Шул рәүешле йәш ҡыҙ ата-әсәһенә, туғандарына, әхирәттәренә, кейәүенә үпкәһен, зарын белдергән. Йола буйынса, кәләш ата-әсәһе һайлаған егеткә риза булып барһа ла, сеңләргә тейеш булған.
Беҙҙең көндәрҙә сеңләү Башҡортостандың Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле, Салауат (төньяҡ-көнсығыш зона), Учалы, Әбйәлил, Белорет (көньяҡ-көнсығыш зона) райондарында, Силәбе, Ҡурған һәм Свердловск өлкәләренең ҡайһы бер райондарында һаҡланып ҡалған.
Башҡорттарҙан тыш, туйҙа сеңләү татарҙарҙа («кыз елату»), ҡаҙаҡтарҙа («сансу»), ҡырғыҙҙарҙа («кошок айтуу»), шулай уҡ мордва, карел, коми һәм рус халыҡтарында таралған.