Башҡорт традицион аш-һыуҙары малсылыҡ, ер эшкәртеү, шулай уҡ солоҡсолоҡ, һунар итеү, балыҡ тотоу нигеҙендә барлыҡҡа килгән аҙыҡтар нигеҙендә формалашҡан.
Башҡорттарҙың ризыҡтары үҙенең составы буйынса бик күп төрлө. Бигерәк тә һөт аҙыҡтары киң ҡулланылған, шулай уҡ балыҡтан, иген культураларынан, иттән әҙерләнгән ризыҡтар ҙа мөһим урын алып тора.
Башҡорттарҙың туҡланыу системаһында иген культуралары һөт һәм ит менән берләштереп ҡулланылған. Арпанан шыйыҡ аш (күжә, күҙә), ҡурмас, талҡан, ҡурмастан аш һәм бутҡалар, тары ярмаһы (онтаҡ), тары ярмаһынан бешерелгән көлсәләр, майҙа ҡыҙҙырылған аҙыҡтар (бауырһаҡ, йыуаса, сәк-сәк һ.б.), көлдә йәки ҡоро ҡаҙанда бешерелгән көлсәләр (көликмәк, сөсө икмәк һ.б.) традицион ризыҡтар һаналған. Байрам өҫтәленә бәлеш, ғөбәҙиә һәм башҡа төрлө бәлештәр бешергәндәр, эсемлектәрҙән буҙа, ҡымыҙ, бал әҙерләгәндәр. Шулай уҡ, ашарға яраҡлы үләндәр, тамырҙар менән туҡланғандар. Уларҙы төрлө ярма аштары (өйрә) һәм ондан әҙерләнгән шыйыҡ аштар (ыумас, боламыҡ) бешергәндә тәмләткестәр урынына ла ҡулланғандар. Урман еләктәре (ер еләге, ҡарағат, сейә, ҡурай еләге) һәм сәтләүектәрҙе лә оҫта файҙаланғандар. Емеш-еләктән һәм алмаларҙан ҡаҡ ҡойғандар. Хатта еләктәрҙе иретелгән майҙа консервациялап деликатес аҙыҡтар ҙа әҙерләгәндәр.
Дауалау саралары булараҡ мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡырағай ҡарағат япраҡтары, әлморон һәм еҙәйҙең емештәрен ҡулланғандар. Уларҙы ҡайнатып һарҡындылар эшләгәндәр. XIX быуаттың икенсе яртыһынан алып башҡорттарҙың аш-һыуҙары араһына картуф килеп инә. Сәй – традицион эсемлектәрҙең береһенә әйләнә. Башҡорттарҙың туҡланыу рационында сәскә балы мөһим роль уйнаған. Улар уны сәйгә ҡушып ашағандар, майҙарҙы, еләк-емештәрҙе һаҡлау өсөн консервант сифатында ҡулланғандар.