Башҡорттарҙың музыкаль-шиғри ижадында Салауат тураһында төрлө йырҙар барлығы билдәле. Уларҙың варианттары Башҡорторстан һәм күрше төбәктәрҙә таралған. Халыҡ ижады йыйынтыҡтарында «Салауат» йыры төрлө стилдә һәм жанрҙа донъя күргән, уға «Салауат данына йыр», «Юлай улы батыр Салауат», «Пугачев һәм Салауат», «Каторгалағы Салауат» һәм башҡа йырҙар өҫтәлгән. Фольклорсы-ғалим Риф Сөләймәнов легендар геройға арналған тиҫтәнән артыҡ төрлө йырҙы айырып күрһәтә.
Хәҙерге заманда яңы һулыш алған һәм башҡорт мәҙәниәтенең брендына тиклем күтәрелгән иң популяр «Салауат» йырын ҡарап үтәйек. Тәүҙәге лирик әҫәр яйлап үҙгәреп, героик рухлыға әйләнгән, төрлө жанрҙа һәм формала башҡарылып, беҙҙең көндәргә килеп еткән. Геройҙың образы визуаль, һынлы планда Сосланбәк Тавасиевтың данлыҡлы һәйкәле рәүешендә күренеп, республика символына әйләнһә, «Салауат» йырын башҡорт халҡының музыкаль коды тип әйтергә мөмкин. Ябай, сағыу, ритмик яҡтан аныҡ «Салауат» йыры ҡолаҡҡа ятышлы һәм шунда уҡ иҫтә ҡала.