И. И. Лепехин 1770 й. Ырымбур яҡтарына экспедицияһы барышында үҙенең тәьҫораттары менән бүлешеп, түбәндәгеләрҙе яҙған: «.. 60 йәштәр тирәһендәге ҡарт уларҙа иң яҡшы йыраусы тип танылған... Ул ата-бабаларының данлы үткәненә мәҙхиә йырлай, Алдар, Ҡараһаҡал, Килмәт, Күсем батырҙар тураһында бәйән итә... Йыраусы уларҙың тормош һәм көрәш юлы хаҡында йырлап ҡына ҡалмай, тауышы һәм кәүҙә хәрәкәттәре ярҙамында дошмандарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшен, ҡаты яраланыуҙарын, һәләк булыуҙарын, әммә рухтары ирекле булып ҡалыуын күрһәтеп бирә. Ҡарттың ошо күренештәрҙе һүрәтләүе иҫ киткес йәнле һәм ышандырырлыҡ, шуға ла уны тыңлаусылар күҙ йәштәрен тыя алмай. Көтмәгәндә зарлы тауыш шатлыҡлы ауазға үҙгәрә, ҡарт күңелсәкләнеп, «Ҡара Юрға» йырын көйләп ебәрә... Ҡарт, йырҙы көйләп, аяғы менән тыпырлап бейеп тә ебәрә: шунда Башҡорттоң балы башлана ла инде.».