Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт халыҡ йыры



«ШАҺИБӘРӘК»




ОҘОН КӨЙ
Тәү башлап был йыр С. Г. Рыбаков тарафынан 1894 йылда
Ырымбур губернияһы Орск өйәҙе Юлыҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Горячевтар приискыһында Абдрахим Дәүләтовтан яҙып алына һәм йырға түбәндәге аңлатма бирелә «Бәрәков – ялған аҡса эшләүсе йылғыр ҡуллы кеше була; уны тотоп Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Уны оҙатҡан саҡта ул бер нисә йыр йырлай һәм яҡташтарынан ошо йырҙарҙы уның иҫтәлегенә йырлауҙарын һорай». «Урал мосолмандарының көнкүреш тасурирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары»
китабында «Бараков» исеме аҫтында донъя күрә.

Сергей Гаврилович Рыбаков
Этнограф, фольклорсы.
Артабанғы яҙмалар Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, А .С. Ключарев,
Л. Н. Лебединский, Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан яҙып алынған.

«Башҡорт халыҡ ижады «Йырҙар»
китабының 8-се томында йыр
тарихы ошолай һүрәтләнә:

«
Элекке Тамъян-Ҡатай кантоны Бикҡол ауылынан (хәҙерге Әбйәлил ауылы) хорунжий Рахманғол Бәрәковтың дүрт улы була, тиҙәр. Уларҙың берәүһенең исеме Шәһи була. Ул осорҙа кантондарҙың эшмәкәрлеген күҙәткән бик аяуһыҙ начальник Проскура була. Аҙ ғына яңылышлыҡ, баш-баштаҡлыҡ өсөн дә ул башҡорттарҙы Себергә һөргөнгә ебәргән.
Бер заман Шәһи Бәрәков етәкселегендәге кантонда башҡорттар ергә даулашып
шау-шыу ҡуптара. Дошмандары был турала Проскураға ялыу яҙа. Шәһи Себергә оҙатыла, әммә унан ҡасып ҡайтып, ҡасҡын булып Ирәндек тауҙарында йөрөй.
Шул мәлдәрҙә ул төндәрен үҙенең Лоҡман исемле танышына килеп, унда туҡланып, кейем алып йөрөр булған. Был турала белеп ҡалған Бикжанов тигән кеше был хаҡта начальниктарға еткергән һәм Шәһи Бәрәков ҡабаттан Себергә оҙатылған.
Был юлы ла Шәһи Бәрәков ҡасып ҡайтҡан. Өсөнсө тапҡыр ҡасыуы былайыраҡ булған, тип һөйләйҙәр: Шәһи Петербург төрмәһендә булғанда ул яңынан ҡасырға әҙерләнә башлай.
Шул мәл уның камераһына бер ҡаҙаҡты ултырталар. Шәһи уға үҙенең ҡасыу уйы тураһында һөйләй, шул саҡ ҡаҙаҡ уға үҙенең кейемен бирә. Шуны кейеп Шәһи камераның суйын рәшәткәһен ҡулы менән асып, тышҡа һикерә.
Һүрәт сығанағы: echo.msk.ru
Бер аҙ аңын юғалтып ята бирә лә тороп йүгерә. Ҡала буйлап китеп барғанда янғын күреп ҡала.
Шунда йүгереп бара ла, шау-шыу ваҡытында яҡшы кейемдәр
эҙләп алып, ары өйөнә ҡайтып китә. Тик был юлы ла уға оҙаҡ
ваҡыт тауҙарҙа ҡасып йөрөргә тура килә. Ул йәнә Себергә
һөргөнгә оҙатыла. Шул саҡ ул йырлаған көй «Шәһибәрәк»
исеме аҫтында тарала.

»

1
Уралҡайҙың бейек, ай, ҡаяһы,
Айыуҙарға төйәк тә, миңә юҡ.
Атҡайҙарға билдә иң тамағаһы.
Кешеләргә исем, миңә юҡ.
Таналыҡ ҡына буйы, ай, аҡ ҡамыш
Ҡыблаларҙан ергән ел үтмәй.
Зарланма ла башым, түгелмә йәшем,
Тыуған-үҫкән ерҙән кем китмәй.

2
Ҡыйғаҡ ҡына ҡыйғаҡ, ай, ҡысҡырған
Шоңҡар ғына тауҙың бөркөтө.
Яҫы ғына яурын, киң күкрәкле
Бикҡол ауылының егете.
Бикҡол ғына ауылы бик ҙур ауыл,
Урамдары уның тарауыл.
Шаһибәрәк ҡайтып килер ине,
Алды-арты уның ҡарауыл.
Таналыҡ та ғына буйы, ай, аҡ ҡамыш,
Ҡиблаларҙан өргән ел үтмәй.
Зарланма ла, башым, түгелмә, йәшем,
Тыуған-үҫкән ерҙән кем китмәй.

3
Шаһибәрәк менгән көрән үк юрға,
Аяҡтары һыймай киң юлға.
Йәшлек менән ҡылған бар эшемде
Ташлағыҙсы, ҡарттарым, бер юлға.

Саңҡ-саңҡ ҡына итеп, ай, ҡысҡырған,
Шоңҡар ҡоштар тауҙың бөркөтө.
Яҫы ғына яурын, киң күкрәкле
Бикҡол ауылының егете.
Ирәндеккәй тауҙың да итәгендә
Япраҡ яра һары талдары.
Шаһибәрәк ҡасан ҡайта ла, тип үк
Илашып көтә микән балалары.

Бикҡол ғына ауылы, ай, ҙур ауыл,
Урамдары уның тарауыл.
Шаһибәрәк ҡайтып килер ине —
Алды-арты уның ҡарауыл.

К. М. Дияровтың «Сал Уралдың моңдары» китабында йырҙың килеп сығыу версияһы Ғата Сөләймәновтың яҙма материалдарынан алына.

К. М. Дияров
БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы, фольклор йыйыусы.
Әбйәлил районы Бикҡол ауылы ҡасандыр унда йәшәгән талантлы ҡурайсы һәм йырсы Шәһи Бараков менән билдәле.

Бәйгеләрҙә уға еткән көрәшсе, оҫта йыраусы һәм ҡурайсы булмаған, шуға ла
уны яҡташтары яратҡан һәм хөрмәт иткән. Әрмелә хеҙмәт итеп, прапорщик дәрәжәһендә ҡайтҡан егетте Шәһибәрәк тип йөрөтә башлағандар. Бер заман улар төбәгенә,
батша әмере буйынса, үҙен түрә тип атаған Проскуров фамилиялы урыҫ кешеһе килеп ултырған һәм үҙенә башҡорт ерҙәрен бүлеп ала башлаған.
Үҙен яҡшы яҡтан күрһәтер өсөн ҡайһы бер байыраҡ кешеләргә лә өлөш сығарған.
Уға ялағайланып, ярамһаҡланып йөрөгәндәргә яҡшыраҡ ерҙәр эләккән, һөҙөмтәлә халыҡ араһында йыш ҡына низағтар тыуған. Әйткәндәй, Ташбулат, Күсем, Бикҡол, Теләш, Иҫке Балапан ауылдары халҡы ер өсөн бик йыш талашҡан. Ул замандарҙа кемгә күпме
ер бүлеп биреү мәсьәләһе мал һанына ҡарап, сходтарҙа хәл ителгән.
Һөҙөмтәлә, хәлле, маллы байҙар ер алған, ярлыларға иһә ер бүленмәгән, уларға бары байҙарға ялланып эшләргә ҡалған.
Был ғәҙелһеҙлекте күргән Шаһибәрәк Проскуровҡа барып, ерҙе халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалып бүлергә тәҡдим иткән. Быға асыуы килгән Проскуров Шаһибәрәкте ҡулға алып, Верхнеуральск төрмәһенә ебәрә.
Халыҡ күпме генә унан был ҡарарҙы
үҙгәртеүен талап итһә лә, ул һүҙенән кире ҡайтмай.
Шул осорҙан һуң күпмелер ваҡыт үткәс, Бикҡол ауылы Шоңҡар тауы эргәһендә кемдеңдер ҡурай тартҡаны ишетелә. Тау эргәһенә йыйылған кешеләр Шаһибәрәктең ҡурай моңон таный, әммә төрмәлә булырға тейеш кешенең тауҙа ҡурай уйнауы шикләндерә.
Шул саҡ бай хеҙмәтселәре һиҙҙермәй генә Шаһибәрәкте тоталар. Уйлап сығарылған уғрылыҡта ғәйепләүҙәргә һылтанып, уны Себергә һөргөнгә оҙаталар, егет унан кире әйләнеп ҡайтмай.

Һүрәт сығанағы: borgo.ucoz.ru
Ялған аҡсалар әҙерләүе өсөн Себергә һөргөнгә оҙатылған һалдат Шәһи Бараков тураһындағы тағы ла бер версия йәшәп килә. Һөргөнгә оҙатылыр алдынан ул ауылдаштарынан уның хаҡындағы «Шаһибәрәк» йырын башҡарыуҙарын үтенә. Икенсе версияға ярашлы, төп герой төбәктәге батша колонизацияһына ҡаршы көрәшә, Себергә һөргөнгә оҙатыла. Унан бер нисә тапҡыр ҡаса. Ирәндек армыттарында йәшеренеп йәшәй.
Һөргөнгә, каторгаға оҙатылған, унан ҡасып тау-урмандарҙа йәшәгән ҡасҡындар тураһындағы йырҙар башҡорт халыҡ йырҙарының тулы бер циклын тәшкил итә.
Бындай йырҙар күп осраҡта Башҡортостанда кантон идаралығы ҡаҡшаған,
хәрби-административ баш-баштаҡлыҡ киң таралған XIX быуаттың тәүге
яртыһында барлыҡҡа килә.
Һүрәт сығанағы: nomadsclub.ru
Был йырҙы М. А. Ҡаҙаҡбаев, Ф. Ә. Килдейәрова, А. А. Солтанов,
В. Ғ. Хызыров, Ә. С. Шайморатова башҡара. «Шаһибәрәк» йыры М. М. Вәлиев тарафынан балалар хоры һәм фортепиано, З. Ғ. Исмәғилев тарафынан скрипка һәм фортепиано өсөн эшкәртелә. «Шаһибәрәк» көйө симфоник оркестр өсөн «Бейеү сюитаһында» ҡулланыла.

Моталова Фәниә Ғәйнетдин ҡыҙы, Хәйбулла районы
Видео сығанағы
: "Единый портал культуры
народов Башкортостана" каналы
Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Башкирское народное творчество. Песни. Т.8. ‒ Уфа: Китап, 1995.
  2. Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. ‒ Өфө: Китап, 1988.