Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт халыҡ йыры

«ТАШТУҒАЙ»



ОҘОН КӨЙ
Йыр 1894 йылда С. Г. Рыбаков
тарафынан яҙып алына һәм «Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы
менән музыкаһы һәм йырҙары» китабында
1897 йылда донъя күрә.
ЙЫР ВАРИАНТТАРЫ

Х. Ф. Әхмәтов, Р. Л. Ғәбитов, Н. Т. Зарипов, А. С. Ключарёв,

Л. Н. Лебединский, Р. Ә. Мортазин, М. М. Сәғитов,

И. В. Салтыков, Ғ. З. Сөләймәнов, Н. Д. Шушаров

тарафынан яҙып алына.

Лирик-драматик характерлы «Таштуғай» йыры башҡорт
ҡатын-ҡыҙының ауыр
яҙмышы хаҡында.

«Таштуғай» йырының барлыҡҡа килеүенең

ике варианты киң билдәле.

Беренсеһе, 1939 йылда М. А. Буранғолов тарафынан, Хәйбулла районы Иләс ауылынан, икенсеһе, К. М. Дияров тарафынан, Баймаҡ районы Темәс ауылы Әбүбәкер Хөсәйеновтан һәм Әбйәлил районы Юғары Әбдрәш ауылынан ҡурайсы, йырсы Мөхөтдиндән яҙып алына,
1988 йылда "Сал Уралдың моңдары" китабында донъя күрә.
Сюжет нигеҙендә – сибәр
Көнһылыуҙың трагик яҙмышы.
Риүәйәттәргә ярашлы, Ҡатай ырыуынан Көтөр исемле
ир кеше Көнһылыу тигән ҡыҙын, уның ризалығынан
башҡа, Үҫәргән ырыуының старшинаһы Көбәк улы
Әлмигә кейәүгә биргән. Тыуған яғында ҡыҙҙың Байғүбәк исемле һөйгәне ҡалған. Таштуғай тип аталған дала яҡтарына оҙатылған ҡыҙ ул яҡтарға бер ҙә ерһенеп китә алмаған. Таулы-урманлы тыуған яҡтарын ғына
түгел, унда ҡалған егете Байғүбәкте лә һағынып
моңайған Көнһылыу кисерештәрен йыр аша белдерә.
Ата-әсәһенә ҡунаҡҡа килгән бер арала Көнһылыу Байғүбәк менән элекке осрашҡан урындары ‒ шишмә буйындағы ҡара тал эргәһенә килә. Бер көндө Көнһылыуҙың һары йөҙөгөн Байғүбәктең бармағында,
ә уныһының аҡбуҙатлы балдағын Көнһылыуҙа күреп, йөҙөк алмашыуҙың икәүләп ҡасып китергә әҙерләнеү билгеһе икәнен һиҙеп ҡалалар. Байғүбәкте үлтертеп, Көнһылыуҙы Таштуғайға, ҡайны-ҡәйнәһе йортона кире оҙаталар. Һөйгәненән һәм тыуған иленән айырылыу ҡайғыһын күтәрә алмаған Көнһылыу, унда оҙаҡ тормай, һыуға ташланып үлә.
Башҡорт халыҡ ижады. Т. 8: Йырҙар (октябргә
тиклемге осор). – Өфө: Китап, 1995.
Һүрәт сығанағы: muzeiblagrb.jimdofree.com
Кәрим Дияровтың
«Сал Уралдың моңдары»
китабында икенсерәк
тарих бәйән ителә.
Бында йәрәшелгән парҙы айыралар. Ҡыҙҙың атаһы, бай ғаиләнән килгән яусыларҙы кире бороу маҡсатынан бик ҙур ҡалым талап итә, ләкин улар риза була һәм уға, ҡыҙының иркенә ҡаршы кейәүгә бирергә тура килә. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, кейәү аҡылға еңелерәк була. Сит яҡтарҙа Көнһылыу бик ауыр тормош кисерә.
Ҡыҙ иртә таңдан төнгә тиклем мал көтә, был уның һаулығына ла насар тәьҫир итә, ул яйлап һүнә бара.
Бер заман егеттең атаһы килененең һағышлы йырын ишетеп ҡалып,
уның ни өсөн күҙ йәше түгеүен һорай.
Килене яуап итеп ҡайныһына:
«Мин иламай, ҡайным, кем илаһын,
мәжнүн ирҙә йөрөй бит ғәзиз баш»,‒тип йырлай. Ҡайны, килененең яуабын ишеткәс, бик аптырап ҡала. Ысынлап та, ҡарт улының мәжнүн, алйот икәнен бик яҡшы белә,
шуға Көнһылыуҙы йәлләп, кире тыуған яғына ҡайтарырға була.
Ул ҡыҙҙың ата-әсәләрен ҡунаҡҡа саҡырып, үҙенең ҡарарын иғлан
итә һәм киленен тыуған яғына оҙата.
Ҡыҙ ауылына ҡайтҡас, һөйгән егетен күпме генә эҙләһә лә, таба алмай, кешеләрҙән һорашып ҡарай, әммә бер кем бер ни тип тә әйтмәй.
Тик егеттең йән дуҫтары ғына уның дошмандары тарафынан үлтерелеүе тураһында һөйләп бирәләр һәм ҡәберен күрһәтәләр.
Ҡыҙ атаһына асыулана,
уны үлтереүселәргә нәфрәт әйтә,
илай-һыҡтай, ҡайғынан көндән-көн нығыраҡ һарғая, йөҙөндә кеше
төҫө бөтөп китә. Көндәрҙең береһендә ҡыҙ юҡ була.
Күпме генә эҙләһәләр ҙә таба алмайҙар. Эҙләй торғас, ҡыҙҙың
үле кәүҙәһен һөйгән егетенең
ҡәбере өҫтөндә табалар.


Һүрәт сығанағы: blogspot.com

1
Таштуғай ҙа, һинең ҡамышыңды
Еҙ ҡурайҡай итеп тартайым.
Таштуғай ҙа, һинең кәкүгең юҡ,
Үҙ Уралҡайыма ҡайтайым.

Таштуғай ҙа буйы, ай, күләүек,
Күләүек тә түгел, һаҙ икән.
Һаҙҙарында һайрар ҡоштары юҡ,
Моңло ҡошҡайҙары ҡаҙ икән!
Таштуғай ҙа, һинең йылғаҡайың
Тоноп ҡына аҡҡан һыу икән.
Тоноҡ ҡына һыуҙа шәүлә сағыла,
Байғүбәгем иҫән-һау микән?

Таштуғай ҙа, һинең кәкүгең юҡ,
Һағышымды көйләп тартырға.
Урал тупраҡтары кире тарта
Таштуғайҙы ташлап ҡайтырға.
Таштуғай ҙа һыуының ҡамышын
Ҡурай ғына итеп тартайым.
Ҡоштар ғына осоп етмәҫ ергә
Биргән икән мине атайым.

2
Таштуғай ҙа, һинең ҡамышыңды
Еҙ ҡурайҡай итеп үк тартайым.
Таштуғай ҙа, һинең кәкүгең юҡ
Кире Уралыма ҡайтайым.

Таштуғай ҙа, һинең, ай, ҡошҡонаң
Ташҡа баҫып һайрай, тал тапмай.
Янып ҡына барған йәш йөрәгем
Нишләһәм дә, бында ял тапмай.
Таштуғай ҙа елле туғай икән,
Сәскәләре ҡойола ел менән.
Алһыу йөҙкәйҙәрем, ай, һарғайҙы
Күңелем тулы ҡайғы, уй менән.

Һағынам да, атай, тыуған ерҙе,
Таштуғайҙы күңелем ерһенмәй.
Биргән генә кейәүең теремек түгел,
Күңелкәйем бер ҙә ирһенмәй.
Таштуғай ҙа, һинең ҡурайың юҡ,
Һағышымды көйләп тартырға.
Урал тупраҡтары кире тарта,
Таштуғайҙы ташлап ҡайтырға.

Башҡорт халыҡ ижады. Т. 8: Йырҙар (октябргә тиклемге осор). — Өфө, 1995.
Йырҙы башҡарыусылар:
С. Ә. Абдуллин, Р. С. Әхмәҙиева, Х. Л. Ғәлимов, К. М. Дияров,
М. Ә. Ҡаҙаҡбаев, Ф. Ә. Килдейәрова, Т. Рәшитова, М. Ғ. Сәлиғәскәрова,
Ә. С. Шайморатова. «Таштуғай» йыры В. И. Виноградов, Р. Ә. Мортазин,
К. Ю. Рәхимов, З. Ғ. Исмәғилев тарафынан эшкәртелгән.

Азат Биксурин, Светлана Хәкимова.
БР-ҙың МСО артистары, дирижер К. Абдуллин.
Видеоның хужаһы: Канал "Marat Fayzullin"
Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Башҡорт халыҡ ижады. Т. 8: Йырҙар (октябргә тиклемгә осор). – Өфө: Китап, 1995.
  2. Дияров К. М. Сал Уралдыӊ моӊдары. − Өфө, 1988.
  3. Кубагушев А.М. Музыкально-поэтическое наследие башкирского народа. - Уфа, 2019.