Тирмә өсөн уңайлы урын билдәләгәндә, шундай йолалар үтәлгән:
1) еп бәйләнгән көмөш тәңкә менән буласаҡ тирмә урынын ҡояш хәрәкәте буйынса урап үткәндәр. Әгәр тәңкә һелкенмәһә, был һәйбәт урын тип иҫәпләнгән;
2) ҡаҙанды түңкәреп һалғандар, һәм әгәр бер аҙҙан үрмәксе унда ау үрһә, урын тыныс, уңайлы тип һаналған;
3) ергә һыулы һауыт ҡуйғандар, әгәр бер аҙҙан уның өҫтөн сүп-сар, ҡоро япраҡ ҡаплаһа, урын насар тип иҫәпләнгән;
4) әгәр үгеҙ тояғы менән тибенеп һыу сығара алһа, был урын да тирмә ҡуйыу өсөн һәйбәт һаналған.
Традиция буйынса тирмәләр шишмә, йылға, таҙа һыу сығанағынан алыҫ булмаған ерҙә ҡуйылған. Әле лә халыҡ араһында «Ҡотло ер» төшөнсәһе ҡулланыла. Мәғәнәһе буйынса яҡын «ҡалҡыу урын» һүҙбәйләнеше лә ҡоро, йылыға асыҡ булыуы арҡаһында тирмә өсөн иң уңайлы урын иҫәпләнә.
Тирмә усағында тоҡанған тәүге утҡа ҡорбан биреү йолаһы булған: ғәҙәттә утҡа май, ит киҫәктәре ташлағандар һәм ғаиләгә, барлыҡ туғандарға именлек, тыныслыҡ теләгәндәр. Тирмәнән сыҡҡан тәүге төтөндө изгелеккә, муллыҡҡа һәм тыныслыҡҡа юрағандар, ә тәүге ҡунаҡтар көлсә тотоп килгән.
Беренсе бала тыуғанда тирмә кирәгәһенә тамға (киртек) һалғандар һәм ошолайтып һамаҡлағандар:
Ағас баған – тирмәгә,
Баҡыр баған – миңә!
Шул уҡ ваҡытта һыу баҫҡан, янғын үткән, төрлө бәлә-ҡазалар булған урында тирмә ҡуйырға рөхсәт ителмәгән. Унда яуыз көстәр (өрәк, ҡурғылыҡ, рәнйеү, яман зат, мәскәй) йәшәй, тигән ышаныу булған. Юл яҡынында ла тирмә ҡуйыу тыйылған. Юл эргәһендә лә көсөргәнеш булған урын һәм төрлө иблис заттар йәшәгән ер тип иҫәпләнгән.