Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Шәжәрә башҡорт йылъяҙмаһы
Шәжәрә (ғәрәпсә «ағас» тигәнде аңлата) – башҡорт ырыу-араларының генеалогик йылъяҙмаһы.
Шәжәрә (ғәрәпсә «ағас» тигәнде аңлата) – башҡорт ырыу-араларының генеалогик йылъяҙмаһы. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтендә шәжәрә хроника, риүәйәт, йылъяҙма, тарихи яҙма тип төрлөсә йөрөтөлә. Шәжәрәне тәүгеләрҙән булып өйрәнеүсе билдәле ғалим-этнограф Раил Кузеев уны «генеалогик йылъяҙма» тип атай һәм был термин шәжәрәнең төп асылын башҡаларҙан анығыраҡ күрһәтә.
Шәжәрә өлгөһө
Шәжәрәлә күрһәтелгәнсә, ырыуҙың ныҡлы олоно һәм беҙгә тиклем күп йылдар элек йәшәгән быуын кешеләренең исемдәре теҙелгән һанһыҙ ботаҡтары үҙ сығышыңды белергә, туғандарыңды танырға мөмкинлек бирә, лайыҡлы йәшәгән ата-бабалар алдында ҡылған эштәргә яуаплылыҡ өҫтәй.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шәжәрәһе
Ғәҙәттә шәжәрәгә ырыуҙың ир-егеттәре хронологик тәртиптә индерелгән. Һәр башҡорт уны белергә һәм киләһе быуынға тапшырырға тейеш булған. Ата-бабаларын, ырыу символикаһын (ағасын, ҡошон, оранын һәм тамғаһын) белгән кеше генә үҙен ырыуының, ғаиләһенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы, быуындарының традицияларын дауам итеүсе итеп хис итә алған. Әгәр ҙә башҡа халыҡтарҙа генеалогик яҙмалар (риүәйәттәр) ғаилә һәм фамилияға ғына ҡағылһа, башҡорттарҙа иһә тулыһынса ырыу генеалогияһы ҡабул ителгән.

Беҙҙең заманға 150-гә яҡын боронғо шәжәрә килеп еткән. Улар Өфө, Ырымбур, Ҡазан, Санкт-Петербург, Мәскәү дәүләт архивтарында һәм китапхана фондтарында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Шәжәрә халыҡты тулыһынса күрһәтеп, уның көнкүрешен, шөғөлөн, мәҙәниәтен, йолаларын һәм әхлағын асып биргән тәүге яҙма мәғлүмәт сығанағы булараҡ, эҙләнеүселәр өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Йылъяҙма документтарында ырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүе, тарихи ваҡиғаларҙың сағылышы, шәхестәрҙең исемдәре кеүек тарихи материал тупланыуы уникаль күренеш булып тора. Беҙҙең көндәргә тиклем бай фольклор материалын еткергән ҡайһы бер ҡулъяҙма шәжәрәләрҙе халҡыбыҙҙың әҙәби мираҫы тип әйтергә лә була.
Шәжәрәнең үҫеш этаптары
Шәжәрәләр бик борон барлыҡҡа килгән. Иң тәүгеләре болғар осорона тура килә, уларҙың йәше мең йылдан арта. Шәжәрә төҙөү йолаһы патриархаль-ырыу мөнәсәбәттәре дәүерендә булдырылған. Тәүҙә ул башҡорттар араһындағы ырыу экзогамияһы принцибына бәйләнгән. Был үҙеңдең ҡәрҙәштәреңде белеүҙе, улар менән никахҡа инергә ярамағанлыҡты аңлатҡан.

Ғайса Хөсәйенов
«Борон-борондан күп халыҡтарҙа ырыу-ҡәбилә тарихын тәүҙә хәтерҙә һаҡлау, аҙаҡ яҙма рәүештә теркәү ғәҙәте барлыҡҡа килгән. Шулай итеп Европа халыҡтарының хроникалары, скандинав сагалары, славян летопистәре, төрки һәм башҡа көнсығыш халыҡтарының тарихи-йылъяҙма һәйкәлдәре – тәүарих, ваҡиғнамә һәм шәжәрәләр барлыҡҡа килгән», тип яҙа академик Ғайса Хөсәйенов.
Беҙгә тиклем килеп еткән шәжәрәләрҙең төп өлөшө XVI – XIX быуаттарға ҡарай. Эҙләнеүселәр фекере буйынса, яҙып алғанға тиклем шәжәрә фрагменттары ауыҙ-тел ижады өлгөләре булараҡ йөрөгән. Аҙаҡ, шәжәрәләрҙең күләме ҙурая башлағас, уларҙы яҙа башлағандар. Башҡорттар, ислам динен ҡабул иткәс, генеалогик яҙмаларын ғәрәптәрҙең «шәжәрә» һүҙе менән атай башлағандар.

Алтын Урҙа осоронда һәм унан һуңғараҡ шәжәрәләр ябай яҙманан ырыу ярлығы (таныҡлығы) кимәлендәге ярым рәсми документҡа әйләнгән. «Ҡайһы бер шәжәрәләрҙең сығышын Сыңғыҙханға килтереп бәйләү шуның менән аңлатыла. Башҡорт шәжәрәләре ниндәйҙер кимәлдә Ҡазан, Себер хандарына һәм нуғай мырҙаларына ҡаршы ер һәм азатлыҡ өсөн көрәште лә сағылдырған», – тип яҙа Ғайса Хөсәйенов.
Тағы ла бер ҙур тарихи факт – Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуы һәм Иван Грозныйҙан ер биләмәләренә грамоталар алыу шәжәрәләрҙә урын алған. Улар аҫабалыҡты нығытҡан юридик документ дәрәжәһенә эйә. Раил Кузеев белдереүенсә, күп кенә шәжәрәләргә рус батшаһы башҡорттарға биргән "Жалованная грамота" текстары индерелгән.

XIX–XX быуаттарҙа Башҡортостанда генеалогияны өйрәнеү буйынса күп материалдар тупланған. Тик, Бөйөк Октябрь социалистик революцияһынан һуң илдә совет режимы урынлаштырылғас, шәжәрәләр иҫкелек ҡалдығы тип һанала башлай. Нәшер ителгәндәре, шул замандың сәйәси ысынбарлығына тура килтереп, ныҡлап ҡыҫҡартылған һәм мөхәррирләнгән. Документтарҙы тикшереп, феодал ҡатламдан сыҡҡан туғандарҙы эҙләп табыу кире эҙемтәләргә лә килтергән.
Шәжәрә төрҙәре һәм структураһы
Быуаттар төпкөлөнән беҙгә килеп еткән шәжәрәләр йөкмәткеһе һәм формаһы буйынса бер иш түгел. Тышҡы билдәләренә ҡарап, уларҙы ике төп төркөмгә бүләләр.

1) Номиналь (ябай): бындай шәжәрәләр исемдәрҙе генеалогик ағас формаһында яҙыуҙан ғибәрәт. Ырыу башлыҡтары исемлеге хронологик эҙмә-эҙлелектә урынлаштырыла, бер дөйөм тамырҙан сыға. Был төр йышыраҡ осрай.

2) Нарратив (ҡатмарлы).
Эҙләнеүсе Әлфирә Фәттәхетдинова шәжәрәләрҙе тағы ла ентеклерәк классификациялай:

· генеалогик схема;
· тарихи ваҡиғалар, билдәле шәхестәр, күсенеүҙәр, ауылдарға нигеҙ һалыу, социаль-иҡтисади һыҙаттағы мәғлүмәт кеүек төрлө аңлатма текслы генеалогик схема;
· теге йәки был ырыу, ҡәбиләнең барлыҡҡа килеүенә бәйле легендалы риүәйәттәр ҡушылған генеалогик схема;
· фамилия шәжәрәләре;
· ауылдар тарихы;
· шиғри формалағы шәжәрә;
· төрки-монгол ҡәбиләләренең легендар традицияларға нигеҙләнгән дини-мифологик характерҙағы генеалогияһы.
Тарихи ваҡиғалар һәм шәхестәр тураһындағы яҙмаларҙан тыш, легендалар, мәҡәл-әйтемдәр, риүәйәттәр, аныҡ ырыуҙың ғөрөф-ғәҙәте, мораль-әхлаҡ нормалары, йолалары һәм көнкүреше сағылған шәжәрәләр әҙәбиәт тарихын өйрәнеүселәр өсөн айырыуса ҡиммәтле материал булып тора. Улар шулай уҡ тел белгестәрен, тарихсыларҙы, фольклорсыларҙы ла берҙәй ҡыҙыҡһындыра.
Салауат Юлаев шәжәрәһе
Әҙәбиәт ғалимы Миңлеғәли Нәҙерғолов әйтеүенсә, ырыу тарихын күрһәткән яҙмаларҙың күбеһе инеш һәм төп өлөштән тора. Башта уларҙа ырыуҙың (ҡәбиләнең) атамаһы яҙыла, генеалогик ағастың боронғолоғон, ҡасан барлыҡҡа килеүен күрһәткән легенда йәки миф бәйән ителә.

Төп өлөштә иһә ир-егеттәр яғынан исемдәр хронологияһы урын ала. Унда шулай уҡ айырым берәй шәхескә ҡағылышлы мөһим тарихи ваҡиғалар тасуирлана. Шәжәрә төҙөүселәр аныҡ географик атамалар, даталар, документаль сығанаҡтар һәм мәғлүмәт менән эш итә. Яҙма бында күберәк ысынбарлыҡҡа яҡын характерҙа бирелә.

Быуындар күсәгилешлеген һаҡлауҙы, тексын артабан дауам итеүҙе күҙ уңында тотоп, ғәҙәттә, шәжәрәләрҙең тамамлау өлөшө булмай.

Башҡорт шәжәрәләренең теле
Генеалогияларҙы төҙөү традицияһы боронғо төркиҙәрҙә ныҡ таралған. Мосолман дине, мәҙәниәте һәм яҙыуы йоғонтоһонда булған күп төрки халыҡтары кеүек башҡорттар Х быуаттан алып ХХ быуаттың 40-сы йылдарына ҡәҙәр ғәрәп алфавитын ҡулланған.

Шәжәрәләр Урал–Волга буйы төрки телендә яҙылған. Ул Башҡортостанда Октябрь революцияһына тиклем яҙма тел булараҡ ҡулланылған, әммә ул һөйләшеү-аралашыу теле булмаған.
Мәмбәт ырыуы шәжәрәһенең 1-се бите күсермәһе
Ғалимдар белдереүенсә, халыҡ араһынан сығыусылар төҙөгән документтарҙа халыҡ теленә яҡын тел ҡулланылған. Феодалдар вәкиленән булған авторҙарҙың сығанаҡтарында төрки теле йоғонтоһона һәм китап стиленә яҡынлыҡ һиҙелә.

Ҡайһы бер башҡорт шәжәрәләрендә проза тексы шиғри форма менән дә аралаша. Авторҙар быны күп һандағы исемдәр һәм мөһим тарихи ваҡиғалар хәтерҙә нығыраҡ ҡалһын өсөн эшләгән. Шиғри формалағы шәжәрәне быуындан быуынға тапшырғанда яңылышыуҙар һаны әҙерәк күҙәтелгән.

Ҡулъяҙмаларға индерелгән поэтик юлдар күп осраҡта фольклорҙан алынған һәм теле ябай, шуға барыһына ла аңлайышлы. Был хәл мәмбәт, тамъян-ҡатай, үҫәргән ырыу-ҡәбиләләренең шәжәрә яҙмаларында асыҡ күренә.
Шәжәрә төҙөүселәр
Башҡорттар араһында шәжәрә төҙөү һәм уны белеү бик мәслихәт йола һаналған. Ырыу йылъяҙмалары йөҙәр йыл дауамында күп быуын вәкилдәре тарафынан төҙөлөп, әллә нисәмә тапҡыр күсереп яҙылған, ундағы мәғлүмәт балаларға, ейәндәргә, бүләләргә, тыуаларға тапшырыла килгән. Ырыуҙың иң абруйлы аҡһаҡалдары шәжәрәне айырыуса теүәл белгән. Ете атаны белеү – үҙ ырыуыңдың шәжәрәһен етенсе быуынға тиклем таныу мотлаҡ тип һаналған, унан артығын белеү ҙә хупланған.

Шәжәрәне белемле, тәрән мәғлүмәтле кешеләр төҙөгән. Күп кенә өлгөләренең авторҙары инде асыҡланған. Ҡайһы ваҡытта бер нисә кешенең дөйөм хеҙмәте коллектив ижад емеше итеп һаналған. Был иһә документтың структураһын ҡатлаулаштырған, стилен дә төрләндергән.

Ғалимдар шәжәрәнең тағы ла бер ҡыҙыҡлы үҙенсәнлеген билдәләй. Рус йылъяҙмаларында бер нисә тапҡыр мөхәррирләү, яңыртыу һәм үҙгәртеү булһа, башҡорт шәжәрәләренә өҫтәлмәләр индерелгән саҡта, уларҙың баш өлөштәре үҙгәртелмәгән. Ата-бабаларҙың яҙғанын төҙәтеү яҙыҡ эш тип һаналған.

Салауат Галин
«Шәжәрә халыҡ ижадына хас булған төп сифаттарға ла эйә. Барыһынан да элек, уның авторы билдәле булмауы, йәғни күмәк ижад икәнлеге күҙгә ташлана. Күп кенә шәжәрәләрҙең ҡасан, ҡайҙа һәм кем яҙып ҡалдырғанлығы билдәле булған хәлдә лә, ундай кешеләр элек-электән бөтә ырыу халҡына асыҡ мәғлүм булған тарихты ҡағыҙға теркәүсе йә булмаһа әҙер шәжәрәне күсереп яҙыусы ғына булып ҡала. Өҫтәүенә, ҡайһы бер шәжәрәләрҙең яҙылыуы оҙаҡҡа һуҙылыуы, ваҡыт үтеү менән, уға яңы мәғлүмәттәр өҫтәлә барыуы билдәле», – тип яҙа фольклорсы Салауат Галин.
Шәжәрәләрҙә ергә башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы хаҡында мәғлүмәттәрҙең булыуы был документтарҙың баһаһын бермә-бер арттырған. Шуға ла башҡорттар шәжәрәләрҙе ҡәҙерләгән, ауылдың, ырыуҙың абруйлы ҡарттарында һаҡлаған, быуындан быуынға мираҫ итеп тапшырған, сит күҙгә күрһәтмәгән.
Шәжәрәнең художестволы үҙенсәлектәре
Характеры буйынса шәжәрә тарихи повесҡа тартым. Унда ырыуҙың һәм дөйөм алғанда халыҡтың тарихын баһалау һәм авторҙың үҙ күҙлегенән сығып фекерләүе күренә.
Шәжәрәнең төп үҙенсәлектәренең береһе – документаль факттарҙың художестволы уйлап сығарыу менән аралаштырылыуы. Юрматы, мең, бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән, табын, тамъян ырыуҙарының шәжәрәләре күләмле һәм үҙҙәрендә башҡорт ырыуҙарының тарихын, үҙ-ара мөнәсәбәтен, тормоштарын сағылдырған. Уларҙа ырыу тарихындағы иң драматик ваҡиғалар урын алған, яу-алыш мәлдәре тасуирланған. Драматик хәлдәр диалог, һөйләү телмәре аша бирелә. Ҡайһы берҙә шәжәрәгә героик эпос, ҡобайырҙар, йырҙар, афористик ижад инә, йола фольклоры элементтарын да табырға мөмкин. Эҙләнеүселәр фекеренсә, шәжәрә стиле ғәҙәттә ҡыҫҡа һәм экспрессив булып тора.

«Башҡорт ырыуҙары яҙмаларына төрлө эпостар, риүәйәттәр, легендалар ингән. Мәҫәлән, ҡыпсаҡ ҡәбиләһе ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуының шәжәрәһенә башҡа заман төрки халыҡтарының фольклорында ҡабатланмаған "Күсәк бей" башҡорт эпосы ингән», тип яҙа тарихсы Вадим Мәжитов.

Ҡәҙим Аралбаев
«Мәмбәт ырыуы шәжәрәһендә бер урында ырыу тарихы (генеалогияһы һәм хроникаһы, этник мәҙәниәте, хужалыҡ-көнкүреше) һәм уның күршеләр менән мөнәсәбәте тасуирлана. Шулай уҡ уға ырыу юлбашсылары һәм батырҙары ингән, төрлө хикмәтле хикәйәттәр, тормоштан алынған хәлдәр бар. Быларҙың барыһы ла шәжәрәне аҡһаҡалдарҙың изге риүәйәтенә әйләндергән. Ырыу тарихында мәҡәл-әйтемдәр, йырҙар һәм шиғырҙар, легендалар һәм хикәйәләр, тапҡыр әйтемдәр оҫта итеп урын алған, тип яҙа мәмбәт ырыуы шәжәрәһен өйрәнеүсе Ҡәҙим Аралбаев. – Башҡорт фольклоры мотивтарын шәжәрәлә өйрәнгәндә халыҡтың рухи байлығы күренә, этномәҙәниәтенең тарихындағы айырым биттәренә күҙ һалдыра, тарихи үҫешенең милли һыҙаттарын асып һалырға ярҙам итә».
Шәжәрә хәҙерге заманда
Балалар шәжәрә конкурсында ҡатнаша
Әлеге ваҡытта үҙҙәренең нәҫел-нәсәбе менән ҡыҙыҡһыныусылар шәжәрәләрен төҙөү өсөн архивтарға мөрәжәғәт итә ала. Һорау буйынса рәүиз яҙмалары бирелә, ҙур мәғлүмәт базалары тупланған архив сайттарын электрон форматта эҙләп табырға мөмкин. Бындай мөмкинлекте ҡулланып, туғандарҙы эҙләп табырға йәки ата-бабалар буйынса мәғлүмәт тупларға була.

Совет мәлендә республиканы райондарға бүлгәндән һуң, халыҡта: "Һин ҡайһы ырыуҙан?" – тип һорау урынына: "Ҡайһы райондан?" тиеү ғәҙәткә инде. Тик үткән быуаттың 90-сы йылдарынан башлап башҡорттар араһында тарихи тамырҙарға ҡыҙыҡһыныу артты. Милли ғөрөф-ғәҙәтте тергеҙеү, халыҡты тыуған яҡ тарихына йәлеп итеү маҡсатында Башҡортостанда йыл да "Шәжәрә байрамы" уҙғарыла башланы.

2006 йылда Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек барышында Башҡортостан Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарары донъя күрҙе. Унда байрамды уҙғарыу положениеһы бирелгән ине. Шул мәлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты үҙ шәжәрәңде төҙөүгә һәм «Шәжәрә байрамы»н уҙғарыуға методик кәңәштәрен баҫтырып сығарҙы.
Хәҙер "Шәжәрә байрамдары" Башҡортостандың һәр ауыл-ҡалаһында уҙа. Үҙ ырыу тарихын тергеҙеү араһында конкурстар, ырыуҙар парады, "түңәрәк өҫтәл"дәр уҙа, тарихи урындарға экскурсиялар ойошторола, этномәҙәниәт күргәҙмәләре, милли йырҙар башҡарыусылар концерттары, халыҡ кәсептәре әйберҙәре, милли аш-һыу күргәҙмәһе үтә, сауҙа ойошторола. Байрам барышында ололар балаларға шәжәрә тураһында бәйән итә, ырыу (ара) тарихындағы арҙаҡлы шәхестәрҙе һәм ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрә.

Нимәһе иғтибарға лайыҡ – башҡорттарҙан тыш, республика биләмәһендә йәшәгән башҡа халыҡтар: рустар, татарҙар, сыуаштар, удмурттар, мариҙар һәм башҡалар был ижтимағи сара менән ҡыҙыҡһына, үҙ шәжәрәләрен төҙөй башланы.

«Был башҡа төбәктәрҙә булмаған уникаль тәжрибә булып тора. Милли байрамдар этник берҙәмлекте һәм мәҙәниәтте сағылдыра. Әммә тик башҡорттарҙа ғына «Шәжәрә байрамы» бығаса булған байрам нигеҙендә үтмәй, өр-яңынан барлыҡҡа килтерелә. Уның эсенә ырыуҙар, генетик стуктура төшөнсәһе лә ингән. Был, һис шикһеҙ, уникаль күренеш. Үҙ шәжәрәңде төҙөү традицияһы нигеҙендә төҙөлгән байрам – ул иҫ киткес тарих», — тип белдерә Рәсәй фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институтының баш ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы Елена Данилко.
Шәжәрәлә ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе
Алдан әйтелгәнсә, боронғо шәжәрәләр таблицаларына ырыуҙың ир-егеттәре генә индерелгән. Был ерҙе мираҫ итеүгә бәйле булған. Шәжәрә төҙөү буйынса методик тәҡдимдәр туплаусылар белдереүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы документҡа индергән хәлдә лә, уларҙың балалары күрһәтелмәгән. Ул балалар һәр кемдең аталары яғынан яҙылған, һәм шулай итеп буталышҡа юл ҡуйылмаған.

Ҡәҙим Аралбаев аңлатып үтеүенсә, ырыуҙың ҡатын-ҡыҙҙары тураһында мәғлүмәтте шәжәрәнең текст өлөшөндә табырға мөмкин булған: «Шәжәрә – тарихи сығанаҡ булып тора, ырыуҙың документы, паспорты. Ырыуҙың ир-егеттәре, был тарихи документҡа һылтанып, ергә эйә булған һәм ерле халыҡ исеме алған – аныҡлап әйткәндә, ергә аҫабалыҡ хоҡуҡтары раҫланған. Шуға күрә лә шәжәрәнең генеалогик таблицалары тик ир-егеттәрҙең исемен туплаған – ер тик уларға ғына бүлеп бирелгән. Шулай ҙа шәжәрәнең текст өлөшөндә исемдәре, ҡайҙа, кемгә никахланған булыуҙары, уларҙың шөғөлө һәм башҡаһын тасуирлап, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла телгә алғандар. Мәҫәлән,ҡайһы егет ҡайһы ырыуҙан үҙенә кәләш алыуы тураһында яҙмалар йыш осрай. Был мәғлүмәттәр ырыу-ара бәхәстәрҙә, йәғни туғандаш ырыу вәкилдәренән ярҙам кәрәккәндә ҡулланылған».
Шулай ҙа ХХ быуатта хәҙерге заман йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың роле артҡан һайын шәжәрә структураһы ла үҙгәрештәр кисерә. Замана шәжәрәләрендә башҡорт халҡының данлыҡлы ҡыҙҙары – билдәле яҙыусылары, йырсылары, актрисалары, рәссамдары, йәмәғәтселәре исемдәре телгә алына. Үҙ ырыуҙары тарихын төҙөгәндә лә күптәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла индерергә кәрәк тип һанай. Бының ише шәжәрә, мәҫәлән, билдәле башҡорт яҙыусыһы Мәрйәм Бураҡаева ла бар.
Үҙ ата-бабаларыңды белеү заманса психологияла ла ҡыҙыҡлы ҡулланылыш таба.

Рөстәм Кәлимуллин
«Шәжәрә ғаилә психологияһында һәм психотерапияһында ҡулланылған генограмма алымының прототибы булып тора. Генограммала «аҡ таптар»ҙың булыуы кире күренеш – был ауырыуҙар һәм психология проблемалары башланғысы тип һанала. Балалар уны-быны уйламайынса йыш ҡына үҙҙәренең ата-бабаларының яҙмышын ҡабатлай (ғаилә сценарийҙарын законлы ҡабатлау). Шуның өсөн дә үҙ ДНК-дың (потенциалдың) көслө яҡтарын һәм хәүефтәрен белеү, тормошоң менән аңлы идара итеү, яҙмышыңа һәм ырыу тарихына тура йоғонто яһау тураһында аңлау өсөн генеалогия ағасын ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар яғынан белеү бик мөһим. Минеңсә, артабан шәжәрәлә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр ҡанаты буласаҡ, тип уйлайым. Улар номиналь түгел, ентекле тасуирланған нарративлы төҙөләсәк. Вариативлыҡ менән ижад та күберәк буласаҡ», ти психолог Рөстәм Кәлимуллин.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итте. Республика буйынса башҡорт ырыуҙары йыйындары үтте, был иһә үҙ тамырҙарыңды белеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы ныҡ арттырҙы. Шәжәрә башҡорт халҡының айырым тарихи һәм мәҙәни кодын символлаштыра. Башҡорт шәжәрәләре энциклопедик белем сығанағы: уларҙа халыҡтың тарихы һәм көнкүреше тулыһынса ла, айырым ырыуҙар кимәлендә лә күрһәтелгән, ғөрөф-ғәҙәттәр, юридик һәм мораль-этик нормалар тасуирланған, халыҡ ижады өлгөләре тупланған. Тап шәжәрәләр төҙөгәнгә күрә халыҡтың бай этномәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу мөмкин булды. Хәҙерге заман башҡорттарының да, шәжәрәгә яңы данлы исемдәр һәм бөйөк ҡаҙаныштар индереп, был мираҫты тулыландырырға тулы ышанысы бар.
Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Аралбаев К. А. Фольклорные мотивы в шежере Мамбетова рода/ Башкирские шежере: филологические исследования и публикации. – Уфа: БФАН СССР, 1985.

2. Башкирские шежере. Составление, перевод текстов, введение и комментарии Р. Г. Кузеева. – Уфа: БКИ, 1960.

3. Башкирские родословные. Вып. 1 / Составление, предисловие, пояснения к пер., переводы на русский язык, послесловие и указ. Булгаков Р. М., Надергулов М. Х. – Уфа: Китап, 2002.

4. Башкирские родословные. 2-е изд., испр. и доп. – Уфа: Китап, 2016.

5. Галин С. Ә. Тел асҡысы халыҡта. – Өфө: Китап, 1999.

6. Үҙ тамырҙарыңды беләһеңме? «Шәжәрә байрамы»н әҙерләү һәм үткәреү буйынса фәнни-методик ҡулланма. – Өфө: Белая река, 2006.

7. Как узнать свою родословную? https://basharchive.ru/blog/kak-uznat-svoyu-rodoslovnuyu/

8. Кулбахтин Н. М. Грамоты русских царей башкирам (Новые источники о добровольном вхождении Башкирии в состав Российского государства). – Уфа: Гилем, 2007.

9. Мазитов В. Этнографический аспект изучения башкирских шежере// Ватандаш, 2015. № 3.

10. Надергулов М. Х. Историко-функциональные жанры башкирской литературы. – Уфа: Китап, 2002.

11. Фаттахутдинова А. Башкирские шежере (краткое археографическое описание) / Башкирские шежере: филологические исследования и публикации. – Уфа: БФАН СССР, 1985.

12. Халикова Р. Х. Язык башкирских шежере и актовых документов XVIII – XIX вв. – Москва: Наука, 1990.

13. Хусаинов Г. Б. Шежере как историко-литературный памятник / Башкирские шежере: филологические исследования и публикации. Уфа: БФАН СССР, 1985.

14. Bashkurt Şecereleri / Башҡорт шәжәрәләре. – Анкара: ТЮРКСОЙ, 2009.

Фото: Олег Яровиков, Андрей Старостин. Видеояҙмалар «Башҡортостан» ТРК ДУП архивынан алынды. Верстка: Рената Вәхитова.

© Ләйлә Аралбаева, автор-төҙөүсе, 2021