Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
БашҠОРТ халыҡ тарих йыры


«Шафиҡ»




ОҘОН КӨЙ


Тәү башлап йыр Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан 1938 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы Темәс ауылынан Ә. Кәримов һүҙҙәренән яҙып алына һәм «Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар» (1954) китабында донъя күрә.

1965 йылда Н. Д. Шоңҡаров Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы

Беләүтамаҡ ауылынан 1894 йылғы Яхия Аҡмырҙинаның һөйләгәнен

магнит таҫмаһына яҙҙыра, К. Ю. Рәхимов нотацияһы, «Башҡорт халыҡ ижады:

Йырҙар һәм көйҙәр» (1983) йыйынтығында донъя күрә. Варианттары шулай

уҡ С. Ә. Галин, А. С. Ключарев, А. М. Ҡобағошов тарафынан яҙҙырылған.

Йыр лирик-эпик характерлы.
Ябай халыҡ
ғәҙеллек өсөн
көрәшкән кешеләрҙе
үҙенең яҡлаусыһы
итеп күргән.
Билдәләнгән тәртипкә буйһонмаған,
байҙарға ҡаршы көрәшкән, уларҙы талаған, үлтергән,
шуның өсөн һөргөнгә, каторгаға оҙатылған кешеләр
ябай халыҡҡа ғәҙеллек һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө
булғандар. Күп йыр геройҙары беҙгә ярлыларҙы
һәм ҡыйырһытылғандарҙы яҡлаусы булараҡ күҙаллана.

«
Риүәйәттәргә ярашлы, Йылайыр кантоны Һабыр волосы
Аҡъюл* ауылында йәшәүсе Шафиҡ Ишемғолов тигән кеше
оҙаҡ йылдар староста була. Бер заман уға ниндәйҙер
бәхәсле мәсьәлә буйынса ҡарар сығарырға тура килә.
Әммә уны ғәҙелһеҙ ғәйепләп ялыу яҙалар. Уның ҡарары
юҡҡа сығарыла. Шафиҡ ҡулға алыуҙарынан ҡурҡып,
йортон ташлап ҡаса.
Ул ауыл эргәһендәге шишмә буйына килеп, таңғаса шунда ултырыр була. Һәр иртә
һайын уның ҡатыны шишмәгә һыуға килгәндә уға ашарға алып килә. Күнәген шылтыратып, Шафиҡҡа үҙенең килгәнен белдергән.
Әммә йырҙың икенсе вариантында ул
төрмәгә оҙатыла.

»

*Акъюл – Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районындағы ауыл.

Башҡорт халыҡ йырҙары: [Электрон ресурс] //

БР-ның Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы.
Фото сығанағы: vk.com
Йырҙың килеп сығыуы волость старшинаһы Шафиҡ Ишемғолов
(Шафиҡ сәсән) исеме менән бәйле тигән версия ла бар. Ул властарҙың баш-баштаҡлығына ҡаршы сығып, халыҡты үҙ хоҡуҡтарын яҡларға
әйҙәгән, батша властарынан ҡасып йөрөп, аҙаҡтан тотолған
һәм Себергә һөргөнгә оҙатылған.
Йырҙың бер вариантында һүҙҙәр ҡайғы-хәсрәттең шаһиты
булған халыҡ, икенсе варианты — төп герой исеменән, ҡатыны
менән урманда осрашып йөрөгәндә яҙылған йыры.
Йырҙа геройҙың йәшәлгән ғүмер ҡәҙере һәм бөгөнгө тормош ҡиммәттәре хаҡында уйланыуҙары һүрәтләнгән.

1
Таң йоҡоларымды йоҡлағанда
Уяндым мин күнәктең тауышына.
Үтеп кенә барған ғүмеремде,
Оҡшаттым мин һыуҙың ағышына.
Ер еләккәйҙәре әсе була,
Үҙ ваҡытҡайҙары бешмәһә.
Кеше хәлкәйҙәрен Кеше белмәй,
Үҙ башҡайҙарына төшмәһә.

2
Яйыҡ ҡына тигән, әй, яйны һыу,
Ситтәренә баҫып, әй, битең йыу.
Сит илдәргә сәфәр сығыр уҡ булһаң,
Иманыңды уҡып, әй, билең быу.
Ер һелкетеп йөрөгән, әй, Шафиҡтың,
Аяҡ-ҡулдарына, әй, бығау һалдылар.
Етем генә ҡалған, әй, балалары,
Зар илашып, әй, тороп ҡалдылар.
Айрат Ҡобағошовтың «Башҡорт халҡының
музыкаль-поэтик мираҫы. Йыр ижады» китабында
йырҙың тарихы тураhында былай яҙылған:


"Башҡорт". Автор: Р. Хабиров. Һүрәт сығанағы: pinterest.com
Тирә-яҡта уҡымышлылығы, оҫта
һунарсы булыуы менән дан алған
Шафиҡ исемле егет Мәмәтәй Ҡыуатов
тигән старшинала казначей булып
хеҙмәт итә. Старшина халыҡты алдап,
көсләп яһаҡҡа тип йыйған йәнлек
тиреләренән батша түрәләренә
шәхси бүләк биреп үҙенә дан-шөһрәт
ҡаҙанған. Хатта уға тоғро, ғәҙел
эшләгән Шафиҡтың да һунарсы
данын үҙенә алған.
Һунарҙа ул тотҡан бөтә төлкө, шәшкеләрҙе мин үҙем тоттом,
тип маҡтаныр булған. Берҙән-бер көн Ҡыуатов Шафиҡҡа ялған
бәлә тағып Себергә оҙата. Имеш, Шафиҡ хөкүмәт игенен юғары
хаҡ менән һатып, артыҡ аҡсаны үҙ кеҫәһенә һала. Шафиҡтың
ҡатыны уға хат ебәрә: «Ауырыйым, хәл өҫтөндә ятам, балаларҙы ҡайтып ал». Әммә Шафиҡты кем ҡайтарһын? Ул балаларын,
тыуған илен һағынып йырлар булған. Шафиҡ ҡатынына
хаттар яҙһа ла, яуап алмаған.
Бөтөнләй өмөтөн өҙгән Шафиҡ Себерҙә икенсе бер ҡатынға өйләнә. Шулай йәшәп ятҡанда, уны улы эҙләп таба. Әсәһенең дә, ҡустыһының да иҫән икәнлектәрен белдерә. Шафиҡ тыуған яғына ҡайтырға була. Йәш бисәһе уға асыу итеп, ағыулы бер туҫтаҡ бал эсерә. Улы теге ҡатынды үлтереп, тыуған яғына ҡасып ҡайтып китә. Шафиҡ йырлаған йырҙы уның исеменә арнап «Шафиҡ» көйө тип йырлайҙар.
Йырҙы башҡарыусылар: С. Ә. Абдуллин, И. И. Дилмөхәмәтов,
М. Ә. Ҡаҙаҡбаев, Ф. Ә. Килдейәрова. «Шафиҡ» йыры тауыш һәм фортепиано өсөн Р. В. Сәлмәнов тарафынан эшкәртелгән.
Оҙон көй – киң һулышлы, һалмаҡ, оҙон йырҙар, темпы буйынса
яй йәки һалмаҡ, башҡарыу манераһы традицион-милли (вокаль
һәм инструменталь). Оҙон көй башҡорт милли музыкаль һәм поэтик халыҡ классикаһы – юғары үҫешкән, милли традицион, ижади, халыҡсан башҡарыу оҫталығы һөҙөмтәһе.
Оҙон көй араһында виртуоз-орнаментлы-импровизацион йырҙар, орнаментланмаған көйлө стиль, виртуоз элементтарһыҙ, лирик-тасуири
кантилен типлы көйлө мелос айырылып тора.
Оҙон көй йырсы тарафынан йәки ҡурайҙа
оҫта уйнаусы, һирәгерәк скрипкала уйнаусы музыкант, йәки йырсы менән ҡурайсы дуэтында бер тауышлы гетерофон стилендә башҡарыла.

Видеонан скриншот: "Башинформ" каналы
2018 йылдың 19 декабрендә Матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын төбәк реестрына индереү буйынса Республика Эксперт советының 1-се ултырышында «оҙон көй» объект булараҡ теркәлгән. Объект номеры: 01-005.
Һылтанма: onknrb.bashmusic.net
«Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫы тураһындағы» Башҡортостан Республикаһы Законы,
№290-з, 2020 йылдың 29 июне
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы тарафынан 2020 йылдың
25 июнендә ҡабул ителгән.

docs.cntd.ru

Азат Айытҡолов
Видео сығанағы: "Радик Кильмаматов" каналы
Ҡулланылған әҙәбиәт:


1. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар (октябргә тиклемге осор) / Төҙөүсеһе, инеш мәҡәләләр һәм коммент. авторы С. Ә. Галин. Өфө, 1995.
2. Башҡорт халҡының музыкаль-поэтик мираҫы. Йыр ижады. А. М. Ҡобағошов. Өфө, 2019.