Бешереү ысулы Ҡамыр өсөн йомортҡаның 2 һарыһын һәм 1 ағын туғыйбыҙ. Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Консистенцияһы буйынса ул пластилин һымаҡ булырға тейеш. Ҡамырға шулай уҡ борос ҡатышмаларын һалырға мөмкин. Ҡамырҙы киҫәктәргә бүләбеҙ һәм йоҡа ғына итеп (10–15 см диаметрҙа) түңәрәктәр йәйәбеҙ. Итте, картуфты һәм һуғанды яҡынса 1*1 см ҙурлыҡта шаҡмаҡлап турайбыҙ. Тоҙ, борос ҡушып, бутайбыҙ. Йәйелгән түңәрәктең уртаһына эслекте өйөп һалабыҙ һәм, уртаһында бәләкәй тишек ҡалдырып, өсмөйөш формаһы эшләйбеҙ. Мөйөштәре буш ҡалырға тейеш, унда һурпа ҡайнаясаҡ. |