Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡортостан Республикаһындағы суҡындырылмаған сыуаштарҙың учук
мәжүси йолаһы

Баҡалы районы — Юлтимер ауылы Башҡортостан Республикаһында
суҡындырылмаған сыуаштар йәшәгән һәм урындағы халыҡ
ата-бабалары йолалаларын һаҡлап алып
ҡалған берҙән-бер урын.
Ауылды православие
динен тотҡан ауылдар
уратып алһа ла, урындағы халыҡ инанысын һаҡлап ҡалған һәм үҙҙәрен суҡынмаған - чуккăнман чăвашсем тип атай.
Тап ана шул үҙ инанысын һаҡлау теләге уларҙың
1921 йылда Ахман ауылынан
күсеп килеүенә сәбәп
була ла инде.

Юлтимер ауылы халҡы учук тип аталған

ҡорбан килтереүҙең боронғо мәжүси

йолаһын һаҡлап алып ҡалған.

Учук һүҙе ике сыуаш һүҙенең ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән:

уй (баҫыу) һәм чÿк (ҡорбан килтереү, ғибәҙәт ҡылыу).

Ғибәҙәт ҡылыу йолаһы яҙғы сәсеүҙән һуң, июлдең икенсе йәкшәмбеһендә, Петр көнөнән (12 июль) алда йәки аҙаҡ үткәрелгән. Рус Троицаһы алдынан кесаҙна бында ата-бабаларҙы иҫкә алыуҙың йәйге йолаһы çимĕк, унан ямғыр саҡырыу йолаһы çумăр чÿк, һуңынан учук үткәрелгән.

Учук махсус урында, ауыл зыяратынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай урман буйында башҡарылған. Ғибәҙәт ҡылыу урынынан йыраҡ түгел исемһеҙ шишмә аға, унан йола башҡарыу өсөн һыу алалар һәм махсус бутҡа бешерәләр. Яңғыҙ үҫкән ҡайын ритуал башҡарыуҙың үҙәк урыны булып тора. Уның эргәһенә ярым түңәрәкләп ҡорбанлыҡ хайуандарҙы һалалар, бутҡа бешереү өсөн ҡаҙан аҫалар, ашъяулыҡ өҫтөнә өйөп өйҙә ҡамырҙан бешерелгән көлсә - пашалу һәм юсман һалалар. Аҙаҡтан уларҙы йола башҡарыуҙа ҡатнашыусыларға ҡорбанлыҡ ит һәм бутҡа менән тараталар.

Фото сығанағы
Ғибәҙәт ҡылыр алдынан ауылдың абруйлы оло йәштәге кешеләре йыйылып, ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә. Бында нисә ауыл халҡынан Юғары Аллаға (Турă) нисә һарыҡ салынасағы хәл ителә, ғәҙәттә, ул 4-5 баш була. Унан аҡса йыйыусыны һайлайҙар, ул урындағы халыҡтан ҡорбанға мал, шулай уҡ бутҡа бешереү өсөн ярма, тоҙ, май һатып ала. Элегерәк был ризыҡтарҙы өйҙән өйгә йөрөп йыйыр булғандар. Айырым ғаиләләрҙән бирелгән ҡорбан малы юғары донъяның ҡалған ете аллаһы исеменә салына.
Йола буйынса, ауыл халҡы кисен йә иртәнсәк ғибәҙәт ҡылыу алдынан мунса төшә һәм таҙа кейем кейә, ҡатын-ҡыҙ йола ризығын бешерә. Ҡорбанға һарыҡ биргән хужа бәйләнгән хайуанды урамға сығарып, эргәһенә ҙур ҡаҙан, таған, етерлек утын, һауыт-һаба ҡуя. Артабан былар барыһы ла махсус арбаға тейәлеп, ғибәҙәт ҡылыу урынына ташыла.
Иртәнсәк кәләш алмаған бер-ике егет һәр йорттан ғибәҙәт ҡылыу алдынан ойошторолған ярыштарҙа еңеүселәргә бүләккә йомортҡа, таҫтамал, яулыҡ, йыя. Яулыҡ һәм таҫтамалдар 1,5–2,0 м оҙонлоғондағы һайғауға бәйләнә, ә йомортҡаларҙы ҙур биҙрәгә тултыралар. Төшкә табан ғибәҙәт ҡылыу урынына учук вырăнĕ ҡорбанлыҡ хайуандарҙы, ҡаҙан, утын һәм аҙыҡ-түлек алып киләләр. Ҡорбан салдырған һәр ғаиләнән 2-3 кеше килә: ирҙәр ит бүлергә, ҡатындар эсәк-ҡарын йыуырға һәм итле һурпала бутҡа бешерергә.
Төштән һуң барыһы ла йыйылып бөткәндән һуң, ритуаль өлөш башлана. Ҡорбанлыҡ хайуандарҙы, аяҡтарын бәйләп, ярым түңәрәкләп, ҡайын эргәһенә һалалар. Тәү сиратта дөйөм аҡсаға алынған һарыҡтарҙы салалар. Шул саҡта хайуандың Аллаға ярағанын йәки ярамағанын асыҡлайҙар. Бының өсөн сүмес менән һалҡын һыу алып, тәүҙә мөгөҙөнә йәки башына, унан
арҡаһына һибәләр. Хайуан ҡағынһа (силленет), был яҡшы билдә тип һанала, тимәк, ул ҡорбанға алына. Һарыҡ ҡағынмаһа, уға яңынан һыу һибәләр. Был да ярҙам итмәһә, хайуанды көтөүгә ебәрәләр йәки һаталар. Һыу һипкәндә башлыҡ йәки йоланы башҡарыусы чÿк пуçě, кĕлĕ пуçĕ, кĕлĕ калакан доға ҡыла. Ул, Юғары Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп, ҡорбанды алыуын һәм ҡорбан салдырыусыларға байлыҡ, именлек биреүен теләй.
Уртаҡ хайуандарҙы салғандан һуң, айырым кешеләрҙең ҡорбанына тотоналар. Ҡорбанлыҡ хужалары сиратҡа баҫа һәм, хайуанды бау менән тотоп, йоланы башҡарыусыға килә. Башлыҡ йәки йоланы башҡарыусы хайуандың башына һәм арҡаһына һыуыҡ һыу һибә һәм Аллаһ исемен атай. Юғары Алланан (Турă, Аслă Турă)
һуң ете илаһи килә: Турă Амăшне, Пÿлĕхçе, Кепелене, Валлене, Кархана, Хĕрлĕ çыра,
Каçхи чÿка. Шулай итеп һарыҡтарҙы Юғары Аллаға һәм уның ете ярҙамсыһына
ҡорбанға килтерәләр.

Уртаҡ һарыҡтарҙы салғанда йоланы башҡарыусы доғаны тулыһынса уҡый, ҡалғандарға теләктәре буйынса.
Йорт хайуандарын һуңғы осорҙа ғаилә именлеге
өсөн генә түгел, берәй ниндәй шатлыҡлы
ваҡиға айҡанлы ла салдыралар (яңы өйгә
күсеү, сирленең һауығыуы, улының
хеҙмәттән ҡайтыуы һ.б.).
Ҡаҙанда бешкәндән һуң итте алып киҫәктәргә бүләләр, һурпаһында тары ярмаһынан тулă кĕрпи бутҡа пăтă әҙерләйҙәр. Ҡайһы саҡта тары ярмаһына ҡарабойҙай хуратул кĕрпи һалалар. Һурпала бешкән бутҡа өсөн ямғыр саҡырғанда әҙерләнгән çумăр чÿк йәки учук ярма алына.
Төштән һуң, эҫе кәмегәс, ауыл халҡы акатуй йолаһын башҡарыу өсөн йыйыла. Доға ҡылғансы, төрлө ярыштар ойошторола. Еңеүселәргә приз итеп иртән йыйылған таҫтамал, яулыҡ өләшәләр.
Кискә ғибәҙәттең төп өлөшө учук башлана. Итле һәм бутҡалы ҡаҙандар ҡайын эргәһендә ярым түңәрәк итеп урынлаштырыла. Һәр ҡаҙанға йоланы башҡарыусы чÿк пуçě килеп, ризыҡты ҡалаҡлап алып, көнсығышҡа ҡарап доға ҡыла.
Петров И. Г. Полевое моление «Учук» некрещеных чувашей деревни Юльтимировка
Бакалинского района РБ (по материалам экспедиций 2010, 2014 гг.)
Тәүҙә доға уртаҡ ҡаҙандар эргәһендә, унан сиратлап ҡорбан салдырған кешеләрҙең ҡаҙаны янында уҡыла. Ҡаҙан эргәһендә хужалары тора, ҡалғандар арттараҡ теҙелешә. Йола башҡарыусы доға уҡығандан һуң һәр ҡаҙандан өсәр ҡалаҡ бутҡа һәм берәр киҫәк ит ала. Ризыҡ ҙур биҙрәгә тултырыла һәм ғибәҙәт бөткәндән һуң, Турă Аллаһына рәхмәт әйтеп доға ҡылып, ауылға илткән күпер эргәһендә ҡалдырыла. Был йола кĕлĕ тавăрни – йола ҡайтарыу тип атала һәм ғибәҙәт ҡылыуҙың йомғаҡлау өлөшө булып тора.
Йола башҡарыусы барлыҡ ҡаҙандарҙы йөрөп сыҡҡандан һуң ике ярҙамсыһы менән итте һәм бутҡаны таратырға тотона. Йола буйынса, иң тәүҙә һыйҙы бәләкәй балаларға бирәләр. Бутҡа, ит һәм көлсәләрҙе гел күп итеп бүләләр, ололарға ла, ғибәҙәткә килә алмағандарға ла һый етерлек була. Унан дөйөм табын ҡорола. Барыһы ла тәүҙә дөйөм ҡаҙандан бутҡа тәмләй, унан башҡа ҡаҙандарға тотона.
Табын тамамланғандан һуң, ғибәҙәт ҡылыусылар ҡалған бутҡа һәм итте алып ҡайтып,
үҙ-ара туғандары менән ҡунаҡлаша башлай.
Йоланың йомғаҡлау өлөшө, өҫтә әйтеп үткәнебеҙсә,
кĕлĕ тавăрни – йола ҡайтарыу тип атала. Уның мәғәнәһе Аллаға
учук өсөн рәхмәт доғаһы ҡылыуға һәм уның бар изге теләктәрҙе
ҡабул ҡылыуына өмөт итеүгә ҡайтып ҡала. Был йола, ғәҙәттә,
йола башҡарыусы һәм уның 2-3 ярҙамсыһы менән,
башҡа кешеләрҙән айырым ҡылына.
Суҡындырылмаған сыуаштарҙа Аллалар түбәндәге
тәртиптә урынлаша:
Турă – Юғары Алла (һөйләштә Тур-папай).
Турă Амăшĕ – Алла әсәһе. Ҡайһы бер сығанаҡтар уны Турă ҡатыны тип билдәләй.
Пÿлĕх (Пÿлěхçě, Пÿлĕхçĕ турă) – Турă Алланың хәбәрсеһе.
Кепе – Турă илсеһе, уның исеменән кешеләрҙең яҙмышын билдәләй.
Валле (Валле, Валлене, Валь-турă) – байлыҡ өләшеүсе Алла.
Сыуаш һүҙе вал – өлөш тигәндән килеп сыҡҡан.
Кархан – икенсе төрлө Хăрпан. Хăрпан, Кăрпан – килтерелгән ҡорбанды Турă Аллаға еткереүсе.
Хěрлě çыр – ерҙең уңышын арттырыусы алла.
Каçхи чÿк – киске ҡорбан. Уның мәғәнәһе билдәһеҙ ҡала.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
  1. Мәғлүмәт биреүсе: Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты.
  2. Ашпарин И. И. Словарь чувашского языка. В. XI. Чебоксары: Чувашкнигоиздат, 1936.
  3. Иванов А. Чувашский праздник синьзя и полевое моленье о дожде и урожае учук // Православный благовестник. 1897. № 15.
  4. Никитина Т. Юльтимимировкăри учук [Юльтимировский учук] // Урал сасси. 2005. 21 июня (на чув. яз.); Степанов И. Ырă туйăмпа, уҫă кăмăлпа йĕркеленекен уяв [Праздник, который проводится с доброй и открытой душой] // Урал сасси. 2008. 7 авг. (на чув. яз.) и др.
  5. Николаев Н. Мое учительство // Православный благовестник. 1895. № 5.
  6. Петров И. Г. Полевое моление учук некрещеных чувашей деревни Юльтимировка Бакалинского района Республики Башкортостан (по материалам экспедиций 2010, 2014 гг.) // Документы и материалы по истории и этнографии народов Южного Урала. Вып. 1 / отв. ред. Ф. Г. Галиева.
  7. Петров И. Г., Садиков Р.Р. Полевое моление учук некрещеных чувашей д. Юльтимировка Республики Башкортостан // Н.В. Никольский и чувашская гуманитарная наука ХХ века: мат-лы конф., посв. 125-летию ученого. Чебоксары, 2005.
  8. Петров И. Г. Чуваши // Народы Башкортостана: историко-этнографические очерки. Уфа, 2002.
  9. Петров И. Г. Чуваши: популярный очерк этнической истории и традиционной культуры. Уфа, 1994.
  10. Петров И. Г. Полевое моление «учук» некрещеных чувашей дер. Юльтимировка Бакалинского района РБ (по материалам экспедиций 2010, 2014 гг.) // Документы и материалы по истории и культуре народов Южного Урала /сост. и отв. ред. Ф.Г. Галиева.Вып. 1. Уфа, 2017.
  11. Садиков Р. Р., Петров И. Г. Моление учук некрещеных чувашей Бакалинского р-на Башкортостана // Актуальные проблемы чувашского языка и литературы: Сб. мат. Всерос. научно-практ. конф. 25–27 ноября 2004 г. Стерлитамак, 2004.
  12. Салмин А. К. Народная обрядность чувашей. Чебоксары: ЧГИГН, 1994.
  13. Салмин А. К. Система верований чувашей. Чебоксары, 2004.
  14. Салмин А. К. Система религии чувашей. СПб.: Наука, 2007.
  15. Салмин А. К. Учук – праздник чувашского крестьянства // Крестьянство в российских трансформациях: исторический опыт и современность: мат-лы III Всерос. Межрегиональной конф. историков-аграрников Среднего Поволжья (Ижевск, 17–19 окт. 2010 г.). Ижевск, 2010.
  16. Учук. URL: https://www.youtube.com/watch?v=abaMd1qm5jk
  17. Числова Н. Йăла пӱрнеске мар, хывса пăрахаймăн [Обряд не наперсток, просто так не выкинешь] // Урал сасси. 2002. 28 марта (на чув. яз.).
  18. Чуваши / отв. ред. В. П. Иванов, А. Д. Коростелев, Е. А. Ягафова. М., 2017. Серия Народы и культуры.
  19. Чуваши Приуралья: культурно-бытовые процессы / авт.: В. П. Иванов, М. Г. Кондратьев, Г. Б. Матвеев, И. Г. Петров, А. А. Трофимов, Г. Ф. Трофимов. Чебоксары, 1989.
  20. Ягафова Е. А. Чувашское язычество в XVIII–начале ХХI века.
  21. Ягафова Е. А. Чуваши Урало-Поволжья: история и традиционная культура этнотерриториальных групп (XVII – начало ХХ в.). Чебоксары, 2007.
  22. Ягафова Е. А., Данилко Е. С., Корнишина Г. А., Молотова Т. Л., Садиков Р. Р. Этноконфессиональные меньшинства народов Урало-Поволжья. Самара, 2010.
  23. Ягафова Е. А. Чуваши-мусульмане в XVIII–начале XXI вв. Самара: ПГСГА, 2009.
© Ғәзизов Р. Ф., лонгридты төҙөүсе, 2020