Бер шәлде бәйләп бөтөүгә бер-ике ай китә. Иң мөһиме, матур, йылытырлыҡ булһын, һәр күҙе урынында торһон. Мин яйлап, еренә еткереп бәйләгәнде яратам. Йөндөң сифатлы булыуы ла мөһим. Дебетте төрлө ауылдарға барып һайлап алам. Һатыу өсөн түгел, күңел ҡушыуы буйынса бәйләйем шәлде.
Зөлфиә Бикбулатова
«Башҡорт шәлдәре» республика конкурсында өс тапҡыр Гран-при яулаусы