Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы

Косяковка ауылындағы

Сурхури сыуаш йолаһы

Сыуаштарҙың ер эшкәртеү-малсылыҡ календарындағы Сурхури (сорхори) ҡышҡы

йолаһы хәҙер Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Косяковка ауылында ғына традицион йәштәр

бейеүе йолаһы булараҡ һаҡланған.

Был йола – этнолокаль мәҙәни традицияларҙы һаҡлау өсөн мөһим булған уникаль күренеш.
Сурхури йолаһы исеме өҫкө сыуаштар һәм
бер өлөш урта, аҫҡы сыуаш этник төркөмдәренә хас.
Бер төркөм тикшеренеүселәр фекеренсә, уның барлыҡҡа килеүе яңы йыл юрауының бер төрөнә – һарыҡ аяғы буйынса юрауға (сурăх ури) бәйле: ҡыҙҙар ҡараңғы һарайҙа һарыҡ тотоп алып, уның төҫө буйынса үҙенең буласаҡ кейәүенең сәс төҫөн билдәләгән.

Фото сығанағы
Икенсе төркөм белгестәр Сурхури байрамының нигеҙендә йорт хайуандарын һаҡлаусы рухҡа баш эйеү – сурăх ырри (һарыҡ рухы) ята, тип иҫәпләгәндәр.

Фото сығанағы
Көйөргәҙе районы Павловка ауылында урындағы татар һәм башҡорттар йолаһына оҡшаш был ритуал нартукан тип атала.

Фото сығанағы
Борон Сурхури мәлендә балалар һәм йәштәр һамаҡлап, теләктәр теләп өйҙән өйгә йөрөп, “ҡыҙҙар мәжлесе"
(хёр сари) үткәрер өсөн аҙыҡ йыйыр булған. Йәштәрҙең
кис ултырыуҙары, биҙәнеп-яһанған кешеләрҙең йөрөүе, ҡыҙҙарҙың киләсәк юрауы, биш төн дауамында икенсе ауылдарҙан ҡунаҡтар саҡырып уйын ойоштороу кеүек йолалар беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

Бейеүҙәр традицион структураға ҡоролған (өс тапҡыр түңәрәктә әйләнеп бейеү), көй аҫтында тәғәйен хәрәкәттәр
башҡарыу, милли кейемдәр кейеп, ҡыҙҙар алдан әҙерләп ҡуйған махсус һыра менән һыйлау йолалары менән оҙатыла килә. Урында тыпырлау, берәмләп йәки парлап әйләнеү (ҡыҙ менән егет, ҡайһы саҡ егет менән егет, ҡыҙ менән ҡыҙ), уң ҡулды алда килеүсенең иңбашына һалып бер-берең артынан йөрөү, ҡулдарын юғары күтәреп тотоношҡан колонналар аҫтынан парлашып үтеү. Бейеүҙәр ҡысҡырыу, һайтлау, тамашасыларҙың ҡул сабыуы менән оҙатыла.
Сурхури элек ҡышҡы ҡояш торошо ваҡытында
(иҫке стиль буйынса 22–25 декабрҙә)
аҙна буйы үткәрелә.
XVIII быуаттың икенсе яртыһында – XIX быуаттың башында күпселек сыуаштар христиан диненә күскәс, Сурхури Раштыуа байрамы (Раштав) менән берләштерелеп, Крещениеға тиклем (Кăшарни, Шуçи) 7–19 ғинуарҙа үтә, йөкмәткеһе буйынса көнсығыш славян халыҡтарының Раштыуанан һуң үткәрелгән «святки» байрамына оҡшай бара. Йәштәр кейенеп-яһанып урамдар һәм өйҙәр буйлап йөрөп (аппаланчăк, эккемет, элемет), йырлап, бейеп, шаярып күңел аса, хужаларҙы күстәнәстәре

өсөн маҡтап, изге теләктәр әйтә.

Беренсе көн
Беренсе көн бала-саға, «Сурхури!» тип ҡысҡырып, ҡояш йөрөшө буйынса йорттарҙы урап сыға, Яңы йыл килеүе менән халыҡты ҡотлап, кешеләргә именлек, мул уңыш, мал-тыуар үрсеме теләй. Теләктәр һәм йырҙар бейеүҙәр,
музыка инструменттарында уйнау менән оҙатылып килә. Хужалар балаларҙы асыҡ ҡапҡа янында ҡаршылай, йортҡа саҡыра һәм махсус бешерелгән тәмлекәстәр, сәтләүек һәм мотлаҡ рәүештә борсаҡ менән һыйлай. Балалар йомарт хужаларға һәм йорт хайуандарына борсаҡ һибә. Һаран хужаларҙы хурлап, уларҙан һый, аҡса һорап, бирмәһәләр, бәлә киләсәк тип янап, шаян таҡмаҡтар яңғырай.

Икенсе көн
Байрамдың икенсе көнөндә ауыл йорттарын егеттәр барлап сыға, ҡыҙҙарҙың йола байрамы (хӗр сари) өсөн аҙыҡ-түлек йыя (май, ярма, он, ҡомалаҡ). Бер йыл элек кейәүгә сыҡҡан йәш ҡатындар ҡыҙҙар байрамында уйнаған иң яҡшы
музыканттар өсөн сигелгән таҫтамалдар, туҡыма
биҙәкле билбауҙар бүләк итә. Йыйылған ризыҡтан
ҡыҙҙар махсус йортта йола һыраһы ҡоя, тәмлекәстәр бешерә. Кис көнө был йортта йәштәр йыйыла һәм, күрше ауылдарҙан ҡунаҡтар саҡырып, ҙур уйын ойоштора. Йырлайҙар, бейейҙәр, яңы йылға юрауҙар башҡаралар, уйындар уйнайҙар.

Байрам кульминацияһы булып йола
бейеүҙәре (Сурхури ташши) тора, улар тәбиғәттәң уңдырышлы көстәренә тәьҫир итеү, уңышҡа өлгәшеү маҡсатында башҡарыла. Йола буйынса төп башҡарыусылар – ғаиләһеҙ йәштәр, уларға уңдырышлылыҡ һәм киләсәк быуынды дауам итеү мотивтары һалына. Был бер нисә көн дауамында сәғәттәр буйына башҡарылған үҙенә күрә бейеү марафонына әйләнә. Косяковка ауылында беҙҙең көндәргә тиклем тап ана шул бейеүҙәр һаҡланған. Тамашасы сифатында ололар, үҫмерҙәр һәм балалар, шул иҫәптән икенсе ауылдарҙан ҡунаҡтар килә.

Видео скриншоты
Йәштәр уйыны үткәреү өсөн яңғыҙ ҡарттарҙың йәки ҡунаҡҡа киткән ғаиләләрҙең йортон ҡуртымға алалар. Хаҡын күмәкләп аҡса йыйып түләгәндәр йәки хужалыҡта ярҙам иткәндәр, утын ташығандар, кәрәсин алып килгәндәр. Ҡараңғы төшкәнсе ҡыҙҙар ашарға һәм эсергә һыра (сăра) алып килгән, мейес яҡҡан, торлаҡты тәртипкә килтергән. Борон 7-8 йорт ҡуртымға алынған, уларҙа уйындар бер мәлдә уҙғарылған. Мәғлүмәт биреүселәр бындай аулаҡ өйҙәр өсөн уларҙы уҡытыусылар һәм түрәләрҙең әрләүен иҫләй. Совет власы осоронда Сурхури клубта үткәрелә, унда янғын булғандан һуң, ауылдағы берәй йортта
йәки күрше Яңы Ҡыҙылъяр ауылы клубында уҙа башлай.
Косяковка ауылында уйындар 5 төн дауамында бара: етеһенән һигеҙенә, һигеҙенән туғыҙына, туғыҙынан унына, ун дүртенән ун бишенә, ун туғыҙынан егерменсе ғинуарға ҡараған төндәрҙә. Тәүге өс көн Раштыуа байрамына арнала, дүртенсеһе – иҫке Яңы йылға, бишенсеһе – Крещениеға. Сурхуриҙа бөтә йәштәр ҙә ҡатнашырға ынтыла. Ҡыҙ кеше Сурхуриҙа бейеһә, тимәк, ул быйыл кейәүгә сыға, тип иҫәпләнә.

Сурхури ваҡытында сыуаш халыҡ бейеүҙәре
Төп байрам –
7-нән 8 ғинуарға ҡараған төндә
Тәүҙә ауыл советы башлығы йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлай. Унан оло ҡатындар, шәм яндырып, дини йырҙар башҡара. Улар йәштәргә фатиха бирә, йыйылғандарға изге теләктәр теләй. Ҡунаҡтар ҡыҙҙар әҙерләгән һыра менән һыйлана. Унан түргә гармунсы ҡунаҡлай, ул бер-бер артлы ир-ат бейеүе өсөн етеҙ көйҙәр уйнай. Гармунсыға ҡушылып, бер ир кеше түбәгә эленгән тәртешкәгә бейеү көйө ритмын һуғып тора.

Бейеүҙәр «çаврӑм ташӑ»
йәки «чижик»тан тора.
Һәр «чижик» төрлө исемле һәм төрлө хәрәкәтле,
үҙ-ара бер-береһенә бәйле 12 күмәк бейеүҙе үҙ эсенә ала,
ул бейеүҙәр сәғәт ярым һәм унан да оҙағыраҡ дауам итә.
Косяковка ауылында борон тәүге түңәрәкте – ғаиләһеҙҙәр, икенсеһен – урта йәштәге ғаиләләр, өсөнсөһөн ололар бейегән.
Йәки төрлө йорттарҙа бер үк мәлдә ғаиләһеҙҙәр һәм парлылар бейегән. Бөгөн тик йәштәр бейей. Уртаға егеттәр һәм ҡыҙҙар баҫа
(4 пар), урында тыпырлай. Артабан көй ыңғайына бер нисә пар (ғәҙәттә дүрт) бер юлы бейей башлай. Улар ҡулдарынан
тотоношоп бер нисә тапҡыр әйләнә.
Унан айырылып, үҙҙәре әйләнә, шунан парына кире ҡайта, йә икенсе пар эҙләй. Бейеү ҡыҙғандан-ҡыҙа. Таһыллыҡ, матур баҫыу ғына түгел, сыҙамлыҡ та кәрәк була. Яңылышырға ярамай, сөнки бейеү схемаһы юғаласаҡ. Беренсе бейеү түңәрәге тамамланғас, бейеү марафонына яңы ҡатнашыусылар ҡушыла һәм барыһы ла тағы ҡабатлана. Киске унда башланған бейеүҙәр таңғы етегә тиклем дауам итеүе мөмкин.
Бейеүҙең икенсе варианты – барыһы ла тығыҙ түңәрәккә тороп уң аяғы менән туҡылдата, шулай итеп элеккесә һоло һуғыу барышын һүрәтләй.
Өсөнсө вариант – рустарҙың «Ручеек» бейеүенә оҡшаған хәрәкәттәр. Ҡулға-ҡул тотоношҡан пар башҡа парҙар ҡулдарын өҫкә күтәреп барлыҡҡа килтергән коридор аша уҙа һәм иң алға барып баҫа. Шунан һуң иң артта торған пар алға сыға, артабан шул рәүешле дауам итә.
Дүртенсе вариант – уң ҡулдарын алда барыусыға һалып бейеү һ.б.
Косяковкала барлығы 12 хәрәкәт иҫәпләнә, уларҙың үҙ исемдәре бар:
1) «саккăр» («һигеҙ»), 2) «çорăмпа çорăм» («арҡаға арҡа»), 3) «холпа хол» («иңбашҡа иңбаш»), 4) «олшăнмалли» («алмашыу»), 5) «кăркайăк», 6) «çил вĕртерни» («ел иҫә»), 7) «нареченька», 8) «вир аштарни» («тары һуғыу»),
9) «казачка», 10) «карта» («кәртә»), 11) «ал тăратса чупни» («ҡулды күтәреп йүгереү»), 12) «кĕпер» («күпер»). Бейеү исемдәренән күренеүенсә, улар бейеүселәр башҡарырға тейешле хәрәкәт төрөнә (№ 1, 2, 3, 4, 10, 11, 12),
йәки бейеү йә көй исеменә (№ 5, 7, 9) бәйле1. Ҡалғандар, күрәһең, тәбиғәт күренештәрен сағылдырған хәрәкәт исемен (№ 6) йәки хеҙмәт барышын
аңлата (№ 8).
Тәнәфестәрҙә бейеүселәр өсөн һәүәҫкәр артистар һәм коллективтар сығыш яһай. Ҡыҙҙар икенсе яртыһын эҙләп юрауҙар үткәрә. Мәҫәлән, бүлмәгә тауыҡ йәки әтәсте индереп, уның алдына һыу, бойҙай ҡуялар. Әгәр ҡош уларға теймәһә, насар һанала. Тәүҙә һыу эсһә – ирең эскесе була, бойҙай ашаһа – бай һәм эшсән була. Йәки егеттең башына кәбеҫтә тоҙлай торған ағас һауыт кейҙереп әйләндерәләр. Туҡтағас, ҡайһы яҡҡа атлап китһә, шул яҡта уның буласаҡ кәләше йәшәй, йәнәһе. Ҡараңғы һарайҙа һарыҡ тотоп, уның төҫө ниндәй булһа, буласаҡ тормош юлдашыңдың сәсе шундай төҫтә була тип тә юрайҙар.

Сурхури ваҡытында күрәҙәлек итәләр

Яңы йыл юрауҙары йөҙөктәр менән дә үткәрелә (çěрě яни). Улар үҙенсәлекле йыр çěрě янă юрăсем йәки нартукан юррисем башҡарыу менән оҙатылып килә. Теге йәки был куплетты йырлағанда, алып барыусы һыу тулы биҙрәнән йөҙөктө ала, йырҙа йөҙөк хужаһына тәғәйен теләк юрала. Шундай уҡ нартукан йолаһы татар һәм башҡорттарҙа ла булған, был иһә йоланың Башҡортостан сыуаштары календарына башҡа милләттәрҙән үҙләштерелеүен иҫбатлай.

Фото сығанағы
Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы

Косяковка ауылындағы Сурхури йолаһы беҙҙең

яҡтарға XIX быуатта Ҡазан губернаһының Цивильский,

Чебоксар һәм Ядринск өйәҙҙәренән күсеп килгән ауылға

нигеҙ һалыусы өҫкө (вирьял) сыуаштарҙың

боронғо йолаларын һаҡлай.

Башҡортостан территорияһында этномәҙәни айырымлыҡтары
булыу сәбәпле өҫкө һәм
аҫҡы сыуаштарҙың дөйөм
берләшеүе килеп сыҡмай.
Өҫкө сыуаштар, ғәҙәттә, буш ерҙәргә һуңғараҡ күсеп килгәнгә күрә, башҡа сыуаштар менән аралашмай. Бынан тыш улар, өҫкө (вирьял) этномәҙәни традицияһының сағыу өлгөһөн йөрөтөүселәр булараҡ, башҡа сыуаштарҙың этник мөхитенә яраша алмай. Был үҙ сиратында уларға күпселек этник традицияларын, шул иҫәптән Сурхури байрамын да аутентик кимәлдә һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:
  1. Мәғлүмәт биреүсе: Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты.
  2. Ашмарин И. И. Словарь чувашского языка. Вып. XI. Чебоксары: Чувашкнигоиздат, 1936.
  3. Денисов П. В. Религиозные верования чуваш. Историко-этнографические очерки. Чебоксары: Чувашское гос. изд-во, 1959.
  4. Денисова Н. П. Зимние и весенние календарные праздники чувашских крестьян (XIX – начало XX в.) // Исследования по чувашскому фольклору. Чебоксары, 1984.
  5. Магницкий В. К. Материалы к объяснению старой чувашской веры. Казань, 1881.
  6. Милютин В. А. Сорхори – чувашский народный танец (рукопись).
  7. Петров И. Г. Чуваши // Народы Башкортостана: историко-этнографические очерки. Уфа, 2002.
  8. Петров И. Г. Чуваши: популярный очерк этнической истории и традиционной культуры. Уфа, 1994.
  9. Салмин А. К. Народная обрядность чувашей. Чебоксары: ЧГИГН, 1994.
  10. Салмин А. К. Система религии чувашей. СПб.: Наука, 2007.
  11. Семенова Т. В. Святочные обряды и развлечения чувашей в современном быту // Вестник Чувашского университета, 2011. № 4.
  12. Семенова Т. В. Обрядовый календарь чувашей в этноконтактных с татарами районах. СПб.: Лема, 2015.
  13. Сироткин М. Я. Чувашский фольклор. Чебоксары: Чувашское гос. изд-во, 1965.
© Ғәзизов Р. Ф., автор-төҙөүсе, 2020