Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт халыҡ лирик йыры

«СИБАЙ»

ОҘОН КӨЙ
Тәү башлап йыр С. Г. Рыбаков тарафынан Верхнеуральск өйәҙе (хәҙерге Баймаҡ районы) 1-се Этҡол ауылынан мәғрифәтсе Батыргәрәй Юлыев һүҙҙәренән яҙып алына һәм «Музыка
и песни уральских мусульман» исемле китабында баҫылып сыға.
Л. Н. Лебединский билдәләүенсә, ирекле көйләгән йырҙар,импровизацияның сағыу төрҙәрен ҡулланып, бер тауышлы яңғыҙ башҡарыу башҡорт культураһын сағылдыра.
«Сибай» йырының тарихын
ғалимдар: Ә. И. Харисов, С. Ә. Ғәлин,
А. А. Камалов өйрәнгән.

Ул 1822 йылда Иҫке Сибай ауылында тыуа, 1838–1846 йылдарҙа 6-сы
кантон писаре булып хеҙмәт итә, ә 1852–1855 йылдарҙа
шул уҡ кантонда йорт старшинаһы була.
Йырҙа Шәйәхмәт Сибаев тураһында һүҙ бара.
1858 йылда Шәйәхмәт Сибаев Верхнеуральск өйәҙе Сәрмән ауылында
(хәҙерге Белорет районы)
яңы барлыҡҡа килгән 6-сы кантон начальнигы итеп тәғәйенләнә, һәм ул унда,
кантон идаралығы бөтөрөлгәнгә, 1863 йылға тиклем хеҙмәт итә.



Шәйәхмәт Сибаевтың ике ҡатыны була: олоһо –Ғәмбәр, кесеһе Фатима исемле була. Кесеһе ниндәйҙер сәбәптән ире менән Сәрмән ауылына барыуҙан баш тартып, Атайсал ауылында (Иҫке Сибай ауылының элекке исеме) ҡала. Сибай кантон Фатимаһын һағынып, тыуған яғына
кантон булып ҡайтыу теләге менән яна.

Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы

1
Йәшел генә сана, зеңгер дуға
Еткерһәнә,Фатимам, турыатҡа.
Эй-й… Атайсалға ҡайтып торор ҙа булһам,
Ирешәр инем дә, Фатимам, моратҡа.

Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел,
Һайраһа ла туғайы тиң түгел.
Эй-й… Илама ла, ай, илама ла,
Йүгереп атлап ҡайтырға ер түгел.
Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға
Талпына ла микән ҡош күреп.

Эй-й… Киң түшкәйҙәрен тарҙар йәйеп
Көтә микән Фатимам төш күреп.

2
Йәшел генә сана, зыңғыр дуға,
Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа.
Үҙ илемә ҡайтып торор ҙа булһам,
Ирешер инем, Фатимам, моратҡа.

Иртән генә тороп, бер ҡараһам,
Ҡырҡты менән Өрпәк күренә.
Ерһенмәйем, Фатимам, сит ерҙәрҙе,
Зарураттан күркәм күренә.
Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға
Талпына ла микән, ҡош күреп.

Йөҙ илле лә керпек күҙен йомоп,
Көтә микән Фатимам, төш күреп.

«Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар» (1995).

«Сибай» йырын башҡорттар
элек-электән яратып башҡара.
Тәүге тапҡыр 1894 йылда С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең 1-се Этҡол ауылында (Баймаҡ районы) Б. Ғ. Юлыевтан яҙып ала һәм үҙенең «Музыка и песни уральских мусульман» тигән китабына индерә.



Йырҙың варианттарын А. С. Ключарёв,
Л. Н. Лебединский, (1937 йылда М. Ә. Байымовтан),
К. Й. Рәхимов, Л. Ҡ. Сәлмәнова, И. В. Салтыков,
Х. Ф. Әхмәтов һәм башҡалар яҙып ала.
«Сибай» йырының тарихы
Ә. И. Харисов фекеренсә, «Сибай» йырын 19-сы быуаттың икенсе яртыһында юғары вазифаны биләгән хәрби кеше ижад иткән.
Йырҙа Ватанға һөйөү һәм уны һағыныу тураһында әйтелә. «Сибай» йырының көйө бай биҙәлеше, киң диапазон (теридецима) менән айырылып тора, уға алмашынып торған метроритмик структура һәм лад хас.
Йыр өлөштәрен берләштергән вокализ (орнаментлы мотив) йырға үҙенсәлек һәм көсөргәнешлек өҫтәй.
Йырҙың барлыҡҡа килеү тарихының икенсе версияһы
Кәрим Дияровтың «Сал Уралдың моңдары» исемле китабында
бәйән ителә. Уны уға Баймаҡ районы Сибай ауылында йәшәгән
1891 йылғы Шаһимәрҙән Иҙрисов һөйләгән. Был тарих
мөхәббәттән бигерәк, мәкер хаҡында.
Шәйәхмәт Сибаев 1822 йылда тыуған һәм 1864 йылда үлгән.
Уға 11 йәш саҡта атаһы Утарбай Себергә һөргөнгә ебәрелгән. Малайҙы Ырымбур яҡтарындағы рус хәрби мәктәбенә бирәләр (Неплюев хәрби училищеһы. – Автор иҫкәрмәһе), унда ул 5 йыл белем ала. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас уны кантон начальнигы Ҡотләхмәт Биксуринға писарь итеп алалар.
Ул 1842 йылда Шәйәхмәтте әрме хеҙмәтенән азат итә һәм ул күп тә тормай өйләнә. Ҡотләхмәт кантондың Фатима исемле сибәр һәм белемле ҡыҙы була, йәштәр араһында мөхәббәт тойғолары ҡабына. Был турала белеп ҡалған Ҡотләхмәт кантон 1848 йылда Шәйәхмәтте хеҙмәткә ебәрә, ә Фатиманы кейәүгә бирә.
Фатиманың тормошо барып сыҡмай, шуға ул ире менән йәшәмәй. 1853 йылда, хеҙмәттән ҡайтҡас, Шәйәхмәт Сибаев Тамъян-Ҡатай кантоны начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Ул Фатима менән бәйләнешен яңырта һәм уға бағышлап йырҙар яҙа. Бер заман ул Фатиманы
үҙе менән ала, ә тәүге ҡатыны Ғәмбәрҙе Сибай ауылына күсерә.
Шәйәхмәттең әсәһе улын Фатиманың урындағы фельдшер менән аралашыуы хаҡында иҫкәртә, әммә ул быға әһәмиәт бирмәй.

1864 йылда кантондар бөтөрөлгәс, Шәйәхмәтте ҡасаба атаманы итеп тәғәйенләйҙәр, әммә ул һаулығы насар булыу сәбәпле, артабан хеҙмәтен дауам итә алмай. Фатима унан арҡаһындағы шеште алдырыуын үтенә, сирле ир менән йәшәмәйәсәген белдерә. Бер ни һиҙмәгән Шәйәхмәт урындағы фельдшерға операция эшләргә рөхсәт бирә һәм үлеп ҡала.
Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ
районы Иҫке Сибай ауылында, билдәле Сибай кантон булараҡ ,алтынсы Башҡорт казак ғәскәре начальнигы, сәсән, импровизатор, «Сибай» йыры авторы Шәйәхмәт Утарбай улы Сибаевты хөрмәт менән иҫкә алалар.
Уның вариҫтары
йәшәгән йорт стенаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһындағы, Иҫке Сибай ауылындағы, Әбйәлил районы Рәхмәт ауылындағы урамдар Шәйәхмәт Сибаев исемен йөрөтә. Сибай институты (Башҡорт дәүләт университеты филиалы) биләмәһендә сәсәнгә бюст ҡуйылған.
Марсель Ҡотоев һәм Рөстәм Шаһбалов
башҡарыуында "Сибай" йыры
Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Башкирское народное творчество. Песни (дооктябрьский период) / Сост., авт. вступ. ст. и коммент. С. А. Галин. Уфа, 1995.
2 .Сал Уралдың моңдары: Йыр-риүәйәттәр, ноталары, һүҙҙәре менән башҡорт халыҡ йырҙары/ Кәрим Дияров. Төҙ. – Р. Шәкүр, Ф Камаев. Өфө, 1988.
3. Музыкально – поэтическое наследие башкирского народа. Песенное творчество. А. Кубагушев. Уфа, 2019.
4. Йырҙар. Сост. Х.Биккулов. Уфа-Китап, 1986.