Алтын Урҙа осоронда был термин Урта Азия, Көнсығыш Европа, Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Кавказ менән Кавказ аръяғы илдәрендә тарала һәм унда, элеккеләренән тыш, «хан мөһөрө менән документ», «(аҡсалата) һалым» тигән яңы төшөнсәләр ала.
Башҡорттар тамғаларҙы үҙҙәренең аҫаба ерҙәренең, көтөүлектәренең сиктәрен билдәләү, солоҡ ағастарын, эш ҡоралдарын, малдарын, йорт һауыт-һабаһын һәм башҡа әйберҙәрен тамғалау өсөн әүҙем файҙалана. Улар хатта рәсми документтарҙа ҡултамғалар урынына ла ҡулланыла. Ырыуҙа тамғалар нәҫелдән нәҫелгә тапшырыла. Уларҙан айырылған түбәләр һәм аралар (аймаҡтар) шул уҡ тамғаның әҙерәк үҙгәртелгән вариантын файҙалана.
Һаман да, башҡорттар яҙа белмәгәнлектән ҡултамға урынына тамғаны ҡулланған тигән яңылыш фекер йәшәй, ләкин был дөрөҫ түгел, сөнки ундай осраҡта шәхси милекселек билгеһен файҙаланыу бик күп халыҡтарҙа таралған, шул иҫәптән ябай халыҡ араһында ғына түгел. «Шулай итеп, ҡайһы бер урыҫ волостарында хатта вазифалы кешеләр, мәҫәлән, волость судьялары ҡултамға урынына билге ҡуллана». Бындай хәл башҡорттар араһында ла күҙәтелә.
Был шундай факт менән дә раҫлана: архив документтарында тамғалар менән бергә кешеләрҙең үҙ ҡулы менән яҙылған «ҡул ҡуйҙым», «тамғамды һалдым», «ҡул ҡуйыу урынына тамға ҡуйҙым» һәм башҡалар тип яҙып ҡуйған осраҡтары ла күренә.
Һәр башҡорт ҡәбиләһе һәм ырыуының, ә улар ҡырҡтан ашыу, һыҙылышы һәм атамаһы менән бүтәндәрҙекенән айырылып торған үҙ төп тамғалары бар. Мәҫәлән, Түңгәүер ҡәбиләһенең тамғаһы – ярым ай, Бүләр ҡәбиләһенеке – ҡапҡа, Байлар ҡәбиләһенеке – әүернә, Ғәйнә ҡәбиләһенеке – һәнәк, Тамъян ҡәбиләһенеке – даға, Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенеке – ҡабырға, Табын ҡәбиләһенеке – сүмес, Ҡатай ҡәбиләһенеке – тырма, Бөрйән ҡәбиләһенеке – яғалбай, Үҫәргән ҡәбиләһенеке – ҡойошҡан тип атала һәм башҡалар.
Башҡорт тамғаларының атамалары башҡорт халҡының көнкүреше, хужалыҡ итеүе һәм тормошоноң күп яҡтарын үҙ эсенә ала. Шуға ла уларҙы төрлө лексик-тематик төркөмдәргә бүлергә мөмкин.
Малсылыҡ әйберҙәренең исемдәре менән бәйле атамалар:
а) йылҡысылыҡта ҡулланылған әйберҙәр: ауыҙлыҡ, даға, ҡойошҡан, өҙәңге, сәкүшкә, еле (ҡылдан үрелгән һәм ҡолондарҙы бәйләр өсөн ике бағана араһына тартып ҡуйылған), дуға һәм башҡалар;
б) йорт хайуандары һәм уларҙың кәүҙәләренең өлөштәренең атамалары: дөйә муйыны, ат, кәзә мөгөҙө, ҡусҡар, эт ҡабырғаһы һәм башҡалар.
Ер эшкәртеү әйберҙәренең исемдәре менән бәйле атамалар: ураҡ, башаҡ һәм башҡалар.
Балыҡсылыҡ әйберҙәренең исемдәре менән бәйле атамалар: һалдау, ҡармаҡ һәм башҡалар.
Һунар һәм һуғыш әйберҙәренең исемдәре менән бәйле атамалар: йәйә, суҡмар, уҡ башағы, һөңгө һәм башҡалар.
Ҡортсолоҡ әйберҙәренең исемдәре менән бәйле атамалар: айбалға һәм башҡалар.
Кейем етештереү әйберҙәренең исемдәре менән бәйле атамалар: орсоҡ, кәләп, ирәк (тире иләү әйбере), һапҡыс (йөн туҡмау өсөн таяҡ) һәм башҡалар.
Йорт әйберҙәренең исемдәре менән бәйле атамалар:
а) йәйләүгә сыҡҡанда ҡоролған тирмә әйберҙәре: кирәгә (тирмәнең каркасы), сағараҡ (тирмәнең түбәһендәге дүңгәләк) һәм башҡалар;
б) ултыраҡ тормошта ауылда ҡоролған торлаҡ әйберҙәре: йорт, ҡапҡа, ҡашаға (мейестең кәрнизе), асамай (стропила), тороҡ (ике бағана араһындағы ҡойманың арҡыры тотҡосо) һәм башҡалар.
Көнкүреш әйберҙәренең исемдәре менән бәйле атамалар:
а) эш ҡоралдары: балға, сүкеш, бысаҡ, балта һәм башҡалар;
б) ҡоролмалар: таған, ылаш (ҡорот киптергес) һәм башҡалар;
в) һауыт-һаба: сүмес, ижау, туҫтаҡ һәм башҡалар.
Ҡыр хайуандары һәм уларҙың кәүҙә өлөштәренең исемдәре менән бәйле атамалар: ҡуян, ҡуян ҡолағы, төлкө ҡойроғо һәм башҡалар.
Ҡоштар һәм уларҙың кәүҙә өлөштәренең исемдәре менән бәйле атамалар: һуйыр аяҡ, ҡош ҡабырғаһы, ҡаҙаяҡ һәм башҡалар.
Төрлө фигуралар һәм формаларҙың исемдәре менән бәйле атамалар: түңәрәк, һигеҙле, ҡулса, һыҙыҡ, киртек һәм башҡалар.
Астронимдар менән бәйле атамалар: ай һәм башҡалар.
Дини мәғәнәләрҙе белдергән һүҙҙәр менән бәйле атамалар: бетеү, мәсет һәм башҡалар.
Үҫемлектәрҙең исемдәре менән бәйле атамалар: шыршы, әмзә (ҡыр йыуаһы) һәм башҡалар.
Туҡланыу продукттарының исемдәре менән бәйле атамалар: көлсә һәм башҡалар.
Урта быуаттарҙа ижад ителгән «Сыңғыҙнамә» әҫәрендә бәйән ителеүенсә, Сыңғыҙ хан тарафынан һәр башҡорт ырыуы бейенә айырым тамға, оран, ағас һәм ҡош бирелә. Ул, мәҫәлән, Ҡуңырат бей улы Һәнәклегә былай тип мөрәжәғәт итә: «Эй, Һәнәкле, әйҙә, һинең ағасың – Алмағас, ҡошоң – Ыласын, ораның – Ҡуңырат, ә тамғаң Ай булһын». Уйшын-Майҡы бейгә өндәшеп, Сыңғыҙ хан былай тигән: «Әйҙә, һинең ағасың – Ҡарама, ҡошоң – Бөркөт, ораның – Салауат, а тамғаң һинең Серкә булһын».
Әммә күренекле башҡорт ырыу тамғаларын өйрәнеүсе Д. Н. Соколов үҙенең «Башҡорт тамғалары» тип аталған билдәле хеҙмәтендә бының менән килешмәй һәм башҡорт тамғалары Сыңғыҙ ханға тиклем үк бик күпкә алдараҡ булған тип раҫлай. Тюрколог Сәғит Мираҫов та башҡорт тамғалары монголдарҙан алынған тигән фекергә ҡаршы сыға һәм, Мәхмүт Ҡашғариҙың монгол-татар яуына тиклем яҙылған «Диуани лөғәт әт-төрк» тигән хеҙмәтенән өҙөк килтереп, төрки халыҡтарҙа тамғаларҙың монгол баҫҡынсылығына тиклем үк булғанлығын иҫбатлай.