«Был бейеүҙең тамыры башҡорттарҙың бик боронғо көнкүреш үҙенсәлеген сағылдырған ышаныуға барып тоташа. Иртә яҙҙан малдарҙы ҡырға ебәрер алдынан, башҡорттар (был йола башҡа бик күп халыҡтарҙа ла күҙәтелә) уларҙы таҙартыу, һаҡлау маҡсатында ут аша үткәргәндәр. Сыраҡ яғып, өс кеше өс яҡлап тотоп торған, мал шуның араһынан үтергә тейеш булған. Үткән саҡта мал утҡа тейергә тейеш булмаған. Шулай малды таҙартыу йолаһы башҡарылған. Өс яҡлап яғыуҙың сәбәбе өс һанының тылсымлы көсөнә ҡайтып ҡалған. Аҙаҡ инде ышаныу-йола ниндәйҙер кимәлдә "Өс таған" бейеүендә лә сағылыш тапҡан. Тәңрегә (ҡояшҡа) табыныу, унан байлыҡ, мал үрсеүен, уның именлеген һорау бейеүҙең төп мәғәнәһенең береһе булып тора».