Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Туҡыу станогоның эшләү принцибы

Өбөрһөҙ һуғылған

балаҫтарҙың зиннәте


Ни өсөн ул шул тиклем ҡиммәт?

Сөнки станокты эшкә әҙерләү өсөн тулы бер көн кәрәк!

Туҡыусылыҡ – донъяуи мөһим һәм
кәрәкле һөнәр, уға башҡорт ғаиләләрендәге
ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ғына эйә булған.
1996 йылда Башҡортостан Республикаһы Архангел районында Фәнисә Сәйфетдинова – Гольцова тырышлығы менән боронғо ҡул туҡыу станогында туҡыу тергеҙелә. Тап шул осор ул табып алған боронғо ҡул туҡыу станогы ошо ғәжәйеп нескә һәм еңел булмаған һөнәрҙе тергеҙеүгә этәргес була, бөгөн иһә уға һәр оҫта өйрәнә ала.

Фаниса Гольцова
Башҡортостан Республикаһы Архангел районы Орловский ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендәге «Мозаика» биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы етәксеһе, оҫта
«Боронғо станокта туҡырға өйрәнергә теләк барлыҡҡа килде, әммә беҙ станокта эшләүҙең барлыҡ нескәлектәрен белгән оҫтаны таба алмай инек. Был һөнәрҙе белеүсе Ҡыҙыл Еҙем ауылынан табылды. Антипина Мария Ивановна минең тәҡдимгә ғәжәпләнһә лә, туҡыу станогын йыйыуҙан алып эш барышын тотошлайы менән күрһәтергә риза булды. Шулай итеп беҙ был һөнәрҙе үҫтерә башланыҡ.»
ИҪКӘРМӘ

Боронғо туҡыу станогында эшләү – бик нескә һәм ҡатмарлы эш, шуға ла уның серҙәренә бик һирәктәр генә төшөнә ала. Әммә тырышлыҡ һөҙөмтәһе шуға торошло: туҡыу станогында етештерелгән әйберҙәр айырыуса бөгөн, интерьерҙа үҙенсәлекле ҡул эштәре киң ҡулланылған осорҙа, иҫ киткес ҡиммәтле, зиннәтле һанала.

ТАРИХ
Башҡортостанда туҡыусылыҡ нисек үҫешкән
XVIII‒XIX быуаттарҙа туҡылған әйберҙәр үҫемлек нигеҙендә, шулай уҡ хайуан материалдары ҡулланып етештерелгән. Башҡорттар халыҡ йолалары
һәм ғөрөф-ғәҙәттәрендә мөһим урын биләгән тәбиғи йөн,
ҡырағай киндерҙе киң ҡулланған.
Шулай уҡ туҡыуҙа етен (иң тәү сиратта таҫтамал, ашъяулыҡ, шаршау әҙерләү өсөн), кизе-мамыҡ ептәр (XIX б. аҙағынан), көньяҡ райондарҙа – һарыҡ, дөйә, кәзә йөнө һәм мамығы киң ҡулланылған.

Көньяҡ башҡорттарҙа туҡыусылыҡта даими беркетелмәгән тар шөйтөлө станок (урын) ҡулланылған. Уны урамдағы лапаҫ аҫтында йәки бинала урынлаштырыу өсөн өс ҙур булмаған ҡолға еткән. Йәйләүҙә хатта асыҡ һауала йәки хужа тирмәһендә туҡығандар. Көрөҫ бауын таяуға арҡыры ҡуйылған урҙаға элгәндәр. Станок ҡоролошо еп нигеҙенең киңлеген туҡыма төрөнә ҡарап үҙгәртеү мөмкинлеге биргән. Станокта тирмә биҙәргә биҙәкле таҫма ла, 30 см киңлегендә тар буҫтау ҙа туҡығандар.

"«Башҡорттар сәнғәте». С.Н. Шитованың дөйөм редакцияһы аҫтында. – Өфө: Инеш, 2007.
2-се этап
Боронғо туҡыу
станогын йыйыу
Станоктың төп өлөшө урын ағасы һәм күсәрҙән тора.
Станок деталдәре үҙ-ара махсус ағас сүкеш ярҙамында ептәрҙе нығытып барыусы таяҡсалар (шәбе) менән беркетелә.
Станок нығытылғас артабан уны йыйыу дауам итә.
Киләһе этапта ептәрҙе тығыҙлау өсөн ҡулланылған
ҡоролма (набилка) урынлаштырыла.
Тығыҙлау ҡоролмаһы – бер-береһе өҫтөндә пазл рәүешендә урынлашҡан ағас пластиналар, уларға ҡылыс беркетелә. Улар таяҡ ярҙамында өҫкә эленә.



Бежкович А.С. [һ.б.] Рус крәҫтиәндәренең хужалығы һәм көнкүреше. ‒ М.: Советская Россия, 1959. – 98-се б.
Артабан әҙер туҡыма кәләпләп барылған
күсәргә (пришвица) урынлаштырыла.
Хәҙер көрөҫ бауын элергә кәрәк, улары
үҙ сиратында ағас ҡулайлама –
ҡыйшандаҡҡа беркетелә.
Көрөҫ туҡыу станогы үҙәгендәге ептәрҙе күтәреү өсөн эшләнгән элмәк.




Д. Н. Ушаков редакцияһында «Рус теленең аңлатмалы һүҙлеге».
Һәм, ниһайәт, тәбәлдеректе урынлаштырабыҙ.
Тәбәлдерек көрөҫ бауы менән тоташтырыла.
ИҪКӘРМӘ
Станоктар ике һәм дүрт тәбәлдерекле була.
Дүрт тәбәлдерекле станоктар күп ремизлы
туҡыуҙа ҡулланыла.
ЭШКӘ ТОТОНОРҒА ВАҠЫТ!
2-се этап
Туҡыу станогының үҙәк өлөшөн әҙерләү
Был күп хеҙмәт, иғтибар һәм теүәллек
талап иткән оҙайлы процесс.
1
Буҫтау нигеҙе өсөн
ептәрҙе урау
Еп бер-береһе менән билдәле арауыҡта торған күсәргә урала. Уңдан – бер күсәр, (уға ептең башы бәйләнә), һул яҡтан – ике күсәр йәнәш (уға еп һигеҙ һаны рәүешендә урала). Епте тигеҙ итеп урарға тырышырға кәрәк: буш та булмаһын, тарттырып та тормаһын. Урап бөткәндән һуң еп кәтүктән ҡырҡыла һәм беренсе күсәргә бәйләнә.
2
Баҫма иҫәпләү
Баҫма иҫәпләү өсөн өҫкө буҫтау алына. Баҫмала 15 еп, һәр баҫма еп менән бәйләнә. Баҫманы иҫәпләү ҡылыс тештәренең һанына бәйле (мәҫәлән, 240 теш булһа, 8 өҫкө һәм 8 аҫҡы баҫма кәрәк, уларҙың һәр береһе 15 ептән торорға тейеш).
3
«Һигеҙ» рәүешен нығытыу
«Һигеҙ» рәүешендә туҡыу, эш барышында ул күсмәһен өсөн уны тейешенсә нығытырға кәрәк. Бының өсөн кизе-мамыҡ бау ҡулланыла.
4
«Толом» үреү
Тәү сиратта буҫтауҙы бау ярҙамында башланғыс беркетмәгә нығытырға кәрәк. Унан буҫтау ипләп кенә ысҡындырыла ла уң яҡ ҡул суғына эленә. Һул ҡул менән буҫтауҙы ҡоласлап һалғас, уң ҡул менән барлыҡҡа килгән элмәктең үҙәгенән тарттырыла. Һәр яңы аҙым шул рәүешле бөткәнсе ҡабатлана.
5
Туҡыу станогын эшкә әҙерләү
Иң тәүҙә тығыҙлау ҡоролмаһын сисеп, ептәрҙе алырға, тәбәлдеректе ысҡындырырға кәрәк. Тығыҙлау ҡоролмаһы урынына ҡуйыла. Станок үҙәгенә ярҙамсы өсөн ултырғыс ҡуйыла, ырғаҡ әҙерләнә. Артабан «толомдан» бау алына. «Һигеҙ» рәүешендәге ептәр тығыҙлау ҡоролмаһының аҫҡы өлөшөнә беркетелә.
6
Ҡылысҡа ептәрҙе туплау
Еп ҡылыстың 1-се тешенән бирелә. Ярҙамсы әҙерләп ҡуйылған ырғаҡ ярҙамында ҡылыстың икенсе яғынан ептәрҙе тартып сығара һәм уларҙы һул ҡул суғына элә.
7
Төп өлөштө күсәргә беркетеү
Төп өлөштө күсәргә беркетеү өсөн ептәрҙе күсәрҙең оҙонлоғондағы махсус таяҡҡа бәйләргә кәрәк. Күсәргә ептәр эләктерелгән махсус буҫтау беркетелгән. Тәүҙә таяҡҡа буҫтау ебен бәйләйҙәр, унан бер нисә төп епте. Еп күләме самалап һайлана. Шулай итеп, буҫтау һәм ептәрҙең төп өлөшөн алмашлап, ептәрҙең төп өлөшө билдәләнә. Унан һуң күсәр тартыла. «Һигеҙ» төп өлөшкә махсус яҫы таҡталар ярҙамында беркетелә: беренсе рәт өҫкө һәм аҫҡы ҡатлам еп араһынан үтә һәм өҫкө ҡатлам өҫтөнән бәйләнә. Икенсе таҡта шул рәүешле ҡуйыла һәм нығытыла, әммә был юлы ҡылыс яғынан. Буҫтауҙағы «Һигеҙ» әҙер!
8
Күсәргә буҫтауҙың төп
өлөшөн урау
Тәүҙә баҫмалар һүтелә. Унан төп өлөшө төҙәтелә: ярҙамсы төп өлөштө тарттыра, ә оҫта, үҙәктәге таяҡты һуҡҡылап, ептәрҙең буталмауын һәм тигеҙ тартылыуын күҙәтә. Хәҙер төп өлөштө күсәргә тартырға була. Ярҙамсы толомдо үҙәк аша үткәреп оҫтаға бирә. Оҫта толомдо уҡлауға ҡуйып, таяҡты аяғы ярҙамында тотоп, станок күсәрен әйләндерә. Артабан толомдо бер аҙ һүтәләр һәм шул уҡ хәрәкәттәрҙе яңынан башлайҙар.
9
Һуңғы этап – төп өлөштө күсәргә беркетеү
Төп өлөш күсәргә тартылғандан һуң, уны беркетергә кәрәк. «Һигеҙ» таҡталары үҙ-ара ептәр менән нығытыла. Унан бауҙар менән эленә. Төп өлөштөң өҫкө һәм аҫҡы буҫтау тоташҡан урыны ҡайсы менән ҡырҡыла. Ептәр ҡылыстан алына. Эш тамамланғас тығыҙлау ҡоролмаһы ҡылыстан алына һәм көрөҫ урынлаштырыла.
10
Төп өлөш ептәрен көрөҫкә ҡуйыу
Һәр көрөҫтә 120-шәр еп була. Күп ремизлы туҡыу булғанда, һәр көрөҫтә ептәрҙең һаны 60 булырға тейеш.1-се көрөҫтән һәм 1-се рәттән түңәрәк эшләнә, уның аша ырғаҡ ярҙамында төп өлөштөң беренсе ебе сығарыла, унан 2-се көрөҫ менән дә шулай уҡ эшләйҙәр. Шулай итеп, 1-се һәм 2-се көрөҫ алмаш килә. Ептәрҙе тултырғандан һуң таяҡтарҙы сисәләр һәм ҡылысҡа тығыҙлау ҡоролмаһы йәнә урынлаштырыла.
11
Ептәрҙе ҡылысҡа ҡуйыу
Көрөҫкә ҡуйылған һәр епте махсус ырғаҡ ярҙамында ҡылыстың һәр тешенән сығаралар.
12
Туҡыу станогында төп
өлөштө тартыу
Тәү сиратта буҫтауҙы осҡа беркетергә кәрәк. Унан элмәк эшләнә, уның аша киләһе элмәк һуҙыла. Буҫтауҙың аҙағына тиклем шулай эшләнә.
СТАНОК
ЭШКӘ
ӘҘЕР!
Туҡыу станогында һуғыу күп саҡта ҡыш осорона тура килгән. Байыраҡ оҫтабикәләр был шөғөл өсөн айырым бина тотор булған. Боронғо туҡыу станогында төрлө көнкүреш әйберҙәре туҡыла: ашъяулыҡ, таҫтамал, һөлгө, балаҫтар һәм башҡалар. Бар көнкүреш туҡыусылыҡ менән бәйле булғанға халыҡта был әйберҙәр ҙур һорау менән файҙаланған. Кәләштәргә бирнә, бүләктәр, кейем-һалым, урын кәрәк-ярағы һ.б.
Башҡортостанда беҙҙең көндәрҙә күп ремизлы техника менән туҡыу киң таралған, һөҙөмтәлә сағыу нағышлы балаҫтар һуғыла.





2010 йылдан алып Фәнисә Гольцова туҡыу
станогында эшләү буйынса уҡытыу семинарҙары
үткәрә, уның барышында ул фекерҙәштәре менән тупланған тәжрибәһе һәм оҫталыҡ серҙәре менән
бүлешә. Шулай итеп, теләге булған, тарихҡа ҡағылырға һәм боронғо технологияларҙы һаҡлап ҡалыуға үҙ
өлөшөн индерергә теләгән һәр кем бөгөн
боронғо туҡыусылыҡ һөнәренә өйрәнә ала.