Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

САРЫҠ–

башҡорттарҙың ҡунысы – туланан, башы иләнмәгән тиренән эшләнгән боронғо традицион аяҡ кейеме


Тәүге тапҡыр И.И. Лепехиндың (1740–1802) «Продолжение Дневных записок путешествия академика и медицины доктора Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1770 году. Ч. 3» (СПб., 1772) хеҙмәтендә телгә алына. Ул түбәндәгеләрҙе яҙа*:

«Сабатаны башҡорттарҙа ҡатындар ҙа, ирҙәр ҙә бөтөнләй кеймәй; әммә Өфө өйәҙендә үҙҙәре эшләгән упоки (кейеҙ ботинка) кейһәләр, ә Исәт яғында баш яғы ғына күн булған, ә ҡалған яғы буҫтау бахилды кейәләр».

С.И. Руденко, С.Н. Шитова фекеренсә, И.И. Лепехин бахил тигән исем аҫтында сарыҡты күҙ уңында тотҡан, тип иҫәпләй.


Сығанаҡ: Полное собрание ученых путешествий по России, издаваемое Императорскою Академиею наук, по предложению ее президента. Т. 4. СПб., 1822. С.169.

И.И. Лепехин
(1740 – 1802)
XIX быуат аҙағында медик Д.П. Никольский (1855–1918) беренсе тапҡыр Урал аръяғындағыса атаманы – «сарыҡ»ты телгә ала. Ул уны тулыраҡ итеп һүрәтләй: «Ул (сарыҡ) башҡорттар тарафынан тегелә һәм төҫлө йөн еп менән сигелгән күн йәки тула ҡуныстан, ҡунысҡа беркетелгән ат тиреһенән эшләнгән табандан тора.Ҡуныс шыуып төшмәһен өсөн, балтыр өҫтөнән бау йәки ҡысмау менән бәйләп ҡуйыла».
.


Сығанаҡ: Никольский Д.П. Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование. СПб., 1899. С.54.

Д.П. Никольский
(1855–1918)
«Сарыҡ – боронғо аяҡ кейеме. Күндән эшләнгән табанға күн ойоҡ һәм буҫтауҙан эшләнгән ҡуныс (оҙонлоғо тубыҡҡа тиклем) тегеп яһала. Сарыҡтың олтаны ла, үксәһе лә булмай. Ҡатын-ҡыҙ сарыҡтары ирҙәрҙекенән ҡунысының артҡы яғына тегелгән сағыу биҙәктәре (башлыса ҡыҙыл төҫтә) менән айырылып торған».
С. И. Руденко, этнограф
(1885–1969)
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр сарығы. Был экспонаттар Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.


«Сарыҡ – аҫҡы яғы эшкәртелмәгән тиренән яһалған үҙенсәлекле буҫтау аяҡ кейеме. Табаны өҫкө яҡҡа ҡайырылып, сит һәм артҡы яҡты булдырһа, алғы яғына ярым ай формаһындағы күн теккәндәр. Оҙон ҡуныстары тубыҡтың аҫтынан ишелгән ҡунысбау менән бәйләнгән. Ирҙәр аяҡ кейеменең ситенә һәм артына күндән ярым ай тегелгән. Ирҙәр сарығы ғәҙәти көндә кейелгән һәм эш өсөн булған. Ҡатын-ҡыҙҙар сарыҡтары сағыу орнамент менән биҙәлеп, байрамдарҙа һәм көндәлек тормошта ҡулланылған».


С.Н. Шитова, этнограф
Сарыҡтың таралыу ареалы
Ҡатын-ҡыҙҙың сигелгән сарығы. Ҡурған өлкәһе, 1972 й.
С.Н. Шитованың "Башкирская народная одежда" китабынан алынды.
Сарыҡ XIX аҙаҡтарына – XX быуат баштарына тиклем күп кенә төбәктәрҙә киң таралған булған.

Быны С.И. Руденконың фекерҙәре асыҡ раҫлай: «Сарыҡты (инйәр-ҡатайҙарҙа – ҡата) күп осраҡта Урал аръяғында кейгәндәр. Бигерәк тә дала башҡорттарында, меңдәрҙә, көҙәйҙәрҙә, көнсығыш әйлеләрҙә осраған» (Руденко С.И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. Уфа, 2006. С. 141).

Д.П. Никольский хеҙмәттәрендә сарыҡтың телгә алыныуы (билдәле булыуынса, ғалим Пермь губернаһының Красноуфимск өйәҙе башҡорттарының тормош-көнкүрешен өйрәнгән) хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш һәм Свердловск өлкәһе башҡорттары кейгән икәнен дәлилләй.

XIX быуат аҙағында Урал аръяғында (Башҡортостандың хәҙерге Әбйәлил, Учалы райондары һәм Силәбе, Ҡурған өлкәләре) йәшәүсе башҡорттар сарыҡ кейгән.

С.Н. Шитова башҡорттарҙың 7 кейем комплексының территориаль өлкәләрен билдәләй. Шуларҙың 2 кейем комплексында: көньяҡ-көнсығыш (Ағиҙел йылғаһы буйы, Әбйәлил районы) һәм көнсығышта (Урал аръяғы) сарыҡтың таралыуы хаҡында яҙа (Шитова С.Н. Народная одежда башкир // Археология и этнография Башкирии. Т. 3. Уфа, 1968. С. 165–181).

1995 йылда донъя күргән хеҙмәтендә С.Н. Шитова көньяҡ-көнсығыш кейем комплексында сарыҡтың таралыуын атамай (Шитова С.Н. Башкирская народная одежда. Уфа, 1995. С. 159 –171).

8 - ҡаты табанлы буҫтау ҡуныслы ирҙәр итеге - сарыҡ;
9 - эшкәртелмәгән тиренән буҫтау ҡуныслы сарыҡ.

СЫҒАНАҠ: ШИТОВА С.Н. НАРОДНАЯ ОДЕЖДА БАШКИР // АРХЕОЛОГИЯ И ЭТНОГРАФИЯ БАШКИРИИ. Т. 3. УФА, 1968. С. 172.
Сарыҡ һаҡланған урындар
Сарыҡ илдең күп кенә музейҙарында һаҡлана.
Рәсәй этнография музейында (Санкт-Петербург) революцияға тиклем билдәле этнограф С.И. Руденко тарафынан йыйылған әйберҙәр һаҡлана. Ул 1906 йылда Һары ауылынан (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ сарыҡтарын алған.



О.Е. Клер исемендәге Свердловск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Екатеринбург) арттары аппликация менән биҙәлгән ҡатын-ҡыҙ сарыҡтары һаҡлана.
Сарыҡтарҙың береһе элекке Екатеринбург губернияһы музейынан, икенсеһе 1927 йылда Красноуфимск ҡалаһындағы музейҙан килтерелгән.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ла (Өфө)
сарыҡтар һаҡлана. Түбәндә ошо музейҙағы экспонаттар бирелгән:

ҡатын-ҡыҙҙар сарығы һәм балалар сарығы.


Сарыҡтар М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Р.Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты эргәһендәге Археология һәм этнография музейында (Өфө), Силәбе, Ҡурған өлкәләренең, Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында һаҡлана.

Сарыҡты тегеү технологияһы
Башлыса сарыҡты ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән. Күндән эшләнгән сарыҡты тегеү табанынан башланған. Табан өлөшөнә ике ярым түңәрәк формаһында ҡалыптан теккәндәр: ҙурыраҡ өлөшө табан өсөн, унан бәләкәйерәге аяҡ кейеменең башын тегеү өсөн ҡулланылған.

Өс сантиметрға тиклем киҫек эшләгәндән һуң, табан өлөшөн үксәнең ситенә килтереп өҫкә ҡаратып бөккәндәр, артабан уға ярым түңәрәк формалағы ҡалып теккәндәр.

ХХ быуат башында күнде аттың ялы йә киндерҙән ишелгән епте ҡулланып, эре сәнсем менән теккәндәр. Артҡы яҡҡа төрлө биҙәктәр эшләнгән.

Фотола сарыҡ эшләү оҫтаһы – Азат Ғарипов.


Сарыҡтың ҡунысы икегә бөкләнгән буҫтауҙан беселгән. Оҙонлоғо 40 – 46 см, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 40 – 60 см тип бирелә, киңлеге 23 см

Ирҙәр сарығының, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың көндәлек тормошта кейер өсөн эшләнгән сарыҡтарының ҡунысына ярым түңәрәк күн (үксә өҫтөндә һәм башында) ромб һәм өсмөйөштәр сигелгән. Сигеүҙәр, биҙәүҙән башҡа бетеү (амулет) ролен дә башҡарған.


Сарыҡ өсөн әҙерләмә.
Был экспонат Миәс ҡалаһы тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлаштырылған.
Сарыҡты тубыҡ аҫтынан йөндән үрелгән ҡунысбау, ҡысмау менән уратып бәйләп кейгәндәр. Аяҡ кейеменең эсенә олтораҡ йә һалам һалғандар.



Рәсәй Федерацияһың дәүләт каталогында урынлаштырылған
фотоһүрәт. Арғаяш районында йәшәгән М.К. Абрахманова сарыҡ кейә.


Сарыҡ өсөн үрелгән ҡунысбау. Экспонат Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында
урынлаштырылған.
Сарыҡтарҙа - сигеү өлгөләре
Сарыҡтың ҡунысы арттан аппликация (төрлө геометрик фигуралар комбинациялары, мөгөҙ рәүешендәге кәкерсәктәр һ.б.), йыш ҡына сигеүле биҙәктәр менән аралаштырып биҙәлгән.

Орнамент һалынған композиция туҡыманан айырым эшләнеп, һуңынан ҡунысҡа тегеп ҡуйылған. Башҡорттарҙа ҡуныс бороу тигән төшөнсә бар. Төрлө таҫмаларҙан биҙәктәр эшләүҙе шулай тип атағандар.

Ирҙәр сарығы менән ҡатын-ҡыҙ сарығы биҙәктәре айырылып торған һәм төрлө сакраль мәғәнәгә эйә булған. Ҡунысына күн аппликацияларҙан тыш (төрлө геометрик киҫәктәр, мөгөҙ рәүешендәге кәкерсәктәр һәм башҡалар), аралаштырып йыш ҡына сигеүле биҙәктәр һалғандар. 4 һәм 6 ҡусҡарлы ябай биҙәк һәм 8, 10, 12 ҡусҡарлы ҡатмарлы ҡусҡар биҙәк ҡулланылған. Ирҙәр сарығының ҡунысына, үксә өҫтөнә, ситтәренә һәм башына һаҡлағыс итеп ярым түңәрәк, ромб йә өсмөйөш рәүешендәге күн киҫәктәре беркетелгән.

Учалы телеканалы эшләгән сюжеттан фрагмент.
Ҡатын-ҡыҙ сарыҡтарында бай һәм ҡатмарлы сигеүле биҙәк өҫтөнлөк иткән. Яҙғы таң ҡояшы – ҡыҙыл төҫ ҡулланылған – был ҡояшҡа табынған мәжүсилек заманынан ҡалған. Үксә өҫтөндәге тулаға сигелгән оҙонса ярым түңәрәктең уртаһында тереклек, нәҫел ағасын аңлатҡан биҙәк – уның тамырҙары һәм ботаҡтары бар. Өҫ яғынан соляр тамғалар сигелә торған булған. Йәшерен сакраль мәғәнәле тел менән тормош яралыу, енси ҡеүәт һүрәтләнгән.

Учалы телеканалы эшләгән сюжеттан фрагмент.
Сарыҡтың боронғо апликацияларын бөгөнгө көндә музейҙарҙа осратырға мөмкин.

Түбәндә күрһәтелгән беренсе сарыҡ ҡалыбы Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында, ҡыҙыл туҡымаға төрлө ептәр менән сигеп эшләнгән икенсе ҡалып Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡлана.

Тағы ла сарыҡ темаһына ҡағылышлы экспонаттар менән Рәсәй Федерацияһы музей фондының дәүләт каталогында ентеклерәк танышырға мөмкин.

Хәҙерге заманда сарыҡ тегеү
Сарыҡты тегеү технологияһын өйрәнеп, уны халыҡ араһында популярлаштырыуҙа Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалы уҡытыусыһы Азат Салауат улы Ғариповтың роле ҙур. Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

А.С. Ғариповтың ошо темаға арналған сығышы Учалы ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейының социаль селтәрҙәге диуарында урынлаштырылған. Һылтанма аша инеп танышырға мөмкин.

Азат Ғарипов,
сарыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреүсе
Минең өсөн башҡорт халыҡ кейеме – ул тарихи сығанаҡ. Халҡыбыҙҙың асылын аңларға ярҙам итә. Шул уҡ сарыҡ – матурлыҡ символы ғына түгел, халыҡтың боронғо йәшәү рәүешен күҙ алдына баҫтыра. Мәҫәлән, сарыҡты эшләгәндә генә бер нисә боронғо һөнәр – күн эшкәртеү, тула баҫыу, ҡуныс бороу кеүек кәсептәр белеү талап ителә.

Учалы районының «Йәншишмә» фольклор төркөмө ағзалары Азат Ғарипов үткәргән оҫталыҡ дәрестәренә йөрөп үҙҙәренә сарыҡ тегеп кейгән.
Гөлсиә Фәйзуллина,
милли кейемдәр тегеү оҫтаһы, дизайнер
Мин белемем буйынса тегенсе. Кейемгә ҡағылышлы тарихты өйрәнә башланым. Ҡыҙҙар менән йыйылышып милли кейемдәр тектек, "Йәншишмә" төркөмөн ойоштороп ебәрҙек. Артабан сарыҡ эшләргә тотондоҡ. Күмәкләшеп туҡыу станогы алдыҡ, тула баҫтыҡ. Сарыҡты эшләү, әлбиттә, ваҡыт талап итә. Арабыҙҙағы эшләүселәр араһында Миләүшәнеке бик матур килеп сыҡты.
Миләүшә Ҡадирова,
бухгалтер
Милли кейемдәр теккәндән һуң, сарыҡ тегеү эше менән ҡыҙыҡһынып киттем. Азат Салауат улы оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп ебәргәс, шунда йөрөй башланым. Сарыҡ эшләүгә бер-ике ай тирәһе ваҡыт китте. Уны тегеүе ауыр түгел, әммә ҡуныс бороуы мәшәҡәтлерәк. Киләсәктә был эште балаларға өйрәтергә, башҡорт халҡының боронғо кәсептәренә ҡыҙыҡһыныу уятырға теләгем ҙур. Бер тотонғас, тегәһе килеп тик тора. Бәлки, урамға кейеп сығырлыҡ та ҡата тегеп кейермен.
Учалы ҡалаһының «Йәншишмә» фольклор төркөмө тула һуғыу өмәһен, сарыҡ тегеү эшен тергеҙеү, уларҙы киләсәк быуынға еткереү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Эш барышы ошо ерлеккә генә хас фольклор материалдарына (таҡмаҡтарға, йырҙарға) үрелеп бара.

Хәҙерге көндә сарыҡ орнаменты этностилдәге
кейемдәрҙә осрай. Туймазы ҡалаһында йәшәүсе Зөлфиә Краснова йәштәргә ошо юҫыҡта биҙәлгән джинсылар тәҡдим итә.
Башҡорттарҙың аяҡ кейеме сарыҡ ҙур үҫеш юлы үткән һәм беҙҙең көндәргә килеп еткән. Хәҙер ул оҫталар тарафынан яңынан тергеҙелә. Сарыҡты тегергә өйрәнеүселәр арта бара. Ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡыны ентекле өйрәнеү, киләсәк быуынға еткереү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Бикбулатов Н.В., Юсупов Р.М., Шитова С.Н., Фатыхова Ф.Ф. Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа, 2002.
2. Кузеев Р.Г., Бикбулатов Н.В., Шитова С.Н. Декоративное творчество башкирского народа. Уфа, 1979.
3. Никольский Д.П. Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование. СПб., 1899.
4. Полное собрание ученых путешествий по России, издаваемое Императорскою Академиею наук, по предложению ее президента. Т. 4. СПб., 1822.
5. Руденко С.И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. Уфа, 2006.
6. Шитова С.Н. Башкирская народная одежда. Уфа, 1995.
7. Шитова С.Н. С. Народная одежда башкир // Археология и этнография Башкирии. Т. 3. Уфа, 1968. С. 125–227.

Мәҡәләлә А. Ғариповтың шәхси архивынан фотолар, Рәсәй Федерацияһы музей фондының дәүләт каталогы материалдары ҡулланылды.

© Әбделмәнова Ә.В., автор-төҙөүсе, 2020