Болғария» («Болғар тарихы») әҫәренә ярашлы, Ҡол Ғәли сығышы менән башҡорттарҙың Әйле ырыуынан. Әйлеләр биләгән ерҙәрҙә әле Башҡортостандың Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Нуриман һәм Иглин райондары урынлашҡан.

** Ф. Ш. Сибәғәтов, Башҡорт әҙәбиәтендә Ҡөрьән мотивтары.

*** «Ҡисса-и Йософ» — «Сказание о Йусуфе», Башҡорт энциклопедияһы.

**** Шәрипова З.Я. К проблеме функционирования литературных текстов (26.08.2014).
Анастасия Белоусова әҙерләне.
Фото: Роман Шумнов (Башинформ МА).
13.12.2019 й.