Башҡорттарҙың ерҙәре күп булғанға, улар күпләп һыйыр, һарыҡ, кәзә, йылҡы малы үрсеткән. Йылҡысылыҡ һәм һарыҡсылыҡ халыҡты тире һәм йөн менән тәьмин иткән.
Башҡорттарҙа мал тиреһен эшкәртеү иң боронғо кәсептәрҙең береһе булған. XVIII быуат тикшеренеүселәре Иоганн Георги менән Иван Лепехин бигерәк тә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының оҫталығын билдәләп үткән.
«Башҡорт ҡатындары кейем, итек тегә, тире эшкәртә һәм кейеҙ баҫа. Уларҙың тире иләүселәре оҫталығы менән айырылып тора», – тип яҙған XVIII быуаттың рус ғалим-энциклопедисы, сәйәхәтсе, тәбиғәт фәндәре белгесе, Санкт-Петербургтағы Фәндәр һәм художество император академияһы академигы Иван Лепехин.
40 йыл мәктәптә башҡорт телен уҡытҡан Хәйбулла районында йәшәүсе Мәрфүғә Хужахмәт ҡыҙы Азаматова һөйләүенсә, ат ялы элек көнкүрештә бик йыш ҡулланылған.
Башҡорттар унан сыбыртҡы, арҡан, ау ишкән, бишек яһағанда, бәшмәккә йә еләккә йөрөтә торған тырыз, тиренән һауыт-һаба эшләгәндә, иләк яһағанда ҡулланған.