Азат Айытҡолов Өфө органсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Владислав Мортазин менән башҡарған программаға ла «Урал»ды индергән. Был проект менән музыканттар Рәсәй буйлап гастролдәргә лә сыҡҡан. Улар Кемерово, Тольятти, Һамар, Ульяновск, Пермь, Екатеринбург, Яр Саллы, Ҡазанда, Себер ҡалаларында сығыш яһаған. Ике тынлы инструменттың – башҡорт ҡурайы менән «Hauptwerk» күсереп йөрөтмәле электрон орган тауыштары матур ҡушылып, тыңлаусыларға онотолмаҫлыҡ тәьҫорат бирә.
«Сәфәр концерттарында мин тәүҙә ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләйем һәм 5–6 оҙон халыҡ көйөн, шул иҫәптән «Урал»ды башҡарам. Орган концерттарын тыңларға музыканы үҙ иткән етди кешеләр йыйыла. Уларға шоу кәрәкмәй, ҡурайҙы яҡшы ҡабул итәләр», – тип билдәләй музыкант.
«Урал» йырының көйө киң диапазонлы (терцдецима), һалмаҡ темп, мажорлы-минорлы алмашыныулы пентатоника, бай орнаменталь ижек-ара һуҙып йырлау менән айырыла. Һуҙып йырлауҙарҙың барыһы ла тиерлек йырға көслө күтәрелеш, патетик тулҡынланыу бирә. Шиғырҙың үлсәме биш бүлкәтле, ямб формаһында, рифмаһы ҡапма-ҡаршылы, тик шулай ҙа һуҙып йырланғанда тыңлаусы шиғырҙың алмашыныусан рифмаһын ҡабул итеп өлгөрә алмай.
Йырҙы башҡарыу бик ҡатмарлы, шуға күрә лә ул башлыса ир-егеттәрҙең репертуарына ингән. Шулай ҙа йырсы, педагог, башҡорт фольклорын пропагандалаусы Флүрә Килдейәрова ла «Урал»ды йырлай.