Мөхәббәт ҡобайырҙары – эпостар булараҡ көнсығыш әҙәбиәте дастандарын үҙләштереүгә нигеҙ һәм яңы һүҙ сәнғәтенә ынтылыш булғанда, көнүҙәк мәсьәләләр, үткәрелгән идеялар, шулай уҡ тематик, художество биҙәлеше оҡшашлығы арҡаһында, яҙма әҙәби әҫәр ауыҙ-тел ижады формаһына күсә лә инде. «Таһир менән Зөһрә» – төп сюжеты һаҡланып, яңы художество элементтары менән байытылып, халыҡ көйөнә көйләп башҡарыла алған ошондай төп миҫал. Шуға ла бындай әҫәрҙең бер төрлө генә билдәләмәһе юҡ: ул әкиәт тә, йыр ҙа, эпос та, ҡисса ла, поэма ла.
Төрки телле әҙәбиәтте 1800 йылда нәшер итә башлайҙар. Петербургтан Ҡазанға китаптарҙы ғәрәп шрифында сығарған «Азия типографияһы» күсеп килә. Һуңыраҡ университет типографияһы эшләй башлай, 1829 йылда улар берләшә. Артабан тағы ла ваҡ типографиялар барлыҡҡа килә. Ләкин, библиографик белешмәләр раҫлауынса, 1801 йылдан 1866 йылға тиклем халыҡтың яратҡан әҫәре «Таһир менән Зөһрә» баҫтырылмай.
Башҡорт энциклопедияһында, дастан фрагменттары һамаҡ-көй стилендә башҡарыла, тип телгә алына.
Башҡорт фольклоры тамырҙары, IX быуат аҙағынан XIX быуат башына тиклем көньяҡ Уралда йәшәгән, малсылыҡ менән шөғөлләнгән төрки ҡәбиләләр мәҙәниәтенә барып тоташа. Башҡорттарҙың фольклорында мәжүсилек һәм мосолман дине мотивтары берләшкән.
Эпик әҫәрҙәр көйләп (речитатив мелодика) һәм бик йыш думбыра оҙатыуында башҡарыла.
** Әхнәф Харисов «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы», Өфө, 2007 й.