Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
«Урал ғына тауҙың, ай, башында
Урай-урай үҫкән бер ҡурай...»

(Башҡорт халыҡ йыры)

Ҡурай — башҡорт халҡының данлыҡлы һәм популяр уйын ҡоралы. Ул халҡыбыҙҙың символы һәм ғорурлығы ғына түгел, милли бренды ла. «Ҡайҙа башҡорт, шунда ҡурай», — ти халыҡ әйтеме.
2018 йылда ҡурай Федераль интеллектуаль милек хеҙмәте патентын алды һәм рәсми рәүештә Башҡортостандың территориаль бренды булып теркәлде. Брендты теркәү идеяһын күренекле ҡурайсы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Азат Айытҡолов тәҡдим иткән. Шул ваҡыттан алып ошо тынлы музыка ҡоралының тап Башҡортостанда килеп сыҡҡанын раҫлаған бик күп архив материалдары һәм документтар тупланған.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостан гимнын башҡарғанда ҡурай моңо яңғырай (көйөн Фәрит Иҙрисов яҙған). Шулай уҡ республиканың дәүләт символдарында ла – гербта һәм флагта ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән.
Азат Айытҡолов, Башҡортостандың халыҡ артисы:
«Мин башҡорт, башҡорт булып тыуғанмын, башҡорт булып үлермен. Ғүмерем буйына ҡурайға хеҙмәт итермен. Уның ярҙамында мин донъя менән аралашам. Беҙгә килеп еткән бөтә халыҡ йырҙары тарихи, барыһының да үҙенең энергетикаһы һәм аураһы бар, береһе икенсеһенә оҡшамаған. Шуға күрә уларға һаҡсыл ҡарайым һәм ҡурайҙа уйнағанда көй аша донъяға башҡорттар хаҡында һөйләргә тырышам. Был – үҙем сығыш яһаған концерттарымдың мотлаҡ өлөшө.

Музыка, бигерәк тә халыҡ көйҙәре өсөн һүҙҙәр кәрәкмәй, иң мөһиме, ысын күңелдән уйнау һәм һөйләү.

Ҡайһы берҙә үҙем өсөн генә уйнайым – репетиция түгел, ә медитация тип әйтергә мөмкин, был кешене ныҡ тынысландыра һәм уйҙарҙы тәртипкә килтерә».

Ҡурайсы әйтеүенсә, башҡорт халыҡ йырҙарының тарихи дөрөҫлөгөнә килгәндә, был бик асыҡ күренә. Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуңғы осорҙо ғына алайыҡ, башҡорттар рус ғәскәрҙәренең бөтә хәрби походтарында тиерлек ҡатнашҡан. Уларҙың күбеһе «Һыр», «Байыҡ», «Ҡаһым түрә», «Любизар», «Порт Артур» һәм башҡа халыҡ йырҙарында сағылыш тапҡан.

«Ошо йырҙарҙың көслө тетрәнеүҙәрҙән һуң тыуғанлығы аңлашыла.
1812 — 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында башҡорттар Парижға тиклем барып еткән. Бындай походтарҙа ҡурайсылар ҙа ҡатнашҡан, юғиһә был көйҙәр беҙгә килеп етмәҫ ине. Тарихта башҡорттарҙың дошман самолеты деталдәренән ҡурай яһау осраҡтары ла билдәле. Был инде Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған», тип һөйләй ҡурайсы.

Ҡурай уйнаған кешенең тыны оҙон, тын юлдары иркен, күкрәге киң.
Был үпкәләрҙең һаулығына килтерә. Ҡурайсылар, тын юлдарына һалҡын тейҙереп ауырыһа, тиҙ һауыға. Тәмәке тартыу, киреһенсә, үпкәләрҙе зарарлай, шуға күп ҡурайсыларҙың ундай алама ғәҙәте юҡ.
«Ҡурай, ниндәй генә ябай булып күренмәһен, барыбер бөтмәҫ-төкәнмәҫ сер һаҡлай үҙендә. Уның моңо, тауышы илаһи көс-ҡөҙрәткә эйә. Ҡурайсы моңо менән кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарып ҡалған, ҡайғылының ҡайғыһын баҫҡан, тип раҫлай риүәйәт. Башҡорттар үҙҙәренең оҙон һәм ауыр тарихи юлдарын йыр, ҡурай менән бергә үткәргән», – тип яҙҙы арҙаҡлы ғалим, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр.
Ҡурайҙың тарихы
Ҡурай – бик боронғо уйын ҡоралы. Башҡорттарҙың «Аҡбуҙат», «Ҡара юрға», «Заятүләк менән Һыуһылыу» кеүек эпостарында ҡурайҙың телгә алыныуы – быға асыҡ дәлил.
Ҡурайҙың килеп сығышы хаҡында халыҡ риүәйәттәренең береһендә мөгөҙлө яуыз хан тураһында һөйләнелә... Был сер халыҡҡа таралмаһын өсөн, хандың башын ҡырған бер егет юҡ ителгән. Осраҡлы рәүештә иҫән ҡалған егет бик алыҫҡа, әҙәм аяғы баҫмаған ергә алып барып ташланған. Бейек тау башында ул һабағы һынған ҡурай үләненән ел өргәндә көй сыҡҡанын ишетеп ҡалған. Егет үләнде ҡырҡып алған һәм уйнап ебәргән.
Бәлки, тап шуғалыр ҙа ҡурайсыларҙы халыҡтың күңелен асыусы ябай музыканттар ғына түгел, ә тарихты һаҡлаусылар тип иҫәпләү ҡабул ителгәндер. Халыҡ көйҙәренең тарихын башҡаларға матур итеп һөйләй белеү ҙә бик мөһим.

Башҡорттар һүҙҙең һәм көйҙөң көсөн яҡшы белгән, шуға күрә йыйындарҙа ҡурайсылар һәм сәсәндәр иң абруйлы урындарҙы биләгән.

Ҡурайҙа уйнау серҙәре быуындан быуынға тапшырыла килгән. Арҙаҡлы һүҙ оҫталары – сәсәндәр ҙә ҡурайҙа һыҙҙырған. 102 йәшлек Байыҡ сәсән Париждан еңеү менән ҡайтҡан башҡорт яугирҙарын ҡурайҙа үҙе сығарған көйҙө уйнап ҡаршы алған. Был көй «Байыҡ» исеме менән беҙҙең көндәргә килеп еткән.

Ҡурайҙың үҙенә генә хас тембры бар. Уны башҡа уйын ҡоралы менән бутау мөмкин түгел. XIX быуат аҙағында уҡ «Рус музыка гәзите»ндә рус этнографы Сергей Рыбаков былай тип яҙған: «Был уйын ҡоралынан ағылған моң шул тиклем талғын һәм эскерһеҙ: башҡорт көйҙәренең илаһилығын тулыһынса асып биреү көсөнә эйә. Ҡурайға поэтик яңғырау, эпик юғарылыҡ, йомшаҡ тембр хас».
Ҡурай яһау
Ҡурайға оҡшаш тынлы уйын ҡоралдары бөтөн донъяла таралған, ләкин башҡорт ҡурайының Башҡортостандың милли уйын ҡоралы һәм бренды тип иҫәпләргә мөмкинлек биргән үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар.
Традицион уйын ҡоралы ҡурай үләненән эшләнә. Уның һабағының оҙонлоғо ике метрға яҡын. Үҫемлек июлдә сәскә ата, август-сентябрь айҙарында кибә башлай, ошо ваҡытта уны ҡырҡып алалар һәм ҡараңғы урында һаҡлайҙар. Тау итәгендә үҫкән ҡурай һыу буйында үҫкән ҡурайға ҡарағанда моңлораҡ һәм нығыраҡ була, тип иҫәпләнә.
Бер нисә тиҫтә йыл элек кенә һәр ҡурайсы үҙ уйын ҡоралын үҙе яһаған. Беҙҙең көндәрҙә музыканттар ҡурайҙы йышыраҡ стандарт оҙонлоҡта, йәғни һигеҙ тотамлы итеп эшләүҙе хуп күрә. Ҡурайҙың осонан дүрт бармаҡ ҡуйып үлсәгәс, тәүге уйымды уялар, ҡалған уйымдарҙың араһы – өсәр иле. Бишенсе уйым дүртенсеһенән дүрт иле аралыҡта һырт яҡта уйыла. Уйымдар араһы дөрөҫ булғанда ғына, ҡурай яңғырауыҡлы, моңло һәм тәбиғи тембрлы була. Уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайҙар. Ҡайһы бер ҡурайсыларҙың коллекцияһында хатта йылан тиреһе кейҙерелгән ҡурай бар. Был ҡурайҙы матур итеп һаҡлау алымдарының береһе.

Музейҙарҙа тимерҙән эшләнгән ҡурайҙар ҙа осрай. Улар хәрби поход шарттарында ҡулланылған. Борон көмөш йәки хатта еҙ ҡурай хужаһы булыу ҙур мәртәбә һаналған. Бөгөнгө көндә халыҡ араһында ағас шпондан эшләнгән ҡурай киң таралған.
«Ә бына ошо таҡыя башлы ҡырлы, быуынһыҙ, эстән шып-шыма көпшә – нәҡ Урал ҡурайы, беҙҙең яҡтарҙа үҫер наҙлы бер һабаҡ», Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, профессор Ғайса Хөсәйенов музыка ҡоралына ошондай билдәләмә бирә.
Ҡурай яһау оҫталары
Үлән ҡурайға ихтыяж бик ҙур, ләкин республикала музыкаль үләнде яһалма үҫтереү яйға һалынмаған. Әммә ҡурайсылар быға артыҡ борсолмай. Улар уйын ҡоралын яһау өсөн башҡа тәбиғи материалдарҙы файҙалана.
Ҡурай яһаусыларҙың береһе – күренекле милли музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Рәсәй рухы» премияһы эйәһе Вәкил Шөғәйепов (1936–2017). Милли музыка ҡоралдарын яһаған һәм реставрациялаған өсөн уны «башҡорт Страдиварийы» тип йөрөттөләр.

1981 йылда ул йышылған шпондан ҡурай эшләүгә тотонған. Асышына патент алғас, ҡурайҙы күпләп яһай башлаған.
Вәкил Шөғәйепов
улай ҙа тәбиғи үләндән яһалған ҡурайҙың тауышын бер ни менән дә сағыштырырлыҡ түгел, тип иҫәпләй Хәйбулла районынан профессиональ ҡурайсы һәм оҫта Риф Дилмөхәмәтов.

Оҫтаның атаһы ла, олатаһы ла ҡурай тартҡан. Ә уның яҡын туғаны Ишмулла Дилмөхәмәтовтың исеме бар донъяға билдәле. Рифте ҡурай ҡырҡырға улар өйрәткән. Бөтә уҡыусыларының да ҡурайы булмау сәбәпле, ул уйын ҡоралын күпләп яһарға ҡарар иткән һәм шәхси эшҡыуар булып киткән.
Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр.
Данлап йырым йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр...


(Салауат Юлаев)
Ҡурайҙа уйнау технологияһы
Ҡурай – башҡорт халҡының тынлы музыка ҡоралы, флейта менән оҡшашлығы бар. Уның ҡылғанлы киң далалар һәм мөһабәт тауҙар тыны менән сорналған кеүек тәрән, хайран ҡалдырғыс моңо тыңлаусының йөрәгенә үтеп инмәй ҡалмай.
«Ҡурай – үҙенең тембры менән кешенең тауышына ныҡ яҡын булған берҙән-бер инструмент. Унда уйнау – тын алыу практикаһы ла, шул рәүешле кеше Ғаләм менән гармонияға инә. Ҡурай уның менән шөғөлләнеүсе лә, тыңлаусы өсөн дә бик файҙалы. Бер тауыш флейтала уйнаған һымаҡ уйнала, икенсеһе йырлана. Һөҙөмтәлә ҡыҙыҡлы ғына күп тауышлылыҡ килеп сыға, һәм хатта ҡайһы бер урындарҙа өс тауышҡа тиклем бүленә. Шуға күрә ҡурайҙың һүрәтләү һәләте ҙур – нескә лириканан драмаға, патриотик пафосҡа тиклем», ти популяр ҡурайсы һәм «Ҡурайсы» ансамбле етәксеһе Роберт Юлдашев үҙенең бер интервьюһында.
Роберт Юлдашев һәм Эрик Муке
Виртуоздар ҡурай уйнағанда тәбиғәт тауыштарын – төрлө ҡоштар тауышын, ел иҫкәнен һәм башҡа тауыштарҙы ла ишетергә мөмкин. Шулай уҡ ҡурайсылар йыш ҡына ҡушылып өзләп тә ебәрә. Өзләй белгән ҡурайсы юғары класлы оҫта тип һанала.

«Ҡурай – ябай уйын ҡоралы, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Эйе, был шулай, сөнки "ябайлыҡта – бөйөклөк", тиҙәр бит. Уның бер ҡатмарлығы ла юҡ, ләкин музыка һәм башҡарыусы ярҙамында ул бөйөккә әүерелә. Беҙ ҡурайҙы үҫтермәйбеҙ, ә, киреһенсә, ҡурай менән беҙ үҫәбеҙ һәм ижади яҡтан үҫешәбеҙ», — ти Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы мөдире Артур Ғайсаров.

«Ҡурайҙың башҡа үҙенсәлеге ла бар, профессионалдар телендә ҡурай – диатоник инструмент. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, уның ҡара баҫмаҡтары юҡ, бөтәһе лә аҡ. Быны нотаға күсерһәк, беҙҙә до, ре, ми, фа, соль, ля була. Беренсе октавала си нотаһы юҡ, ләкин икенсе октавала си нотаһы барлыҡҡа килә. Шуға күрә тулы диатоника алабыҙ, шунлыҡтан ҡурайҙың си нотаһы юҡ тип әйтеү хата. Беренсе октавала етенсе баҫҡыс юҡ тип әйтеү дөрөҫөрәк була», тип аңлата музыкант.
Рәсәйҙең халыҡ артисы Ирма Яунзем ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында: «Селтәрҙе хәтерләткән башҡорт моңо уның башҡарыуында иҫ китерлек матур биҙәктәр төшөрҙө, ул икһеҙ-сикһеҙ даланы ла, һабан турғайы моңон да, ҡыҙыу ҡояшты ла хәтерләтеп, ҡолаҡты иркәләне... Был гүзәллектән айырылыу мөмкин дә түгел!»тигән.
Арҙаҡлы ҡурайсылар
Үҙенең күп быуатлыҡ тарихына ҡарамаҫтан, ҡурай – Башҡортостанда иң боронғо һәм иң популяр музыка ҡоралы. 1998 йылда Өфөлә Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы ойошторола, 2016 йылда ул Рәсәйҙең Ҡурайсылар союзы тип үҙгәртелә. Ойошманың маҡсаты – милли инструменталь ижадты һаҡлау һәм үҫтереү, музыканттарға ярҙам күрһәтеү. Әле союзда 150 ҡурайсы иҫәпләнә, етәксеһе – Артур Ғайсаров.
Хәҙерге ҡурайсылар Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Кәрим Дияров, Ғата Сөләймәнов, Мөхтәр Батталов, Хәбир Байтимеров, Әҙеһәм Исҡужин кеүек уҙған быуат ҡурайсыларының башҡарыу сәнғәте традицияларын ҡәҙерләп һаҡлай.

1925 йылда Францияла Йомабай Иҫәнбаев менән булған хәл һаман да телдән телгә тапшырыла килә. Ҡурайсы бер төркөм артистар менән Парижға барған. Үҙе менән тамыры, һабағы булған ҡурай үләнен дә алған. Сығыш яһарға сираты еткәс, музыкант, сәхнәгә сығып, тамашасылар алдында ҡурай яһаған һәм башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап ебәргән. «Байыҡ» көйөн уйнай башлағас, бер ханым ҡулындағы алтын балдағын сисеп, ҡурайсының бармағына кейҙергән.
Ишмулла Дилмөхәмәтов XX быуатта башҡорт халҡының яратҡан ҡурайсыһы булған һәм ҡурайҙа уйнау виртуозы тип танылған. Ҡурайҙа боронғо оҫта ҡурайсылар кеүек өзләп уйнауҙы тергеҙеү уның ижады менән бәйле.

Күренекле музыкант һәм педагог Ғата Сөләймәнов ҡурайҙы тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Ул 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класын асып, башҡарыу кимәлен яңы, профессиональ бейеклеккә күтәргән. Халыҡ музыка ҡоралында уйнау теорияһына һәм методикаһына нигеҙ һалған. Һуңынан ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү буйынса уҡыу әсбабы баҫтырып сығарған.

Хәҙерге көндә Ришат Рәхимов, Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Ишморат Илбәков, Рәмил Ғәйзуллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Роберт Юлдашев һәм башҡалар ҡурайҙа виртуоз уйнаусылар тип һанала.

Роберт Юлдашев етәкселегендәге «Ҡурайсы» ансамбле донъяның бик күп сәхнәләрендә, шул иҫәптән билдәле «Ла Скала» театрында һәм Мәскәүҙә Кремль һарайында сығыш яһаған. Музыкант Владимир Спиваков, Николай Носков, Гарик Сукачев, Пелагея кеүек артистар һәм сит ил йондоҙҙары менән хеҙмәттәшлек иткән. Ул Мәскәүҙә Францияның Deep Forest төркөмө лидеры Эрик Муке менән бергә сығыш яһаған. Коллектив Рәсәйҙә тәүге тапҡыр башҡорт фольклоры мотивтары буйынса яҙылған Brassy Sunrise («Медный рассвет») композицияһын тәҡдим иткән. Проект ике йыл самаһы элек, Эрик Муке Башҡортостанға «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә килгән саҡта, уйланылған.
Ҡурайға һәйкәл
Башҡортостанда ҡурайға ике һәйкәл ҡуйылған. Уларҙың береһе – Баймаҡ районының Төркмән ауылы янындағы Туғажман тауында. Мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан 1993 йылда асылған. Эскиз авторы һәм эште ойоштороусы – урындағы үҙешмәкәр рәссам Миҙхәт Байрамғолов. Тимерҙән эшләнгән 15 метрлыҡ һәйкәлдең 19 тажы бар. Автор әйтеүенсә, һәр таж ошо төбәктә тыуған 19 күренекле ҡурайсыны символлаштыра.
Милли уйын ҡоралына бағышланған тағы бер мәҙәни объект – ҡурайсы егет һыны Өфөнөң «Искра» кинотеатры янында урынлашҡан. Һәйкәлдең авторы – Маргарита Александровна Соловьева-Ефимова.

Башҡорт опера һәм балет театры скверында композитор Заһир Исмәғилевкә ҡуйылған һәйкәлдә лә башҡорт халҡының ҡурайға сикһеҙ һөйөүе һәм ихтирамы сағылдырылған.

Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһы майҙансығында ла ҡурай сәскәһе рәүешендә эшләнгән арт-объект бар.
Подготовила
Альфия Аглиуллина
Видео
ГТРК Башкортостан,
Мирон Доровских
Фото
Олег Яровиков,
Валерий Шахов,
«Башкирская энциклопедия»
Верстка
Рената Вахитова
16.09.2019