Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡорттарҙа һунар ҡоштарын ҡулға эйәләштереү



Башҡорттарҙың боронғо кәсебе
Император Александр II алдында ыласындар менән һунар итеүсе башҡорттар.
Ф. А. Рубо. 1880 й.
Һунар ҡоштары менән һунар итеү – башҡорттарҙың боронғо кәсебе. Ыласын сөйөп һунарға йөрөү хаҡында мәғлүмәттәр башҡорт шәжәрәләрендә, XVIII – XIX быуаттарҙағы төрлө сығанаҡтарҙа,
XIX – XX быуат ғалимдары, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең хеҙмәттәрендә иҫкә алына. Әммә XIX быуатта уҡ һунар
ҡоштары менән һунар итеү һирәк күҙәтелә, ҡайһы
саҡта ғына башҡорттар бөркөттәрҙе һунарға
өйрәтеп, уларҙы Ҡаҙағстан һәм
Урта Азияға һатыуға әҙерләй.
Башҡорт. Фотоның авторы: венгр лингвист һәм этнолог Месарош Дьюла. 1909 й.
Бөркөттәрҙе ҡайҙан табалар?
Малайҙарҙы бөркөттәр менән һунар итеүгә ылыҡтырғанда, тәү сиратта уларҙы ҡош балаларын табырға өйрәтәләр.
Ғәҙәттә, бөркөттәр урман буйында йәки ҡаяларҙа оялай, оялары ағас башына кейҙерелгән ҡалпаҡ рәүешендә була. Ҡоштарҙың бер нисә йыл дауамында бер үк ояны файҙаланыуы һәм парлап оя тирәләй осоуы уларҙы табыуҙы бермә-бер еңелләштерә. Был серҙәрҙе белгән башҡорттар алдан уҡ ҡоштарҙы тотоу
урынын билдәләй һәм ҡошсоҡ сығарғанын көтә.
Тикшеренеүсе Ғәбделәхәт Вилданов яҙмаларында ыласындың ҡошсоҡтарын ергә осорға өйрәтергә төшөргәндә уларҙы тотоу ысулы һүрәтләнә. Һунарсылар оса алмаҫлыҡ хәлһеҙерәк ҡошсоҡтарҙы эҙләй. Ысыҡ тамсыларына һыуланған ҡошсоҡтарҙы еңел генә тотоп алалар.
Ҡошсоҡтарҙы тотоуҙың тағы ла бер төрө – тау башынан арҡанда төшөү. Ҡая араһында урынлашҡан ояларға етеү өсөн ат ялынан үрелеп үҙ-ара беркетелгән арҡандарҙы файҙаланғандар.
«Йәш ыласындарҙы ояларынан тартып алыу күренеше бик ҡыҙыҡлы, ыласын, ғәҙәттә, кеше аяғы баҫмаған, бер хайуан да етә алмаған, йылға яры буйындағы иң текә тарлауыҡтар, ҡая-таштар араһындағы бейек тауҙарҙа оя ҡора, 3-4 башҡорт тау башында ояға ҡаршы урында ике ҙур булмаған, әммә йыуан ҡаҙыҡ ултырта, берәүһенә ҡалын ялдан эшләнгән бау бәйләйҙәр, уны икенсеһенә бер осон ҡалдырып, ултыра торған бәүелсәк рәүешендә бәйләйҙәр. Бер башҡорт, йөҙөн һәм иңбаштарын ҡалын тире менән ҡаплап, шунда бәйләп нығытыла, ул үҙе менән кәрзин ала. Ҡалған дуҫтары бауҙы урап тотоп әкренләп кенә уны аҫҡы ҡаяға төшөрәләр, ул оя менән тиңләшкәс, сығып торған ҡая-таштарға тотонорлоҡ урында, өҫтә ҡалғандарға белгертә, йәш ыласындарҙы кәрзингә төшөргәс, улар уны өҫкә тартып мендерә. Башҡорт ояға төшөп, ҡошсоҡтарҙы алған мәлдә ыласындар күккә сөйөлөп, аҫҡа кәйелә, башҡортҡа көслө тырнаҡтарын батыра, ҡайһы саҡта ябынған тиреһе аша үтеп, башын һәм иңбашын ярайһы уҡ ныҡ яралай».
А. Тимофеев.

«Ырымбур губернаһы яҙмалары йыйынтығы».

Башҡорттар ҡоштарҙы йышыраҡ яҙ осоронда аулаған. «Бик йыш ҡына,–тип билдәләгән тикшеренеүсе И. И. Лепехин – башҡорттар был яратҡан шөғөлдәре ваҡытында яраланған, ҡулдары, аяҡтары һынған, ҡайһы саҡта хатта һәләк булғандар».
Ҡоштарҙы күнектереү нисек барған?
Йыртҡыс ҡоштарҙы аулау ҡоралына әйләндереү – бик ҡатмарлы һәм оҙайлы процесс.
Һунарсы бының өсөн бик ҙур тәжрибәгә эйә булырға, ҡоштоң холоҡ-фиғелен һәм уны күнектереү серҙәрен белергә тейеш.
Ҡошсоҡто өйгә алып ҡайтҡас, уның тәпәйенә йомшаҡ тиренән аршин оҙонлоғонда ҡайыш бәйләйҙәр һәм түмәргә ултырталар, йәки үҙҙәре менән йөрөтәләр. Һәр көн ҡошто 2–3 сәғәт дауамында һыйпайҙар, әммә күҙенә ҡарамайҙар, шулай итеп, ҡошто үҙенә ылыҡтыралар. Әгәр ҙә ҡошто үҙе менән ҡулда йөрөткәндә хужаһы арып китһә, уны ике осонан эләктереп ҡуйылған таяҡҡа – бәүелсәккә ултыртҡан. Таяҡ, бәүелеп, йоҡларға бирмәгән, ә йоҡоһо килгән һәм ярым ас ҡошсоҡ күнекмәләргә тиҙ өйрәнгән. Көнөнә өс тапҡыр ҡошҡа ит

ашатҡандар, әгәр ул сиҡылдай башлаһа – рационына сысҡан йәки бүре ите өҫтәгәндәр. Унан күнекмәләр башлана: ҡошто ярым ас тотоп, ҡулға ит киҫәге һалалар һәм уға күрһәтеп, һыҙғырып йәки «тфффу» тигән өн сығарып ашарға саҡырғандар. Эйәләштереү өсөн шулай уҡ «ку-уух», «тah, тah, тah» өндәре ҡулланылған. «Һунарсы бындай өндәрҙе бик йыш ҡулланған, –тип билдәләй үҙенең яҙмаларында В. М. Черемшанский,– был ҡош хужаһының һыҙғырыуына тамам өйрәнеп, ул саҡырыу менән уның ҡулына осоп килеп еткәнсе дауам итә».
Алыҫлыҡты яйлап арттыралар һәм урамда күнектерә башлайҙар, бының өсөн ҡошто кәртә йәки ҡойма башына ултырталар. Киләһе этап – яланда күнектереү. Ит урынына ҡанаттары һындырылған тере ҡошто файҙаланалар. Алыҫ аранан өйрәнелгән сигнал биреү менән йыртҡыс ҡош осоп килә һәм аҙыҡҡа ташлана. Шулай итеп, ҡошто осош барышында ҡорбанына ташланырға өйрәтәләр. Йыртҡыстың ауырлығын кәметеү өсөн уның көндәлек аҙыҡ нормаһын аҙайталар, йәки майһыҙ ит бирәләр. Ҡош тәү саҡырыуҙан килеп ҡуна башлағас та уны һунарға алып сығалар.
Һунарға тиклем хужа бөркөттө ас, йоҡлатмайынса тотҡан, шул уҡ ваҡытта оҙон бауҙа итле алдатҡысҡа осорға күнектергән. Унан ул эт ҡарасҡыһын ҡуйып, уға ит киҫәген бәйләгән. Хужа бөркөт башынан ҡалпаҡты сисеү менән ҡош ҡарасҡыға ташланған һәм үткер тырнаҡтарын уға батырып, ит ашай башлаған. Был бер нисә тапҡыр ҡабатланған.

Башҡорт һунарсыһы ыласын менән.
Рәсәй империяһы, Пермь губернаһы Шадрин өйәҙе, ХХ быуат башы.
Ҡарсығаларҙы ваҡ күл тирәһендә күнектергәндәр. Көн дауамында ҡарсығалар 10-12 өйрәк тота алған. Ыласын, көйгәнәк, аҡ шоңҡар, ата шоңҡар,
бөркөттө лә шулай өйрәткәндәр.
Һунар нисек барған
С. Т. Аксаков яҙыуынса, башҡорт һунарсылары бөркөттө эйәренә
бәйләп йөрөткән. С. И. Руденко, һунарға сыҡҡанда һыбайлылар
ыласындарҙы ҡулында тота, тип һүрәтләй.
Күл буйына килгәс, улар ҡоштарҙы осороп, үҙҙәре
һыбай сапҡан, ә эттәре арттарынан абалап, күл өҫтөнән осҡан өйрәктәрҙе ҡурҡытҡан.
Бер ыласын, ер өҫтөнән
тигәндәй осоп, өйрәктәрҙе юғарыраҡ осорға мәжбүр иткән,
ә өҫтә ҡалған ҡоштар һунар иткән. Ыласындар осоп барған өйрәктәрҙе артҡы аяҡтары
менән тибеп төшөргән, суҡыштары менән баштарын ярған.


Фотола: Джепарь һәм улдары ыласындар менән һунарҙа. Фото сығанағы.
Бөркөт менән, ғәҙәттә, тау түбәһенән һунар иткәндәр, ә йәш бөркөт менән башҡорттар һунарға убанан төшкән. Һунарсының иптәштәре сауҡалыҡтан ҡуян йәки төлкөнө ҡыуалаған. Ҡырағай хайуанды күреү менән һунарсы бөркөттө һауаға сөйгән.
Йыртҡыс ҡош үргә осоп, хайуанды тойоу менән уҡтай үҙенең ҡорбанына атылған.
Был процесс И. М. Казанцев тикшеренеүендә
бик сағыу һүрәтләнгән:
"Һунарсы сөйгән ҡош, ғәҙәттә, хайуандың оса һөйәгенә ҡунып, тырнаҡтарын батыра, суҡышы менән бәреп уның башын һәм күҙен суҡый, уны үлтерә алмаһа ла, хайуандың хәлен алып, һунарсыларға эште еңелләштерә."
Һунарсы килеп етеп

хайуанды тота, ә бөркөттө үлтерелгән хайуан түшкәһенән ит киҫәге өҙөп алып һыйлай.

XIX XX быуаттар
XVIII быуаттың аҙағынан алып был кәсеп һүнеп ҡала. XIX быуатта һәм XX быуат башында башҡорттар ҡырағай хайуандарға һунарҙа бөркөттәрҙе һирәк ҡуллана. Быға килтергән төп факторҙарҙың береһе – Башҡортостанда урман майҙандарының ярайһы кәмеүе, һөҙөмтәлә был ҡоштарҙың популяцияһының һиҙелерлек кәмеүе. Ыласын менән һунар итеүҙең ҙур әҙерлек талап итеүе һәм хәүеф тыуҙырыуы ла быға сәбәпсе.

Ваҡыт уҙыу менән башҡорт һунарсылары ҡыйғыр ҡоштарҙы аҙаҡтан ҙур йәрминкәләрҙә һәм сауҙа нөктәләрендә табышлы итеп һатыу өсөн һунарға күнектереү һәм өйрәтеүҙә генә махсуслаша бара. Аҙаҡтан был кәсеп Көньяҡ Урал төбәгендәге тау-урман һәм ялан башҡорттарының кәсебе булып ҡала. «Урмандарҙа йәшәүсе башҡорттар,–тип яҙа П. Небольсин– бөркөттәрҙе һәм ыласындарҙы аулап, уларҙы һунарға өйрәтәләр һәм беҙҙең таможняға килеүсе бай ҡырғыҙ һәм Урта Азия сауҙагәрҙәренә һаталар».

Башҡорттар ыласындар менән.
М. А. Зичи.
XX быуат башына ыласынға һунар бөтөнләй тиерлек юғала. XX быуат башындағы башҡорттар хаҡындағы тикшеренеүҙәр һәм һүрәтләмәләрҙә, айырым алғанда Д. П. Никольский һәм С. И. Руденко хеҙмәттәрендә, һунарсыларҙың бөркөттө аусы ҡош итеп файҙаланыуы хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. «Бөркөттәрҙе улар тотһа ла, –тип яҙа
С. И. Руденко, – әммә улар менән һунар итмәйҙәр, ғәҙәттә, ҡаҙаҡтарға һаталар».
Ысынлап та, башҡорттарҙа был кәсеп юғалып ҡалғанмы икәнлеген белер өсөн, беҙ был өлкәне яҡшы белгән, оҫта эҙләй башланыҡ һәм уны таптыҡ.
Хәсәнов Вилдан Салауат улы, Башҡортостан Республикаһы
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарламан ауылы кешеһе. Бәләкәйҙән ваҡ һунар
менән шөғөлләнә, ә һуңғы 15 йыл эсендә йыртҡыс ҡоштарҙы эйәләштереү менән мауыға, әлеге мәлдә ҡарсыға-бытбылдыҡтарҙы өйрәтә.
Вилдан Салауат улы фекеренсә, ҡарсыға – иҫ китмәле ҡыйыу ҡош, йыш ҡына үҙенән ҙурыраҡ хайуандарға ла, мәҫәлән, ҡуяндарға, һунар итә. Үҙенең ҡоштарын ул әлегә ваҡ ҡоштарға һунар итергә генә өйрәтә. Ҡошто тик үҙеңдең ҡулыңа эйәләштерергә кәрәк, ҡалғанында уның инстинкты уяна.
Ялан зоналарынан айырмалы рәүештә, беҙҙең яҡтарҙа ҡош менән һунар итеү ауыр. Рельеф үҙенсәлеге, үлән бейеклеге, ҡыуаҡтар тәьҫир итә. Бындай ҡыуаҡлыҡтарҙа ҡорбанын эләктергәндән һуң уны тотоп, хәлен ала алған ыласынды табыу ауырыраҡ. Аҙыҡты ул эске

тауышына буйһоноп, үҙе өсөн эҙләй,
шуға ла ҡорбанын тотҡас та, күренмәҫкә тырыша. Элек ҡарсығаны табыу өсөн уның аяғына ҡыңғырау таҡҡандар.
Әммә ҡарсыға менән һунар итеүҙең үҙенең ыңғай яҡтары бар. Ул бер ҡасан да һунар иткән еренән йыраҡ осмай. Арығас,
күрер ерҙә йәки ағаста ултыра. Ә бына ыласын алыҫҡа, 10 саҡрым тиклемге араға оса, уның кире әйләнеп ҡайтмау ихтималлығы ла ҙур. Шуның өсөн дә, беҙҙең төбәктә ҡош менән һунар итеү ауыр булғанлыҡтан, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ыласындарҙы дала яҡтарына һатҡандарҙыр, моғайын.
Оҫта һөйләүенсә, башҡорттар бик күп ҡоштар менән һунар иткән, бөркөт, шоңҡар, ыласын, ҡарсыға. Башҡорттарҙың 1856 йылда Александр II коронациялағанда ҡатнашыуы
быға асыҡ миҫал.

Мәғлүмәт сығанаҡтары

Бөркөт
Шоңҡар
Билала
Сал бөркөт
Сапсан
Ҡарсыға
Вилдан Салауат улы, ҡарсығалар өсөн иң яҡшыһы – ҡош ите, тип иҫәпләй. Бының өсөн ул махсус инкубаторҙа себеш сығара. Иң яҡшыһы, уныңса, йыртҡыс ҡоштарҙы тауыҡ муйыны менән туҡландырыу.

Ҡарсығала һунар ҡомары уятыу өсөн уны ҡулдан оҙаҡ
ашатырға ярамай, сөнки былай иткәндә ҡош үҙ аллы ризыҡ эҙләмәйәсәк, ашатҡандарын көтөп ултырасаҡ. Ҡәҙимге шарттарға ярашлы имитаторҙар уйлап сығарырға кәрәк. Ҡырағай ҡарсыға, өйрәтелгән ҡоштан айырмалы, үҙенән ҙурыраҡ ҡоштарға – күгәрсенгә, ҡарғаға ташланмаясаҡ, сөнки табышын алып китә алмай. Ә табышын ашаған саҡта уның үҙенең кем өсөндөр ризыҡ булыуы
мөмкин. Өйрәтелгән ҡарсыға кеше ярҙамына ышана. Ҡарсығаның
хатта ҡуянға ташланғаны булды, тип иҫбатлай һунарсы.

Ҡоштар менән һунар итеү кәсебенең

үҫешмәүе ҡануниәт менән тығыҙ бәйле, тип иҫәпләй

Вилдан Салауат улы. Бөркөт кеүек эре һәм һирәк һунар

ҡоштары закон менән яҡланған һәм уларҙы файҙаланыу

тыйыла. Ҡарсығалар менән еңелерәк, уларҙы һатып

алыуға һәм өйрәтеүгә рөхсәт алырға була.

ТӘҠДИМДӘР
Ҡошсоҡтарҙы ояһынан 10-15 көнлөк сағында алыу яҡшыраҡ, был осорҙа уларҙы ата-әсәһенән айырыу еңелерәк, улар тиҙерәк өйрәнә. Нимәһе ҡыҙыҡ, инә ҡарсыға атаһынан эрерәк кәүҙәле. Ата ҡарсыға инәһен ул ояла баҫып ултырғанда аҙыҡ менән тәьмин итә. Ҡошсоҡтар сыҡҡансы инә ҡошто туҡландырыу ауыр булмай. Әммә ҡошсоҡтары булғас ата ҡош уларҙы туйындыра алмаһа, инә ҡош атаһын ашауы ла мөмкин. Шуның өсөн дә үрсеү осоронда ла ата ҡош, әгәр ҙә инәһенә йомортҡа баҫыу өсөн тейешле шарттар булдыра алмаһа, яңғыҙы ҡалыуы бар.

Император Александр II алдында ыласындар менән һунар итеүсе башҡорттар.
М. А. Зичи.
Шулай итеп, һунар ҡошо менән һунар итеү башҡорт халҡының иң боронғо һөнәрҙәренең береһе булып тора, быны раҫлаған байтаҡ тарихи документтар бар. Был кәсепкә өйрәнеү барышында башҡорттар йыртҡыс ҡоштарҙы эйәләштереүҙең һәм ҡырағай йәнлектәргә һәм хайуандарға һунар итеүҙең ҡатмарлы системаһын үҙләштерә.

СЫҒАНАҠТАР:
  1. Аксаков С. Т. Охота с ястребом за перепелками // Собрание сочинений. Т. 5. М., 1896.
  2. Казанцев И.М. Описание башкирцев // Оренбургские губернские ведомости. 1850. № 20.
  3. Лепехин И. И. Дневные записки путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1770 году. Т. II. СПб.: Императорская Академия Наук. 1802.
  4. Муллагулов М. Г. Отлов и дрессировка охотничьих беркутов у башкир // Материальная культура башкир и народов Урало-Поволжья: межрегион. и науч.-практ. конф. / Отв. ред. Ф. Г. Галиева. Уфа, 2008.
  5. Небольсин П. И. Рассказы проезжего. СПб.: типография Штаба военно-учебных заведений, 1854.
  6. Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. Уфа: Китап, 2006.
  7. Рычков П. И. Топография Оренбургской губернии. Оренбург: Типография Б. Бреслина, 1887.
  8. Салихов А. Г. Соколиная охота у башкир по публикации Г. Вильданова «Материалы по этнографии башкир» // Проблемы востоковедения. 2019. № 3 (85).
  9. Тимофеев А. А. Собрание описаний Оренбургской губернии // Архив Русского географического общества. Ф. 26. Ед. хр. 19.
  10. Черемшанский В. М. Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статическом, этнографическом и промышленном отношениях. Уфа: Типография Оренбургского Губернского Правления, 1859.
© Ғәзизов Р. Ф., автор-төҙөүсе, 2020