Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
ИРҘӘР ТҮБӘТӘЙЕ
«Түбәтәйеңде күрһәт, ырыуыңды, етешлегеңде әйтермен»
(халыҡ әйтеме)
ТҮБӘТӘЙ
Башҡорт кейемендә туҡыманан тегелгән традицион баш кейеме, ирҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Төҫлө бәрхәт йәки кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән, бәрхәт менән сигелгән түбәтәйҙәр киң таралған булған. Уны бәләкәйҙән кейгәндәр, оло йәштәгеләрҙең түбәтәйе, башлыса, ҡара, ә йәштәрҙеке төҫлө булған. Кейәүгә бүләк итеп биргәндәр. Ҡышын түбәтәй өҫтөнән бүрек, ҡолаҡсын йә башҡа баш кейеме кейгәндәр. «Башҡорт энциклопедияһы» сайтында билдәләнеүенсә, ул күп төрки халыҡтарында таралған.
ТҮБӘТӘЙҘЕҢ ХӨРӘФӘТИ МӘҒӘНӘҺЕ
Түбәтәй – Ислам динендә ир-егеттәрҙең ҙур әһәмиәткә эйә булған милли баш кейеме. «Түбәтәй» һүҙе «түбә» тигәнде аңлатҡан төрки һүҙе «тюбе»нән барлыҡҡа килгән. Баш кейеме – ир-ат дини кейеменең биҙәге һәм айырылмаҫ өлөшө. Боронғо төркиҙәр түбәтәйҙең билдәле фасонын кейгән. Ул башты ғына түгел, ә ҡашҡа тиклем маңлайҙы ла ҡаплаған. Ул ваҡыттағы ырым-ышаныуҙар буйынса, баш кейеме «өсөнсө күҙ»ҙе негатив көстән һаҡлаған, ә осло түбәтәйҙәр кешегә йыһан менән бәйләнешен юғалтмаҫҡа ярҙам иткән.
Балалар түбәтәйе яңы тыуған балаларҙы һаҡлау өсөн хеҙмәт иткән. Улар конус формаһында, баулы һәм суҡлы булған. Был баш кейеме аҫтына баланың үрелгән сәсен йәшергәндәр. Ул малай кешенең изгеләргә ҡарауын символлаштырған.

Борон түбәтәй буйынса кешенең социаль статусын һәм йәмғиәттең ниндәй ҡатламына инеүен билдәләр булғандар. Алтын ептәр менән сигелгән баш кейеме хужаһының аристократтар ҡатламынан булыуын һөйләгән. Түбәтәйҙә сигелгән биҙәктәр мосолман хаҡында күп мәғлүмәт бирә. Орнаментынан, формаһынан һәм төҫтәр гаммаһынан кешенең ҡайһы ерҙән булыуын, статусын һәм яҡынса йәшен асыҡларға мөмкин.
ТҮБӘТӘЙ ТАРИХЫ
Светлана Шитова «Башҡорт халыҡ кейеме» китабында, баш кейеме үҙенсәлекле мәғәнәгә эйә, тип билдәләй. Ул баш кейемен йөрөтөүсенең матди һәм ғаилә хәле, йәше тураһында мәғлүмәт һаҡлай. Баш кейеменең һаҡлау үҙенсәлеге лә булған: унда беркетелгән тәңкәләр, ювелир биҙәүестәр бетеү ролен үтәгән, сәйлән менән сигелгән йә баҫылған орнаменттар ҙа шул уҡ тәғәйенләнештә ҡулланылған.

XIX быуатта — XX быуат башында башҡорт ауылдарында осраған ирҙәр баш кейеме ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы кеүек үк күп төрлө булмаған. Юлъяҙмаларҙа һәм этнографик эҙләнеүҙәрҙә ҡалпаҡтар, кейеҙ эшләпәләр, тула һәм күндән ҡолаҡсын бүректәр телгә алынған. Түбәтәй һәм тире бүректәр бар ерҙә лә таралған.

Мосолман йолалары буйынса, ир-егеттәр, бигерәк тә өлкәнерәк йәштәгеләр, кеше араһына ялан баш сыҡмаған.
Туҡыманан эслек менән тегелгән, башты ҡыҫып ҡына торған түбәтәй көндәлек баш кейеме ролен үтәгән. Ҡупшы түбәтәйҙәрҙе ҡайһы бер ерҙә «таҡыя» тип йөрөткәндәр. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында (Бөрйән, Баймаҡ һәм башҡа райондарҙа) өлкән ир-егеттәрҙең ябай түбәтәйҙәрен дә таҡыя тип атағандар.

Малсылыҡ менән шөғөлләнгән райондарҙа (Башҡортостандың көньяғы, Урал аръяғы) түбәтәй өйҙә кейелә торған баш кейеме иҫәпләнгән, тик тышҡа сығыр алдынан уның өҫтөнән күн баш кейеме кейгәндәр. Төньяҡ төбәктәге ауылдарҙа түбәтәйҙе ихатала ғына түгел, урамда ла кейгәндәр.

Түбәтәй малайҙарҙың иң тәүге баш кейеме булған, уны бала саҡтан уҡ кейә башлағандар.

Түбәтәйҙәрҙең күпселеге түңәрәк, өҫтөн еңелсә ҡалҡытып, дүрт ҡыйыҡлы һәм ситкә киңәйтелгән тирәсле итеп беселгән. Эслеге ҡалын итеп һырылған. Тирәстәге тығыҙ рәттәр машинкала ауыш итеп һалынған, һырлау, ромб, өсмөйөш, ҡыя биҙәк тә ҡулланылған. Түбәһе ҡыйыҡтарға мөйөшләп, йәки бер ҡыйыҡҡа параллель һалынған. Түбәтәй кизе-мамыҡтан тегелһә, ситтәре бәрхәт таҫма менән биҙәлгән.
Ҡарттар түбәтәйе – ҡара төҫтә, йәштәрҙеке ҡыҙыл, йәшел, күк төҫтәрҙә булған. Йәш ирҙәрҙең байрам түбәтәйҙәре уҡа, сәйлән менән биҙәлгән, тамбур биҙәктәре сигелгән. Башҡорт хикәйәттәрендә, батырҙар мәрйенле түбәтәй кейгән, тиелә. Ирҙәр тирәсенә тулҡынлы линиялар сигелгән, уйҙырмаларына сәйлән, ваҡ ынйы, ялтырмаҡтар ҡуйылған түбәтәй кейгән. Йәштәр түбәтәйе тирәсенең дүрт яғына башлыса сәскә розеткалары сигелгән.

Борон, ғәҙәти түбәтәйҙәрҙән тыш, ярым сфера формаһында тегелгән бәләкәй генә ҡама бүректәр ҙә булған. «Ҡуҙыйкүрпәс» легендаһында көрәштә еңеүсенең 20 һарыҡ хаҡына торошло ҡондоҙ тирәсле бәрхәт түбәтәй менән бүләкләнгәне тураһында бәйән ителә. Уны мәрйендәр менән дә биҙәгәндәр.

Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяғында йәшәгән йәш ирҙәр яҫы төплө һәм тура ҡырлы түбәтәй кейгән. Шулай уҡ фескалар – ҡырҡылған конусҡа оҡшаған, суҡ эленгән бейек баш кейеме лә ҡулланылған.

Башҡорт ауылдарында түбәтәй тегә белгәндәр. Әммә ХХ быуатта төбәктә татар оҫталары кәпәстәре киң ҡулланыш тапҡан. Түбәтәйҙәрҙе Урта Азиянан, Иран һәм Төркиәнән дә килтергәндәр. Шәреҡ илдәренеке ҡупшыраҡ, түбәтәйҙең түбәһендә һәм ситендә орнамент сигелгән булған.
ТҮБӘТӘЙҘӘРҘЕҢ ОРНАМЕНТЫ, ФОРМАҺЫ ҺӘМ ТӨҪӨ
Башҡарыу техникаһына ҡарап, башҡорт орнаменттарына төрлө-төрлө – геометрик, кәкре һыҙыҡлы, үҫемлектәр рәүешендәге биҙәктәр хас.
Геометрик биҙәктәр иҫәпле сигеү техникаһында һәм туҡыу эшендә ҡулланыла.
Кәкре һыҙыҡлы биҙәктәр аппликацияла, ҡалҡытып баҫыу, көмөш һыр, тамбурлы һәм ҡыя селтәр сигеүҙәрендә осрай.
Башҡорт орнаменты һәр ваҡыт тиерлек күп төҫлө, унда йылы төҫтәр өҫтөнлөк итә: ҡыҙыл, йәшел, һары, һирәкләп – күк, зәңгәр, алһыу зәңгәр. Анилин буяуҙарҙың барлыҡҡа килеүе төҫтәр гаммаһына тәьҫир итмәй ҡалмаған. Уларҙы ҡулланыу бик ҡысҡырып тормаған тәбиғи төҫтәргә ҡоролған традицион колоритты боҙған. Йөндөң аҡ, ҡара, һоро кеүек тәбиғи төҫтәре лә традицион колорит булдырыуҙа ҡатнашҡан.
Башҡорт орнаментында төҫтәрҙе сағыштырыу ҡаршылыҡлы алымға ҡоролған: ҡыҙыл фонға – йәшел һәм һары, ҡараға – ҡыҙыл һәм һары. Фон өсөн сағыу ҡыҙыл, һары һәм ҡара төҫтәр, һирәкләп киндер туҡыма үҙ төҫөндә ҡулланылған.

Түбәтәйҙәрҙең формаһына ыҡсымлыҡ, уңайлылыҡ хас. Башта конус рәүешендә барлыҡҡа килһә, 1920-се йылдарҙан алып уларҙы төрләндереп тегә башлайҙар: осло, түңәрәк, дүрт мөйөшлө, ярым сфера һәм башҡалар.
Оло йәштәге ирҙәр ҡара бәрхәт түбәтәйҙәр кейһә, йәштәр төҫлө һәм сигелгәндәренә өҫтөнлөк бирә.

Байрам түбәтәйҙәрен йәштәр сәйлән, уҡа, тамбурлы сигеү менән биҙәй.

Түбәтәй өҫтөнән ҡиммәтле тиренән бейек түңәрәк бүрек йәки тире кәпәс кейәләр. Ҡышҡыһын иһә муйынды ҡаплап торған ҡолаҡсынға өҫтөнлөк бирәләр.
ТҮБӘТӘЙ ЯҺАУ ТЕХНОЛОГИЯҺЫ
Эштең матурлығы башҡарыусының зауығына, бөхтәлегенә, төҫтәрҙе тоя белеүенә бәйле.
Түбәтәй тегеү эше бер нисә этапҡа бүленә. Һәр оҫта – бесеүсеме ул, тегеүсеме, сигеүсеме – эштең үҙенә тейеш өлөшөн генә башҡара. Түбәтәйҙең орнаменты айырым сигелә: тәүҙә – өҫкө өлөшө, аҙаҡ – сите. Элек ҡулдан ғына сиккәндәр, хәҙер был эште махсус машина башҡара. Буласаҡ түбәтәйҙең сигелгән өлөштәренә эс яҡтан кизе-мамыҡ туҡыма ҡуйыла. Түбәтәйгә ҡаты форма биреү өсөн, уның төбөн ҡайып сығалар һәм һыр араһы һайын елемгә мансылған ҡағыҙ жгут ҡуялар. Елемгә ҡатырылған ҡағыҙҙы тышҡы һәм эске ҡаттар араһында ла ҡалдыралар. Шул рәүешле түбәтәй формаһын юғалтмай һәм хужаһына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә.
Материалдар:
ҡара, йәшел йәки башҡа төҫтәге бәрхәт, ебәк йә парча туҡыма;
эслек өсөн кизе-мамыҡ нигеҙ;
15 м тирәһе шпагат бау;
етен тоҡтарҙы һүтеп, балауыҙға манылған һәм сиратылған ептәрен алырға ла мөмкин;
бәрхәт туҡыма төҫөндәге ептәр;
нәҙек, уртаса һәм ҙур күҙәүле һәм осо бер аҙ бөгөлгән энәләр;
сәйлән йәки алтын, көмөш ептәр;
уҡа.
Түбәтәйҙе өйҙә тегеү ысулы
Бесем өлгөһө
Түбәтәй ике өлөштән тора: яҫы түңәрәк өҫтө һәм ҡаты сите. Ситке өлөшө ҡыя итеп беселә. Уның буйы баш әйләнәһенә тигеҙ һәм йөй өсөн + 2 см. Киңлеге (түбәтәйҙең бейеклеге): 8 – 9 сантиметр + 1,5 – 2 см йөйгә = 10 – 11 см. 58-се үлсәмдәге түбәтәйҙең сите өсөн 60 см оҙонлоҡтағы һәм 10 – 11 см киңлектәге бесем өлгөһө яһала.
Бесеү
Йөй өсөн урын ҡалдырылған бесем өлгөһөн бәрхәт өҫтөнә туҡыманың буй ептәре ҡыя һыҙат буйынса ятырлыҡ итеп һалырға кәрәк. Тура мөйөшлө туҡыма киҫәгенән бер юлы 10-ға яҡын түбәтәй бесергә була. Түбәтәйҙең эслеге ҡыя беселә. Ул бәрхәт өлөштән бер сантиметрға оҙонораҡ һәм киңерәк булырға тейеш. 58-се үлсәмле түбәтәй өсөн 61 см оҙонлоҡтағы, 10 – 12 см киңлектәге эслек беселә. Түбәтәйҙең өҫкө өлөшөнөң диаметры – 19 см (радиус – 9,5 см). Үлсәмдәрҙә йөй өсөн ҡалдырылған урын иҫәпкә алынған. Артабан ҡаты ҡағыҙҙан ҡалып (лекало) яһарға, өҫкө өлөштө һәм эслекте бесергә ҡала.
Сигеү
Сигеү эше бескәндән һуң, һырлауға тиклем башҡарыла. Сәйлән ҡушып сиккәндә, бер төҫтәге сәйлән, мәҫәлән, алтынһыу туҡымаларға һары йәки тон буйынса бер-береһенә килешкән бер нисә төҫтө алырға мөмкин. Киргегә тарттырғанға тиклем түбәтәйҙең деталдәрен биҙәк һалына торған кизе-мамыҡ нигеҙгә ҡуша тегергә кәрәк. «Алға табан тегеү» ысулы буйынса биҙәк йөҙ яғынан һалына.
Деталдәрҙе тегеү һәм һырлау
Ҡулдан йоҡа ваҡ һырҙар һалыу түбәтәйҙең нигеҙе булып тора. Ҡатылыҡ биреү өсөн сәнсем рәттәре араһына шпагат бау кейҙерелә. Тегеүҙе түбәтәй ситенең аҫҡы яғынан башларға кәрәк. Бының өсөн эслек менән бәрхәтте уң яҡтарын

бер-береһенә ҡаратып һалырға һәм аҫҡы яғын машинала тегеп сығырға кәрәк. Түбәтәйҙең тышынан эслеге күренеп тормаһын өсөн, уны бәрхәт өлөшө

1 – 2 мм-ға тиҫкәре яҡҡа инеп китерлек итеп әйләндерергә һәм аҫтан ыҫпай ғына тегеп сығырға кәрәк. Унан 3 мм-ға өҫкәрәк китеп тағы бер юл тегелә. Аҫҡы өлөшкә ҡатылыҡ бирер өсөн кулиска аша бау үткәрелә. Маңлай өҫтө өлөшө әҙер.

Уң яҡлап аҫтан түбәтәйҙең бейеклеген (8 – 9 см) асыҡ ептәр менән билдәләргә кәрәк: уның буйлап баш кейеменең ситке һәм өҫкө өлөштәре тегелеп сыға. Бау иркен үтерлек итеп «алға табан тегеү» ысулы менән сәнсеп-сәнсеп тегеп сығырға. Бауҙы йыуаныраҡтан һайларға кәрәк, юғиһә түбәтәй форманы тотмай, йомшаҡ һәм таушалыусан була. Бауҙар аҫҡы сәнсемдән аҫтан өҫкә ҡарай үткәрелә. Ҙур энәне өҫкө сәнсемгә еткереп, эслек аша тышҡа тартып алырға һәм бауҙы өҙөргә кәрәк. Бөтә рәттәрҙе лә шул рәүешле эшкәртеп сыҡҡандан һуң, изделиены һерәйеп торған бау остары эскә инеп китерлек итеп тартҡылап сығаһың.

Унан түбәтәйҙең өҫтө һырлана. Өҫкө түңәрәкте дуға рәүешендәге линиялар менән алты өлөшкә бүләһең. Һәр өлөштө, шулай уҡ дуғаларҙы айырым һырлап һәм бау һалып сығаһың. Дуға линиялары бер иш һәм тигеҙ булһын өсөн, ҡалып эшләргә кәрәк. Ҡағыҙ нигеҙҙә алты дуға рәүешендәге линия һыҙабыҙ. Был линияларҙы күсермә аша эслеккә күсерергә кәрәк. Шунан һуң эслекте түбәтәйҙең өҫкө яғына алдан билдәләнгән йөйҙәр буйлап эләктереп сығырға. Тәүҙә бөтә алты линияны һырларға һәм бауҙарҙы үткәреп сығырға. Бау кейҙерелгән ҙур энәне ситтән уртаға юл буйлап йөрөтөргә мөмкин. Эслекте урта тирәһенән тишеп, энәне тышҡа сығарырға, епте ҡырҡырға һәм, туҡыманы тартҡыслап, һерәйеп торған ептәрен эскә тарттырырға кәрәк. Түңәрәктең өҫтөн тулыһынса шулай һырлап сығаһың.
Өлөштәрҙе ҡуша тегеү
Деталдәрҙе тигеҙ генә итеп тегеү өсөн, түбәтәйҙең өҫтөн һәм тирәсен дүрт бер иш өлөшкә бүлергә кәрәк. Уларҙы тиҫкәре яҡтан алдан билдәләнгән нөктәләр буйлап ҡушырға. Алдан яһалған сәнсемдәр буйлап һырларға. Эслектең сит яҡтарының сығып торған ерен әле генә ҡушҡан өлөштәрҙең артына бөгөргә һәм бөхтә генә итеп тегергә кәрәк. Түбәтәйҙе тиҫкәреһенә әйләндереп, әҙерәк һыу бөркөргә һәм тулыһынса кипкәнгә тиклем кейеп йөрөргә кәрәк.
ТҮБӘТӘЙҘЕ ФАБРИКАЛА ЕТЕШТЕРЕҮ ВАРИАНТТАРЫ
«Ағиҙел» предприятиеһының эксперименталь цехы начальнигы Гөлүсә Ризуанованың эш стажы 30 йылдан ашыу. Ул түбәтәй эшләү серҙәрен һөйләй.
«Беҙ стилләштерелгән түбәтәйҙәр етештерәбеҙ. Уларҙың тирәсе бейек. Башҡорт түбәтәйе татар түбәтәйенән һүрәте һәм формаһы менән айырыла: татар түбәтәйенең тирәсе тура, түңәрәктәре бер иш, унда күберәк үҫемлек орнаменты, ә беҙҙең түбәтәйҙәр конус формаһында һәм геометрик орнаменттар менән эшләнә. Түбәтәйҙәрҙең бәрхәт һәм күн материалдан тегелгәндәре – бүләк варианты, габардиндан тегелгәндәре осһоҙораҡҡа төшә, креп-сатин, етен, костюм материалдарынан да тегәбеҙ. Ебәк, мулинә, метанит ептәр ҡулланабыҙ, – ти предприятие хеҙмәткәре. – Боронғо түбәтәйҙәр, башлыса, ҡарағусҡыл: ҡара, көрән, күк, һоро төҫтәрҙә булған. Уларҙы башҡорттар үҙҙәре туҡыған тәбиғи материалдан эшләгән. Бөгөн йәшел, зәңгәр һәм сейә төҫөндәге түбәтәйҙәрҙе халыҡ яратып ала. Аҡ төҫтәгеләрен кейәү егеттәре һәм мәҙрәсә уҡыусылары һатып ала. Йәшел төҫлө түбәтәйҙәр киң ҡулланыла. Һүрәттәрҙе, орнаменттарҙы беҙҙең дизайнерҙар әҙерләй. Үҙҙәренең ырыуын яҡшы белгәндәр ғаилә тамғаһы менән эшләтә. Ул элек тә бар ине. Ҡәҙимге түбәтәйҙәрҙе махсус заказ менән һирәк, күргәҙмәләр, шәхси коллекциялар өсөн, боронғо костюмдарҙы тергеҙеү маҡсатында ғына тектерәләр».
Гөлүсә Ризуанованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡулдан сигеү эштәре 8 – 14 сәғәт буйы башҡарыла. Ундай түбәтәйҙәрҙең хаҡы ла юғары. Тегеү машикаһында иһә – 1 – 2 сәғәт. 8 сәғәтлек эш көнөндә фабрика оҫталары һигеҙ түбәтәй тегә.
Эш барышы:
Бәрхәт туҡымаға эслек өсөн тәғәйенләнгән материал йәбештерелә. ул ҡаты форма барлыҡҡа килтерә, сигеүе уңайлы була, ҡалып (лекало) алына.
Һүрәт калькаға төшөрөлә. Артабан кальканы энә менән тишеп, һүрәт туҡымаға күсерелә. Туҡыма ҡарағусҡыл булғанда, энәләр күберәк алына, ә асыҡ төҫтәге материалды бысратмаҫ өсөн, аҙыраҡ энәләр менән эш итәләр.
Һүрәт тампон ярҙамында күсерелә.
Артабан изделие сигеү эшен башҡарған эшсегә тапшырыла.
Һүрәтте сигеп бөткәндән һуң, үтекләйҙәр һәм быулайҙар.
Ҡалып тирәләй аҡбур менән түбәтәйҙең размеры билдәләнә һәм туҡыма ҡайсы менән ҡырҡыла.
Эске яҡтан тегелә торған, форманы тотоусы флизелин әҙерләнә.
Флизелин эске яҡҡа тегелә торған материал менән бергә һырыла.
Түбәтәйҙең һәр өлөшө йыйылып бөткәндән һуң, тегергә ебәрелә.
Бер сәғәттә – бер түбәтәй.
ТҮБӘТӘЙ ЕТЕШТЕРЕҮСЕ ЗАМАН ОҪТАЛАРЫ
Түбәтәй – ирҙәр баш кейеме.
Өфөлә йәшәүсе Илдар Ғатауллин боронғо төрөк түбәтәйҙәре эшләй. Ул 2008 йылдан башҡорт милли кейемдәре менән шөғөлләнә, ә костюмдар тегеү эше менән 15 йәштән мауыға.

«Мин башҡорт мәҙәниәте, башҡорт рухында тәрбиәләнгәнмен. Бәләкәйҙән сәнғәт училищеһында атайыма ярҙам итә торғайным. Тап шул минең һөнәр һайлауыма сәбәпсе булған да инде, – тип хәтерләй ҡул оҫтаһы. – Иллеләгән түбәтәй эшләнем. Түбәтәйҙе дөрөҫ тегер өсөн, боронғо өлгөләрен өйрәнер кәрәк. Фото буйынса ғына эшләүе ҡатмарлы, өлгөһө булырға тейеш. Беҙҙең өсөн музейҙарҙағы һәм шәхси коллекцияларҙағы ҡайһы бер әйберҙәргә юл асыҡ. Түбәтәйҙәрҙе шулар буйынса бесәбеҙ һәм тегәбеҙ».
Илдар Ғатауллин сәнғәт училищеһын һәм академияһын тамамлай, дизайнерға уҡыған. 2008 – 2009 йылдарҙа әүҙем өйрәнеп, байтаҡ ваҡыт ирҙәр костюмы тегеү менән шөғөлләнгән. 2010 йылда түшелдеректәрҙе тергеҙеү буйынса диплом эше яҙа. Ҡул оҫтаһының эштәре менән «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Bashkosa. Мастерская Гатауллиных» төркөмөндә танышырға мөмкин. Бөгөн Илдар Ғатауллин Башҡортостан Республикаһының «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһында баш дизайнер-конструктор вазифаһын башҡара.
Уның әйтеүенсә, мосолман дине ирҙәргә баш кейемһеҙ йөрөргә рөхсәт итмәгән. Баш кейемен һалған осраҡта ла башта түбәтәй ҡалырға тейеш. Шуға ла түбәтәй ярым сфера йәки тәрилкә формаһын алған. Түбәтәйҙең тағы бер мөһим үҙенсәлеге бар – поход шарттарында баш кейеме аҫтынан түбәтәй кейеү башты тирләтмәгән.
«Унан тыш ул – гигиена, сәсте ҡырып алдырғанда түбәтәй баш кейемен майланыуҙан һаҡлай. Тағы ла шундай әйтем бар, түбәтәйһеҙ кешене «аҡылһыҙ» кешегә тиңләгәндәр. Сөнки ирҙәрҙең баш кейемһеҙ ҡалыуы оят тип ҡабул ителгән», – тине остаз.

– Хәҙерге ҡаты ҡырлы түбәтәйҙәрҙе баш кейеме аҫтынан кейерлек түгел. Улар баш кейеменең яңы төрҙәре. Бер фараз буйынса беҙгә бындай түбәтәйҙәр Төркиәнән килгән. Улар күсмә тормош өсөн түгел, ә ҡала халҡы өсөн тегелгән. Был түбәтәйҙәр асыҡ төҫтәрҙә, матур биҙәлгән. Төрлө халыҡ түбәтәйҙәренә ҡағылған айырмалыҡтар тураһында мәғлүмәттәр, үкенескә ҡаршы, бик аҙ. Улар күбеһенсә биҙәктәре менән айырылып торған. Уларҙы белгестәр генә айыра ала. Бөгөн монгол, ҡаҙаҡ, төркмән, башҡорт һәм татар биҙәктәре яһала. Халыҡ, нигеҙҙә, кейемдәренең биҙәлеше менән айырылған, һәр халыҡтың үҙенең орнаменты булған. Кейемдәге һәр элемент үҙенсә биҙәлгән. Минең уйлауымса, түбәтәйҙәрҙә ҡот һаҡлаған һүрәттәр төшөрөлгән. Мәҫәлән, ҡояш тамғаһы – Һомай билдәһе.
Илдар Ғатауллин түбәтәйҙәрҙе күсмә милек тип иҫәпләй. Сауҙагәрҙәр бер урында ултырмаған, төрлө ҡалаларға йөрөгән, тауар һәм тәжрибә менән алыш-биреш иткән. Ул ваҡыттағы һәм хәҙерге әйберҙәрҙә барыһы ла буталып бөткән.
«Ата-бабаларыбыҙ ниндәйҙер әйбер кейгән икән, ул башҡорттоҡо тип иҫәпләнә, – тип үҙ ҡарашын еткерә дизайнер. – Башҡортостанда түбәтәйҙәрҙең ниндәйе генә юҡ. Уларҙы эшләүсе оҫталар ҙа төрлө. Һатып алыусылар түбәтәйҙең хаҡына һәм тышҡы матурлығына ҡарап һайлай. Түбәтәй бик киң ҡулланыла, уны төрлө саралар, күргәҙмәләр өсөн һатып алалар, ә көндәлек тормошта кейеүселәр бик юҡ. Мин үҙем көн дә кейергә тырышам. Миңә был баш кейеме бик оҡшай, ул кешене билдәле һәм әһәмиәтле итеп күрһәтә. Матур, ҡиммәтле түбәтәйҙә китеп барғанда һиңә барыһы ла иғтибар итә, шунан күңелгә ләззәт табаһың».
ТҮБӘТӘЙ – УНИВЕРСАЛЬ БҮЛӘК
Хәйбулла районының Аҡназар ауылында йәшәгән Фидан Сәғитов 5 йыл элек этник темалар менән ҡыҙыҡһына башлай һәм «Этно-маркет» асып ебәрә. Ул һөнәре буйынса агроном, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.
«Теманы тәрәнерәк өйрәнгәндән һуң, башҡорт түбәтәйҙәрен бөтөнләй текмәүҙәрен аңланым. Шунан тотоноп киттем дә инде. Һөҙөмтәлә, «Этно-маркет» проекты барлыҡҡа килде. Унда баш кейемдәренән тыш, төрлө биҙәүестәр, стилләштерелгән аяҡ кейемдәре, кейемдәр, аксессуарҙар бар», – ти оҫта. – Түбәтәйҙәрҙе беҙ тәбиғи кейеҙҙән тегәбеҙ. Уның өсөн буялған һәм буялмаған кейеҙ, бәрхәт, фетр һәм велюр ҡулланабыҙ. Стилле һәм ябай түбәтәйҙәр эшләйбеҙ. Һуңғылары музей өлгөләре буйынса эшләнә. Миңә кейеҙ бик оҡшай, ул файҙалы ла. Кейеҙ түбәтәйҙәрҙе ҡарайҙар ҙа: "Ҡышҡы һыуыҡта кейергә яраймы?" – тип һорайҙар. Мин: "Яҙҙан көҙгә тиклем кейергә мөмкин", – тип аңлатам. Ҡыш кейеп булмай, сөнки улар йоҡа кейеҙҙән эшләнә».
Түбәтәйҙә орнамент сигелә, эске яғына кизе-мамыҡ туҡыма ҡуйыла. Ул башты тирләтмәй. Машинкала семәрләп тегелә.
«Әйткәндәй, мин Ҡаҙағстанда «Бөйөк дала рухы» фестивалендә булғанда терморегуляция эффектын үҙемдә һынаным. Эҫелә кейеҙ түбәтәйҙә йөрөнөм, уның өҫтөнән күндән тегелгән бүрек. Ныҡ эҫе булыр тип уйлағайным, эҫе булманы. Баш кейемдәре араһында һауа ҡатламы барлыҡҡа килә. 40 градуслыҡ эҫене лә еңел үткәрәһең, – ти Фидан Сәғитов. – Түбәтәйҙәрҙе бүләккә һатып алыусылар күп. Беҙҙең тауарҙарҙы Өфөлә һәм Башҡортостандың башҡа райондарында күргәҙмәләрҙә, ҙур төбәк сараларында һатып алырға мөмкин».
БРОНЗАЛЫ ТҮБӘТӘЙ
Ир-егеттәр милли баш кейеменең атамаһы Башҡортостандың баш ҡалаһында бер нисә һәйкәл ярҙамында мәңгеләштерелгән. Улар ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан.
Халыҡ шағиры һәм Хеҙмәт геройы Мәжит Ғафури һәйкәле 1978 йылда ҡуйылған. Ул М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында урынлашҡан. Биш метр бейеклектәге ҡоролма гранит постаментта ултырған, уйсан ҡарашын йыраҡҡа төбәгән шағирҙы кәүҙәләндерә. Милли әҙәбиәткә нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың халыҡ шағиры башына түбәтәй кейгән.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған бронза һәйкәл Өфөнөң үҙәгендә, Профсоюздар йорто алдында, урынлашҡан. Скульптура композицияһы, таштарҙа һынландырылған символдарҙы аңлау өсөн, яҙыусының ижады менән танышыу теләге уята. Һәйкәл 2013 йылдың октябрендә асылған. Мостай Кәримдең артында киң танылыу алған «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы геройҙары һәм шағир ҡулдары менән яҙылған китап биттәре урынлашҡан. Шартлауҙан шаңҡып ҡолаған яугир. Оло инәй артында шул уҡ геройҙың бала сағы – «Кендек» ҡушаматлы малай. Ул бәрәс тотҡан. Малайҙың башында – түбәтәй.
Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған һәйкәл 2008 йылдың октябрендә асылған. Проект конкурсы ике йыл бара, мәғрифәтсенең тыуыуына 175 йыллыҡҡа арнала. Бронзанан эшләнгән скульптура композицияһы Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында урынлашҡан. Уҡыу йорто шулай уҡ шағир һәм мәғрифәтсенең исемен йөрөтә. Шишмә янында ултырған Аҡмулла эргәһендәге балаларға китап уҡый. Малай башында – орнаментлы түбәтәй.
Эксперт фекере

Айгөл Камалиева
Техник фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты доценты,
«Башкирский костюм. Технология. Конструкция. Декор» китабы авторы.
«Музей экспонаты булараҡ, ир-егеттәр түбәтәйе хаҡында күп һөйләргә тура килмәй. Сөнки, башҡа баш кейемдәренән айырмалы рәүештә, музейҙарҙа түбәтәйҙәр аҙ. Башҡорт халҡы тарихында шундай осор булған: ислам ҡанундары буйынса ир-егеттәр сәстәрен ҡырып, баштарына түбәтәй кейеп йөрөгән. Әлбиттә, түбәтәй кейеп йөрөү, тәү сиратта, дин буйынса ир-егеттәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да башын ҡаплап йөрөргә тейешлеге менән бәйле. Тарихсылар, шул иҫәптән С. Н. Шитова, башҡорттарҙа һәм Урта Азия халыҡтарында (төркмән, үзбәк, тажик) бәләкәй башлыҡ кейеп йөрөү йолаһы барлығы тураһында һөйләй. Урта Азияла түбәтәй әле булһа киң таралыу алған һәм мөһим кейем өлөшө һанала. Эҫе илдәрҙә башлыҡһыҙ йөрөү мөмкин түгел, сөнки ул ябай утилитар функцияны башҡара – башты ҡояшта үтә ныҡ ҡыҙыуҙан һаҡлай. Шулай уҡ башлыҡ аҫтынан түбәтәй йөрөтөү йолаһында ла файҙа бар – түбәтәй күн бүректе тәбиғи бысраныуҙан һаҡлай».
Айгөл Камалиева башҡорт милли костюмын 2000-се йылдарҙан алып өйрәнә. Аспирантурала биш йыл уҡыу дәүерендә ул республиканың барлыҡ музейҙарында, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Милли музейында, Сибай, Баймаҡ, Дүртөйлө, Учалы, Темәс, Туймазыла булған. Тикшеренеүҙәр әле булһа ла дауам итә – был, тәү сиратта, шәхси коллекциялар, Рәсәй этнография музейы (Санкт-Петербург ҡалаһы) һәм Рәсәйҙең башҡа музейҙары менән бәйле. Музейҙарҙа ғалимдың иғтибарын ҡатын-ҡыҙҙар кейеме яулаған.
«Фәнни күҙлектән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙҙар кейемендә ҡыҙыҡлы элементтар күп. Ир-егеттәр кейеменә килгәндә, ул бик иртә донъяуиға әйләнгән. Бәлки, әһәмиәте булмағанға күрәлер, ир-егеттәр кейеме музейҙарҙа бик аҙ урын алған. Миңә йыш ҡына фабрикала етештерелгән түбәтәйҙәр осраны, ҡулдан эшләнгәндәре бик һирәк. Республиканың ҙур ҡалаларында ир-егеттәрҙең күпләп түбәтәй кейеүе күҙгә салынманы. Шулай ҙа ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа оло быуын вәкилдәре баштарына элеккесә түбәтәй кейә. Күрәһең, улар өсөн был баш кейемен йөрөтөү дини ҡанундарға түгел, ә күбеһенсә йолаларға таяныуҙан киләлер».
Эксперт фекере буйынса, хәҙерге ваҡытта түбәтәйҙәр мәсет эргәһендә урынлашҡан кибеттәрҙә күпләп һатыла. Шулай уҡ уларҙы оҫталар күргәҙмәһендә һәм сувенирҙар кәштәһендә, интернет-магазиндарҙа, этномаркеттарҙа осратырға мөмкин. Түбәтәйҙәрҙең ассортименты бай ­– аҡ, йәшел, күк төҫтәгеһе, орнаментлы йәки рәсми, бәрхәт йәки бәйләнгән түбәтәйҙәр бар. Заманса түбәтәй – иң яҡшы бүләк. Ул –Аллаһҡа ҡарата ҡәҙер, алсаҡлыҡ һәм ихтирам символы.
Сығанаҡтар:
Шитова С. Н. «Башкирская народная одежда». 1 изд. Уфа: «Китап», 1995.

Нурзия Сергеева. «Татарская вышивка». Казань: Издательство «Магариф», 2005.

Башкирский костюм. Уфа, 1961.

Кузбеков Ф.Т. «История культуры башкир». Уфа, 1997.

Башкирская энциклопедия. Тюбетейка

Портал islam-today

Свободная энциклопедия