Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Сығыр – башҡорттарҙа йөк күтәреү ҡорамалы

Ауыр йөктәрҙе өҫкә күтәреү – кеше өсөн ауыр эш. Әммә был процесты еңелләштереүсе төрлө механизмдар һәм ҡулайламалар уйлап сығарылған. Шулар араһында сығыр ҙа бар.

Сығырҙың ике осо ла тишекле була. Бер осондағы тишек сығырҙы элеп ҡуйыр өсөн эшләнә, ә икенсе осонда тишек эсендә механика теорияһында нагель (сөй) тип аталған күсәргә шкив кейҙереп ҡуйыла. Бындай блок тулыһынса ағастан эшләнгән.


Бауҙың бер осонан аҫҡа тартҡанда, икенсе осондағы йөк, флагштоктағы йәки крандағы кеүек, өҫкә күтәрелә. Боронғо заманда сығыр менән ҡоҙоҡтан һыу алғандар, иген һалынған тоҡтарҙы ташығандар, төҙөлөштә ҡулланғандар.

Башҡорт телендә “сығыр" һүҙенең башҡа мәғәнәләре лә бар. Сығыр ул:
– һыу сығанағынан һыу алыу өсөн тәгәрмәсле механизм;
– ҡапҡа сығыры;
– кәрәсин лампаһы милтәһенең валы;
– балалар арбасығы;
– сәғәт шестерняһы.

Сығыр. Авторҙың 3D реконструкцияһы. Шырпы ҡабы масштабты күрһәтеү өсөн ҡуйылды


Тәүге сығырҙар ҡайҙа барлыҡҡа килгән?
Шкив. Джерба. Итальян антиквары Энрике Пасино коллекцияһы. XVIII быуат.
Яҡынса 3000 йыллыҡ сығырҙар Грецияла табылған. Ул саҡта уларҙы тик ҡоҙоҡтан һыу алыр өсөн генә ҡулланғандарҙыр. Рим кешеләре был технологияны үҙләштереп, тағы ла камиллаштырған. Улар сығырҙы төҙөлөштә ҡуллана башлаған, был технологияны бөтә Иҫке донъяға ла таратҡан. Урта быуаттарҙа шкивлы блоктар Рускә лә килеп еткән һәм, моғайын, башҡорттарҙың көнкүрешенә лә уларҙан күскәндәр.

Көнкүрештә бик кәрәкле һәм файҙалы был ҡорамал Көньяҡ Уралдың бөтә территорияларында ла таралған булғандыр. Тарихи, этнографик һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә булыуға ҡарамаҫтан, сығыр бик әҙ өйрәнелгән әле.


Сығырҙар ниндәй булған?

Сығыр кеүек бер шкивлы блоктар иң ябай конструкциялы булып һанала. Улар ағастан яһалған һәм хужалыҡта киндерҙән, кесерткәндән йә һалабаштан эшләнгән бау һәм трос менән бергә ҡулланылған.

Билдәле булыуынса, бау, арҡан ишеү Башҡортостандың таулы һәм таулы-урманлы райондарында таралған була. Бау эшләүҙә һалабаш төп сеймал булып хеҙмәт иткән. Тәғәйенләнеше буйынса уларҙың бер нисә төрө булған. Бауҙан дилбегә, мисәү бауы, ҡайыш бауы, ағас һауыттарҙың тотҡаһын эшләгәндәр.

Был боронғо кәсепте тарих фәндәре кандидаты З. Ф. Хәсәнова бына нисек һүрәтләй:


Бер шкивлы блок
crast.ru сайтындағы иллюстрация
“Инйәр бассейнындағы ҡатай башҡорттары бауҙы ике төрлө – ҡулдан һәм махсус станокта ишкән. Ҡулдан ишелгән бау ике, өс ҡатлы булған. Һалабаш бәйләмен услап алып, уртаһынан бөккәндәр ҙә стенаға беркеткәндәр, шунан бер өлөшөн уң яҡҡа, икенсеһен һул яҡҡа ишкәндәр, артабан шул рәүешле кире йүнәлештә дауам иткәндәр, төп өлөш килеп сыҡҡас, өсөнсө ҡатты ҡушҡандар.

Артабанғы ысул менән ишеүҙә бер нисә кеше ҡатнашҡан. Бау ишкәндә өс тотҡалы стан, ҡаттарҙы айырғыс һәм махсус таҡта ҡуйылған сана ҡулланғандар. Бау эшләүҙең бындай техникаһы күрше халыҡтарҙың, атап әйткәндә, татарҙарҙың һәм сыуаштарҙың, бау ишеү техникаһы менән тулыһынса тиерлек оҡшаш булған. Ҡатай башҡорттары бөгөнгө көнгә тиклем бауҙы һалабаштан ике ысул менән ишә, сөнки арзанға төшкән ныҡлы арҡандар һаман да киң ҡулланылышта."

Нығытып беркетеп ҡуйылған блок аша һалынған трос гордень тип атала. Гордень йөктө күтәргәндә һәм күсергәндәге тартыу көсө йүнәлешен үҙгәртә, ләкин уның ҡеүәтен арттырмай. Билдәле булыуынса, йөктө өҫкә түгел, ә аҫҡа тартыуы еңелерәк. Шулай итеп, уртаса ҙурлыҡтағы ҡулдың өҫ яҡҡа вертикаль йүнәлтелгән көсөргәнеше яҡынса 150 ньютонға тиң булһа, аҫ яҡҡа ҡарай йүнәлтелгән көсөргәнеше 250 ньютонға етә. Шуға күрә бау ҡуйылған бер шкивлы блоктар бөгөнгө көндә ауыр булмаған йөктәрҙе күтәреү өсөн генә ҡулланыла, мәҫәлән, флагтарҙы, вымпелдарҙы, сигнал уттарын һәм билдәләрен күтәреү өсөн.


Өс, дүрт, биш шкивлы блоктар
crast.ru сайтындағы иллюстрация
Ысынында иһә, йөк ташыу эшен ҡатмарлы сығырҙар ғына еңеләйтә. Башҡорттарҙа бер нисә шкивлы сығырҙар булғанмы-юҡмы икәнен асыҡ ҡына әйтеүе ҡыйын, ә башҡа халыҡтарҙың боронғо көнкүреш әйберҙәре араһында ике, өс блоклы сығырҙар осрай. Өс тәгәрмәсле күтәреү механизмы эшсенең көсөн өс тапҡырға, биш тәгәрмәслеһе биш тапҡырға арттырған. Шулай итеп, әгәр кеше ҡул менән 50 килограмм күтәрә алһа, өс шкивлы сығыр менән инде 150 килограмды ла күтәргән.

Әлбиттә, ҡатмарлы блоктарҙы эшләүе ҡыйын, уның башҡа етешһеҙлектәре лә бар. Сығырҙың шкивтары күберәк булған һайын, арҡанды ла күберәк тартырға тура килә, һөҙөмтәлә, әйбер яйыраҡ күтәрелә. Йөктө өс тәгәрмәс ярҙамында өс метрға күтәреү өсөн, туғыҙ метрлыҡ арҡан тартырға кәрәк, ә биш тәгәрмәс менән – ун биш метр.

Теория буйынса, блокта күпме булһа ла шкив ҡулланырға мөмкин, ләкин ышҡылыу көсө арҡаһында боронғо сығырҙар үҙенә иң күбендә биш элемент һыйҙыра алған. Күтәреү көсөн арттырырға кәрәк саҡта, бер блокта шкивтарҙы күбәйтәһе урынға, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ өс, биш блоклы бер нисә сығыр ҡулланған, ундай осраҡта арҡандарҙы бер юлы бер нисә кеше тартып торған. Ундай системалар бөгөн “полиспаст" тип атала. Улар ышҡылыу арҡаһында кәмегән ҡеүәтте 20 проценттан арттырмай.


Сығырҙы нисек эшләгәндәр?
Беҙҙең заманға тиклем килеп еткән сығырҙар бик әҙ генә. Шуларҙың береһе Ишембайҙа Хәйҙәр Зиннәтуллиндың шәхси коллекцияһында һаҡлана. Ул сығыр юрматы ҡәбиләһе кешеһенеке булған, был уға һалынған ырыу тамғаһынан аңлашыла. Тышҡы күренеше буйынса уны эшләү процесын күҙ алдына килтерергә мөмкин.
Ағас блокты имән, бук, дардар ағастарынан яһағандар. Ҡаты сортлы ағастар оҙағыраҡ хеҙмәт иткән, ауырыраҡ йөктө күтәргән. Ағасты һуты әҙерәк саҡта, көҙ аҙағында йәки ҡыш көнө бысып әҙерләгәндәр. Йыуан ботаҡтарҙың таҙа ерҙәре йәки ботаҡһыҙ, сирһеҙ олондар һайланған. Кәрәк булһа, бүрәнәне тағы бер нисә аҙна өй температураһындағы урында киптергәндәр.

Сығырҙың үҙен эшләү әҙерләнгән ағастың ҡабығын һыҙырыуҙан башлана. Ҙурлығына ҡарап, ағасты бысаҡ йәки ҡырғыс менән таҙартҡандар. Шунан ҡул бысҡыһы менән кәрәкле размерҙа бысып алғандар. Уртаса 30х8х5 сантиметрлы киҫәк килеп сыҡҡан, уның ике осона бырау йәки ҡасау менән нагель өсөн һәм элеп ҡуйыр өсөн төрлө диаметрлы тишек тишкәндәр. Шкив буласаҡ урынға бысҡы һәм ҡасау менән тәрән уйым эшләгәндәр.

Шкив өсөн ботаҡтан 1,5 сантиметр ҡалынлыҡтағы һәм 3 сантиметр радиуслы түңәрәк бысып алғандар. Шунан бысаҡ йәки ҡасау менән түңәрәк әйләнәһе өҫтөнән арҡан һалыр өсөн соҡор уйғандар, ә үҙәгенә тишек тишкәндәр.

Нагелде ҙур булмаған ботаҡтан йәки сыранан яһағандар. Оҫта уны бысаҡ менән кәрәкле диаметрҙа эшләгән. Конструкция бер бөтөн итеп йыйылғас, нагелдең остарына, механизм таралып төшмәһен өсөн, ябай ғына биктәр ҡуйылған.

Ныҡлы булһын һәм оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн, сығырҙы ҡайһы берҙә етен майы менән эшкәрткәндәр, ә күсәрен мал майы менән майлағандар. Блокты ҡоҙоҡ өҫтөнә йәки һарайҙағы, келәттәге йөк бушатҡан-тейәгән зона өҫтөнә ныҡ итеп беркетеп ҡуйғандар.

Йомғаҡлау урынына
Индустриялаштырыу осоронда көнкүрештәге башҡа ағас әйберҙәр кеүек сығыр ҙа башҡорт ихатаһынан юҡҡа сыға. Ҡасандыр бик киң таралған булған боронғо йөк күтәреү ҡорамалын фабрикала металдан эшләнгән әллә нисә тапҡырға ныҡлыраҡ, ышаныслыраҡ аналогтары алмаштыра. Уның ҡарауы, сығыр беҙҙең көндәрҙә ҡомартҡы булараҡ ҡәҙерле.