Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК








«Ямғыр теләү»



Башҡорттарҙың ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр саҡырыу маҡсатында үткәрелгән боронғо йолаһы












Йола тарихы

Ямғыр теләү — халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаларының береһе. Башҡа бик күп төрки халыҡтары кеүек үк, башҡорттар ислам диненә тиклем мәжүсилек динен тотҡан. Боронғо башҡорттар бөтә тирә-йүнде, мөхитте, тәбиғәт күренештәрен илаһилаштырып ҡабул иткән. Кешеләр тәбиғәттең, һәр тәбиғәт күренешенең эйәһе һәм көсө булыуына ышанған, инанған. Шуға ла тәбиғәттең, йән эйәләренең рәнйеше төшөүҙән ҡурҡҡан, уны ҡәҙерләгән.




922 йылда ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәт Ибн Фаҙлан яҙып ҡалдырыуы буйынса, боронғо башҡорттарҙың бер төркөмө Тәңре менән 12 тәбиғәт эйәһенә ышанған: ҡыштың, йәйҙең, ямғырҙың, елдең, ағастарҙың, кешеләрҙең, уттың, һыуҙың, төндөң, көндөң, үлемдең, ерҙең һәр береһенең үҙ аллаһы бар, тип иҫәпләгәндәр.

Ковалевский А. П. Ибн Фаҙландың 921 – 922 йй. Волга буйлап сәйәхәт итеүе тураһындағы китабы. Мәҡәләләр, тәржемәләр һәм комментарийҙар . Харьков, 1956.
Йоланың башҡарылыу тәртибе

Башҡорттарҙың был боронғо йолаһы мәжүсилек дине осоронда барлыҡҡа килеп, ислам дине индерелгәс, бер аҙ үҙгәрештәр кисереп, беҙҙең көнгә тиклем килеп еткән. Ислам дине халыҡ йолаһын төптән инҡар итмәй, мөмкин тиклемен үҙләштереп, байытып, ҡабатланмаҫ рухиәт мәктәбе ҡора алды. Ямғыр теләү йолаһының үҙенсәлекле тәртибе һәм мотлаҡ үтәлергә тейеш ҡағиҙәләре бар. Яҙ, йәй ҡоро килгәндә халыҡтың күмәкләп ямғыр тәңреһенә ялбарып мөрәжәғәт итеүе йоланың төп идеяһы булып тора. Төп тылсым һүҙҙәрен баҡсылар (шамандар) ямғыр тәңреһенә әйткән. Ислам дине тарафынан йола тәртибе бер аҙ үҙгәртелгәс, муллалар, доға уҡып, Аллаһтан ямғыр яуҙырыуын һорағандар. Ямғыр намаҙынан һуң ҡара йөнлө ҡорбан салынған, уны «теләк салыу», «ямғыр ҡорбаны» тип атағандар. Ҡорбан итенән аш бешерелә. Ҡорбан ите бешкәнсе, өлкәндәр тағы ямғыр намаҙы уҡый. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ айырым ултыра. Барыһы теләк теләп, шөкөр әйтеп һыйланғандан һуң, ҡорбан башын һәм һөйәктәрен һыуға батырғандар. Тиреһен муллаға хәйер итеп биргәндәр. Шулай уҡ ҡара еләндәр кейеү йоланың мөһим шарты булып торған. Былар барыһы ла ҡара болотто саҡырыу өсөн эшләнелгән. Борон был йолаға сығыусылар кисен ниәт итеп ятһа, иртән ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейем кейенеп барған. Йоланы үткәргәндә һыу ҡойоношоу, һыу инеү төп талаптар булып тора. Йәше, ҡарты, олоһо, кесеһе, хатта мулла үҙе лә елән осон булһа ла һыуҙа сылатырға тейеш. Бер-береһен һыуға ташлау бөтөн ауылда ҡыҙыҡ уйынға әүерелгән. Йола буйынса бер кем дә ҡоро кейемдә ҡалырға тейеш булмаған. Өйҙәргә инә алмаһалар — мөрйәнән, ихатаға керә алмаһалар — ҡойманан, аҙбар-ситәндәргә, ихатаға һыу һибелгән. Күнәктән һоҫоп сәсрәткәндә теләк әйтелгән.
Ямғыр, яу, яу, яу!
Иген үҫһен тау, тау,
Ваба сире булмаһын,
Астан халыҡ үлмәһен,
Яу, ямғырым, яу, яу!
Ҡара тәкә һуйырмын,
Башын һиңә ҡуйырмын,
Майын үҙем ашармын,
Тояғын һыуға һалырмын,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Майлы бутҡа бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ бирермен,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Беҙ булайыҡ һау, һау!
Яу иләктән,
Яу силәктән! Яу! Яу!
Бөгөнгө көндә балалалар һамағына әйләнгән был һүҙҙәрҙең нигеҙендә бик боронғо йолалар — һыуға ҡорбан салып бағышлауҙар сағыла. Һамаҡтың һуңғы юлдарына иғтибар итеп шуны әйтергә кәрәк, йола буйынса ҡатындар һыуҙы иләк аша үткәргәндәр.

Ямғыр бутҡаһы

Ямғыр саҡырыу ваҡытында, ямғыр бутҡаһы йолаһы үткәрелгән. Һәр йорт башынан йыйылған тары, бойҙай ярмаһын ҡаҙанда бешереп ашау йоланың төп шарты булып тора. Күпмелер бутҡа ҡалғас, ҡаҙанды һыуға түңкәреп һалғандар, аҙаҡ инде ямғыр яуғас, уны кире алғандар. Бының хикмәте шунда: түңкәреп һалынған ҡоромло ҡара ҡаҙан ҡара болотто хәтерләтһә, ҡаҙан төбөндәге бутҡа һыу эйәһенә бирелгән һый, тип ҡаралған.

Ейәнсура районының Әбүләис ауылы халҡы

Ямғыр теләү йәки истискә намаҙы

Ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр яуҙырыу өсөн уҡылған истискә намаҙы – ул бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡо­ролоҡ йылдарында Аллаһы Тәғәләнән нисек ямғыр теләргә өйрәтеп ҡалдырған ғибәҙәте.


«Аллаһүммә-сҡинәә ғәйсан муғии­сан һәниән мәриан мәриғәдәҡән муджәллилән сәххан ғәммән табәҡән, дәимән. Аллаһүммә-сҡинәль-ғәйса үәлә тәджғәльнә минәл-ҡәнитиинә. Аллаһүммә иннәә нәстағфирүкә иннәкә күнтә, ғәффәәран фәәрсили-ссәмәә ә ғәләйнә мидраран». Мәғәнәһе: Эй, Алла, беҙгә бар ергә үтеп, тупраҡты туйындырған, мул уңыш биргән, даими яуған ямғыр ебәр. Эй, Алла, өмөтөбөҙҙө юғалтыусыларҙан итмә. Эй, Алла, Һин ғәфү итеүсеһең, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа.
Йоланың атамаһы һәм үткәреү ваҡыты хаҡында

Был йоланы төрлө төбәктә төрлөсә атап йөрөтәләр. Иң киң таралғандары: «ямғыр теләге», «ямғыр теләү», «ямғыр саҡырыу», «ямғыр бутҡаһы», «теләк». Йола үткәреүҙең аныҡ ҡына датаһы юҡ. Ғәҙәттә, аҡһаҡалдар билдәләгән көндә бөтә ауыл халҡы йылға буйына сыҡҡан.

Р.Ә. Солтәнгәрәева билдәләүенсә, ямғыр теләү йолаһын үткәреүҙең иң уңышлы мәле булып ай календары буйынса ай башы иҫәпләнгән. Ул үҙенең был фекерен һыу стихияһын ҡурсалаусы тәңреләргә йүнәтелгән бик боронғо фольклор текстарына бәйләп аңлата:
Эй, Айым! Әй, Айым!
Балаға — һаулыҡ,
Ҡыҙыма — бала,
Ҡоролоҡҡа — ямғыр (бир!)
Яйыҡ олатайға әйт,
Нөгөш олатайға әйт,
Һаҡмар олатайға әйт,
Шүлгән олатайға әйт,
Ямғыр ебәрһен!
Текста йоланы үткәреү ваҡыты ай циклының башы икәне күрһәтелә. Был ваҡыт — яңы эштәр башҡарыу, ҡуйған маҡсатҡа ирешеү өсөн бик уңайлы мәл.

Солтангәрәева Р.Ә., филология фәндәре докторы

Ямғыр теләү йолаһы этнографик тикшеренеүҙәрҙә

Этнограф А.С. Бежкович 1929 йылда С. И. Руденко етәкселегендә Башҡортостан буйлап үткәрелгән экспедицияла туплаған материалдарында Архангел районына ҡараған Тәүәкәс ауылында үткәрелгән ямғыр теләү йолаһы тураһында ентекләп яҙып үтә.

Бежкович А. С. Башҡортостан халҡының игенселек культы менән бәйле ышаныу һәм йолалары // Халыҡ ижады һәм этнология. 2016. №1. 40 – 48- се бб.
«1929 йылдың яҙында, ҡоролоҡтан ҡотолоу өсөн, урындағы халыҡ аңлатыуынса, бик көслө йола үткәрҙеләр. 13 баш һарыҡ, 3 башмаҡ һуйҙылар. Ҡорбан ашына күрше-тирә ауыл халҡын саҡырып, күмәкләшеп аят уҡып, ҡорбан ашы ашанылар. Көндөң тәүге яртыһында ҡорбанға тип әҙерләнгән малды, бикләп ҡуйып, бөтөнләй ашатманылар. Ас мал бик ныҡ ҡысҡырҙы. Башҡорттар малдың бик ныҡ баҡырыуын Аллаһ ишетһә, бәндәһен йәлләр, тип ышаналар. Бынан тыш, балаларға, хатта сабыйҙарға ла ашарға, эсергә бирмәйҙәр. Шулай уҡ бала-сағаның илауын, әгәр ҡоролоҡ булып иген уңмаһа, үләндәр кибеп бөтһә, бер гонаһһыҙ балалар ҙур зыян күрәсәген аллаһҡа күрһәтергә тырышыу, тип аңлаттылар. Аллаһ, быны күреп, үҙенең ҡаты язаһынан баш тартыр, ямғыр ебәрер, тип ышаналар. Изге ағас төбөндә доғалар уҡып, аҙаҡ ҡорбан ашы ашап, баҫыуға юлландылар».
Ямғыр теләү йолаһы ғилми хеҙмәттәрҙә
Ямғыр теләү йолаһын үткәргәндә, төрлө махсус йырҙар йырлау, бейеүҙәр башҡарыу хас булған. Халыҡ хәтерендә быуаттар буйы һаҡланған был ижад өлгөләре бөгөнгө көндә халыҡ ижадына арналған ғилми хеҙмәттәрҙә тупланған. Был йәһәттән, Риф Сөләймәновтың «Уралдың халыҡ ижады ынйылары» китабын күрһәтергә мөмкин.

Р. С. Сөләймәновтың «Уралдың халыҡ ижады ынйылары» (Өфө, 1995) китабынан алынды.
Йола бөгөнгө көндә

Йоланы бөгөнгө көндә лә һәр төбәктә тиерлек үткәрәләр. Йоланың төп талаптары һәм шарттары хәҙер ҙә, нигеҙҙә, тулыһынса үтәлә. Шулай уҡ йоланы үткәргәндә һәр төбәккә хас үҙгәрештәр ҙә индерелгән. Мәҫәлән, тау-урманлы төбәктәрҙә йоланы шулай уҡ тау түбәһендә лә үтәгәндәр. Был күренеш шулай уҡ бик борондан килгән булырға тейеш. Сөнки, борон-борондан беҙҙең ата бабаларыбыҙ изге эштәрҙе (ҡорбан салыу, теләк теләү һ.б.) тау башында башҡарғандар. Бейеккәрәк менеү Аллаһҡа яҡыныраҡ булыуҙы аңлатҡан. Шулай уҡ тауҙа, ышаныуҙар буйынса, изге, тылсымлы таштар булған. Уларҙы ҡайһы яҡҡа бороуға ҡарап (көнсығышҡа йәки көнбайышҡа), аяҙ йәки яуынлы һауа торошо урынлашҡан.
Күп кенә төбәктәрҙә оло инәйҙәр, тау башына менеп, ваҡ таш йыйып алып төшә. “Доға уҡып, әйтеү әйтеп, уларҙы һыуға һалып ҡуялар. Тағы ла намаҙ уҡыйҙар. Ямғыр бер-ике көн яуғас, ул таштарҙы кире тауға мендерәләр". Таш — борон-борондан бик ҙур тылсым сығанағы. Ныҡлығы, оҙаҡ йылдар буйы формалашыуы уны серле билге, үҙенсәлекле, хикмәтле белек йомғағы булараҡ ҡабул иттерә. Таш культы — башҡорттоң бик боронғо аманаты. Ә инде ҡояшта — Тәңрегә яҡын урында — тауҙа ятҡан таш, һыуға һалғас, ямғыр саҡырып ятыуына ишара. Балаларҙы инәйҙәр ауыл буйлап йүгерткән. “Барығыҙ, ямғыр теләгеҙ! Йәш кешенең теләге йәшендәй етеҙ, етер еренә етә!" —тигәндәр. Балалар һамаҡлай-һамаҡлай йүгереп ауылды урап сыҡҡандар.
Ҡайһы бер яҡтарҙа тишек ҡаҙанды (йәки еҙ ҡомғанды), йөҙ түбән әйләндереп, йылғаға батырыу ғәҙәте бар. Тишек ҡоромға буялған ҡаҙан шулай уҡ болот, ямғыр символикаһы булараҡ ҡулланылған. Әгәр был йоланы үткәргәндән һуң оҙаҡҡа һуҙылған ҡойма ямғырҙар башланһа, ҡояшлы һауа торошо булдырыу өсөн, ҡаҙанды табып өйгә кире алып ҡайтҡандар.


Бөрйән районының Байназар ауылы халҡы
Хайбулла районының Юлбарыҫ ауылы халҡы
Баймаҡ районының Күгиҙел ауылы халҡы
Йоланы үткәреүҙең тағын бер варианты

Ҡайһы бер осраҡта ямғыр теләге зыяратта үткәрелгән. Боронғолар, үҙ үлеме менән үлмәгән мәйет һәр ваҡыт һыуға сарсап, бөтә ерҙең дымын алып ята, тип иҫәпләгәндәр. Шуның өсөн дә йолала ҡатнашҡан кешеләр бер-бер артлы тороп, аҫылынып үлгән кешенең ҡәберенең баш яғына ҡырҡ күнәк һыу ҡойғандар. Аҙаҡ ултырып доға уҡығандар. Йоланың был төрө төрки халыҡтарҙа ғына түгел, ә славян халыҡтарында ла күҙәтелә. Шул рәүешле үҙенең боронғолоғон иҫбатлай.

Йоланы һаҡлап ҡалыуҙа халыҡ ансамблдәренең роле

Был боронғо йоланың эстәлеген, һәр үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу, халыҡҡа еткереү буйынса халыҡ ансамблдәре лә ҙур эштәр башҡара. Ғәҙәттә, үҙенсәлекле йыр-бейеүҙәр менән аралаштырып, йоланы сәхнәләштереү хас күренеш. Шундайҙарҙың береһе итеп Күгәрсен районы халыҡ ансамблен күрһәтергә мөмкин.

Шулай итеп, Ямғыр теләү йолаһы — башҡорт халҡының, быуындан быуынға тапшырыла килеп, күпмелер дәрәжәлә үҙгәртелеп, бөгөнгө көнгәсә килеп еткән боронғо йолаһы.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Бежкович А. С. Связанные с земледельческим культом поверья и обряды у народов Башкирии// Народна творчість та етнологія. 2016. №1. С. 40 – 48.
2. Ковалевский А.П. Книга Ахмеда Ибн-Фадлана о его путешествии на Волгу в 921 – 922 гг. Статьи, переводы и комментарии. Харьков, 1956. С. 131.
3. Маннапов М.М. Обряд вызывания дождя «Ямғыр теләү» по полевым материалам 2010 г. Уфа, 2011.
4.Сулейманов Р.С. Жемчужины народного творчества Урала. Уфа, 1995.
5. Султангареева Р.А. Башкирский фольклор: семантика, функции и традиции. Уфа, 2019. 296 с.




© Сөләймәнова Р. Ә., автор-төҙөүсе, 2021