Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Кама аръяғы удмурттарының ҡатын-ҡыҙҙар костюм комплексы

Кама аръяғы удмурттарының ҡатын-ҡыҙҙар костюм комплексы –
ул XVI – XIX бб. дауамында Башҡортостан территорияһына һәм
Пермь крайы Көйәҙе районына күсеп килгән халыҡтың
башҡорттар тәьҫирендә формалашҡан
үҙенсәлекле күренеш һөҙөмтәһе.
Уның Удмурт Республикаһы территорияһында киң таралған костюмдан төп айырмаһы
булып күлдәк тегеү өсөн аласа файҙаланылыуы, уларҙың башҡорттарҙыҡы кеүек үк беселгән булыуы, кейем комплексына ситтәренә бер
төрлө ныҡлы туҡымаға уҡалар тегелгән еңһеҙ камзул, шулай
уҡ ыштан индерелеүе тора.
Удмурт ТМY фотоһүрәттәре (БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы).
Кама аръяғы удмурттары
менән Финляндия, Венгрия һәм Эстониянан (XIX б. аҙағынан
башлап) сит ил ғалимдары ҡыҙыҡһына, уларҙы бигерәк тә был халыҡта мәжүсилектең һаҡланып ҡалыуы ғәжәпләндерә, шулай уҡ улар
ҡатын-ҡыҙ кейеме тураһында ла мәғлүмәт туплай.
1884 й. бындай мәғлүмәтте Бөрө өйәҙе
Ҙур Ҡасаҡ ауылынан фин этнографы А.О.Хейкель туплай, экспедиция ағзаһы рәссам А.Рейнгольм удмурттарҙы милли кейемдәрендә һүрәткә төшөрә. 1885 й. Бөрө өйәҙе Можга ауылында венгр
лингвисы Б. Мункачи, 1894 й. шул уҡ өйәҙҙең (хәҙерге Ҡалтасы районы)
Ҙур Ҡасаҡ ауылында фин лингвисы
Ю. Вихмани, 1911 й. ҡайһы бер удмурт ауылдарында – фин этнографы һәм дин тәғлимәте белгесе Уно Хольмберг эшләй.
1971–1993 йй. Эстон милли музейы
(Тарту ҡалаһы) Удмурт Республикаһы тыуған яҡты өйрәнеү музейы (хәҙер
К. Герд ис. Удмурт Республикаһы милли музейы) менән берлектә, С. Х. Лебедева һәм А. Ю. Петерсон етәкселегендә 20-нән ашыу экспедиция ойоштора.
1991 й. был эшкә этнограф Агнеш Кережи менән Венгр этнографик музейы ҡушыла, Борай һәм Ҡалтасы райондары удмурттары өйрәнелә. 2008 й. Ҡалтасы районы Ҙур Ҡасаҡ ауылында Хельсинки университеты магистранты Карси Мякеля тикшеренеүҙәр алып бара. Шул уҡ йылдың йәйендә Борай, Ҡалтасы, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында Печск университеты экспедицияһы (Венгрия, етәксеһе Золтан Надьи, Атилла Добо) үтә.
2013–2019 йылдарҙа Тәтешле районы удмурттарын Тартусс университеты экспедицияһы (Ева Тулуз,
Лийво Ниглас, Лаур Валликиви) өйрәнә. Тупланған материалдар Фин-уғыр йәмғиәтенең фәнни архивында (Хельсинки), Финляндияның Музей ведомствоһы этнографик ҡулъяҙмалар архивында (Хельсинки),
Фин әҙәбиәт йәмғиәтендә (Хельсинки), Венгр этнографик музейында (Будапешт) һаҡлана. Финляндияның Музей ведомствоһында һәм Фин әҙәбиәт йәмғиәтендә һаҡланған Ю. Вихман һәм У. Хольмберг фотолары айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Рәсәй тикшеренеүселәре араһында Кама аръяғы удмурттарының кейеме түбәндәге сығанаҡтарҙа иҫкә алына: П. И. Рычков «Ырымбур топографияһы» (2-се өлөш, 1762), В. М. Черемшанский «Ырымбур губернаһының хужалыҡ-статистик, этнографик һәм иҡтисади йәһәттән һүрәтләмәһе» (1859), Башҡортостанды өйрәнеү буйынса йәмғиәт ағзаһы Г. Чирков «Башҡортостан тыуған яҡты өйрәнеү йыйынтығы» (Өфө, 1927).
Этнограф Н. П. Гринькова Кама аръяғы удмурттарының кейемен өйрәнеүгә ярайһы уҡ ҙур өлөш индерә, ул 1928 й. Бөрө кантонында тикшеренеүҙәр үткәрә һәм уларҙың һөҙөмтәһен фотолар менән бергә «Советская этнография» журналында (1940, №2, 107–141-се б.) баҫтырып сығара.
И. Г. Косарева «Традиционная женская одежда периферийных групп удмуртов в конце XIX – начале XX в.» (Ижевск, 2000) монографияһы авторы.
Кама аръяғы удмурттары кейеме хаҡындағы мәғлүмәтте шулай уҡ
Л. С. Христолюбова, Т. Ғ. Миңлеәхмәтова, В. Е. Владыкин һәм Р. Р. Садиҡов
туплай, һуңғыһы 1995 й. алып урында тикшеренеүҙәр алып бара.

Бөтә был сығанаҡтарҙан сығып, Кама аръяғы удмурттарында башҡорттар тәьҫирендә уларҙан үҙләштерелгән үҙенсәлекле костюм комплексы формалаша: төҫлө аласанан күлдәк йәки ыштан; камзул йәки бишмәт; асыҡ түбәле, алдан көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән баш кейеме; ойоҡ; сабата һәм быйма.

Оҙон күлдәк (дэрем) өҫкө өлөшөндә туникаға оҡшаш була, уның аҫҡы өлөшө (итэт) бер нисә тура йәки ҡыя туҡыманан тора. Өҫкө һәм аҫҡы өлөшө тоташтырылған урынға киңлеге 10-50 см ситса әберкә (сöзы) теккәндәр.Уның төҫө күлдәктекенән айырылған һәм ул тар төҫлө таҫма ярҙамында беркетелгән (вылӥсь басма, тӱрлы). Йәш удмурт ҡатынының күлдәгенең әберкәһен бил буйында теккәндәр, олораҡ ҡатындарҙа ул түбәнгәрәк төшөрөлгән. Байрам күлдәктәре ике әберкәле булған. Еңдәре (саес) оҙон, тура, бер үк туҡыманан тегелгән була. Ең уйымына дүрт мөйөшлө кештәк тегелә (кунул жыбы). Күлдәк итәге бер-ике тар ситса менән тегелгән (егес). Йәштәр селтәрле әберкә тегә (обырка).

Ҡатын-ҡыҙ күлдәге (дэрем)

Күлдәк түш өлөшөндә уйымлы (мыресазь) булған, уның буйынан дуға рәүешендә төҫлө ситса таҫмалары тегелгән. Һуңғараҡ күлдәктәрҙә сигеүҙәр булмай, киҫем урынынан япма (каплама, ӟапма) тегелә. Башҡорттар кеүек үк, күлдәк аҫтынан киҫем урынында алынмалы сепрәк түшелдерек йөрөтәләр (кукрак, мырашет), дүрт мөйөшлө туҡымаға төҫлө ситса таҫмалар тегелгән. Күлдәк ҡаптырмаһыҙ булған, шуға ла түшелдерек кейгәндәр. Яға (сирес) 5–10 см киңлектә булған, ҡайһы бер күлдәктәрҙә ул текә булған, икенселәрендә бөгөлгән. Тәтешле удмурттарының ҡатын-ҡыҙҙар күлдәгенең айырым үҙенсәлеге – ул бил тиңендә эске алғы яҡтан тегелгән ике таҫма булған, улар ярҙамында итәктең алғы яғы ыштанға эләктереп тарттырылған.
Күлдәк өҫтөнән алъяпҡыс (ашет) таҡҡандар, ул ике туҡыманан тегелгән түш (мылазь) һәм аҫҡы өлөштән (мугор, ашетазь) торған. Алъяпҡысты, ғәҙәттә, биҙәкле туҡыманан теккәндәр. Бил тирәһендә алъяпҡыс бау (ашет кал) ярҙамында бәйләнгән. Башҡорттарҙағы кеүек үк, ҡатын-ҡыҙ костюмының айырылғыһыҙ өлөшө аласанан тегелгән ыштан булған.
Удмурт ТМY фотоһүрәттәре (БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы).

Костюм комплексының бер өлөшөн тығыҙ тауарҙан тегелгән, ситтәре уҡа

менән биҙәлгән еңһеҙ камзул (камзол) тәшкил итә. Шулай уҡ һатып алған тауарҙан

тегелгән еңле кафтан (бешмет) киң таралған булған. Көндәлек баш кейеме булып яулыҡ

(ӟалык) хеҙмәт иткән. Ҡыҙҙарҙың байрам кейеме күп төрлө булған. Башҡа алдан көмөш

тәңкәләр менән биҙәлгән, түбәһе асыҡ осло киндер башлыҡ (маӊлай) кейгәндәр.

Маңлайға таҫма таҡҡандар (чачак) – киндер туҡымаға тиренән таҫма һәм уҡалар,

ялтыр суҡтар менән биҙәлгән. Өҫтөнән бәйләнгән ҡалпаҡ (калпак) кейгәндәр,

уны киндер башлыҡтан (маӊлай) сығарғандар.

Башҡорттар кеүек үк ҡатын-ҡыҙҙар күлдәк уйымынан тәңкәләр менән биҙәлгән һәм ситтәре уҡалап тегелгән түшелдерек (тöшуко, мылазьуко)таҡҡандар. Тәңкәнән эшләнгән аҫмалар (сырга, ошет, ӟака), бәйләүестәр (сильсюмыс), эйәк бәйләүестәре (сакал), сәс таҫмалары (быдэс, ӟышпынэт), толомлоҡтар (ӟырсикузя, сьэськэп), шулай уҡ мәрйен (весь), алҡа (пельгы), йөҙөк (зындэс), беләҙек (былэзик) һ.б. киң таралған булған.
Аяҡҡа ҡыҙҙар буҫтауҙан тегелгән ойоҡ (урдэг чулка/чуглэс) һәм бәйләнгән йылы нәскейҙәр – нырос кейгән. Трапеция формаһындағы йүкә сабата (кут) аяҡ кейеме булып хеҙмәт иткән, уларҙы байрам мәлендә ҡаҙ ҡауырһыны менән биҙәгәндәр, ҡышын быйма (гынсапег) кейгәндәр.
Удмурт ТМY фотоһүрәттәре (БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы).
Йәрмәкәй районы Күпсәнәй ауылында аласанан шаҡмаҡ күлдәк (дэрем), уның өҫтөнән ҡара сатин йәки эслек менән туҡыманан тегелгән дьелан кейгәндәр. Байрам кейеме булараҡ аҡ киндерҙән итәге сигеүле кафтан – шортдэрем һәм горд зыбын – ҡара-ҡыҙыл йөн туҡыманан кафтан кейгәндәр. Маңлайҙарына ҡыҙҙар суҡлы тятяк бәйләгән, уның өҫтөнән яулыҡ ябынған, уны суҡлап бәйләгән – сюрок; ирле ҡатындар башына айшон­­ туҙҙан
эшләнгән баш кейеме кейгән, өҫтөнән махсус сигелгән йәки аппликациялы яулыҡ ябынған айшон кышет, сюлык; олораҡ ҡатындар – чалма кейер булған. Биҙәүес булып тьыртыкерттэт файҙаланылған – эре тәңкәләрҙән түш өсөн аҫма, унан аҫтараҡ ваҡ тәңкәләрҙән калогы таҡҡандар, көмөш аҡса менән биҙәлгән бәйләүесте иңбаш аша һалғандар – камали, бутьмар. Буҫтауҙан эшләнгән киң билбау – путо бәйләгәндәр.
Удмурт ТМY фотоһүрәттәре (БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы).

Хәҙер милли кейем ғаилә байрамдары һәм төрлө сараларҙа кейелә. Ҡайһы бер фольклор коллективтары традицион колоритты һәм декорҙы һаҡлап, заманса тауарҙарҙан фактураһы

һәм төҫө менән боронғо кейемдәргә оҡшаған сәхнә кейеме тектерергә тырыша. Тәтешле районы

Иҫке Килмийәр ауылында оҫта Ефим Байрамшин ошондай кейемдәр тегеү менән шөғөлләнә.

Күп осраҡта халыҡ коллективтары урындағы халыҡ йолаларына тура килмәгән сәхнә

костюмдарын файҙалана.

Бер яҡтан ҡарағанда, Кама аръяғы удмурттары костюмына башҡорттарҙың
тәьҫире ҙур булған, шул уҡ ваҡытта улар боронғо традицияларына ла тоғро
ҡалғандар. Тәү сиратта төрлө ритуалдарҙы башҡарғанда кейгән йәйге өҫкө кейем кафтан (шортдэрем). Ул формаһы буйынса туникаға оҡшаш, аҡ киндергә ваҡ ҡара һыҙаттар төшкән туҡыманан булған. Өҫкө кейемдең икенсе төрө - зыбын –йөн туҡыманан тегелгән, йыйылмалы билле кафтан булған. Уны күлдәк өҫтөнән йәйен
һәм көҙөн кейгәндәр. Йорт шарттарында баҫылған кейеҙҙән киндер эслек
менән йылытылған дукес йылы өҫкө кейем булараҡ хеҙмәт иткән.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
1) Мәғлүмәт биреүсе: Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты.

2) Садиков Р. Р. Финно-угорские коллекции в уфимских музеях // Ежегодник финно-угорских исследований. 2015. № 1.

3) Садиков Р. Р. Финно-угорские народы Республики Башкортостан (история, культура, демография. Уфа: ООО «Первая типография, 2016.

4) Финно-угорские народы в коллекциях Музея археологии и этнографии Центра этнологических исследований УНЦ РАН. Каталог / отв. ред. Ф. Г. Ахатова Уфа: ЦЭИ УНЦ РАН, 2006.

© Ғәзизов Р. Ф., автор-төҙөүсе, 2020