Йырҙың варианттарын шулай уҡ Ф. А. Нәҙершина, Л. Ҡ. Сәлмәнова, Ғ. З. Сөләймәнов яҙып ала. Көй композитор Н. Пейко тарафынан «Айһылыу» операһының IV актында ҡулланыла.
Йыр лирик характерлы.
Йырҙың авторы Буранбай сәсән тип фараз ителә, ул уны үҙенең һөйгәне Сәлимәгә арнай.
Ғ. М. Әбделмәнов, Я. Ф. Аҡмырҙин, Ф. Х. Бикбулатов, Р. Ғ. Бүләкәнов, Х. Л. Ғәлимов, К. М. Дияров, Й. М. Иҫәнбаев, М. А. Ҡаҙаҡбаев, З. Ғ. Мәхмүтов. «Сәлимәкәй» йырын Заһир Исмәғилев тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән. Йырҙың көйө М. М. Вәлиев менән Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында ҡулланылған.
1. Башҡорт халыҡ ижады. Т. 8: Йырҙар (октябргә тиклемге осор)/Төҙөүсеһе, баш һүҙ һәм комментарийҙар яҙыусы С. Ә. Ғәлин. — Өфө, 1995. 2. Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. - Өфө, 1988. 3. Башҡорт халыҡ йырҙары/Төҙөүсе мөхәррирҙәре, инеш мәҡәлә һәм комментарий авторҙары: Л. Н. Лебединский, Ә. И. Харисов, Х. Ф. Әхмәтов. — Өфө, 1954.